Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәскәү башҡорттары. Улар ниндәй?
Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Ашҡаҙар”ға һөйләшеүгә саҡырған яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова миңә ошо һорауҙы бирҙе. Радио йәки телеэкранда тура эфирҙа бирелгән һорауҙарға яуаптар башлыса ҡапыл-ғара (экспромтом) була. Аҙаҡ, әңгәмәнән һуң, был хаҡта туҡталыбыраҡ уйланаһың. Был юлы ла шулай килеп сыҡты.

Атанан күргән уҡ юна...

Яҙыусы булараҡ, эш сәфәре менән Мәскәүгә беренсегә юлға сығыуым түгел. 2018 йылдың май аҙағында ла унда булырға тура килгәйне, шуға күрә әле һүҙ барасаҡ йәш дуҫтарым Мәҙинә Рәйес ҡыҙы Илһамова һәм Наркис Мөхәмәтйән улы Мөхәмәтшин менән яҡындан танышырға форсат тейгәйне. Ул икәү менән дә, Мәскәүҙә йәшәгән башҡа йөҙәр­ләгән тоҡомдаштар менән дә. Бергәләп спектакль ҡарау, Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкәләтлеге бинаһында “түңәрәк өҫтәл” янында фекерләшеүҙәр, ил-тел ғәмен уртаға һалып һөй­ләшеүҙәр — барыһы ла бул­ғайны.

Әле бына ҡәләмдәшем Фәрзә­нә биргән һорауҙан ҡаҡсығып, ике йәш милләттәшем миҫалында ошо һорауға тулыраҡ яуап бирмәксемен. Әйтәләр ки: балдың тәмен белер өсөн уны бер дадан итеп ашау кәрәкмәй.

Башта уҡ шуны әйтәм: Мәскәү мин 1992 йылда СССР Яҙыусы­лар съезына (ул съезд СССР тарҡалғас булды) делегат булып барғандағыға ҡарағанда ныҡ үҙгәргән. Заман заңы, заман саңы үҙен ҡайҙа ла һиҙҙерә. Ҙур тиҙ­лектә елдергән еңел машиналар (водителдәр, әлбиттә, көньяҡ фиғелле), грандиоз төҙөлөштәр, сит телдә яҙылған ялтыр-йолтор рекламалар — бөтәһе лә ваҡыт ғали йәнәптәренең ҡотолғоһоҙ ҙур тиҙлектә ашҡыныуын күр­һәткән бер дәлил. Юл сәфә­ремдең сәбәбе Мәскәүҙә инде дүрт йыл дауамында эшләп килгән “Илһам” башҡорт театры коллективы булғас, теҙгенде ҡыҫ­ҡараҡ тотоп, һүҙҙе тап ошо спек­таклдән башлау хәйерлерәктер.

“Тәңкәле ҡыҙ”. Был пьесаны мин 2002 – 2003 йылдарҙа яҙғайным. Сибай башҡорт дәүләт театрының художество етәксеһе һәм режиссеры Дамир Мәжит улы Ғәлимов уны яҙып бөтөү менән “Китмәгеҙ, торналар!” артынса уҡ сәхнәләштергәйне. Премьераһы ла хәтерҙә ныҡ ҡалған, сөнки уны тәүге Пре­зидентыбыҙ Мортаза Рәхимов ҡараны. Үҙе генә түгел: бөтә Урал аръяғы райондары хакимиәт башлыҡтары менән бергә. Һәм, әлбиттә, ул саҡтағы Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Раил Сарбаев та был сараның уртаһында булды. Шул көндәргә ун биш йыл ваҡыт үткәс, был пьеса Мәскәү “Илһам” театры (режиссеры Мәҙинә Илһамова) коллективы тарафынан икенсегә сәхнәләштерелде. Атанан күргән уҡ юна, инәнән күргән тун бесә, тигән мәҡәл тулыһынса был юлы тап килгәндәй: Сибай институты студенты Мәҙинә Илһамова тап ошо спектаклде ҡарай һәм ғүмеренә иҫтә ҡалдыра. Иң ҡыҙығы: “Үҙемдең театрым булһа, мин был пьесаны ҡуйыр инем!” — тип уйлап ҡуя.

Күңел һәм йән талабы

Төрлө юлдар үтеп, 2012 йылда Мәскәүгә килгәс, “Аҡ тирмә” ойошмаһына йөрөгәндә лә, ҡайҙа ғына эшләһә лә күңеленә оялаған “сәхнә сире” уға тынғы бирмәй һәм ул бынан дүрт йыл элек үҙенең тәүге эшен — Әсғәт Мирзаһитовтың “Әсә хөкөмө”н — тамашасыға тәҡдим итә. Әлбиттә, ҙур әҫәргә тотонор алдынан ул Өфө энергетика колледжында эшләгәндә лә, Мәскәүҙә төрлө милли байрамдар режиссеры булараҡ та, тәжрибә туплай. “Наурыҙ”, “Кәкүк сәйе” кеүек йола байрамдарын үткәреү милли кейемгә хәжәтлек тыуҙыра.

Әле ул башҡорт халыҡ йыры “Тәңкәле ҡыҙ” нигеҙендә (ике куплетлыҡ ҡына йыр инде ул — авт.) яҙылған пьесамды сәх­нәләштергәндә утыҙ һигеҙ кешегә милли кейем кейҙергән һәм кейемдәр бер-береһен ҡабат­ламай икән — был ана шул Мәҙинәнең театрҙы ойоштор­ғансы уҡ булған эшмәкәрлегенең емеше. Эйе, ул бынан дүрт йыл элек бер кемдән бер тин ярҙамһыҙ “Әсә хөкөмө”н сығара.

Спектаклдең сифаты хаҡында, ғәфү үтенәм, һүҙ йөрөтә алмайым. Әммә 11 класс тамам­лағандан һуң, ауылым клубында мөдир булып эшләгән саҡта һәүәҫкәр артистарҙы йыйып, бер нисә пьесаны сәхнәләштергән кеше булараҡ, халыҡты ойош­тороуҙың да, һауынсы, көтөүсе, уҡытыусы, һатыусы һөнәрле кешеләрҙе сәхнә телендә һөйләшергә мәжбүр итеүҙең ни тиклем ҡатмарлы икәнен беләм. Ә Мәҙинә шуны репетиция яһарға махсус урындары ла булмаған Мәскәү шарттарында башҡара!

Һәр йүнле эштең башы булғас, дауамы була бит инде ул. Мәҙинә артабан театрҙың репертуарын Б. Бикбайҙың “Ҡоҙаса”, М. Кә­римдең “Ҡыҙ урлау”, М. Мөси­фуллиндың “Аҡса кемгә кәрәк­мәй”, С. Айытматовтың “Аҡ кәмә”, И. Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары”, М. Буранғоловтың “Шәүрәкәй” һәм башҡа пьесалар менән байыта. “Тәңкәле ҡыҙ” — “Илһам” театрының унынсы эше. Театр эшмәкәрлегендә ҡат­нашыу­сылар барыһы ла эшләп йөрөй. Иң олоһо алтмышты уҙған, ә иң кесеһенә — 9 йәш.

“Тәңкәле ҡыҙ” пьесаһы сюжетына башҡорттоң күп кенә йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре үрелгән. Сабый тыуғас, “ҡолаҡ тешләтеү”, көсөк күлдәкте һалдырып, яңы күлдәк кейҙереү, һырға һабағы бирешеү, сабыйҙы мунса керетеү, “Йәшерәм яулыҡ”, “Аҡ тирәк, күк тирәк” кеүек балалар уйындары, ҡоҙалыҡҡа килеү, йәштәр уйыны, сир ҡасырыу — бөтәһе лә әҫәр туҡымаһында сағыу-сағыу биҙәк булып урын алған. Өҫтәүенә пьеса башынан ахырынаса аҡ шиғыр менән яҙылған. Һүҙҙәрҙе бутаныңмы — рифма, эске ритм өҙөлә.

Әгәр бөгөнгө Мәскәү башҡорттарында телде белеү самалы булһа, ай-һай, ауырға тура килер ине тексты иҫтә ҡалдырыу. Әммә мин, пьесаны тотош иҫтә тотҡан автор, спектаклдең теленә ҡарата тамсы ла дәғүә белдерер урын тапманым. Ә бит уны, башлыса, башҡортса бер класс та уҡымаған йәштәр уйнай! Эш хаҡы алмайынса, йоҡо, ял иҫәбенә Мәскәү масштабында репетицияларға йөрөргә нимә мәжбүр итә? Яуап ябай: башҡорт булыу. Үҙ мил­ләтеңдең телендә аралашырға, мәҙәниәте һәм әҙәбиәте, тимәк, рухи постулаттары менән бергә булыу ихтыяжы. Күңел һәм йән талабы. Һәр милләт кешеһе өсөн зарур һәм ғәзиз төшөнсә бит улар.

Милли асылды юғалтмау хаҡына

Мәскәүҙә йәшәгән һәр милләт үҙенең рухи ихтыяжын ҡәнә­ғәтләндереү өсөн нимәлер эш­ләргә тырыша. Татар театры унда (яңылышмаһам) инде егерме йыл эшләй! Уларҙың эше көйлө: “Татар мәҙәниәте үҙәге”ндә репетиция бүлмәләре, мең кешелек тамашасы залы бар. Ә ниндәй гәзит сығара улар Мәскәүҙә! “Татар донъяһы” баҫмаһы (ул рус һәм татар телендә баҫыла) Татарстандың үҙендә йәшәгән татарҙар һәм Мәскәү, улай ғына түгел, Ҡырым татарҙары менән дә тоташ, бер бөтөн донъя итеп кәүҙәләндерә. Беҙҙең милләт хас та тибендәге ат: ризыҡты (был осраҡта рухи хәжәтен) ауырлыҡ менән, ҡалын боҙ, көрт аҫтынан тырышып-серәшеп таба. Ә бит республикала эш урындары бик сикләнгән булғас, Мәскәүгә сығып киткән халыҡтың һаны йылдан-йыл артасаҡ. Улар милли асылдарын юғалтмаҫ өсөн ниҙер эшләй ҙә бит, беҙ — төп йорт — улар өсөн нимә эшләйбеҙ?

Мәҙинә Илһамова — Әбйәлил районының Байым ауылы ҡыҙы. Туғанлыҡ тамырҙары театр сәнғәте корифейҙары Абу­шах­мановтарға тоташа. Үлән үҫкән ерендә үҫә, тигәндәй, бәндә нәҫеленә оҡшамай булмай бит. Һәм ул шул йөктө ғүмер буйы бер тин эш хаҡы алмайынса йөкмәп барырға риза. Ә инде ҡуртымға (съемный) фатир өсөн, йәшәрлек аҡсаны ул ирекле режиссер булараҡ таба. Уның эш планында — Никарагуа, Сербия, Черногорье, Сальвадор һәм башҡа илдәр вәкәләттәре. Милли байрамдарын ойоштора йыш ҡына үҙенең коллективы менән. Үҙе испанса ла, итальянса ла йырларға өйрәнгән. “Этно-эрато” конкурсында ҡатнашҡандар, “Истоки” фестивалендә еңеп, Испанияға, Ҡаҙағстанға саҡырыу алғандар. Бынан тыш, ул мөһим мәсьәләләр күтәргән төрлө конференцияларҙа ла ҡатнаша. Мәҙинәгә эшмәкәрлегендә үҙенең алсаҡ, яран-шаран холҡо ла ярҙам итә, күрәһең. “Тәңкәле ҡыҙ”ҙа сиғандар күренештәре бар. Бына шул күренештәрҙе уйнарға ул ысын романдарҙы саҡырған.

Гобимошты уйнауын башҡорт уйнай, ә бына күмәк сәхнәләрҙә ҡатнашҡан ысын сиғандар үҙҙәренең осҡон сәскән бейеүҙәре, аһәңле йырҙары, скрипка моңо менән спектаклде бик ныҡ байытты. Тамашасылар араһында рустар ҙа булды (уларға йәнәш ултырғандар тәржемә яһаны). Актер Владимир Пермяков, мәҫәлән, был спектаклде ҙур залда, сәхнәлә ҡуйырға ине, тине. Сценарист Анатолий Емельянов (ул режиссер һәм кино тәнҡитсеһе) шулай уҡ спектаклдән һуң үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты. Тәржемәсе, театраль берекмәләр конференцияһының баш мөхәррире Гана Васильева спектаклдән һуң коллектив менән бик оҙаҡ айырылыша алманы...

Милли үҙаң, милли ғорурлыҡ. Ошо төшөнсәләрҙән патриотизм тигән оло тойғо ярала. Шул юҡ икән — һин маңҡорт. Бөйөк тойғо бөйөк ғәмәлдәргә олғаша: Ике Ватан һуғышында ла башҡорт яугирҙәренең тиңдәшһеҙ ҡаһар­манлығы, тылдың ныҡлығы — ана шул илһөйәрлеккә олғаша. Ил бауырының ныҡлығы шул илде ойошторған милләттәрҙең умыртҡа һөйәгенә таянған да бит. Быны аңлау өсөн, бер уйлаһаң, күп тә кәрәк түгел: үҙеңде бары тик башҡорт, татар, ҡумыҡ, бүрәт, тыва, яҡут кешеһе урынына ҡуйып ҡарау етә. Мәҙинә Рәйес ҡыҙы миҫалында илһөйәрлек тойғоһо ҡандан йәнгә күсеп, Мәскәү шарттарында ла ил ҡыҙы булырға, асылын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.

(Аҙағы бар)




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 629

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 423

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 500

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512