Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нисә йәш һиңә, Башҡортостан?
Башҡортостан халҡы оло юбилей — республикабыҙ ойошторолоуға 100 йыл тулыуҙы байрам итергә йыйына. Был иҫтәлекле ваҡиғаның Рәсәй Президенты В.В. Путин Указы буйынса билдәләнеүе айырыуса әһәмиәтле. Матбуғат биттәрендә юбилейға әҙерлек айҡанлы ғәйәт ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр баҫылып тора, радио һәм телевидение аша тапшырыуҙар ойошторола. Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштә йәнен-тәнен фиҙа ҡылып ҡатнашҡан арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған китаптар, республикабыҙ тормошон яҡтыртҡан ғилми хеҙмәттәр баҫып сығарырға әҙерләнә.

Төбәк телевидениеһында “Башҡортос­тандың 100 шәхесе” (“Сто имен Башкорт­остана”) тигән тапшырыуҙар серияһы иһә аҙна һайын экранға сыға. Ә бына “Деловой мир Башкортостана” гәзитенең баш мөхәр­рире Резида Бикҡолова хәбәр итеүенсә (“Башҡортостан”, 2018 йыл, 4 май), республикабыҙҙың 100 йыллығына ар­налған ижади марафонға йомғаҡ яһал­ғандан һуң “Сто достижений к 100-летию Башкортостана” тигән китап әҙерләнәсәк икән. Ул бүләк форматында, ялтырап торған яҡшы сифатлы ҡағыҙҙа сығасаҡ, бик матур итеп биҙәләсәк. Баҫманы министрлыҡтар, ведомстволар, Рәсәй төбәктәренең етәкселәре, ҡала һәм өлкә башлыҡтары аласаҡ, ул шулай уҡ Рәсәйҙең билдәле китапханаларына, китап палаталарына ебәреләсәк, тип яҙа проекттың авторы.
Һүҙ ҙә юҡ, бик кәрәкле эшкә тотонғандар “Деловой мир Башкортостана” гәзите редакцияһында. Ул ижади марафонда ҡатнашыу журналистар, яҙыусылар, ғалимдар өсөн үҙе бер мәртәбә булыр тип уйлайым. Әммә, шуның менән бергә, ошо ижади ярыштың һәм буласаҡ китаптың исеменә ҡарата тәнҡит һүҙе әйтмәйенсә лә булдыра алмайым. Проект “Башҡортостандың 100 йыллығына — йөҙ исем” тип атала, ә китапты “Сто достижений к 100-летию Башкортостана” тип атамаҡсылар. Ә ни өсөн Башҡортостандың 100 йыллығы булып китте һуң? Йә, Хоҙай, 100 генә йылмы ни һуң Башҡортостанға?
Бынан йөҙҙәрсә йылдар элек үк, Рәсәйгә ҡушылғанға тиклем дә, Башҡорт иле булараҡ киң билдәле булған Башҡортос­тан. Урта быуаттарҙағы документтарҙа ул Башҡорт иле тип телгә алына. Рәсәйгә ҡушылғандан һуң урыҫ телендә Башкирия, Башкирь, Башкирда формаһында яҙып йөрөтөлә. “Материалы по истории Башкортостана” тигән йыйынтыҡтарҙың VI томында, мәҫәлән, (Өфө: Китап, 2002) ХVIII быуаттың 30-сы йылдарынан тороп ҡалған документтарҙа Башкирия, Башкирь атамаһы йөҙ тапҡырға яҡын телгә алына.
Ә был серияла барлығы алты ҡалын йыйынтыҡ баҫылып сыҡҡан. Һәр береһендә Башкирия, Башкирь, хатта Башҡорт урҙаһы кеүек атамалар әленән-әле осрап тора. Йәки бына “Документы ставки Е.И. Пугачева, повстанческих влас­тей и учреждений. 1773 – 1774 гг.” (М.: Наука, 1975) тигән документтар йыйын­тығы. Унда беҙҙең илебеҙҙең атамаһы егерменән ашыу документта урын алған. Һуңынан был ихтилал тураһындағы әҫәрҙәренең береһендә бөйөк урыҫ шағиры А.С. Пушкин да “вся Башкирия генерально взбунтовалась” тип яҙа.
Ғөмүмән, Башҡортостанға, имеш, 100 йыл тип яҙыу бер ниндәй тәртәгә лә һыймай. Ә китаптың исеме “Сто достижений к 100-летию Республики Башкортостан” булырға тейеш. Рәсәй Президентының Указында ул “О праздновании 100-летия со дня образования Республики Башкортостан” тип алынған.
Алда күрһәтеп үтелгән хата, үкенескә, гәзит-журнал биттәрендә, радио, телевидениела бик йыш ҡабатлана. Минең был репликаны журналистарыбыҙ “Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла” тигән әйтемде күҙ уңында тотоп иҫәпкә алһын ине.

Рәшит ШӘКҮР,
яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 058

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504