Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атай аманатына тоғролоҡ
Атай аманатына тоғролоҡ“Тормош ҡанундары буйынса беҙгә шул билдәле: кешеләр нәҫел ҡалдырыу өсөн йәшәй. Мин шуға шат: фронтта үлеп ҡалһам да, нәҫелем дауам итәсәк. Хәҙер беҙҙең өс балабыҙ бар. Шулай итеп, беҙҙең быуын киләсәктә лә йәшәйәсәк...”
“...Үҙемә тапшырылған эште намыҫ менән башҡарырға тырыштым. Ләкин кешелек донъяһы өсөн файҙа килтерерлек эш ҡалдыра алманым”.
Ябай ғына һүҙҙәр. Уларҙы әйтеүсенең һуғыш яланында ятып ҡалған миллиондарҙың берәүһе икәнен аңлағас та, һәр һүҙҙең тормош программаһының ҙур-ҙур бүлектәренә торошло икәненә инанаһың. “Балаларҙы уҡыт. Мин үҙем дә уҡый алманым, ә улар уҡыһын, кеше булһын”. Йәғәфәр Сәйетбаттал улы Ғәлин (Әбделғәлимов) балаларына аманатын тормош иптәшенә яҙған хаттары аша тапшыра алған. Уның оло улы Венер, атаһы һуғышҡа киткән саҡтағы дүрт йәшлек сабый, үҫеп еткәс, ошо аманатҡа тоғролоғон ғүмере буйына арымай-талмай иҫбатлай.
Венер Йәғәфәр улы — бай тарихлы Мәсетле (Мырҙалар) ауылынан сыҡҡан арҙаҡлы башҡорт уҙамандарының береһе. Уҡымышлы кеше — ғалим-математик. Юғары рухлы зыялы, маҡсатына тайпылмайынса ынтылған тарихсы-эҙәрмән. Тормошҡа, кешеләргә ғашиҡ ижадсы, ҡәләм оҫтаһы ла. Венер Йәғәфәр улының һөнәре буйынса башҡарған хеҙмәттәре дәүләт кимәлендә танылыу алған. Фәнни терминдарҙы, бөтәбеҙгә лә аңлайышлы итеп әйтһәк, атмосфера, һауа торошоноң асылын математик моделдәр ярҙамында өйрәнгән Рәсәй ғалимдарының береһе ул. Ошо өлкәләге хеҙмәттәре өсөн 1999 йылда II дәрәжә “Рәсәй алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орденына һәм 2000 йылда Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһына лайыҡ булды. Бөгөн яугир Йәғәфәр Ғәлиндең йәне тыныстыр — уның аманаты тулыһынса үтәлгән. “Уҡып, кеше булып” ҡына түгел, ысын шәхес кимәленә үҫеп етте уның уланы.
Ә шулай ҙа олоғайған һайын күңел тыныслығын юғалта бара Венер Йәғәфәр улы. Кеше шәхес булып өлгөрөп етер йәшендә тормошҡа икенсе төрлөрәк ҡарай башлай бит. Инде ир уртаһына еткәс, атай аманаты эҙәрмәндәр һуҡмағына этәрә уны.
Хәбәрһеҙ юғалды... Еңеү салютынан һуң тиҫтәләрсә йыл үтһә лә, күпме яугир ҡатыны ошо ике һүҙҙе өмөт байрағы итеп, йылдар буйы мөғжизәгә ышанып, тешен ҡыҫып түҙҙе, көттө. Ә атайһыҙ үҫкән балалар өсөн атай исеме ауыр саҡта көс биреүсе, абынғанда ҡурсалап ҡалыусы күктәге түгел, ә күңелдәге илаһи бер табыныу һыны булып торҙо. Венер Ғәлин замандың иң алдынғы фәне — информатика — өлкәһендә эшләүсе булараҡ шуны аңлай: бер мәғлүмәт тә эҙһеҙ юғалмай. Ә нисек инде уның атаһы Йәғәфәр хәбәрһеҙ олаҡһын, ти? Ул бит — исемле, фамилиялы һалдат!
Атайымды эҙләп барам... Яңы быуаттың тәүге ун йылында Венер Ғәлин архивтарҙа ҡаҙына, Бөйөк Ватан һуғышы тарихын өр-яңынан карталар менән бергә анализлай, полководецтарҙың, ветерандарҙың һуғыш хәтирәләрен уҡый. Әкренләп, мәғлүмәт күбәйгән һайын, эҙләүҙәр даирәһе кесерәйә бара. Ғалимдарға ғына хас маҡсатҡа ынтылыш һәм анализлау һәләте, ғилми эш биргән сынығыу һәм ихтыяр көсө, атай аманатына тоғролоҡ тигән изге төшөнсә өмөтһөҙлөккә бирелмәҫкә, еңеп сығырға ярҙам итә яугир улына. “...Белоруссияның картаһында туғандар ҡәберлектәре ҡыҙыл йондоҙ менән тамғаланған. Шул картаға күҙҙе ҡыҫып ҡараһаң, Белоруссия биләмәһе йондоҙло күк көмбәҙенә әйләнгән кеүек! Ул атайҙарыбыҙ һәм ағайҙарыбыҙҙың ҡәберҙәре менән ҡапланған. Яҡты балҡышлы хәтер йондоҙҙары улар!” Венер Йәғәфәр улына 2008 йылдың ямғырлы көҙөндә туғандар ҡәберлегендәге һалҡын таштарҙың береһендә табырға насип була атаһының исемен.
“...Албырғап ҡалдым: таш бына-бына юғалыр төҫлө. Яҡын килеп, уны ҡосаҡланым — атайымды ҡосағыма алғандай хис иттем үҙемде. Бына һин ҡайҙаһың, атай! Ә һине “хәбәрһеҙ юғалды” тип яҙған булдылар. Бына бит һинең ҡәберең! Юҡ, һин юғалманың! Илайым...”
Венер Йәғәфәр улының тормош симфонияһының иң юғары нөктәһе булғандыр ул мәл. Аслыҡ-яланғаслыҡта үткән бала сағын, йәшләй донъя ҡалдырған әсәһен иҫкә төшөрөп, тормоштоң етерлек әсеһен, изге ынтылышын, шатлығын — бөтәһен дә һыйҙырғандыр олпат, сал сәсле уҙамандың күҙ йәштәре.
Венер ағай үҙ шәхесен тыуған еренән башҡа күҙаллай алмай. Ғүмер буйы Башҡортостандан ситтә йәшәһә лә, саф башҡортса аралаша, боронғо йырҙарҙы ла күңел биреп башҡара. Мәскәү башҡорттары ойошмаһының эшендә әүҙем ҡатнашыусы, баш ҡалала уҡыусы йәштәр менән ихлас аралашыусы ла ул. Уның тағы бер ҙур эшен иҫкә алмаһам, яҙма тулы булмаҫ ине. Нәҫел-ырыуын барлап, ауыл ололарының хәтирәләрен һәм архив сығанаҡтарынан алынған материалдарҙы анализлап, Венер Йәғәфәр улы атаһы һәм әсәһенең шәжәрәләрен төҙөнө. Беҙгә, уның туғандарына, был үҙ ваҡытында эшләнгән иҫ киткес ҙур рухи бүләк булды. Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә 2011 йылда Венер Ғәлиндең “Атайымдың фронт юлдары” исемле китабы урыҫ телендә баҫылды. Китаптың тәүге өлөшө Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең яҙмышын асыҡлау менән шөғөлләнгән эҙәрмәндәр өсөн методик ҡулланма, тарих менән ҡыҙыҡһыныусыларға файҙалы уҡыу әсбабы дәрәжәһендә, ә икенсе өлөштә шәжәрәләр баҫылған. “...Артабан һәр кем үҙе шәжәрәне байыта алыр, тигән ышаныста ҡалам”, — тип барлыҡ туғандарына өндәшә Венер ағай.
Ғүмерен ҙур ғәмәлдәргә бағышлап, фән үрҙәрен яулап, күңел байлығын үҫтереп, тулы тормош менән йәшәй Венер ағайыбыҙ. Ғаиләһендә Аҡһылыу еңгәбеҙ менән аҡыллы ике ҡыҙ бала үҫтерҙеләр. Улар ҙа фән юлынан китте. Хәҙер инде ейәндәренең уңышына шатлана Венер олатай.
Оҙон юлдар еңел булмай, тормош йөктәре лә мамыҡ түгел, ә шулай ҙа ағайыбыҙҙың тормошо — үҙе бер хикмәт, бар яҡлап та килешле, мөһабәт яҙмыш. Һоҡланабыҙ һинең менән, фәһем алабыҙ. Беҙгә, туғандарыңа, һәр саҡ өлгө, терәк булдың һин!
Көнһылыу ҒӘЛИЕВА.
Мәскәү ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509