Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаһым түрә ни әйтер ине?..
Ҡаһым түрә ни әйтер ине?.....Баҡса-баҫыу эштәренең ҡыҙған мәле. Ҡара тупраҡ дымдан һарҡыу менән уға һабан төрәндәре инде, көрәк баҫылды, ә ҡара ер өҫтөн йәшеллек ҡаплап алды... Шулай ҙа һүҙем әлеге ерҙең байлыҡ булараҡ дөйөм төшөнсәһе хаҡында. Стәрлетамаҡ районының Айыусы, Мырҙаш һәм Яңы Васильевка ауылдары халҡы инде етенсе йыл пай ерҙәре өсөн көрәшә. Осона сыҡтым тигәндә генә, ҡаршылыҡтар осрап тора, ваҡиғалар көтөлмәгән йүнәлеш ала. Бөгөн көтөүлектәр, баҫыуҙар аукцион аша һатылған, хатта йылға буйҙары ла (ҡомлоҡтар ҙа) бүленеп алынған, ти кешеләр. Килеп тыуған хәл ни менән тамамланыр – уныһы инде, ысынлап та, хәҙер халыҡтан тормай. Ә шулай ҙа...


Бөйөк яугир вариҫтары

Мырҙаш менән Айыусы ауылдары Айыусы ауыл биләмәһенә ҡарай. Икеһе лә боронғоларҙан иҫәпләнә, улар хаҡында әле ХVIII быуатта уҡ билдәле була. Халыҡ иҫәбенә килгәндә, Айыусыла, мәҫәлән, шул ваҡытта ла, әле лә 300-гә яҡын кеше йәшәй. Мырҙаш менән Айыусы – Стәрлетамаҡ районының бер ҡул бармағы менән генә һанарлыҡ башҡорт ауылдары иҫәбендә.
Ситкә йөрөп эшләгән кешеләр ҙә бар, шулай ҙа халыҡ башлыса малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнә. Ғөмүмән, ер улар өсөн төп табыш булып ҡала.
Ауылдар матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, уларҙы йылға, урман, тигеҙ яландар уратып алған. Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларына ла алыҫ түгел. Ғөмүмән, бөтә яҡлап та ғорурланырлыҡ, һоҡланырлыҡ һәм уңайлы төбәк. Ғорурлыҡ тигәндән, ҡасандыр бөтә илдә даны таралған Ҡаһым түрә нәҡ ошо хозур ерҙә тыуған.
Тарихтан белеүебеҙсә, Ҡаһым Мырҙашев – Наполеонды тар-мар итеүҙә, 1813 – 1814 йылдарҙа сит ил походтарында ҡатнашҡан рус армияһындағы башҡорт полкы командиры. 30 йәшлек хәрби етәксе хаҡында шул заманда уҡ легендалар йөрөй. Уның ҡаһарманлығына һоҡла­налар, ә үҙен хатта “ат та күтәрә алма­ған”. Үкенескә ҡаршы, легендар командирҙы, мәғлүмәттәргә таянған­да, походтан ҡайтҡанда ағыулап үлтерәләр, әммә уның рухы оҙаҡ йәшәй, ә даны иһә бөгөнгәсә килеп еткән. Ә бит был төйәктә Ҡаһым түрә кимәленә етмәһәләр ҙә, тағы әллә нисәмә батыр тыуып үҫкән, кәрәк саҡта илен һаҡлап яу сапҡан, ере тип баш һалған...
Шуныһы үкенесле: нәҡ ер тип башын һалған командир-батырҙарҙың вариҫтары бөгөн үҙҙәре ерһеҙ ҡалыу алдында. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл, ләкин закондан аша уҙып булмай шул...

Колхоз менән хоҡуҡ та юҡҡа сыға

Был ерҙәр менән айыусылар-мырҙаштар электән төрлө хоҡуҡта ҡуллана. Шәхси милектә тоталар, ә совет осоронда, билдәле, дөйөм хужалыҡтарға берләшеп эшкәртәләр баҫыу-ҡырҙарҙы. Әммә был система ла селпәрәмә килә: бер заман колхоздарҙы тарҡата башлайҙар. Нәҡ ана шул мәлдә башлана ла инде пай бәләһе.
Башҡа яҡтарҙа дөйөм хужалыҡтар юҡҡа сыҡҡандан һуң, мөлкәтен дә пайға сығарып, бүлешеп алдылар. Кемдәрҙер йәнә шәхси нигеҙҙә берләшеп, хужалыҡты күтәрҙе һәм хәҙер ҙур хужалыҡ булып китте. Кемдер техниканы һатып бөтөп, ерҙе эшкәртеүселәргә ҡуртымға бирә. Ә бына 1989 йылда “Ашҡаҙар” колхозы менән осраҡта ер ҙә, техника ла икенсе бер ҙур хужалыҡҡа тапшырыла: “Башҡортостан Республика­һының Стәрлетамаҡ районы Стәрле­тамаҡ тәжрибә-эшкәртеү хужалығы НПО “Башкирское” исеменә Стәрлетамаҡ район халыҡ депутаттары Советы тарафынан 2925 гектар даими файҙаланыла торған ер ауыл хужалығы производствоһында файҙаланыу өсөн ғүмерлеккә бирелде” тигән юлдар бар был эштең төп документы булып торған Ерҙе биләү, даими файҙаланыу хоҡуғына дәүләт актында (РБ – 44-00052). Хәйер, төп документ тип ни, ул күсермә генә.
– Был акттың төп нөсхәһе ҡайҙа икәнлеген асыҡлап булмай. Ул бөтөнләй бармы икән? Районда ла күсермә генә, – тип аптырай, мәҫәлән, инде нисә йыл халыҡҡа тейешле пай ерҙәрен юллау менән шөғөлләнгән Айыусы ауылы фермеры Илнур Аҙнаев.
Нисек кенә булмаһын, акт буйынса ер тапшырылған һәм ерҙең яңы хужаһы унан файҙалана башлаған... Тик йәнә оҙаҡҡа түгел. Хужалыҡ бөлгөнлөккә төшә һәм милек дәүләткә, бурыстар иҫәбенә китә. Әммә иң мөһиме – ерҙәрен, шул иҫәптән пайға тейешлеләрен дә хужалыҡ дәүләт иҫәбенә хосусилаштырып өлгөргән була. Шулай итеп, урындағы халыҡ осраҡлылыҡ ҡорбаны булып ҡала. Хәҙер иһә ер бөтөнләй аукцион аша һатылған. Өс ауылдан йәмғеһе 185 кеше пайһыҙ ҡалған. Хәйер, ер бит бөтөнләй был категория буйынса бүленмәгән. Әммә хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүе лә ихтимал.
– Мәҫәлән, әлеге актты законһыҙ йәки нигеҙһеҙ тип тапҡан осраҡта бындай проблеманың бөтөнләй булмауы ихтимал, – ти Айыусы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илмир Сарбулатов. Тик уны ғәмәлдән сығарыу еңел бирелмәй. Әлбиттә, бөтөнләй ерһеҙ тип тә булмай халыҡты, ауыл биләмәһенә ҡараған ерҙәр, көтөүлектәр бар. Тик улар ғына мал аҫрар өсөн етмәй – һыйыр ҡышын да көтөүҙә йөрөмәй бит. Ғөмүмән, бесәнлектәр мәсьәләһе тәрән уйға һала.
2011 йылда ерҙе 185 кешегә пай итеп биреү буйынса башлана ерҙе ҡайтарыу мәсьәләһе. Майҙанды үҙ аҡсаһына бүлеп биреп, ауыл халҡы ерҙе теркәр өсөн тейешле органдарға мөрәжәғәт итә. Шул саҡта тәжрибә хужалығы ерҙе хосусилаштырғаны асыҡлана ла инде. Документтарҙы кире бороп ҡайтаралар. Халыҡ ахыр сиктә был милек буйынса Стәрле­тамаҡ район судына мөрәжәғәт итә һәм еңеп сыға. Тимәк, инде пай юлларға була. Тик йәнә халыҡ алдында кәртә ҡуйыла – был юлы Дәүләт милкенә идара итеү органы­ның Башҡортостан буйынса территориаль идаралығы был ҡарарҙы юҡҡа сығарыу өсөн Башҡортос­тандың Юғары судына мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә Стәрлетамаҡ район суды ҡарары юҡҡа сығарыла.
2015 йылда территориаль идаралыҡтың үҙенә мөрәжәғәт итергә була халыҡ. Бер юлы төрлө кимәлдәге етәкселәргә лә хат яҙыла, шул иҫәптән хатта Рәсәй Президентына ла. Район хакимиәте лә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Тик, үкенескә ҡаршы, әлегә тиклем халыҡ мәсьәләнең осона сыға алмаған.
– Ил етәксеһенән ошо көндәрҙә яуап килде, ләкин тәҡдим рәүешендә генә, – ти Илнур Аҙнаев.
Ер өсөн көрәшеп йөрөгән мәлдә...

Инде етенсе йыл пай ерҙәре тип юл сапҡанда, “ерҙәр һатыла” тигән яңылыҡ килеп төшә халыҡҡа. Әлеге мәлдә аукцион үткән, участкаларҙың яңы хужалары ла бар. Дөрөҫөрәге, ер 49 йылға ҡуртымға бирелгән, ти Илнур Аҙнаев. Ләкин артабан нисек ике-ара мөнәсәбәт ялғаныр? Нисек кенә булмаһын, ерҙең яңы хужалары Илдар Буранғолов менән Иршат Иралиндың артабан ауыл халҡы менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүен теләргә ҡалалыр. Мәҫәлән, ауылдаштары Зәлиә Иралина белдере­үенсә, егеттәр ауылға көсөнән килгәнсә ярҙам итә. Улай ғына ла түгел, Илдар Буранғолов үҙе менән бер рәттән тиҫтәләгән ауылдашын да эш менән тәьмин иткән, ер эшенә мөкиббән киткән, тимәк, уны ҡурса­ларға әҙер фермер булараҡ билдәле. Ә уның урындағы мәктәптең иҙәнен алмаштырыуҙа матди яҡтан ярҙам итеүе айырыуса иғтибарға лайыҡ. Үҙ кеҫәһен ҡайғыртып ҡына йәшәгән кеше тыуған еренең йәшәйешенә битараф булыр ине. Шуға төптән уйлағанда, иң мөһиме – ер ситтәр ҡулына китмәгән. Тик шуныһы, закон буйынса был ерҙәрҙе өс йылдан һуң шәхси милек итеп теркәп була. Ул саҡта ерҙең хужаһы алмашынмаҫ тип кем гарантиялай ала – ошондай хәл килеп тыуыуҙан ҡурҡа халыҡ. Мырҙаш ауылынан Фәриҙә апай Буранғолова әйтмешләй, ул саҡта кинәнеп бесән сабырлыҡ урын да булмаһа, ни ҡылырға?!
Ерҙең пайсылар ҡулына эләкмә­үендә, әлбиттә, әллә кемдәрҙе тән­ҡит­ләп ултырыу дөрөҫ тә түгелдер. Һәр хәлдә яңы хужалар закон ниге­ҙендә, иҡтисади ҡанундар буйынса эш иткән. Бында ҡасандыр акт төҙөп, киләсәкте уйламайынса, ерҙе башҡа­лар ҡулына тапшырып ҡуйған етәксе­ләрҙең ҡылығына аптырай халыҡ. Хәйер, ҡарап тормағас ни... Һәр хәлдә, Хоҙай барыһына шаһит. Иң мөһиме – халыҡ, ниндәй генә рәсми документтар төҙөлмәһен, ғәмәлдә ерһеҙ, бесәнлекһеҙ, баҫыуһыҙ, көтөүлекһеҙ ҡалмаһын ине.

Йомғаҡлау урынына

Әлбиттә, ауыл халҡы менән был осрашыу мәсьәләнең бөтә нескә­лектәрен дә асып һалмай, һәр хәлдә һөҙөмтәләр тураһында фекер туп­ларға иртәрәк. Икенсенән, һәр яҡтың фекерен ишетеү зарур. Нисек кенә булмаһын, был ваҡиға ахыры халыҡ файҙаһына булыр тип өмөтләнәбеҙ – ошо хаҡта үҙ һүҙебеҙҙе тағы ла әйтербеҙ әле.

Стәрлетамаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506