Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡомалаҡ икмәге тәмле!
Ҡомалаҡ икмәге тәмле!Икмәк – бөтәһенә лә баш, ти халыҡ әйтеме. Ысынлап та, ҡабарып бешкән хуш еҫле әпәкәй – һәр табындың күрке, йәме. Бөгөн магазин кәштәләрендә икмәктең ниндәй генә төрө юҡ! Ағы ла, ҡараһы ла, әсеһе лә, сөсөһө лә, төрлө орлоҡтар, тәмләткестәр ҡушылғаны ла етерлек. Тик улар сифаты, файҙалылығы, туҡлыҡлылығы йәһәтенән ауыл мейесендә ҡомалаҡ әсеткеһенән бешерелгән икмәк менән һис тә ярыша алмай, беҙҙеңсә. Бындай әпәкәйҙе бер тапҡыр ашап ҡарағандар уның тәмен башҡа бер ни менән дә бутамаясаҡ. Әммә бөгөн күпселек ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ (хатта ауыл ерендә йәшәүселәр ҙә), магазиндан икмәк һатып алыуға ғәҙәтләнеп, ҡомалаҡтан әсетке яһау, икмәк бешереү серҙәрен онотоп бара. Ошоно иҫәптә тотоп, был эштең бөтә нескәлектәрен белеүсе оҫтабикәләргә мөрәжәғәт иттек.

Ҡомалаҡтан әсетке яһау

– Ҡомалаҡты август аҙағы, сентябрь баштарында һабағы менән алабыҙ. Ваҡлап, киптереп, тоҡҡа тултырып, ҡоро урынға элеп ҡуябыҙ. Сүпрә (әсетке) яһар өсөн, өс литрлы кәстрүлдең өстән ике өлөшөнә ҡомалаҡ һалып, өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡояһың да талғын утта ярты сәғәт самаһы ҡайнатаһың. Шунан ике стакан самаһы онға ҡайнар ҡомалаҡ һыуын иләк аша һөҙәһең дә, төйөрҙәре бөткәнсе болғатып, һыуытырға ҡуяһың. Яңы һауған һөт йылылығына етһә, баш һалаһың. Баш – ул алдан әҙерләп ҡуйылған әсетке, тәү башлағанда магазиндыҡы ла ярай. Артабан йылы урынға ултыртып ҡабартаһың. 10-12 сәғәттән сүпрә әҙер. Ҡапҡаслы һауытҡа һалып, һалҡын урында тотһаң, бер ҡалаҡ шәкәр ҙә өҫтәһәң, тиҙ иҫкермәй, – тип ҡомалаҡтан әсетке яһау серҙәре менән уртаҡлашты Күгәрсен районының Ялсы ауылынан Вәсилә апай Ҡарағужина.
Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан Гөлйәүһәр апай Сәлихова ла ҡомалаҡ әсеткеһен үрҙәге рецептҡа ярашлы эшләй, тик уны киптереп һаҡлай. Бының өсөн шыйыҡ әсеткегә эре иләк аша көрпә (кәбәк) иләп ҡушып, ҡаты итеп ҡамыр баҫырға; шуны ваҡ-ваҡ киҫәктәргә бүлеп, сепрәк ашъяулыҡҡа йәйеп һалып киптерергә; үтә ҡатып китмәҫ борон, ит турағыс аша үткәреп алырға ла мөмкин. Бындай әсетке ярты йыл дауамында ла үҙенең сифатын юғалтмай. Тик ныҡ итеп киптерергә кәрәк, юғиһә күгәреүе ихтимал. Икмәк бешерер алдынан ике-өс ҡалаҡ ҡоро сүпрәгә йылымыс һыу, бер балғалаҡ шәкәр һалып, йылы урында ебетеп ҡабартырға.
Ә бына Баймаҡ районының Ярат ауылы ағинәйҙәренән саҡ ҡына икенсе төрлөрәк рецепт: “Кәстрүлгә ике-өс ус ҡомалаҡ сәскәһе һалып, өс литр самаһы һыу ҡойоп, 15 – 20 минут ҡайнатырға. Һыуын һарҡытып, бүлмә температураһына тиклем һыуытҡас, бер ҡалаҡ тоҙ, бер стакан шәкәр ҡомо, 400 грамм беренсе сортлы бойҙай оно һалып, төйөрҙәре бөткәнсе иҙеп, йылы урынға ҡуйырға. Ике тәүлек ултырған әсеткегә 1,2 килограмм бешкән картуфты ҡырып төшөрөргә лә тағы бер тәүлеккә йылы урында ҡалдырырға. Шыйыҡсаны ваҡыты-ваҡыты менән болғатып торорға. Һуңынан уны һөҙөп, шешәләргә тултырырға һәм бер ай буйы һалҡын урында һаҡлап ҡулланырға мөмкин”.

Икмәге лә икмәге!

Ҡомалаҡ әсеткеһенән икмәк бешереү өсөн иң тәүҙә баш яһала. Бының өсөн йылымыс һыуға әсетке, самалап тоҙ, он ҡушып, ҡаймаҡ ҡуйылығында ҡамыр яһап, йылы урынға ҡуйырға. Ул ҡабарып сыҡҡас, он өҫтәп ҡамыр баҫырға. Ул кәмендә ике тапҡыр ҡалҡырға тейеш.
“Ҡомалаҡ сүпрәһенән икмәк бешереү – оҙайлы, мәшәҡәтле эш, әммә бер өйрәнеп алһаң, ыҙаһы беленмәй ҙә. Икмәк ул йәш бала кеүек, иғтибар ярата. Үтә иҫкән ел һуҡһа, оноң һалҡын булһа – күпмәй, ныҡ эҫелә яныуы ихтимал. Ни тиклем оҙағыраҡ баҫһаң, шул тиклем нығыраҡ ҡабара. Баҫҡанда ҡулды йылы һыуға тыға-тыға тасҡарға кәрәк. Табаларҙы йылытып, көнбағыш майы менән майлап, әҙер ҡамырҙы әүәләп һалғандан һуң да ҡалҡ­ҡанын көтөгөҙ. Ҡомалаҡ икмәге бик оҙаҡ боҙолмай һаҡланыуы менән дә отошло”, – тип икмәк бешереү нескәлектәре менән уртаҡлашты оҫта хужабикәләр.

Тынысландырыусы мендәр

Ҡомалаҡтың тағы бер үҙенсәлекле сифаты тураһында ла һөйләп үтәйек әле. Ул кешенең нервы системаһын тынысландырыу көсөнә эйә. Йоҡоһоҙлоҡтан интегеү­селәргә кипкән ҡомалаҡ тултырылған кескәй генә мендәрҙәр ярҙамға килер. Бындай мендәрҙе йоҡлаған саҡта баш осона элеп ҡуйыу йәки яҫтығығыҙ аҫтына һалыу бик яҡшы һөҙөмтә бирер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518