Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берҙәмлек кәрәк, берҙәмлек!
Берҙәмлек кәрәк, берҙәмлек!Пермь крайы райондарында башҡорт ҡоролтайҙары ойошторолоуға былтыр 15 йыл тулды. Ә төбәк башҡорттарын бергә туплаған Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы иһә 10 йыллығын билдәләне. Беҙ – ғәйнәләр – боронғо башҡорт ырыуы вәкилдәре — үҙ еребеҙҙә йәшәһәк тә, байтаҡ ауылдарҙың исеме башҡортса яңғыраһа ла, бик күп йылдар төбәгебеҙҙә көн иткән башҡорттар тураһында аҙ белдек. Кешеләр үҙҙәренең ниндәй бөйөк халыҡ вәкиле икәнлеге тураһында уйланмағанға, милли үҙаң да әкренләп һүнде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында айырым милли ойошма булдырыу (уға тиклем татар, башҡорт милли автономияһы составында инек) халыҡты “уятыу”ҙың, йәш быуында милли ғорурлыҡ хисе, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләүҙең, юғалмай ҡалған рухи ҡиммәттәребеҙҙе барлап, артабан күҙ ҡараһылай һаҡлау һәм таратыу мәсьәләләрен хәл итеүҙең берҙән-бер юлы ине. Власть органдары, вазифалы етәкселәр менән аңлашылмау­сылыҡтарҙы бергә еңеп, тәүҙә район ҡо­ролтайҙарын, унан һуң төбәк ойошма­быҙҙы булдыра алдыҡ һәм ошо йылдар эсендә һиҙелерлек алға китеш күҙәтелде. Хәҙер байтаҡ ансамблдәребеҙ край һабантуйында ҙур әҙерлек менән ҡатнаша, шәжәрә байрамдары ла беҙҙә гөрләп үтә. Рәсәйҙең үҫешенә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемен халыҡҡа ҡайтарыуға ла тейешле иғтибар бирәбеҙ. Пермь крайы башҡорто, беренсе мәғдән сәнәғәтсеһе, илебеҙҙә тәүге техник уҡыу йортон, Санкт-Петербургта Тау институтын астырып, үҙ аҡсаһына ете йыл уны тәьмин итеп торған Исмәғил Тасимов — нәҡ шундай яҡташыбыҙ. Әсә телен өйрәнеү маҡсатында факультатив дәрестәр үткәреү буйынса тәжрибәбеҙ ҙә бар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Өфө ғалимдары менән берлектә конференциялар үткәрәбеҙ. Балаларыбыҙ Башҡортостанда йәйге лагерҙарҙа ял итә, гимназияларға уҡырға инә. Башҡортостан юлдаш телеканалын да ҡарайбыҙ хәҙер.
Шуныһы ҡыуаныслы: милли әүҙемле­гебеҙ арҡаһында башҡорттар тураһында хәҙер төбәк яңылыҡтарында йышыраҡ һөйләй башланылар, крайҙың йәмәғәт тормошонда ла йылдан-йыл әүҙемерәк ҡатнашабыҙ. Тимәк, үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамайбыҙ. Бөгөн 13 районда ҡорол­тайҙар барлыҡҡа килде. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ оло юлдың башында ғына торабыҙ әле. Тотош халыҡты милли асылына ҡай­та­рыу бик күп көс, сығымдар, түҙемлек талап итә. Рухлы, әүҙем ҡоролтай етәксе­ләре иң беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты уңышлы хеҙмәттәшлеккә, шулай уҡ тарихыбыҙҙы белгән аҡһаҡалдарға, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы, халыҡ педагогикаһын һанлаған һәм һаҡлаған ағинәйҙәргә, йөрәктәрендә сәм, дәрт осҡоно йөрөткән яҡташ­тарыбыҙға ҙур өмөттәр бағлай. Киләсәк быуындың “Һин кем? Тамырҙарың ҡайҙан?” тигән һорауға нисек яуап биреүе бөтәбеҙгә лә бәйле икәнен онотмайыҡ.

Рәсил МӨХӘМӘТЙӘНОВ,
Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509