Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мин ҡайтырмын, тыуған ерем!”
“Мин ҡайтырмын, тыуған ерем!”Йыл һайын милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған ерендә “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамын үткәреү халҡыбыҙҙың изге йолаһына әүерелгән. Быйылғы йыйын уғата мәртәбәле: беренсенән, ул батырыбыҙҙың тыуған көнө менән тура килһә, икенсенән, тап ошо көндә Салауаттың тыуған ауылы Тәкәй урынында карателдәр тарафынан яндырылған һигеҙ ауыл иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы үтте.

Күркәм байрам “Салауат беҙҙең хәтерҙә” тигән сәхнәләштерелгән тамаша менән башланып китте. Унда яҡынса 150 кеше ҡатнашты. Юлай улы Салауат­тың бала сағынан алып ихтилалсылар менән тыуған ере өсөн көрәшкә күтәрелеүенә тиклем ғүмер юлын йыр-бейеү, халҡыбыҙ ғөрөф-ғәҙәттәре аша бик сағыу итеп күрһәтеүҙән тыш, Салауаттың һыбай менеп, ҡындан ҡылысын тартып алып, шулай уҡ атҡа атланған ир-егеттәр менән бергә “Мин ҡайтырмын һиңә, тыуған ерем!” тип ҡысҡырып яуға сапҡан мәлендә кем генә тетрәнмәне икән...
Артабан йыйынды “Йор үҙән” республика этнофестивале дауам итте. Мәшһүр сәсәниәбеҙ Розалия Солтан­гәрәева ҡобайыр менән сығыш яһап ҡына ҡалманы, йыйындағы халыҡ менән “Ҡот ҡайтарыу” йолаһын да башҡарҙы. “Юлдаш” төркөмө, Гүзәл Үмәрғәлина, Зәлиә Ғәниәтуллина ҡурай, ҡылҡумыҙ, думбыра моңдарын яңғыратып, “Йүрүҙән” бейеү ансамбле ағзалары өҙҙөрә баҫып бейеп халыҡты дәртләндерһә, Беренсе каналдағы “Тауыш. Балалар” проекты ҡатнашыу­сыһы – Янғантау ҡыҙы Наҙгөл Отузова, күптән башҡорт йәш­тәренең гимнына әүерелгән “Башҡорт улына” йырын башҡарып, күңелдәрҙә ғорурлыҡ, һоҡланыу хистәре уятты.
Шулай уҡ этнофестиваль сиктәрен­дә уҙғарылған Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге “Әйтеш” республика сәсәндәр бәйгеһенә лә йомғаҡ яһалды йыйында. Финалға үткән сәсәндәр үҙҙәре менән таныштырҙы, әйтештә көс һынашты. Силәбе өлкәһенән Фәнүзә Зөлҡәрнәева, Дәүләкән райо­нынан Миңзәлә Хәлилова, Баймаҡ районынан Таңһылыу Вәлиева – өсөнсө, Яр Саллы ҡалаһынан Рауза Мусина, Дондағы Ростов ҡалаһынан Ғүмәр Ғайсин – икенсе, Баймаҡ райо­нынан Әкрәм Ҡәйепҡолов, Ғафуриҙан Фәүзиә Ҡотлогилдина беренсе дәрәжә дипломдарға лайыҡ булһа, мәртәбәле Гран-приҙы Баймаҡтан Хәйҙәр Көмөшбаев алды. Сәсәнлек традицияларын тергеҙеү һәм һаҡлауға тос өлөш индергән өсөн махсус приз Учалынан Наилә Хамбалиеваға, Салауат районынан Фларис Ғайсинға, Әбйә­лилдән Илсиә Ҡасимоваға, Хәдимә Солтановаға, Салауат ҡалаһынан Фәниә Сатучинаға тапшырылды.
Салауат рухы урғылып торҙо был байрамда. Сәхнә тамашаларынан, сәсән һүҙҙәренән тыш ул бүрек кейгән, елән ябынған һәр малай, егет, ир йөҙөндә сағыла, һәр ҡурай моңона уның тауышы ҡушылып киткәндәй тойола ине. Батыр исемен йөрөткән районды, йыйынды ғына түгел, ул тәү тәпәй баҫҡан Тәкәй ерен, атын төшөрөп эсергән Йүрүҙән буйын бер күрәһе ине тигән хыял тормошҡа ашыуҙан, быуаттар үтһә лә, вәғәҙәһен тотоп, Салауаттың ысынлап әйләнеп ҡайтыуын асыҡ тойоуҙан күҙгә йәштәр төйөлдө, ә мейене “Бына ҡайҙа ул халҡым рухы!” тигән уй һыҙып үтте...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 260

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 479

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 132

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118