Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Силәбе хәбәрҙәре
Сәләм премияһы лауреаттары асыҡланды

Силәбе өлкәһенең Сосновка районы Һаҡҡол ауылында тантаналы рәүештә Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаттары билдәләнде.

Сосновка районы башҡорттар һаны буйынса өлкәнең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарынан ғына ҡалыша. Әлиш, Тәгеш, Һолтай, Шишмә, Мамай, Һаҡҡол һәм башҡалар — исемдәре үк әйтеп тороуынса, башҡорт ауылдары. Былтыр башҡорт әҙәбиәте классигы Ғәлимов Сәләмдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы район хакимиәте әҙәбиәт өлкәһендә премия булдырып, өс номинация буйынса рухиәтте үҫтереүселәрҙе дәртләндергәйне.
Быйыл тантаналы сара икеләтә байрамға әйләнде. Беренсенән, Һаҡҡол ауылы халҡы мәҙәниәт йортона заманса капиталь ремонт үткәндән һуң тәүләп аяҡ баҫты. Икенсенән, тантаналы рәүештә хәҙер инде икенсе тапҡыр яҡташтарының данын яңғыратып, иң лайыҡлыларға Ғәлимов Сәләм премияһын тапшырҙылар.
Район хакимиәте башлығы Владимир Котов, сараны асып, яңыртылған мәҙәниәт йортонда берҙәм һәм шат тауыштарҙың бер ҡасан да тынмауын теләне. Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле исеменән матбуғат секретары Мөхәммәт Хәбиров район һәм ауыл хакимиәте етәкселәренә башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүҙә булышлыҡ иткәндәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы, бында Сәләм шиғырҙары көслөрәк яңғырауын теләне.
Ғ. Сәләм исемендәге премия өс номинация буйынса тапшырылды. Художестволы әҙәбиәт буйынса Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе шағирә Фаиза Мәғәсүмова “Серем итә аҡ болот” (Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 2012) исемле китабы өсөн лайыҡ булды. Тыуған яҡты өйрәнеү номинацияһында ике кеше еңде: Сиреүсе мәктәбе директоры Әлфиә Ҡотлоғужинаға — топонимик материалдары һәм Мөхәмәтҡолой Көсөковҡа Арғаяш районының Сәғит ауылында һәйкәл асыуҙы ойошторғаны өсөн бирелде. Публицистика номинацияһына “Сосновская нива” район гәзите мөхәррире урынбаҫары Владимир Бреднев лайыҡ булды.
Ҡамса МОРТАЗИН.


Балалар телгә ылыға

Ноябрь баштарында Силәбе ҡалаһындағы Шәйехзада Бабич исемендәге китапханала башҡорт шағирҙары ижадына арналған I нәфис һүҙ конкурсы булды. Бәйгене Силәбе ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.

Ярышта ҡатнашыр өсөн балалар өлкәнең төрлө ҡала һәм ауылдарынан йыйылғайны. Айырыуса Сосновка районының Трубный ауылыныҡылар байтаҡ булды, уҡытыусы Рабиға Бикбулатованың уҡыусылары хатта өс телдә — башҡортса, урыҫса һәм татарса — шиғыр уҡыны. Ике ай элек кенә Силәбелә асылған “Афарин” студияһында шөғөлләнеүсе балалар ҡаланың билдәле шағиры Рамазан Шәғәлиевтең шиғырҙарын яттан һөйләне. Был студияла улар милли бейеүҙәр өйрәнә, башҡорт һәм татар телендә уҡый, театр сәнғәте оҫталығына төшөнә.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре экскурсия үткәрҙе, музейҙы күрһәтте. Балалар башҡорт тирмәһен ҡараны, “Айгөл” ансамбле етәксеһе Земфира Хәйруллина менән башҡорт халыҡ бейеүе элементтарын өйрәнде.
Еңеүсе тип танылған уҡыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, уларға артабан да туған телдәрен онотмауҙы теләнеләр.
Резида БАЙНАЗАРОВА.


Башҡорт теле уҡытыусыларына — торлаҡ!

Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтай ултырышында мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыусылары етмәү проблемаһын көн үҙәгенә сығарҙы. Сара Ш.Бабич исемендәге китапханала булды, унда 50-нән ашыу кеше — район һәм ҡалалар башҡорттары ҡоролтайҙары етәкселәре, Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондарының мәғариф идаралығы начальниктары ҡатнашты.

Иң тәүҙә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһанылар. Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин Башҡортостан вәкиллеге алдында торған социаль-иҡтисади бурыстар тураһында һөйләне, эшҡыуарҙар менән әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.
Мәктәптә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһен күтәрҙеләр. Ҡоншаҡ районының мәғариф идаралығы начальнигы Рауил Асатуллин әйтеүенсә, уҡытыусылар етмәүҙең төп сәбәбе — педагог һөнәренең ҡыҙыҡһындырмауы. Проблеманы хәл итеү өсөн йәш белгестәргә торлаҡ бирергә тәҡдим ителде. Бының өсөн элеккесә ауыл өмәләре ойоштороу кәрәк, тигән фекер ҙә яңғыраны.
Миләүшә ЯҠУПОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519