Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Инйәр ағинәйҙәренән өйрәнегеҙ
Инйәр ағинәйҙәренән өйрәнегеҙ– Әйҙә, мин болғап торам, Фәриҙә, һин ошо геркулесты яйлап ҡына һал.
– Ярай еңгә. Һин әҙерләгән буҙа бигерәк тәмле килеп сыға. Күпме геркулес кәрәк?
– Ярты литрлы банкалағы ярма таман ғына була. Кәстрүлгә дүрт литр һыу һалына. Ҡайнап сыҡҡансы, һауыттың төбөнә йәбешмәһен өсөн, болғап торорға кәрәк. Һуңынан талғын ғына утта бер сәғәт бешерәбеҙ, – тип уртаҡлашты ағинәй Фаягөл Сәйғәфәрова үҙенең буҙа әҙерләү сере менән.


Инйәр ағинәйҙәре бөгөн оҫталыҡ дәресе күрһәтергә уларҙың өйөнә йыйылғайны. Белмәгәндәр ҡарап өйрәнә торҙо, ә оҫталар үҙҙәренең был шифалы эсемлекте эшләү сере менән бүлеште. Уны һәр кем үҙенсә яһай икән дәһә.
– Бешеп сыҡты, хәҙер һарҡытһаҡ та була, Әҙибә апай, иләкте тотоп тороғоҙ әле, – хужабикә эшен дауам итте. – Әҙер массаны шулай һарҡытып алғас, бер аш ҡалағы аҡ май ҡушабыҙ. Аҙыраҡ йылымысланғас, тәменә ҡарап шәкәр ҡомо, балғалаҡтың осо менән генә дрожжи һалып, һәйбәтләп болғатабыҙ. Аҙаҡтан йылы ғына урынға ултыртабыҙ. Кистән ҡуйһаң, иртәнсәккә буҙабыҙ әҙер була.
Был эсемлектең файҙаһы тураһында барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Ул ашҡаҙан-эсәк, нервы системаһы, бауыр, бөйөр сирҙәренән арындыра, ҡандағы шәкәр кимәлен төшөрөүгә лә булышлыҡ итә, организмдан ағыулы матдәләрҙе сығара, иммунитетты нығыта. Күреүегеҙсә, әҙерләүе лә ҡыйын түгел.
Ағинәйҙәр Әҙибә Ғәтиәтуллина менән Рәфиға Ғәлиуллина үҙҙәре әҙерләгән буҙаны күстәнәс итеп алып килгәйне. Тәмле килеп сыҡҡан. Мул табынға ултырып, рәхәтләнеп һыйландыҡ. Ҡаҙ һурпаһы янына буҙа бигерәк тә килешә икән. Ә үҙең менән фекерҙәш кешеләр менән шулай йыйылып ултырыу – үҙе бер ғүмер. Буҙа эсеп, аш ашап алғас, ҡунаҡтар күмәкләп өйлә намаҙын уҡыны, матур теләктәр теләп, хужаларға рәхмәттәр әйтеп, күтәренке кәйеф менән өйҙәренә таралышты.
Халҡыбыҙҙың йолаларын, байрамдарын тергеҙеү, уларҙы халыҡҡа еткереү өсөн матур эштәр алып бара бында ағинәйҙәр. Былтыр ойошманың етәксеһе Шәрғиә Яҡшыдәүләтова етәкселегендә бына тигән итеп “Һөт байрамы” үткәргәйнеләр. Бының өсөн махсус рәүештә матур милли кейемдәр тектерҙеләр, һөттән ҡаймаҡ, ҡатыҡ, эремсек, күбек майы кеүек ризыҡтар әҙерләгәйнеләр. Нимә генә юҡ ине өҫтәлдә?! Ағинәйҙәрҙең уңғанлыҡтарына хайран ҡалырлыҡ. Күркәм сараға яҡташ яҙыусы, шағирә, йәмәғәт эшмәкәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гүзәл Ситдыҡова, район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зилә Абзалова, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажетдинова ла килгәйне.
Быйыл да байтаҡ сара ойошторолған. Балалар менән бергә “Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы” байрамдарын уҙғарғандар. Яңыраҡ күрһәткән “Бирнә һандығын әҙерләү” йолаһы ла тамашасыларға ныҡ оҡшаны. Бигерәк тә балалар ҡыҙыҡһынып ҡараны.
– Нимә була ул бирнә һандығы?
– Ниңә, шуны ла белмәйһеңме ни? Уны элек әсәйҙәр ҡыҙҙарына әҙерләгән, кейәүгә оҙатҡанда үҙе менән биреп ебәргәндәр.
– Эсенә нимәләр һалалар икән?..
– Балалар, сабыр итегеҙ, хәҙер барыһын да һөйләрбеҙ, – тип ағинәйҙәр уларҙы иғтибар менән тыңлап, бөтә һорауҙарға тулы итеп яуап бирҙе.
Борон ҡыҙҙарҙы кейәүгә оҙатҡанда нимә кәрәк булһа, шуларҙың барыһын да алдан әҙерләп килтергәйне улар. Бигерәк матур кейенеп йөрөгәндәр шул. Ҡыҙҙар балаитәкле күлдәк, елән, ҡашмауҙарҙы кейеп тә ҡараны. Килешеп тора үҙҙәренә. Әйберҙәрҙе матур итеп бер тәртиптә һандыҡҡа һалғандарын балалар ҡыҙыҡһынып күҙәтте. “Хәҙер ҙә ҡыҙҙарҙы шулай оҙатһалар, нисек булыр ине икән?”– тип бер-береһенә ҡарап йылмайышып та алдылар.
Ағинәйҙәрҙең барыһы ла ҡул эшенә лә, аш-һыуға ла оҫталар. Ҡашмау, һаҡалдарҙы ҡайһылай матур яһағандар. Белгәндәрен йәштәргә лә өйрәтергә тырышып торалар. Теләктәре генә булһын. Юғиһә оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә улар һәр ваҡыт әҙер.
Сәғилә Мырҙағәлина етәкселегендә Инйәр мәҙәниәт йортонда үткән “Ултырайыҡ әле бөгөн кис” тигән байрам кисәһендә инде онотолоп барған “Наза”, “Өсмөйөш” кеүек бейеүҙәрҙе, “Сылбыр”, “Үгеҙ йөҙөк” уйындарын күрһәттеләр. Халыҡ хатта яратып ҡараны инде. Үҙҙәре лә бергә ҡатнашып ултырҙы. Бына шулай эшләгәндә генә халҡыбыҙҙың бай ҡомартҡылары онотолмаясаҡ.

Белорет районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 260

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 479

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 132

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118