Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Еңеү түгел, тормош өсөн көрәш
Еңеү түгел, тормош өсөн көрәшБашҡортостандағы иң айыҡ кешеләр Салауат районының Көҫәпәй, Әбйәлил районының Ҡырҙас һәм Йылайыр районының Ишбулды ауылдарында йәшәй икән. Был — уҙған йыл дауамында республикала барған “Айыҡ ауыл” конкурсының рәсми йомғаҡтары. Еңеүсе ауылдарҙың һәр береһенә 200-әр мең һумлыҡ премия бирелде. Аҡса ауылдарҙа физкультура менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар төҙөүгә, спорт ҡорамалдары һатып алыуға, ҙур мәҙәни саралар ойоштороуға йүнәлтелергә тейеш.
Бәйге еңеүселәрен уҙған аҙнала Өфөләге Конгресс-холда тәбрикләнеләр. Залда буш урындар булманы тиерлек — конкурста ҡатнашҡан барлыҡ ауылдарҙан вәкилдәр йыйылғайны унда. Белеүебеҙсә, бәйгелә республиканың 41 районынан 99 ауыл ярышты. Шарттар үтә лә ябай: ни бары иҫерткес эсемлектәр ҡулланырға ярамай. Тәү ҡарашҡа ауыр кеүек тойолһа ла, күп кенә ауылдарҙа эсмәҫкә өйрәнә башланылар. Хатта бер тамсы спиртлы эсемлекһеҙ туйҙар, юбилейҙар, һабантуйҙар һәм башҡа ҙур байрамдар ойошторола. Әлбиттә, йәмғиәттә ныҡлап урын алған яман ғәҙәтте әлегә тамырынан йолҡоп алып ташлап булманы, шулай ҙа конкурста ҡатнашыусы һәр ауылда ниндәйҙер ынтылыш тойола. Иң мөһиме: кеше айыҡ йәшәүҙең ни тиклем һәйбәт, отошло икәнлегенә төшөнә.
Был эштә ғаилә ҡото һәм тотҡаһы булған ҡатын-ҡыҙ ҙур әүҙемлек күрһәтте. Күп ауылдарҙа улар, үҙҙәре эсеүҙән тулыһынса баш тартып, ирҙәре менән дә “шөғөлләнә” башланы. Шуға күрә айыҡлыҡ хәрәкәтендә ауыл һәм район кимәлендә ойошторолған ҡатын-ҡыҙ советтарының ярҙамы ҙур. Шулай уҡ старосталар, ауыл аҡһаҡалдарыЕңеү түгел, тормош өсөн көрәш менән ағинәйҙәре, йәштәр ойошмалары халыҡ аңына көслө йоғонто яһай.
Конкурстың үҙенсәлеге шунда: уны власть органдары ойошторманы, ҡатнашырға бер кемде лә мәжбүр итмәнеләр, ә айыҡ йәшәү рәүешен киң таратыу башланғысы халыҡтың үҙенән сыҡты. Бында, һис шикһеҙ, Әбйәлил районы ауылдары өлгө булып тора. Уларҙа бәйге ойошторолғанға тиклем тиҫтә йылдар элек үк халыҡ эскелектән баш тартты бит. Бында ауыл хакимиәте башлыҡтары абруйлы ир-ат, ҡатын-ҡыҙ ойошмалары ағзалары менән бер төптән эш итә һәм, күреүебеҙсә, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты һәм “Айыҡ Башҡортостан” төбәк ижтимағи хәрәкәте ойошторған конкурстың еңеүселәрен һәм әүҙемселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов, шулай уҡ Ҡоролтай ағзаһы, Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев, элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Марат Ғәзизов, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғиззәтуллин, “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының башҡарма директоры Рөстәм Исхаҡов, “Рәсәй терәге”нең төбәк бүлексәһе башҡарма директоры Тимур Лоҡманов һәм башҡалар тәбрикләне.
Еңеү түгел, тормош өсөн көрәшЕңеүселәргә килгәндә, улар менән таныштырып үткәйнек. Дөйөм алғанда, конкурстың финалына 30 ауыл сыҡты. Бынан тыш, ике районға 60 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды, айыҡ тормош өсөн көрәшкән йәштәр, ошондай йәшәү рәүешен яҡлаған һәм бәйге барышын яҡтыртҡан журналистар, төрлө номинацияларҙа билдәләнгән ауылдар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.
Еңеүсе ауылдарҙа хәҙер спиртлы эсемлектәр бөтөнләй һатылмай, кәштәләрҙә хатта һыра ла юҡ, ти ойоштороусылар. Бынан тыш, төбәктә демографик хәл яҡшырған, енәйәтселек кәмегән, айыҡ туйҙар һәм байрамдар ойошторола башлаған.
Тантана барышында йәштәргә ҙур иғтибар бүленде. Ысынлап та, төптән уйлап ҡараһаң, эскелек күптәрҙең, айырыуса өлкәнерәк быуындың, ҡанына һеңгән һәм унан еңел генә ҡотолоп булмай. Бында бары тик кешенең үҙ теләге кәрәк. Ә бына йәштәрҙең ғүмере саҡ башланып тора. Улар бөгөндән хәмерһеҙ тормош башлап, уны дауам итһен, башҡа тиңдәштәрен дә ылыҡтырһын ине. “Айыҡ Башҡортостан” йәмәғәт ойошмаһының башында йәш егеттәр Роберт Дәүләтшин, Марат Абдуллин һәм башҡаларҙың тороуы ҡыуандыра. Улар үҙ миҫалында йәштәрҙе “тоҡандыра” һәм әйҙәй.
Бәйгене фәҡәт ауылдар араһында ойоштороуҙың сәбәбе яҡшы аңлашыла. Республиканың киләсәгенә нигеҙ милли мәҙәниәт усағы булған ауылда һалына, борондан килгән йолалар тап шунда һаҡлана бит.
Ҡайһы берәүҙәр: “Әлеге конкурстан фәтүә юҡ, эскән кеше барыбер хәмерҙән тота килеп баш тартмаясаҡ”, — тигәнерәк фекер әйтһә лә, бының менән тулыһынса килешеү мөмкин түгел. Һәр хәлдә, айыҡлыҡҡа ынтылыш бар, яҡты тормошҡа тәүге аҙым яһалды. Бер нисә кешенең генә лә хәмерҙән баш тартыуы — етди һөҙөмтә, ә бында ауыл менән тулыһынса эскелеккә ҡаршы көрәшкә күтәреләләр. Һәр кемгә үҙенән башларға, йәштәргә өлгө күрһәтергә кәрәк.
Әлфиә ӘЙҮПОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519