Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй?
Һәр яҡшы эштең дауамы ла була.

“Мин бөтә башҡорт китаптарын уҡып барам”

Нәркис Мөхәмәтйән улы Мөхәмәтшин шулай ти. Йәше ҡырҡ өҫтөндәге был егет Ҡурған өлкәһе Щучье (башҡортса Суртанлы булалыр инде — авт.) районының Михайловка ауылында күмәк балалы ғаиләлә алтынсы сабый булып донъяға килә. Әсәһе Зарифа – һауынсы, атаһы Мөхәмәтйән — тракторсы. Совет осоро күҙлегенән ҡарағанда, ғәҙәти ғаилә. Исеме үк әйтеп тора: ул үҫкән ер — рус ауылы. 70–80-се йылдарҙа бында Башҡортос­тандың Тәтешле районынан халыҡты күсереп ултыртҡандар. Тәтешле, тимәк, әҙәбиәткә Әнғәм Атнабаевты, йыр сәнғәтенә Фәниә Фәрхиҙе, тарихҡа “Беҙ – урман башҡорттары” тигән мәғлүмәтте теркәп ҡалдырған Ғәли Соҡоройҙо биргән район. Улар һәр саҡ:
— Беҙ үҙебеҙ башҡурттар, телебеҙ генә татар, — тип әйтеүсән була. Ул ғаиләләр күпләп “Ҡазан утлары” журналын, ә Нәркистең әсәһе, башҡорт ауылынан төшкән килен булараҡ, “Ағиҙел” журналын алдыра. Зирәк Нәркис шул журналдар нигеҙендә башҡорт телендә яҙырға, уҡырға өйрәнә, үҙ ырыуының килеп сығышы менән ҡыҙыҡһына һәм шуны асыҡлай: инәһе (әсәһе) яғынан — Барын-табын, атаһы яғынан — Һалйот. Әсәһе, күрәһең, Ҡоншаҡ кешеһе.

Ә бына атаһының әсәһе, тимәк, Нәркистең өләсәһе — Бәгәрәк. (Бәгәрәк ырыуының барлығын мин үҙем, мәҫәлән, яҙыусы Талха Ғиниәтуллиндың “Беҙ — бәгәрәктәр” тигән яҙмаһы аша беләм — авт.)

Өрҡотйә исемле был ҡарсыҡ баш­ҡорт­тарҙың боронғо көнкүреше, кейем­дәре хаҡында ейәненә күпте бәйән ҡыла. Әсәһе башҡорт мәктәбендә дүртенсене тамам­лағанлыҡтан, юғарыла әйткәнемсә, баш­ҡорт әҙәбиәтен уҡый, улының туған теле­нә ҡарата көслө ҡыҙыҡһыныуын хуплай.
Урта мәктәпте тамамлап, бер аҙ үҙҙәрендә эшләп алғас, Нәркис Мәскәүгә юллана, Рәсәй белем академияһының тарих факультетына уҡырға инә. 2000 йылда уны тамамлай һәм ВМДПНТ — Бөтә Рәсәй биҙәү-ҡулланма сәнғәт музейына ғилми хеҙмәткәр булып эшкә урынлаша. Эше буйынса ул рус халҡының төҙөлөш сәнғәте, көнкүреш йыһазы, кейеме, уйынсыҡ коллекциялары менән шөғөлләнә, ә үҙенең йөрәк талабы — башҡорт халҡының этно-мәҙәни көнкү­решен өйрәнеү, тарихын байҡау, әҙәбиәте менән тәрәнерәк танышыу.


Шул осорҙараҡ ул Мәскәүҙән бигүк алыҫ булмаған Бирево ауылынан ере менән бик боронғо бер өйҙө һатып ала. Өй ни — өй генә. Өйһәң, өйөлә. Күпмелер ваҡыт үтеүгә, уға ике яҡтан да төкәтмәләр һуғыла, һөҙөмтәлә ике ҡатлы матур һәм иркен йорт барлыҡҡа килә. Уның бер бүлмәһен Нәркис тотошлайы менән башҡорт халҡының боронғо көнкүрешен сағылдырған музейға әйләндерә. Нимә генә юҡ унда! Буйлы балаҫтар, ҡорама, һөлгөләр, еҙ тас, еҙ ҡомған, мискә, көбө, тирмән, Ҡурған башҡорттарының сағыу аппликациялы күлдәктәре, сигеүле алъяпҡыстары, биҙәүле таҡыялары...

Әгәр ҙә спектаклдән һуң ҡышҡы оҙон төндә мунсанан сыҡҡас шыжлап торған еҙ самауырҙан сәй эсеп, гәпләшеп ултырғанбыҙ икән — уның өсөн беренсе сиратта өй хужаһының ана шул музейына рәхмәт. Өҫтәл янында дүртәүбеҙ: мин, Нәркис, Мәҙинә һәм Лүзиә (ул Ҡырмыҫҡалы ҡыҙы, М. Өмөтбаев нәҫеле). Һүҙ эйәрә һүҙ сығып, ауылдың ишетер ҡолаҡҡа сәйер генә яңғыраған исеме менән ҡыҙыҡһынам.

— Биревомы? — ти Нәркис, үҙе беҙҙең күҙ асып йомған арала бушаған сынаяҡтарыбыҙға һөтлө сәй яһауын дауам итә. – Ул “биреү” тигәнде аңлата. Төрки сығышлы һүҙ. Ауыл исеме документтарҙа 1556 йылдан алып телгә алына. Алтын Урҙа осоронда ошонда ағалы-һеңлеле килеп туҡтаған. Төрки телле булғандар. Был тирәләге ауылдар исеменең күбеһе төрки сығанаҡлы: Мансурово, Чумечево, Ахметово... Чумечево — Сүмес. Әле лә урындағы халыҡ аш сүмесен “чумеч” тип атай, эттең балаһын “кучек” тиҙәр. Әлбиттә, ауылдың тамырын тәшкил иткән халыҡ хәҙер күп түгел, мәгәр һүҙҙәр ҡалған.

“Өйгә һыйған байрам байрам түгел...”

Сәй эселә. Нәркис — ҡунаҡсыл хужа. Әле бер, әле икенсе һыйын алға теҙә:
— Ҡайнатманы үҙем яһаным. Баҡса еләгенән... — Күптән аңланым: Нәркистең телмәрендә беҙҙең телдә ныҡлап урын ала барған “варенье”, “холодильник” кеүек рус һүҙҙәре юҡ. Ғөмүмән, ул таҙа башҡорт телендә үҙ диалекты акценты менәнерәк һөйләшә. — Колхозлашыу осоронда бында Мордва, Калуга, Орел яғынан килгәндәр. Кидыш (Ҡыйҙаш) йылғаһы бар. Ғөмүмән, тарихи сығанаҡтар һәм топонимика шуны күрһәтә: Мәскәүҙең төньяҡ өлөшөндә йәшәгән халыҡ славян сығышлы булмаған, ә фин-уғыр халҡы. Ярославль, Владимир ҡалалары ул­тырған ерҙәрҙә лә фин-уғырҙар йәшәгән. “Волга” мариса — Вилга — Яҡты йылға тигәнде аңлата. Ул — мари һүҙе. (Мәскәү үҙе лә рус һүҙе түгел — авт.) “Яҡты йылға” тигәндән шул иҫкә төштө: фашис­тар Волгаға яҡынлашҡас, И.В. Сталин Өфө Диниә назаратының мөфтөйө, Зәйнулла Рәсүлевтең улы Ғабдрахман Рәсүлевте саҡырып ала (күрәһең, атаһының күрәҙәлек даны менән юлбашсы хәбәрҙар булған — авт.). Ғабдрахман Рәсүлев уға, фашист ғәскәр­ҙәре Волга аша үтергә тейеш түгел, үткән хәлдә йылға уларҙы гонаһтарынан арын­дырасаҡ, таҙартасаҡ, ти. Бына ниндәй сифаты өсөн мариҙар был йылғаны “Яҡты йылға” тип атаған! (Мин бының шулай булыуына тамсы ла шикләнмәйем, сөнки мәжүсилек заманынан уҡ йылғаның бәндәне таҙартыу көсө билдәле булған: башҡорттар зыяраттар урынын һыу аша билдәләгән, шул рәүешле гүр эйәһен гонаһтан арындырған — авт.). Яуза йылғаһы атамаһы ла халыҡтың тарихын тикшереүселәр өсөн бер дәлил.

Тыңлап ултырам, уйлап ултырам: тарихты сәйәсәттән башҡа өйрәнгән осраҡта аҙмы ҡыҙыҡлы дәлилдәрҙе асыу мөмкинлеге булыр ине!
— Нәркис, һин бик бай экспонаттар туплағанһың һәм был эште, күренеп тора, дауам итәһең, ә бына...

— Мин уларҙы күсмә күргәҙмәләргә алып йөрөйөм. “Илһам” театрына рекви­зит кәрәк була йыш ҡына, уларға ярҙам итәм.
Әйткәндәй, Башҡортостандың тулы хо­ҡуҡлы вәкиллегенә лә Мәҙинәне Нәркис башлап алып килә, шул көндән башлап ул театрҙың әүҙем ағзаһына әүерелә, “Аҡ кәмә”лә уйнай, бағыусы булараҡ таныла.


Ә бына Нәркис Мөхәмәтшиндың китапханаһы хаҡында туҡталыбыраҡ һөйләмәй булмайҙыр. Китапхана төкәт­мәнең тулыһынса икенсе ҡатын биләй. Нәркистең ҡулы тейгән бөтә нәмә сәнғәт есеменә әүерелеүсән. Тәүге барғанда мин уның Мәскәүҙәге өйөн күргәндә иҫем киткәйне. Бында ла шул уҡ хәл. Хатта китаптар өсөн тәғәйен стеллаждар ҙа дөйөм панорамаға ярашлы урынлашҡан. Һәр бүлек бер милләт китаптарынан тора. Улар секцияларға бүленгән: баш­ҡорт, татар, рус, украин, белорус, төрөк, үзбәк, ҡаҙаҡ, Ҡырым татарҙары, инглиз телдәрендә. Иң ҡыҙығы: Нәркис уларҙың барыһын да төп нөсхәлә уҡый. Сәнғәт буйынса китаптар һәм белешмәләрҙең урыны — ҡаршы стенала. Иҙән урта­һында — матур аҡ төҫ өҫтөнлөк иткән келәм, аҡ күн менән тышланған диван, ҡиммәтле шәмдәл һәм... тәҙрәнән күренгән ап-аҡ ҡарлы ҡыш.

Һүҙ башҡорт китаптары хаҡында бара. Нәркис бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте менән башкөллө хәбәрҙар! Һәр яҙыусының ижадына ҡағылышлы үҙ фекере бар. (Шекспирҙы төп нөсхәлә уҡыған кешенең зауығы ана инде!) Башлыса һүҙ хәҙерге прозаға ҡайтып ҡалды.

Әйткәндәй, Нәркистә минең шәхесемә ҡыҙыҡһыныу уятҡан сәбәп тә шул китап бит. Үрҙә әйткәнемсә, Нәркистең әсәһе Зарифа апай (мәрхүмә) китап уҡырға ярата, “Бөйрәкәй” уның өҫтәл китабы булған.

2004 йылда сыҡҡан тәүге баҫманы Нәркис, әсәһе үлгәс, башҡортса уҡып сыҡҡан. Әле унда “Бөйрәкәй”ҙең беренсе һәм өсөнсө баҫмаһы һаҡлана. “Уйлаһам мин ауылымды, гүйә, аҡылымдан яҙам” тигәндәй, Нәркистең китапханаһынан күҙҙе алыу, айырылыу ҡыйын. Донъя күләмендә билдәлелек яулаған Нобель премияһына лайыҡ баҫмалар... Нәркис теге юлы ла миңә китап бүләк иткәйне, был юлы ла төрөк яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты Орхан Памуктың “Имя мне Красный” әҫәрен тотторҙо һәм хушлашыр алдынан Төркиәнең үҙенән алып ҡайтҡан шәлъяулыҡ килтереп сығарҙы. Биҙәктәре төрөк сәнғәте һәм шул сәнғәт нигеҙендә үҫешкән әҙәбиәте кеүек нәзәкәтле, серле, бәҫле. Үҙ миллә­тенең, ырыуҙаштарының кейенеү оҫта­лығын бөтә нескәлегендә өйрәнгән һәм тойған зауыҡ эйәһе генә ошондай әйберҙе һайлай ала торғандыр...

Йылы хушлаштыҡ. Ысын зыялы ғына беҙҙең ғәмәли мөнәсәбәттәрҙе өҫтөн күрә барған был заманда яҙыусыны шулай хөрмәтләй алыу һәләтенә эйәлер. Бер һөйләшеү хаҡына Мәскәүгә ике барыуым­дың да сығымын үҙе күтәрҙе Нәркис. Ә ул үҙе — эшҡыуар ҙа түгел, ҡәҙимге ябай хеҙмәт кешеһе.

Башҡортостан — баш йорттан — ситтә үҫеп, ситтә формалашып та, үҙ халҡын йөрәгендә йөрөткән егет яҙмышы күбе­беҙҙе уйландырырлыҡ. Хайран итерлек. Ҡасандыр йәнһеҙ ҡәләм менән сик һыҙылып, тотош бер йәнле организмды ботарлаһалар ҙа, күңел, рух үҙ көсөндә ҡалған. Ул бөтөн. Камил. Әлхәмдуллиләһ, шөкөр: тамырҙарыбыҙ таҙа. Сәләмәт тамырҙарҙан ҡалҡып сыҡҡан ҡурпылар тере. Бөгөн мин ғорурлыҡ һәм кинәнес менән ошо ике йәш кеше миҫалында: “Мәскәү башҡорттары бына шундай ул”, — тип әйтә алам һәм шуның менән бәхетлемен. Өйгә һыйған байрам байрам түгел ул, тигәне булыр бөйөк Мостайҙың. Мин дә, ҡәҙерле уҡыусым, ҡыуанысымды ғәмгә сығарҙым




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518