Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Телебеҙгә, динебеҙгә тоғро ҡалайыҡ!
Мәҡәләмде әңгәмәсем, Ҡырҡөйлө-мең ырыуы башҡорттарының ҡор башы, ошо көндәрҙә 50 йәшлек ғүмер байрамын билдәләгән Яңы Яппар ауылы егете Филүс Исмәғил улы Хәлиуллиндың тормош девизы итеп алынған һүҙҙәре менән башлап ебәреүем осраҡлы түгел. Телебеҙ, милләтебеҙ һаҡланһын, ер йөҙөндә башҡорт халҡы юғалмаһын, тип янып йөрөгән ир-уҙамандарҙың береһе бөгөнгө геройыбыҙ. Юҡҡа ғына уны ҡор башы итеп һайлап ҡуймағандар ҙабаһа! Милләт яҙмышы өсөн борсолған Филүс Исмәғил улы республика, район кимәлендә үткәрелгән сараларҙа үҙ фекерен белдерә, ватандаштарын уяулыҡҡа, берҙәмлеккә саҡыра. Ҡор башының мәшәҡәттәре етерлек: Дим буйы халыҡтары араһында төрлө саралар ойоштороу, уларға үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе ылыҡтырыу, бағыусылар эҙләү һәм башҡалар.

— Тыуған ауылым Яңы Яппарҙың йылдан-йыл күркәмләнә барыуына, яңы йорттар ҡалҡыуына, төҙөклән­дерелеүенә ҡыуанам, әлбиттә, әммә мине иң ныҡ борсоғаны – балалар һанының кәмеүе. Егеттәрҙең өйләнергә ашыҡмауы ла борсоуға һала. Ғүмер күҙ асып йомғансы үтә лә китә, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бит. Донъя ауырлығына һылтанып, күп бала тәрбиәләүҙән ситләшергә ярамай. Үҙебеҙ үҫкән осорҙо иҫкә төшөрөгөҙ әле, ул саҡта беҙҙең атай-әсәйҙәргә еңел инеме? Колхозда көндө төнгә ялғап эшләйҙәр, ауылдарға газ үтмәгән, ҡайҙа инде ул автомат кер йыуыу машинаһы, кәрәҙле телефон, автомобиль! Төшкә лә кергән нәмәләр түгел бит былар ул ваҡытта. Яғырға утын хәстәрләргә, ҡаҙанда аш бешерергә, һыу йылытырға, самауыр ҡайнатырға... Э-эй, ул саҡтар... Ә һәр ғаиләлә кәмендә бишәр бала ине, рәхәтләнеп күмәкләп шау-гөр килеп үҫтек. Башҡорт тигән милләт ер йөҙөнән юғалырға тейеш түгел. “Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ: Булғанбыҙ, буласаҡбыҙ, Ҡәүемебеҙҙе ишәйтеп, Уралға туласаҡбыҙ!” – тигән бит шағирә Лариса Абдуллина. Балалар үҙ телендә аралашып, һөйләшеп үҫһен ине, – ти ул.

Йәмәғәт вазифаһынан тыш, Филүс Хәлиуллиндың дүрт бала атаһы, ҙур ғаилә башлығы икәнен дә оноторға ярамай бит әле. Бәхетен алыҫтан эҙләп йөрөмәгән егет, ошо уҡ ауылда тыуып үҫкән Зифа Наил ҡыҙы менән өйләнешеп, уртаҡ донъя ҡорғандар. Ғаилә усағын ҡабыҙыуҙарына 26 йыл да булып киткән.

— Ҡыҙҙарым Динә менән Финә, улдарым Кинйә менән Батыр өсөн мин иң беренсе сиратта өлгө булып торамдыр, тип уйлайым. Атай булараҡ дәрәжәм дә ҙур. Ошо абруйға тап төшөрмәҫкә, яуланған хөрмәтте юғары кимәлдә тоторға тырышам. Бының өсөн ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйем. Балалар эш рәтен белеп, күреп, өйрәнеп үҫһендәр өсөн, уларҙы үҙең менән ҡатарҙан йөрөтөргә кәрәк. Шәхси хужалыҡта балаларым — төп ярҙамсы. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, йортом өсөн күңелем тыныс – әсәләре менән бергәләп улар бар эште еренә еткереп ҡуя. Улдарымды мал ҡарарға үҙем менән бергә алып сығам, бәләкәсебеҙгә өс кенә йәш булыуға ҡарамаҫтан, ул да эргәбеҙҙә бутала. Кесе йәштән үк күреп үҫеүе яҡшы. Шулай итеп, күмәкләшеп тырышып, донъя­ны алға алып барабыҙ, — тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем.

Уның менән осрашҡанда, ғәҙәттә, һөйләшеү гел рәсми рәүештә генә килеп сыға ине. Ә был юлы инде ярайһы тормош тәжрибәһе туплаған, үҙенән кеселәргә кәңәш бирер йәшкә еткән Филүс Исмәғил улы менән донъя, йәшәйеш хаҡында ихлас һөйләшергә насип булды.

— Үҙеңде 50 йәштә һымаҡ тоя­һыңмы? — тигән һорауыма ла ул һис икеләнмәйенсә:
— Юҡ, бөтөнләй ҙә тоймайым. Үтелгән юлыма ҡараһам, күп эш башҡарылған, ир-егеткә тейешле бөтә бурысым үтәлгән: йорттар һалынған, улдар тәрбиәләйем, ағастар шаулап үҫә. Ошонда нөктә лә ҡуйырға яраған һымаҡ. Юҡ, ярамай, алда әле бик күп эштәр көтә. Фекерҙәштәрем, дуҫтарым ярҙамында барлыҡ уй-ниәттәрем тормошҡа ашыр, тип уйлайым.

Эйе, башҡараһы эштәр алда әле, иҫәнлек кенә булһын.
— Уртаға һалып һөйләшергә мәсьә­ләләр етерлек, йыйылышҡа килгәйнем, — тип әңгәмәсем йәнә үҙ бурыстарын атҡарырға ашыҡты.
Эйе, халҡыбыҙ, телебеҙ яҙмышына битараф булмаған ошондай замандаш­тарыбыҙ барҙа милләт юғалмаҫ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 166

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 131

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 336

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 1494

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 1251

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 248

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 731

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 868