Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Юлымды табыуыма шатмын”

Тыуған илен донъяға күрһәтмәксе.

Айнур Асҡаров – йәш режиссер, “Өфөнән һөйөү менән”, “Еңмеш”, “Пилорама”, “Әсе бал”, “Әсә” һәм башҡа башҡорт фильмдары авторы, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты. 2011 йылда ул кино сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Санкт-Петербург ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр премияһына лайыҡ була.

Айнур Асҡаровтың былтыр донъя күргән “Өфөнән һөйөү менән” фильмы Башҡортостанда рекорд ҡуйып, Рәсәй прокатына сыҡты. Күптән түгел ул ил фильмдары араһында беренсе булып XXI һөнәри “Блокбастер” премияһының “Сикле прокат” номинацияһына лайыҡ булды.

Юл башы

Киноға Айнур Асҡаров яйлап килә. Тәүҙә үҙен актер булараҡ һынап ҡарай, Сибай сәнғәт колледжында уҡып йөрөгән сағында Таңсулпан Бураҡаеваның “Минең йондоҙом” картинаһы өҫтөндә эшләй. Өсөнсө курста етәкселек эше нығыраҡ ҡыҙыҡһындырғанын аңлай, шуға ла колледждан һуң Санкт-Петербург кино һәм телевидение дәүләт университетына уҡырға инә. Айнурҙың һүҙҙәре менән әйткәндә, кинематог­рафияға бер тапҡыр ҡағылһаң, был донъянан ҡотолоу юҡ, сөнки унда һәр кем үҙ юлын таба.

Фильмдар хаҡында

Иң тәүге фильмы “Эт менән ханым” – Айнурҙың курс эше, ул фестивалдә “Иң яҡшы документаль фильм” номинацияһына лайыҡ була. Күптәр был юғары баһа менән килешмәй, Интернет киңлектәрендә фильмды тәнҡитләп сыға. Фильм үҙе теләгәнсә килеп сыҡмауын белгәнгә күрә, Айнурға был хәлде күтәреү еңелдән булмай. Барыһын да ташлап кире театрға әйләнеп ҡайттым тигәндә, был юлдан уны ҡатыны йолоп алып ҡала. Тап уның арҡаһында Айнур бар көсөн, асыуын, шул уҡ ваҡытта һөйөүен туплап, яңы “Еңмеш” картинаһын ижад итеүгә йүнәлтә. Һөҙөмтәлә 40-ҡа яҡын төрлө ҡаҙанышҡа эйә булған фильм экрандарға сыға. Тамашасы “Еңмеш”те бик йылы ҡабул итә, егет был эшенән үҙе лә ҡәнәғәт.

Артабан “Әсә”, “Өфөнән һөйөү менән” фильм­дары төшөрөлә. Айнурҙың фильмдарының төп темаһы – бәләкәй кешенең үҫеше, көсһөҙҙөң көслө булып сығыуы йәки киреһенсә.

“Өфөнән һөйөү менән” – Айнурҙың тәүге тулы метражлы картинаһы. “Алдыма ҡуйылған бөтә бурыстарҙы ла тулыһынса үтәнем”, – ти ул. Беренсенән, Өфөнөң романтика менән һуғарылған рухын асып һалыуға өлгәшһә, икенсенән, баш ҡалабыҙҙың бар матурлығын күрһәтә. Күптәр фильмды ҡарағас : “Беҙ шул хәтлем гүзәл ҡалала йәшәйбеҙ икән!” – ти. Өсөнсөнән, Айнур үҙебеҙҙең аҡсаға, үҙебеҙҙең кешеләр менән республикабыҙҙа ла яҡшы кино төшөрөп, уңышлы прокат ойоштороп булыуын иҫбат итә.

“Мин республикамды яҡшы беләм, шуға күрә Башҡортостан һәм башҡорттар хаҡында фильм төшөргөм килә, тик рус телендә. Тыуған илемде барыһына ла күрһәтеп, ғорурлыҡ тойғоһо кисерергә ине”, – ти ул.

Кино төшөргәндәге ҡыҙыҡ хәлдәр

“Еңмеш”те төшөргәндә клубтағы кадрҙар өсөн ауыл буйлап йомортҡа йыялар икән (кем фильмды ҡараған, ауыл халҡының киноға инеү өсөн билет урынына йомортҡа биргәнен яҡшы иҫләйҙер). Был реквизит фильм төшөргәндә йыш ҡына ватыла икән. Ярылған йомортҡалар һанын кәметер өсөн, уларҙы бешерергә булалар. Һөҙөмтәлә, бешкән йомортҡа ярылғандарына ҡарағанда ла тиҙерәк бөтә, сөнки уларҙың барыһын да актерҙар ауыҙына оҙата икән...

Айнурҙың һүҙҙәре буйынса, кино төшөрөү ваҡытында балаларҙан да аҡыллыраҡ кеше юҡ. Улар гонорар күләме менән ҡыҙыҡһына, эшләп алған аҡсаһын нисек тотонорға алдан план ҡора икән.

Ғаилә усағы

“Минең ғаиләм – ул ҡатыным Анастасия менән ҡыҙым Айлин. Үҙебеҙҙе декабристар ғаиләһе менән сағыштырыр инем: мин ҡайҙа – улар шунда. Айлинды өс айлыҡ сағынан кино төшөрөү майҙансыҡтарына йөрөтәбеҙ, ул хатта ҡайһы ваҡыт ҡоролмалар араһында ятып йоҡлай. Яңы ҡалаларҙа йәшәргә урын тапмай, машинала йоҡлап йөрөгән мәлдәр ҙә була.

Ғаиләмә рәхмәт, ул – минең өсөн ныҡлы һәм ышаныслы тыл, һәр ваҡытта бергәбеҙ, ҡатыным һәм ҡыҙым – минең тәүге тамашасыларым һәм етди тәнҡитселәрем”, – ти Айнур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 260

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 479

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 132

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118