Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өмөтһөҙлөккә бирелергә ваҡыттары юҡ
Өмөтһөҙлөккә бирелергә ваҡыттары юҡУҙған быуаттың һикһәненсе йылдар башында нигеҙ һалынған Ағиҙел ҡалаһын республикабыҙҙың төрлө район, ҡалаларынан килгән йәш төҙөүселәр күтәрҙе. Атом электр станцияһы төҙөлөшө туҡтатылғас та, халыҡтың байтаҡ өлөшө, ситкә китмәй, ҡалала төпләнде. Туҡһанынсы йылдар башында Ағиҙелде иҡтисади уңайлыҡтар биләмәһе итеү фәҡирлек сигенә еткән ҡалаға яңы һулыш өрҙө, бында эшҡыуарлыҡ үҫешенә мөмкинлек тыуҙы, һалымдан азат ителгән бәләкәй предприятиелар барлыҡҡа килде. Шуныһы: ауыр иҡтисади һынауҙар осоронда ла бында көн итеүсе төрлө милләт халыҡтарының милли-мәҙәни мөхитен һүндереүгә юл ҡуйылманы.

“Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” республика Законы ҡабул ителгәс, был йүнәлештә бихисап эш атҡарылды. Ағиҙелдә төньяҡ-көнбайыш төбәктә беренселәрҙән булып башҡорт гимназияһы асылыуы — быға сағыу миҫал. Тора-бара ошо уҡыу йорто ысын мәғәнәһендә милли мәғариф, рухиәт усағына әүерелде. Йорт күркәмлеге — хужанан, тиҙәр. Гимназия етәксеһе Гөлфиә Динисламова мәктәп балалар өсөн икенсе тыуған йортҡа әүерелһен тип бар күңелен һала. Әсә телен, халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, балаларҙа милли үҙаң уятыу маҡсатында халыҡ уйындары, һабантуй, ҡарға бутҡаһы, шәжәрә байрамдары ойоштороу бөтә төбәк халҡында гимназияға ҡарата ихтирам тыуҙырҙы. Гөлфиә Әлфәт ҡыҙы — ҡала башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе булараҡ та танылған шәхес. Гимназиялағы бихисап мәшәҡәттән тыш, ҡалала һәр төрлө милли-мәҙәни саралар ойоштороу — уның иңендә.
Ул үткәргән шәжәрә байрамдары төбәктә көн итеүсе йәнәй, гәрәй, танып башҡорт ырыуҙары нәҫелдәре өсөн — һәр ваҡыт көтөп алынған ваҡиға.
Уңғанлығы, һәр эште еренә еткереп башҡарыуы өсөн хөрмәт ҡаҙанған Гөлфиә Динисламованы ҡала башҡорттары, һәр йыл дәррәү тауыш биреп, йәнә ошо вазифаға һайлай. Яңыраҡ Ағиҙел ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы отчет-һайлау йыйылышында ла Гөлфиә Әлфәт ҡыҙы хаҡында гел ыңғай фекерҙәр генә ишеттек.
— 2011 йылға тиклем ҡала башҡорттары ҡоролтайының эше гөрләп торҙо, — тип башланы йыйынды Гөлфиә Динисламова. — Ай һайын өсәр-дүртәр сара уҙғара инек. Һуңғы ике йылда эшебеҙ һүлпәнәйҙе, уҡыу йорттарындағы ҡулайлаштырыу сәйәсәте, балалар баҡсаларында туған телдәрҙе өйрәнеүҙе туҡтатыу, уҡытыу сәғәттәрен ҡыҫҡартыу усаҡҡа һыу һипкән кеүек булды. Гимназияла ла сәғәттәр һаны кәмене, ошо сәбәпле уҡыу йортобоҙҙоң башҡорт театры түңәрәге етәксеһе эштән китергә мәжбүр булды. Әсә телдәрен өйрәнеүҙә лә ҡыйынлыҡтар тыуҙы. Мәҫәлән, баланы туған телдә уҡытыу өсөн төркөмдәр 26 уҡыусы менән сикләнде, балалар һаны 25 икән — рөхсәт ителмәй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының да эше һуңғы ике йылда һүлпәнәйҙе, шул сәбәпле урындағы ҡоролтайҙарҙың да әүҙемлеге һүрелде. Ҡалабыҙҙа “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды бойомға ашырыу саралары бөгөн бөтөнләй күренмәй. Миҫал өсөн элек урындағы терминология комиссияһы Закон үтәлеше буйынса рейдтар яһай ине, хәҙер — юҡ. Предприятие, ойошма етәкселәре тәржемә һорап, хакимиәткә түгел, гимназияға килә…
Ҡоролтай етәксеһе һуңғы ваҡытта төрлө сәбәп арҡаһында милли мөхитте үҙгәртеүҙәге ҡыйынлыҡтар хаҡында әсенеп һөйләне. Ауыр һынауҙарға ҡарамаҫтан, ҡоролтай етәкселеге өмөтһөҙлөккә бирелмәй, ҡалалағы милли рухиәтте тергеҙеү өсөн йән атып эшләүен дауам итә.
— Шәжәрә байрамдарыбыҙ йылдан-йыл сағыуыраҡ була бара. Шәйехзада Бабич, хатта Аҡһаҡ Тимергә барып тоташҡан нәҫел-нәсәптәр асыҡланды. Быйыл Республика көнөндә 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған тамаша ойошторҙоҡ. Сарала уҡытыусылар, ҡала хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ҡоролтай башҡарма комитеты ағзаларының бөтәһе лә егелеп эшләй, улар — минең төп терәгем, — ти Гөлфиә Динисламова.
Ҡоролтай ҡаланың мәҙәниәт бүлеге менән ҡулға-ҡул тотоноп эш итә, ҡала китапханасылары ла рухиәтте байытыуҙа — төп ярҙамсы. Китапханаларҙа милли-мәҙәни рухтағы күп саралар уҙһа ла, шуларҙың иң фәһемлеһе — шиғыр бәйгеләрелер. Бында уҡыусы йәштәр башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәрен генә түгел, ә үҙҙәренең шиғырҙарын һөйләп, бәйгелә көс һынаша. Билдәле ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡала башҡорттары һис тә яңғыҙ түгел: ата-әсәләр, милләтем тип янған эшҡыуарҙар — һәр эштә терәк-таяныс.
Ҡоролтайҙа сығыш яһаусылар байтаҡ булды, бында ла Гөлфиә Динисламова күтәргән проблемаларға ауаздаш фекерҙәр яңғыраны. Уҡытыусы Гөлдәр Шәрипова йәш быуында милли аңды тергеҙеү, башҡорт халҡының тарихын, йолаларын, башҡорт яҙыусылары тураһында мәғлүмәт биреүҙең әһәмиәте хаҡында һөйләне.
Йыйылышҡа килгән күп кенә уҡытыусылар, башҡорт теле дәрестәренең ҡыҫҡартылыуы сәбәпле эш хаҡы кәмеһә лә, милли үҫеш өсөн хеҙмәт итеүгә әҙерлеген белдерҙе. “Огни Агидели” исемле ҡала гәзитенең ҡушымтаһы булараҡ башҡорт телендә донъя күреүсе “Аҡ ҡалам” гәзитенең яуаплы мөхәррире Ирина Вилданова ҡалала милли баҫмаларҙың бик аҙ таратылыуын телгә алды. Хаҡ һүҙҙәр. Халыҡ иҫәбенең 77 процентын башҡорт һәм татар тәшкил иткән ҡалала “Аҡ ҡалам”ды ни бары 200 кеше уҡый. Ә республикабыҙҙың милли баҫмаларына яҙылыу Ағиҙелдә бөтөнләй ойошторолмай. Бөгөн “Башҡортостан” гәзитен — 21 (башҡорт гимназияһынан — 15, башҡа мәктәптәрҙән — алты уҡытыусы), “Кызыл таң”ды 14 кеше алдыра. Яҙылыу кампанияһынан даими ситтә ҡалып килеүсе ҡала хакимиәтенең милли матбуғатҡа ҡарата битарафлығы хаҡындағы гәзиттә сыҡҡан тәнҡит мәҡәләләре лә Ағиҙелдәге “боҙ”ҙо ҡуҙғата алмай. Баҫманы алдырмағас, бәлки, тәнҡитте лә күрмәйҙәрҙер?
“Савитар” балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәгендәге “Ынйылар” халыҡ ижады түңәрәге етәксеһе Фәнисә Семенушкина ҡалала мәҙәниәтте алға этеүсе башҡорт һәм татар милли кадрҙарының аҙлығы хаҡында әйтеп үтте.
Ҡоролтайҙа башҡа күп сығыш яһаусыларҙың уртаҡ фекеренсә, бөгөн әсә телен һаҡлап ҡалыу Ағиҙелдә сетерекле мәсьәләгә әүерелеп бара. Был йәһәттән ҡоролтайҙың ғына әүҙемлеге аҙ, урындағы хакимиәттең дә төптән егелеп эшләүе кәрәк. Халыҡтың төп өлөшөн тәшкил иткән ҡала башҡорттарының ҡоролтай йыйылышында хакимиәттән бер вәкилдең дә ҡатнашмауы күп нәмә хаҡында һөйләй…
Ҡоролтай йыйылышында асыҡ тауыш биреү юлы менән ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәйесе итеп ҡабаттан Гөлфиә Динисламова һайланды, резолюция ҡабул ителде.
Марат МОРАТОВ.
Ағиҙел ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509