Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Иң боронғо һәм күп һанлы ҡәбиләләр иҫәбендә булған. Ырыуҙың составы: тул-ғәйнә, тур-ғәйнә, бисер-ғәйнә, мул-ғәйнә. Әлеге ваҡытта ғәйнәләр Башҡортостандың Асҡын, Әлшәй һәм Тәтешле, Пермь крайының Барҙы, Көйәҙе һәм Пермь райондарында йәшәй. Барҙы районының Тулва йылғаһы буйында, мәҫәлән, 1979 йылда халыҡ иҫәбен алғанда 49 мең башҡорт көн итеүе асыҡланды.
Мол аралары: ар, бай, бисер, истәк, ишбулат, ҡазанбай, ҡусҡар, ҡыпсаҡ, кәрий, максәй, мышар, мурашей, мәмәт, нуҡшы, сабир, саҡай, сараш-баш, сирмеш, собханғол, сыбар йыйын, таймас, тараз, тау-баш, тимган, турғай, усай, шабай, эскәре йыйын, әйзүәк, әрәмәс.


Тарихы

Төньяҡ башҡорттарының тарихын яҡшы белгән титуляр советник Н. Попов ғәйнәләрҙең Болғар өлкәһендә йәшәгән тархандарҙан сығыуын раҫлай. Әйткәндәй, ырыуҙың тархандарҙан килеп сығыуы хаҡындағы атама бер башҡорт халҡы өсөн генә хас түгел, ул башҡа халыҡтарға ла ҡағыла. Ғәйнәләрҙең сығышы хаҡында профессор Р. Ғ. Кузеевтың ҡарашы иғтибарға лайыҡ. Уның фекеренсә, тархан этнонимы Дунай болгарҙары — венгрҙар — Волга буйҙары болғарҙары — башҡорттар бәйләнешен аңлата. Волга буйынан был этноним көнсығышҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа таралған. Күсеп килгән болғарҙар араһында хәҙерге Башҡортостан ерендә тархан ғәйнәләр ҙә булған. Юрматы, йәнәй һәм башҡа ырыуҙар менән бергә тархан ғәйнәләр боронғо башҡорт этносының үҙәген тәшкил иткән. Ғәйнәләр үҙҙәренең боронғо иле — Болғар өлкәһен ташлап киткән. Сығанаҡтар буйынса, Кама буйында башҡорттар XIII—XIV быуаттарҙа барлыҡҡа килә. Ләкин XII быуатта уҡ ғәйнәләрҙең Көньяҡ Уралға күсеүе күрһәтелгән. Башҡортостанға улар Танып йылғаһы буйлап төшкән. Артабан, ҡатайҙар һәм ҡыпсаҡтарҙың төньяҡ-көнсығышҡа күпләп күсеүе арҡаһында, төньяҡҡараҡ киткәндәр. Ошо мәлдә ғәйнә ҡәбиләһе ҡыпсаҡтар менән ныҡ аралашҡан.

Тормош-көнкүреше

Ҡуян һәм Ҡолтай ауылында йәшәгән ғәйнәләрҙең игенселек менән шөғөлләнеүе хаҡында яҙма бар. Бынан 350 йыл элек яҙылған документ башҡорттарҙың шөғөлө хаҡында тулыһынса күҙалларға мөмкинлек бирмәһә лә, ҡайһы бер мәғлүмәттәр яғынан бик ҡиммәтле. Ғәйнәләр ултыраҡ тормошҡа һәм игенселеккә башҡаларҙан иртәрәк күскән. Көнгөр бургомистры Юхнев яҙған мәғлүмәттәр ошо хаҡта һөйләй: “Уҫылы даруғаһы башҡорттары йорттарҙа йәшәй. Уларҙың сәсеүлеге һәм игене күп, йәйге мәлдә дала буйлап күсеп йөрөмәйҙәр, урыҫтар кеүек өйҙәрҙә йәшәйҙәр. Башҡа халыҡтарҙыҡы кеүек, уларҙың да малы ишле, бесәнде күп сабалар”.
Н. Попов ғәйнәләрҙең көнкүреше хаҡында ентекләп яҙып ҡалдырған. “Башҡорттар, – ти ул, – малдарын ҡыш мәлендә үҙ йортонда тота, шулай ҙа игенселек — уларҙың йәшәүенең төп сығанағы. Улар ер эшкәртеү өсөн һуҡа, тырма, ураҡ һәм салғы ҡулланған. Йәйге осорҙа ғәйнәләр төп йәшәгән урынынан алыҫ түгел йәйләүҙәргә күсә торған булған. Бында инде торлаҡты ваҡытлыса ғына — иҙәнһеҙ, тәҙрәһеҙ, түбә таҡтаһыҙ төҙөгәндәр”.
Архив сығанаҡтары ер участкаларының күләме хаҡында ла фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә. Байтаҡ ауылдарҙа (Ишмән, Барҙы, Ҡыҙылъяр, Шлыҡ, Иҫке Ашап, Танып) ни бары берәр дисәтинә иген сәсһәләр, башҡаларҙа — ике-өс дисәтинә, ә бына Ишем ауылында 12,7 дисәтинә сәскәндәр.
Игенселектең алға китеүе арҡаһында уны эшкәртеү ҙә ярайһы уҡ яҡшы үҫеш алған. Бында тирмәндәр бик күп булған, һәр ауылдың үҙенеке, ҡайһы берҙәренең икешәр-өсәр ҡоролмаһы булған. 189 йорттан торған Елпачиха ауылында Әмзә йылғаһында өс тирмән булған.
Ғәйнәләрҙең малсылығы хаҡында ла документтар байтаҡ мәғлүмәт килтерә. Уҫылы өйәҙе хужалыҡтары буйынса фекер йөрөткәндә, ҡайһы бер ауылдарҙа һәр ихатаға бер-ике һыйыр малы, ҡайһыларында өс-дүрт, бер нисәһендә бишәр баш тура килеүе хаҡында әйтелә, һәр ихатала бер-ике ат, бынан тыш, һәр ғаиләнең һарыҡ-кәзәһе булған. Документтар буйынса фекер йөрөткәндә, һыйыр малы төп урынды биләгән, артабан — йылҡы һәм һарыҡ-кәзә.
Ғәйнәләрҙең хужалығында ағас эше байтаҡ урынды биләгән. Улар төҙөлөш өсөн урман киҫкән, һал ағыҙған, йүкә әҙерләгән, ыҫмала һәм дегет ҡайнатҡан. Пермь өйәҙендә бер йылда нисә күнәк дегет ҡайнатылыуы, күпме тал ҡайырыһы, күпме һалабаш һалыныуы хаҡында мәғлүмәт бирелгән. Улар металлургия заводтарында үҙләштерелгән.
Ғәйнәләр умартасылыҡ менән дә ихлас шөғөлләнгән. Бигерәк тә тәүге осорҙа солоҡсолоҡ киң таралған булған, ләкин артабан иҡтисади яҡтан файҙалыраҡ ысулға күскәндәр — рамлы умарталарҙа күс тоторға өйрәнгәндәр.
Игенселек ғәйнәләрҙең эшмәкәрлегенә төп йүнәлеш биргән. Малсылыҡтан игенселеккә күсеү уларҙың көнкүрешен үҙгәрткән. Хәҙер башҡорт ауылдары урыҫ ауылдарынан бер ни менән дә айырылмай башлаған. Йорттар элекке кеүек ойҡашып түгел, ә туп-тура урамдар булып урынлаштырыла, урыҫ мейесе менән йылытыла башлай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518