Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
1918 йылдың 15 ғинуарында Ергәндә Юрматы кантон түңәрәгенең съезы былды. 22 ғинуарҙа иһә Бәләбәй өйәҙе Әлшәй станцияһында Меңдәр кантонлығы түңәрәгенең дә съезы булырға тейеш ине. Башҡорт мәркәз шураһы тарафынан ойоштороусы итеп сығарылған Муса әфәнде Смаҡовтың тәҡдиме буйынса 22 ғинуарҙа буласаҡ Меңдәр кантоны съезына, Юрматы кантоны съезы хаҡында докладсы булараҡ, бер кешене ебәрергә ҡарар итеп, кемде ебәреү мәсьәләһе ҡуҙғатылғас, вәкил һайлау Муса әфәнденең үҙенә тапшырылды. Ул мине ихтияр итте. Мин дә уның менән бергә бармаҡ булдым.

Был ваҡытта Башҡортостан предпарламенты ағзалары хибес ителеп, бер аҙна самаһы ваҡыт уҙғайны. Сараһын күреү өсөн Юрматы кантон съезы Гәрәй әфәнде Ҡарамышев менән Әүхәҙи әфәнде Ишмырҙинды ебәрергә ҡарар итте.
Съезд тамам булғас, икенсе көн үк уларҙы Ырымбурға оҙаттыҡ. Беҙ ҙә 20 ғинуар кисендә Ергәндән Муллағәли Фәрзәлин тигән иптәште пар ат менән барып алып ҡайтырға яллап, 21 ғинуарҙа иртүк юлға сыҡтыҡ. Шул көндә Әлшәй станцияһына 40 саҡрым ҡала Зәйпекүл тигән татар ауылына барып йоҡланыҡ. Беҙ кергән кешенең ағай-энеһенән береһе шул көндә һуғым һуйған икән. Халҡыбыҙҙың ғәҙәтенсә, һуғым көнөндә ағай-энене саҡырып ҡунаҡ итеү йолаһы булғанға беҙ ҙә, Хоҙай ҡунағы булараҡ, аш мәжлесенә саҡырылдыҡ.
Беҙҙең башҡорт һәм татар аш мәжлестәренең ғәҙәте күберәк берәй ишанды, ахунды, мулланы маҡтау йәки, кире­һенсә, йәш фекерлерәк мулла, мөғәллимде яманлау булғанға күрә, был мәжлес тә тиҙ генә үҙ ғәҙәтенә кереште. Беҙҙең өсөн был халыҡтың әхүәл-рухиәләрен белеү кәрәк булғанлыҡтан, мәсьәләне сәйәғи яҡҡа әйләндерергә тырыштыҡ.
Затән уларҙың ни тип яуап бирәсәге билдәле ине. Улар: “Беҙҙең өсөн барыбер. Әйтәгүр башҡорттарҙың эше мосолман­дарға файҙалы булһа, беҙ ни өсөн ҡатнашмайбыҙ, әлбиттә, ҡатнашырға тейеш, тик беҙҙең халыҡ эште аңлап бөтә алмай. Берәү – “милләт мәжлесе”, икенсе берәү “башҡорттар эше файҙалы” ти. Шул сәбәпле, беҙҙең халыҡ ҡайһыһына булырға ла белә алмай айырылып тик тора.
Бына иртәгә Әлшәйҙә буласаҡ башҡорт съезына кеше һайланыҡ. Ул бөгөн киткән, буғай. Эштәре яҡшы булһа, үҙегеҙ ҡарағыҙ инде. Ҡатышырға ярарлыҡ, ярамаҫлығын үҙегеҙ белеп эш күрерһегеҙ, тип ебәрҙек”, – тип яуап бирҙе.
Уларҙың беҙгә сөәл тарзында һөйләгән һүҙҙәренә тәбиғи беҙ ваҡыт мөсәғәдә иткән ҡәҙәр Башҡортостан хаҡында изахатта булыуҙан кире торманыҡ, ижтиһад иттек (тырыштыҡ).
Әлшәйҙә съезд иртәнге сәғәт туғыҙҙа асыласаҡ ине. Шул ваҡытҡа барып етеүҙе самалап, иртүк Зәйпекүлдән сығып китек.
Юлда иптәшем Муса әфәнде менән был йоҡлап киткән ауыл халҡының беҙгә ҡарашы өмөтһөҙ түгеллеге, шул рәүештә булһа, был тирәләге башҡа татар ауылдары хаҡында ла хөсни зан итергә мөмкин вә шул сәбәпле съезда ла күңелле генә булыуы мөмкинлеге хаҡында һөйләшеп бара торғас, 40 саҡрым юлды үтеп, килеп тә еттек.. Бер сәғәт ҡәҙәр ҙә булмай ҡалған.
Беҙ килгәндә туғыҙ тулып килә ине. Съезға киләсәк аңлыраҡ мулла, мөғәллимләр ҙә шул мулла хәҙрәттәр тирәһендә булыр тип уйлап, беҙ Әлшәйҙең бер хәҙрәтенә керҙек. Ваҡиғаны беҙ фекеребеҙгә исабәт иттек (тура килтерҙек). Съезға килгән шул тирә мулла хәҙрәттәре һәммәһе тиерлек хәҙрәткә кергән ине. Улар менән таныштыҡ, фекер алыштыҡ.
Шул тирәләге халыҡтың ҡарашы йәһәтенән уларҙың да рухтары күтәренке ине. Тик йөрәкте тырнап торған барыбыҙ өсөн дә уртаҡ бер ҡайғы барлығы йөҙөбөҙҙә һиҙелеп тора ине. Ул да хөрриәт заманында халыҡтың бәхетһеҙлеген мүжип эштәр эшләй торған хөрриәт айыуҙары Ғәли Шәмиғолов, Ғабдулла Дәүләт, Нуримановтар тарафынан предпарламент ағзалары Зәки әфәнде Вәлидовтарҙың хибес ителеүҙәре ине. Күрешкән, танышҡан бер ағайыраҡ кешеләр менән һүҙ тиҙ үк шул хибес мәсьәләһенә керә вә шул хаҡта бергәләп ҡайғырышып ала инек.
Шулай бер аҙ кешеләр менән танышып, сәй-фәлән эскәнсе сәғәт ун тулып, съезд буласаҡ Раевка-Әлшәй иске средний учебный заведение бинаһына барҙыҡ. Беҙ барғанда килгән вәкилдәрҙең ауылдарҙан бирелгән таныҡлыҡтарын тикшереп, мандат бирәләр ине. Тәбиғи, беҙ ҙә ҡулыбыҙҙағы удостоверениебыҙ буйынса мандат алдыҡ.
Съезд асылырға тейеш туғыҙ сәғәт күптән үткән булғанға, халыҡ та мәжлестең тиҙерәк асылыуын теләгән рух һиҙелә ине. Шуның өсөн өйәҙ шураһы ағзалары мәжлесте асырға кәңәш биреп, президиум өҫтәленән йыраҡ түгел бер ергә ултырҙыҡ.
Ҡыңғырауҙан һуң һәр кемдең ултырыуын үтенгәс, мәжлестәге гөж итеп торған халыҡты тынлыҡ баҫҡан вә, гүйә, халыҡ баяғы бөтөн башҡорт вә Башҡортостандың йөрәген өйкәп торған ҡайғыны юғалтып, уның урынына әллә ниндәй шатлыҡ хәбәрен беҙҙән көтөп торған кеүек, дүрт күҙ менән президиум яғына ҡарағайны.
Съезға килергә тейеш булған урындарҙан халыҡ ҡалмай килгән. Рус һәм татарҙарҙан да кеше күп ине. Вәкил булып килгәндәре өс йөҙләп, тыңларға килгәндәр менән дүрт йөҙҙән артыҡ йыйылған.
Бәләбәй өйәҙ шураһы рәйесе Шәкир әфәнде Мозафаров мәжлесте тәртипле алып барыу өсөн президиум һайларға тәҡдим иткәс, Өфө вәләйәт эшсе һәм крәҫтиән советы ағзаһы, әүәл дә мине башҡорт шураһына алығыҙ тип йөрөгән Дәүкәев, мосолман милли полкынан Ғарифуллин тигән бер һалдат, Дәүләкән советы ағзаһы Кәрим Сабиров, барыһы өс кеше: “Бында вәкил һәр халыҡтың һанына ҡарап килгәнме икән? Беҙгә әүәл шуны белергә кәрәк, шунһыҙ съезды законлы һанай алмаясаҡбыҙ, бында башҡортлар күп күренә”, – тип өсөһө бер ауыҙҙан президиум һайлауға ҡаршы һикереп сыҡты. Уларҙың был хаҡлы дәғүәләренә ҡаршы килгән берәү ҙә булманы, шундуҡ бер һәйәт (комиссия) төҙөп, удостоверение, мандаттарҙы тикшерергә булынды. Һәйәт мандат тикшергәнсе президиум һайлана торҙо.
Тикшергәндән һуң башҡорттар күп булмай, бәлки, бер нисә утар урыҫтарҙы удостоверениены ауыл исеменән алып, уларҙың съезда иштирәк итергә (ҡатна­шырға) хаҡһыҙ икәнлектәре беленде. Шулай ҙа съезд уларҙы рәсми вәкил итеп тәсдиҡ итте.
Теге өсәүҙең яҡшы яҡҡа килмә­гәнлектәре уларҙың хәрәкәттәренән үк һиҙелеп тора ине.
Улар милли танасип менән рәт таба алмағас: “Был съезға ҡайҙан рөхсәт алынды икән?” – тип бөтөн милләттең хоҡуғына тәжәүеҙ итә торған инсафһыҙ ҡыҙыл истибдат еҫе аңҡып торған советтар сөәлен бирҙе. Быға ҡаршы уларға Лениндың айырым хөкүмәт төҙөргә ҡәҙәр киң хоҡуҡ биргән декретын уҡырға тәүсиә ителде. Шулай итеп, уларҙың урынһыҙ мөғәмәләләре халыҡтың атылып торған ҡайнар рухы ҡаршыһында һис иғтибарһыҙ – сыфыр (нуль, буш) булып ҡалды. Рәйес һайлап мәжлесте асырға булынды.
Бынан элек булып үткән съездың бер ауыҙҙан Бәләбәй өйәҙе кантонлыҡ идараһында булыр тигән ҡарарына бинаән (нигеҙләнеп) Бәләбәй өйәҙе шураһы рәйесе Шәкир әфәнде Мозафаров өйәҙҙәге бөтөн хөкүмәт мөәссәсәләре (учреждениелары) вәкилдәре иштирәк иткән был съезд туранан-тура кантон вә кантон ағзалары һайларға тейешлеген аңлатты.
Күпселек менән Башҡортостандың тотҡан юлы хаҡында доклад уҡырға ҡарар бирелә вә мәркәз шуранан сығарылған Муса әфәнде доклад уҡырға була.
Урыҫтар докладтың тәржемә ителеүен һорағанға күрә, уларға ышаныслы булһын өсөн Бәләбәй өйәҙ земствоһынан вәкил булып килгән сыуаш Герасимов тәржемәсе итеп ҡуйылды.
Муса әфәнде иренмәй генә бик яҡшы итеп доклад яһаны. Доклад тамам булғас, бөтөн халыҡ, урыҫ һәм татары бергә көслө итеп алҡышланы. Тәржемәсе докладты бик матур тәржемә итә барҙы. Докладты тыңлағандан һуң халыҡтағы рух тағы ла күтәрелә төштө.
Башҡортостандың юлы менән танышҡас, татарҙар ҙа: ”Был эшкә, әлбиттә, ҡушылырға тейеш, ҡушылайыҡ, ҡәрҙәштәрсә бер ватан балаһы булып бергә-бергә йәшәйек”, – тип күңелендәге ысын ҡайнар теләктәрен халыҡҡа аңлатып, татарҙарҙы ҡушырға саҡырыусылар ҙа байтаҡ булды.
Халыҡта булған рухлылыҡ урыҫтарҙы ла йәлеп итеүе: “Для нас все равно, лишь была бы хорошая жизнь” , – тиҙәр ине.
Был ваҡыт төштән һуң сәғәт ике булып, кис сәғәт бишкә ҡәҙәр тәнәфескә таралырға була. Баяғы Ғарифтарҙың Кәрим Сабиров тигәне Дәүләкәндә бер бай приказчигы ине. Мин Дәүләкәндә учителлеккә әҙерләнгән ваҡытта ул минең бик яҡшы таныш вә иптәштәрҙән ине.
Тәнәфескә тарала башлағас, мин осрашып: ”Иптәш, һин ни эшләйһең? Беҙ элек бер-беребеҙгә ҡарата бик ышаныслы милли дуҫтар инек түгелме һуң? Шулай инде, бөгөн беҙҙе татарҙарға дошманлыҡ итәләр. Оялмайһыңмы? Шулай беҙ башҡорт һәм татарҙар бер-беребеҙгә ышанысһыҙ булдыҡмы ни? Әллә булмаһа башҡа берәр нәмә бармы? Беҙ бит шуға хөрриәт заманында мосолман донъяһына мөмкин булған ерҙә кескенә булһа ла бер ватан алып ҡалабыҙ, тип тырышабыҙ, татарҙар ҙа, мосолман булыуҙары сәбәпле, беҙҙең теләгебеҙсә һыҙығыбыҙға (сигебеҙгә) кергәндәренә уларға ла бәхет теләйбеҙ бит! Һыҙыҡҡа ғына түгел, беҙҙең һыҙығыбыҙ эсендә ер бүленгән тәҡдирҙә артыҡ ергә шул уҡ мосолман ҡәрҙәштә­ребеҙ татарҙарҙы алырға шарт итәбеҙ. Был теләгебеҙҙең иң беренсе һәм ҡиммәтлеһе бит!” – тинем.
Ул улай милләт сәғәҙәте (бәхете) аңлауҙан түбән булған кеше миңә: “Дуҫ, һин элек минең, – ике бармағын ҡуша тотоп күрһәтеп, – бына шундай яҡын беренсе дуҫым инең, инде бөгөн беренсе дошманым, элек беҙҙе үҙ тырнағы аҫтында Николай тотҡан ине. Инде һеҙ, башҡорт­тармы, үҙ ҡамсығыҙ аҫтына алырға итәһегеҙ”, – тине. “Кескенә булһа ла мосолмандарға ватан булһын тигән башҡорттарҙың изге теләгенә ҡаршы тороуға сәбәбең шул булһа, йәнем һинең менән һөйләшеп тороуҙы ла тәнәззел (түбән) һанайым”, – тинем дә үҙ юлымдан, ул үҙ юлынан айырылып киттек.
Киске сәғәт биш булды. Съезд яңынан йыйылды. Был йыйылышта урыҫтарҙан, бер аҙ татарҙарҙан бер нисә генә кеше юҡ ине, ләкин уларҙың булмауы кворумға бер ҙә кәмселек килтер­мәгәнгә, съезд бер һүҙһеҙ дауам итә башланы.
Теге өс кеше шул кешеләр менән үҙҙәренә бер фракция төҙөп, съездың кәйефе менән уйнауҙарын дауам итеүҙәре өсөн бер ҡарар иткәндәр булһа кәрәк. 60-70 кеше эйәртеп, бер ярты сәғәт һуң килеп керҙеләр. Улар килгәндә, мин Юрматы кантоны съезы хаҡында доклад яһай инем.
Докладым тамам булғас, халыҡ миңә һорауҙар бирә башланы, ул һорауҙарға яуап бирергә форсат бирмәгән нәүбәттән (сираттан) тыш забавление тип улар тағы мәжлестең кәйефен ебәрергә керештеләр. Халыҡ, биреләсәк һорау-яуаптар бирелеп бөтһөн дә унан һуң заявить итерһегеҙ тиһә лә, улар ысрар иткәс (ныҡышҡас), заявлениены тыңларға була.
Улар фракцияла: “Башҡорттарҙы Дутов шайкаһы булыу менән ғәйеп­ләп, ғаҡселхәрәкәтсе итеп тапҡан вә ғаҡселхәрәкәтселәр съезы ошо минуттан уҡ таралырға тейеш, тип ҡарар иткән вә быға дәлил итеп мәркәз башҡорт шураһы ағзалары­ның хибес ителеүе күрһәтелгән ине.
Быларҙың ғаризаһы уҡылып бөтөү менән халыҡ: “Был ни тигән һүҙ, беҙ бында көртлөк балаһы кеүек уйнарға йыйылғанбыҙмы ни! Изге, хаҡлы теләк йыйған беҙҙе бөгөн таратаһығыҙ икән, беҙ иртәгә үк, иртәгә булмаһа, икенсе аҙнаға, унда ла булмаһа, киләһе йылға йыйылырбыҙ. Беҙҙең йөрәгебеҙҙән сығарып ташлай алмайһығыҙ, үҙебеҙ үлгәндә лә, балаларыбыҙ үлмәҫ, улар беҙҙең ни өсөн үлгәнебеҙҙе беләләр, изге теләгебеҙ балалары­быҙҙың йөрәктәрендә лә ҡаласаҡ”, тип яуап бирҙе. Вә шул уңайҙан һәммәһе: “Дөрөҫ! Дөрөҫ!” – тип шаулап ҡалды.
Үҙҙәренең ҡарарҙарын еренә еткереү өсөн, улар халыҡҡа мәжлес­те ташлап сығырға ҡушты. Халыҡ тағы: “Ниңә, ташлап сыҡма­һаҡ, беҙҙе аҫмаҡ, үлтермәк булаһығыҙмы ни? Бер ҙә сыҡмайбыҙ”, – тип үҙҙәренең ҡайнап торған рухы менән һөйгән эшен ташлап сыҡмаясағын белдерҙе. Тегеләр, фракцияла булғандар: “Әйҙәгеҙ”, – тип киттеләр. Фракцияла булғандарының да барыһы ла сыҡмай, 25-30-лабы рухлы халыҡтан айырыла алмай, кире керҙе. Татарҙарҙан береһе лә сыҡманы тиерлек, бик аҙы сыҡты, сыҡҡандары ла теге кешеләрҙең совет менән ҡурҡытыуҙары сәбәпле генә булды булһа кәрәк.
Халыҡтың бығаса иҫе китмәгәнен күргәс, Ғарифуллин тигәне кереп: “Публика, үлгегеҙ килмәһә, сығығыҙ. Президиум ҡалһын!” – тине.
Тағы халыҡ быға ҡаршы: “Сыҡмайбыҙ, президиум – беҙ, беҙ – президиум, һәммәбеҙ берҙәм эшләйбеҙ, һәммәбеҙ бер тән, бер йән, үлтерәһегеҙ икән, хаҡлы булһағыҙ, беҙ шулай үҙ дин ҡәрҙәш­тәребеҙ – татарҙарҙан үлтерерлек дәрәжәлә енәйәт иткәнбеҙ икән, һәммәбеҙҙе үлтерегеҙ”, – тип яуап биреп тә бөтә алманы, Ғарифуллин сығып китте. Ул арала әҙерләнеп торған ҡырҡлап ҡыҙылдар тарафынан залп менән мылтыҡ ата башланы. Тәбиғи, ҡырҡлап мылтыҡтың тауышы ҡот осорғос, дәһшәтле ине.
Халыҡ кинәттән, йәшен ырғытып ташлаған кеүек, бутала башланы. Уларға һөжүм иткән ҡоштан ҡасҡан тауыҡ сепейҙәренең ҡотолоу өсөн инәһенең ҡанатына һыйынған кеүек вәкилдәр ҙә ҡайһыһы парта, ҡайһы­һы урындыҡ, ҡайһыһы өҫтәл аҫтына һыйына башланы. Ләкин дәһшәте артҡан өҫтөнә артҡан мылтыҡ тауышы унда ятып сыҙарға сабырлыҡ бирмәй ине.
Яңғыҙ бер ишектән һыйып сығып бөтөү дүрт йөҙҙән артыҡ кеше өсөн да ҡыйын булғанға, халыҡҡа тәҙрәнән сығыуҙан башҡа сара ҡалманы. Муса әфәнде менән мин дә тәҙрәнән сыҡтым. Был ваҡыт киске сәғәт туғыҙ-туғыҙ ярымдар ине. Тимәк, ҡышҡы төн ине.
Төнгө аҡ ҡар яҡтылығында Әлшәйҙең көнсығыш яҡ аҙбар арты ҡасып сыҡҡан вәкилдәр менән тулып китте. Береһенең ҡулы, икенсеһенең ҡолағы, ҡайһыһының маңлайы быялаға киҫелеүе, ҡайһыһының кейеме йыртылыуы, сәғәте, күҙлеге юғалыуы, тунын, бүреген, толобон ала алмауы кеүек кинәт дәһшәттән ҡасҡанлыҡ ғәләмәттәре лә бик күп булып, һәр ҡайһыһы фәҡәт йәнен ҡотҡарыу өсөн үҙҙәре теләгән яҡҡа ашыға-ашыға йүгерә ине. Мылтыҡ тауышы һаман да дәһшәтле хәлдә донъяны яңғыратып ишетелә. Вәкилдәрҙең ҡалған нәмәләрен тәбиғи теге кешеләр йотто.
Мин нисек иттем, әллә ҡайҙарҙан урап, хәҙрәткә ҡайтып индем. Мин ҡайтҡанда иптәшем Муса әфәнде лә ҡайтҡайны.
Беҙ инде нисек итәбеҙ? Теге кешеләр таратыу өсөн генә шул ҡәҙәр күп ҡыҙылдар алып килдеме икән, тип торғанда, хәҙрәтебеҙ Муса әфәндегә: “Смаҡовтар һеҙ түгелме?”, – тип килеп етте. Беҙ: “Ниңә?” – тип һорағас: “Һеҙҙе һалдаттар “бында юҡмы?” тип һорай, – тине. Беҙ уға: “Бар, хәҙрәт, тиҙ генә, улар бында юҡ”, – тип әйт”, тиеү менән, хәҙрәтебеҙ еренә еткерҙе.
Туҙҙырыу менән генә ҡәнәғәт итмәй, бәғзеләребеҙҙе ҡулға аласаҡтарын һиҙеп, өйҙә тороу ярамағанын белдек. Аптыраған өйрәк арты менән күлгә сумыр тигән кеүек, иң һуңғы сара итеп аҙбарға малдар араһына сығып, мал булып ятыуҙы ихтияр иттек. Шул сараны эшләнек.
Хәҙрәт ситтән килгән ҡунаҡтар тип беҙҙең өсөн ҡаҙ бешергән икән. Уны өйҙә ултырып бергәләп ашарға насип булманы. Хәҙрәт беҙгә аҙбарға берәр ҡаҙ бото сығарып бирһә лә, ул да аш булып бармаҫлыҡ булғас, кеҫәбеҙгә һалып ҡуйҙыҡ.
Беҙҙе алып барған Муллағәли иптәш тә съезға барып тыңлап торғайны. Дәһшәт эсендә ул да беҙҙең менән бергә булып, теге кешеләрҙең вахши мөғәмәләләренә шаһит булды.
Ат егелеп бөткәнсә егермеләп кеше килеп китте. Ат әҙерләү­селәребеҙ бик матур мәҡәл табып килгән береһенә: “Улар станция яғына ҡасты”, – тип әйтә. Улар шул яҡҡа киткән булһа кәрәк, тип ебәреп торҙолар. Хәлбүки, станция беҙҙең фатир бөтөнләй кире яҡта. Шулай итеп, беҙ сығып китәсәк юлыбыҙҙы теге кешеләрҙән уңайлы рәүештә таҙартып, һарай эсендәге бар нәмәләребеҙҙе тейәп, үҙебеҙ шул нәмәләр аҫтына кереп ятып, һарай һәм йорт ҡапҡаларын астырып, кинәттән ат юрттырып, Әлшәйҙән сығып ҡастыҡ.
Мылтыҡ тауышы һаман да ишетелә ине.
Һуңынан араларында булып һөйләүсенең һүҙенә ҡарағанда, улар Ғәбиҙулла Ибраһимов, Ғәбделнасир Ғабдулов, Шакир Мозафаров, Рябов (рус офицеры), Юлмөхәмәт Арыҫ­лан­бәков, Муса Смаҡов Һәм Һиҙиәтулла Сәғәҙиевтәрҙе тотоп алырға ла, әгәр аҙ ғына ҡаршылыҡ күрһәтһәк, атырға булғандар. Тик улар менән берлектә эш ҡылырға булған Дәүләкәндән киләсәк ярҙамдары ваҡытынан бер аҙ кисегеп килеү сәбәпле, бер аҙ аптырашта ҡалып, беҙҙең иҫән ҡалыуыбыҙға сәбәп булғандыр.
Тегеләре килмәгәс, съезды таратыу менән ҡәнәғәт итеп, улар беҙҙе атып туҙҙырып торғанда ғына, тегеләре килеп етеп, беҙҙе яңынан бик ҡыҙыу эҙләргә тотонған. Беҙ ул ваҡытта Әлшәйҙән 15 саҡрымдар самаһы ер киткәнбеҙ икән. Башҡа иптәштәребеҙ ҙә әхүәлдең нисек икәнен белеп ҡасып ҡотолорға тырышҡандар һәм ҡотолғандар. Тик Дәүләкәндәге Бәләбәй өйәҙе шура­һын туҙҙырып, ағзаһы Юлмө­хәмәт Солтанбәковты (Арыҫланбәковты –?) хибес иткәнкәндәр.
Уны ла үлтерәсәктәре аңлашыл­ғас, советтағы таныштарынан бер әҙәм өс көндән һуң революцион трибуналға сығарып, бынан түбән башҡорт эштәре менән шөғөллән­мәҫкә, халыҡ араһына ҡатнашмаҫҡа, өйҙән сыҡмаҫҡа имза иттереп ҡотҡарғандар.
Ул һуңғы июль инҡилабына ҡәҙәр күҙәтеү аҫтында йөрөгән.

(Башҡорт, № 36-38.
1918 йыл, 29 сентябрь).

Ғәрәп яҙмаһынан транслитерацияны Әхәт СӘЛИХОВ башҡарҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 613

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506