Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Бала саҡ, йәшлек йылдарында ауылда кино күрһәткән миҙгелдәрҙе кем генә хәтерләмәй икән?! Хәҙер киноға йөрөүҙәрҙе телевизор, интернет алмаштырҙы, ә шулай ҙа хәтирәләр һаман да күңелде йылыта. Уларҙың береһе менән уртаҡлашырға булдым.

Беҙҙең өй клубтан йыраҡ түгел. Ә клуб тигән бина ғәйәт ҙур, тик тәҙрәләре генә бер яҡта урынлашҡан. Улар алтау, барыһы ла бик ҙур. Таҡта ишектән инәһең, шунан оҙон солан ҡаршы ала. Ишек алдында билет һаталар. Билет – ул бик ҡәҙерле ҡағыҙ киҫәге, тик кино бөткәс, уның кәрәге ҡалмай.
Клуб яҡын булғас, киноны мин гел бушлай ҡарайым. Бушлай тип, бының өсөн гел одеял йәки балаҫ алып барам үҙем менән. Нәҡ улар бушлай ҡарарға ярҙам итә лә инде. Ни өсөн тигәндә, ҙур тәҙрәләрҙе балаҫ менән ҡапларға кәрәк, шунан клуб эсе ҡараңғылана.
Клубтың төкәтмәһе бар, уны “кинобудка” тип йөрөтәләр. Шуның кескәй тәҙрәһенән яҡты атылып сыға ла сәхнәләге ап-аҡ сеп­рәккә төшә, унда һүрәттәр барлыҡҡа килә. Ошо һүрәттәр кино була ла инде.
Кино аҙнаһына бер йәки ике тапҡыр ки­лә. Уның буласағын белдереп, магазин ише­генә ҙур ҡағыҙ яҙып эләләр. Әлегә мин яйлап ижекләп уҡыйым, белдереүҙе уҡый беләм.
Фильм ҡарарға бар халыҡ әҙерләнә. Тәүҙә беҙгә, йәғни бала-саға өсөн кино бу­ла, кис, ҡараңғы төшкәс, ололарға күрһә­тәләр. Кино килгән һайын Ғәйзулла бабай гел: “Нумый (немой) түгелме икән?” — тип һорар ине. Был һорауын аңламай инем мин ул саҡта. Тышта дөрөлдәүек дөрөл­дәһә, кино башланды тигәнде аңлата. Мин шунда уҡ ҡултыҡ аҫтына балаҫты ҡыҫты­рып, клубҡа йүгерәм...
Бөгөн уны Үәскә күрһәтә икән. Юрка менән Үәскә алмашлап йөрөй шулай. Миңә Үәскә “үт” тип ишараланы, ә Тимерҙе (Тимерғәле) ҡулынан тотҡан да үткәрмәй тора.
– Өс тин? Был аҡсаға бит һин бер кү­ҙең­дең яртыһы менән генә ҡарарға тейешһең, – тип минең дуҫтан көлөп маташа.
– Нимә булды, Тимер, ниңә илайһың? — тип һорайым.
– Ике тинемде юғалттым, өс тингә Үәскә индермәй, – тип яуапланы Тимер, мыш­ҡылдап.
– Мә, минең ике тинем бар, әйҙә, инәйек тә йәһәтерәк урын алайыҡ, – тип инергә уйлаһам, Үәскә риза булманы ла ҡуйҙы.
– Үәскә, тағы нимә булды? – тим.
– Уның күҙе ҙур, киноны ныҡ ҡарай, – тип киреләнә.
Тимерҙең күҙҙәре, ысынлап та, ҙур, матур шул. Минең асыуым килде, телләшә башланым.
– Һинең танауың да, ҡолағың да ҙур, – тип ҡолаҡтарына, ҡыярға оҡшаған танауына ишаралап, тағы ла нимәлер әйтәм тип ауыҙымды асыуым булды, ул минең ҡо­лағымдан эләктереп тә алды. Мин ауыр­тыуҙан түҙмәй, ҡысҡырып ебәрҙем хатта. Ярай әле дуҫым Тимер аптырап торманы – уның бармағын тешләп алды. Ул ҡулын ысҡындырғас та ҡолағымды тотҡан килеш солан буйлап йүгерҙем. Артымдан Үәскә ҡыуалай, ҡулымдағы бала­ҫымды тотто тигәндә генә битенә бәрҙем дә ишеккә ынтылдым һәм кемгәлер килеп бәрелдем.
Был Фәнил ағайым булып сыҡты. Ул беҙгә нәҫел тейешле, ауылда уны иң ҙур кеше тиҙәр. Үәскәнең танауы, Тимерҙең кү­ҙе ҙур булһа, ә бына Фәнил ағайҙың ҡул­дары ҙур. Уның өс литрлы банканы бер ҡулы менән генә тотоп айран эскәнен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, валлаһи. Ә миңә стаканды ике ҡуллап тотоп эсергә кәрәк. Вәт унда ҡул, исмаһам! Ул мине һыңар ҡулы менән генә күтәреп алды ла нимә булғанын һорашты. Мин ҡолағымды ыуа-ыуа барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем. Ағайым миңә сығып торорға ҡушты.
Күп тә үтмәне, ул Тимер менән икебеҙҙе саҡырып алды ла киноға инергә ҡушты. Был хәлдән һуң Үәскә кино күрһәткәндә байтаҡ ҡына бушлай инеп йөрөнөк. Ул килмәй торһа, ауырып киттеме икән, тип ҡурҡа һәм уны һағынып көтә инек...

Ҡырмыҫҡалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 196

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 153

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 368

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 1528

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 1271

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 272

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 754

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 898