Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тормошта әүҙемлек кәрәк”

Сығымдар үҙен аҡлай.

Рәсәй һәм Азия илдәре араһында мөнәсәбәттәр яҡшырған һуңғы осорҙа экзотик телдәрҙе өйрәнгән кешеләр айырыуса иғтибарға лайыҡ. Уларға түҙемлек, үҙ эшенә ҡыҙыҡһыныу, үҫешкә ынтылыу кеүек ыңғай сифаттар хас. Айгөл Әбдрәшитова – тап шундай үҙенсәлекле кешеләрҙең береһе. Университетта һуңғы курста уҡығанда ул Ҡытайҙа ярты йыл стажировка үтеп өлгөрә. Әле ҡыҙ донъялағы KPMG исемле ҙур компанияларҙың береһенең хоҡуҡ һәм һалым департаменты консультанты булып эшләй.

Айгөл, мәктәпте тамамлағас, иҡтисад һәм хоҡуҡ тармаҡтары буйынса ниндәй йүнәлеш һайларға белмәй баш вата. Һөҙөмтәлә Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инә.

– Факультет сит ил уҡыу йорттары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, шуларҙың береһе – Пекиндағы Цинхуа университетының Хоҡуҡ мәктәбе. Беҙҙе, ете кешене, шулай итеп, Ҡытайға уҡырға ебәрҙеләр.

Ҡытай телен өйрәнеүгә килгәндә, барыһы ла ябай шаяртыуҙан башланып китте. Курс йыйылыуы хаҡында иғланды күреп, барып ҡайтырға ҡарар иттем. Иероглифтарға ҡарап та “нисек был сатай-ботай яҙыуҙарҙы уҡырға мөмкин” тигән уйҙа инем, әммә аҙаҡ шул хәтлем мауыҡтым, минең менән бергә тел өйрәнгән төркөмдәштәрем дә, уҡытыусыларым да шул хәтлем һәйбәт булып сыҡты. Тағы ла был телдең үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы, Европаның башҡа телдәренә оҡшамаған булыуы үҙенә ылыҡтырҙы, – ти Айгөл биргән интервьюһында.

Йәнә ҡыҙ Ҡытайҙың ҡапма-ҡаршылыҡлы ил икәнлеген билдәләне. Урыны менән оҡшаш мәлдәр бар, әммә ҡайһы бер күренештәр Европа, Рәсәй халҡы өсөн ят, был үҙ-үҙеңде тотоуҙа, аралашыуҙа һәм ашамлыҡтарҙа ла күренә.

Уҡыуға килгәндә, шуныһы мауыҡтырғыс: һәр кем ниндәй өлкәлә белем алырға икәнен үҙе һайлай. Ике курс үтәме, әллә егерме икеме – барыһы ла шәхсән кешенең теләгенән тора. “Ҡытай университеттарында үҙаллылыҡҡа өйрәнәһең”, – ти Айгөл.

Цинхуала сит ил уҡыусыларына Ҡытай мәҙәниәтен өйрәнергә ярҙам итеү һәм көслө шаңҡыуҙан арындырыу маҡсатында күп кенә саралар үткәрәләр. Шулай уҡ Ҡытайҙа Рәсәй вәкиллегенең эшмәкәрлеге көслө, һәм был Рәсәй студенттары өсөн терәк-таяныс булып тора.

– Ҡытайҙағы тормош хәл-ваҡиғаларға үтә бай булды, мин төплө белем алыу менән бер рәттән ял итергә лә ваҡыт таптым. Шуға күрә беҙ дуҫтарым менән, Рәсәйгә ҡайтҡас та, ҡәҙимге көнкүрешкә күнмәй, тулы ҡанлы тормошта йәшәргә, уҡырға ла, күңел асырға ла өлгөрөргә тигән бурыс ҡуйҙыҡ, – тип һөйләй ҡыҙ.

Айгөл Ҡытайға сәйәхәткә йыйынған туристар өсөн кәңәштәр ҙә бирә:
– Беренсенән, светофорҙа йәшел янған хәлдә лә һаҡ булырға кәрәк. Унда транспорттың төрлөһө бар – автобус, машиналар, велосипедтар һәм хатта ат егелгән арбалар... Хоҡуҡ һаҡлау органдары менән аңлашылмаусанлыҡ теләмәһәгеҙ, Ҡытайға килгәс тә теркәлеп ҡуйыу мөһим. Шулай уҡ был илдә депозиттар өҫтөнлөк итеүен оноторға ярамай. Ҡунаҡхана, фатирҙарҙан башлап, университеттағы китапханаларға, транспорт карталарына тиклем барыһы ла депозит системаһы буйынса эшләй. Башта сығым күп булһа ла, улар ваҡыты менән кире ҡайтарыласаҡ.
“Ҡурҡып торорға ярамай, тоторға ла эшләргә кәрәк” – ошолай яңғырай Айгөлдөң йәшәйеш позицияһы.

– Ҡаршылыҡтар һәм ауырлыҡтар беҙҙең башта ғына, һәр ваҡытта ла оптимист булырға кәрәк, ҡыйынлыҡтар беҙ йырып сыға алырлыҡ ғәҙәти күренештәр бит ул. Үткән юлға ҡараш ташлағанда, иҫләрлек мәлдәр булһын өсөн, әүҙем тормош алып барырға ла кәрәк, – ти тырыш ҡыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 260

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 479

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 132

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118