Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гәзит уҡыусылар ижады
Гәзит уҡыусылар ижадыҠарағайҙар

Ҡарағайҙар төҫ ташламай,
Ҡыштарын тын торалар.
Гүйә, улар хаҡ мосолман,
Сабыр кәңәш ҡоралар.

Бурандарҙа башҡайҙарын,
Йөҙҙәрен йәшермәйҙәр.
Йәйге селләлә һығылмай,
Ҡояштан йәшенмәйҙәр.

Яҙмыштары — ҡаяларҙа,
Һығыла ҡайырҙары...
Урал ташына ереккән
Ҡарағай тамырҙары.

Ҡамса МОРТАЗИН.

Аллаһ юлында йөрөһәм дә...

Аллаһтың юлында йөрөһәм дә,
Тик уҡынып ятмайым.
“Кешелек” тигән аятты
Ғүмер буйы ятлайым.

“Ҡөрьән” һүҙе — дөрөҫ һүҙ ул,
Мин Аллаһҡа ышанам.
Яҙмышыма рәхмәтлемен,
Иманыма таянам.

Выждан, аҡыл, намыҫ тигән
Һүҙҙәр миңә ят түгел.
Әсә һөтө менән ингәс,
Мәңге оноторлоҡ түгел.

Урал ҠОЛОШОВ.

Мин — инә бөркөт

Ҡара яҡма күңелемә,
Уның – үҙ иле.
Ус аяһы ап-аҡ ҡағыҙ —
Йөҙөр киң күле.

Ҡаҡма ғәйбәт йөрәгемә –
Ул тибә әле.
Уның көсө бар тәнемә
Нур һибә әле.

Ҡағылһаң нәҫел-ебемә,
Һин минән яу көт.
Уҡтай осоп ҡурсалармын —
Мин — инә бөркөт!

Рәшиҙә МАНСУРОВА.

Күл буйында йөрөй инек...

Күл буйында йөрөй инек,
Миләш сәскә атҡанда.
Матур һүҙҙәр әйтелгәйне,
Онотолмай һаман да.

Үтте яҙҙар, ҡалды наҙҙар,
Бергә булып булманы.
Юҡҡа сыҡты вәғәҙәләр,
Йөрәк ҡалды яралы.

Юлдар китте айырылып,
Ике яҡта икебеҙ.
Яҙын сәскәгә күмелеп,
Саҡыра миләшебеҙ.

Гөлъямал НӘЖМИЕВА.

Аҡ миҙгелдәр

Муйыл күпереп сәскә атһынмы,
Ерҙе ҡаплап тәүге ҡар ятһынмы,
Хыял илтә бала саҡтарыма,
Йәшлегемә, тыуған яҡтарыма...

Аҡтан-аҡ, пактан-пак миҙгелдәр
Килһендәр, килһендәр, килһендәр.

Ҡырпаҡ ҡарҙа тәүге эҙ ҡалдырып,
Көндәр буйы аяҡ талдырып,
Барлыҡ хәсрәттәрҙе онотҡандай,
Ҡанатланам яңы йыр отҡандай,

Аҡтан-аҡ, пактан-пак миҙгелдәр
Килһендәр, килһендәр, килһендәр.

Тәүге ҡар, шау сәскә — ап-аҡ миҙгел,
Яралы күңелде дауалай гел.
Аҡтан-аҡ, пактан-пак хыял төҫлө,
Аҡ миҙгелһеҙ йәшәй алмай төҫлө...

Аҡтан-аҡ, пактан-пак миҙгелдәр
Килһендәр, килһендәр, килһендәр.

Азамат УСМАНОВ.

Уйылһа күңел

Күңелдәрем уйылғанда,
Ялғайым да яраһын.
Һыр бирмәйсә, сабыр ғына,
Эй эҙләйем сараһын.

Ыуалғанда күңел күгем,
Онталып ауыр һүҙҙән.
Йөрәккәйем нисек сыҙай,
Нахаҡҡа нисек түҙәм?

Семәр-семәр селтәрҙәрҙән,
Үрәмен йәндә сатыр.
Йөйһөҙ уңалһын яралар,
Булайым йәнә матур.

Гел болотло булмаҫ күктәр,
Ләйсән ямғырҙар үтер.
Ҡояштан яҙмаҫ күңелем,
Көндөң яманы бөтөр.

Сәфинә ХӘКИМОВА.

Мөхәббәттең иле ҡайҙарҙа?

Мөхәббәттең иле ҡайҙарҙа?
Пар ҡанаттар ҡаҡҡан илдәрҙә.
Йөрәктәрҙә дәрттәр тыуған ерҙә,
Наҙлы таңдар атҡан яҙҙарҙа.
Мөхәббәт һуң кемдең юлдашы?
Аллы таңдың наҙлы елеүе,
Йәш йөрәктең тәүге ялҡыны,
Ғүмерҙәрҙең иркен һулауы.
Мөхәббәтте кемдәр көтәләр?
Ҡурай кеүек моңло ҡыҙҙар бар.
Нәфис һынлы тәлгәш ҡайындар,
Һыу һөлөгө кеүек егеттәр бар.

Асия РАМАҘАНОВА.


Әсәм теле

Ниндәй матур һөйләй башҡорт,
Тыңлағыҙ әле!
Ниҙәр әйтәһе килгәнен
Аңлағыҙ әле.

Халыҡ юҡҡа сығыр, әгәр
Телде белмәһә;
Ғөрөф-ғәҙәттәр юғалыр,
Йырҙы һөймәһә.

Әсәм теле — ҡоштар теле,
Һин уны ярат!
Ҡоштар кеүек һайрай-һайрай
Илемә тарат!

Мәүлиҙә ИБРАҺИМОВА.

Ҡолой моңдары

Клуб сәхнәһендә, әй, моң яңғырай,
Йыр ағыла — халыҡ йырҙары.
Халҡым күңеленә дәрт-көс өҫтәп,
Йырлай әле “Ҡолой моңдары”!

Сирек быуат инде һандуғастай,
Өҙөп һайрай “Ҡолой моңдары”.
Моң шишмәһен һайыҡтырмаҫ әле
Егеттәре менән ҡыҙҙары.

Өзләй ҡумыҙ, тынмай ҡурай моңо,
Сыңлай мандолина ҡылдары,
Милләтемдең күңелен нурландыра
Ауылыбыҙҙың “Ҡолой моңдары”!

Зәйтүнә ХӘЙРУЛЛИНА.

Арғужа

Күк Уралдың күкрәгендә
Урғып тыуҙы Арғужа.
Зәңгәр күлдәр илкәйенә
Арғужа үҙе хужа.
Арғужаҡай, ҡайыныңа
Атҡайымды бәйләйем.
Китәһем дә килмәй һинән,
Шунда ине йәйләйһе.

Сайма ФАЗЫЛОВА.


Мин башҡортмон!

Бик бәләкәй саҡтан ғорурланып,
Башҡортлоғом йәшәй аңымда.
Әсәм һөтө мине рухландырған
Был донъяға килгән сағымдан.
Уралымдан ситтә йәшәгәндә
Сит халыҡтар менән йәнәшә,
Ҡыуанысым сикһеҙ ине берәү
Үҙ телемдә миңә өндәшһә.
Тыуған илем — бейек Урал тауы:
Ирәндегем, Ҡырҡты һырттары,
Эсәр һыуым, тыуған тупраҡ тартып,
Ҡайттым һиңә, Башҡортостаным!
Мин башҡортмон — ябай башҡорт ҡыҙы
Күбәләктәр — минең ырыуым,
Ҡайҙа йәшәһәм дә осоп-ҡунып
Башҡортлоғом менән ғорурмын.

Алһыу ҒӘЙНУЛЛИНА.

Һөйөү

Күптәр әле әйтә, ысын һөйөү
Юҡ ул, тиҙәр, булмай донъяла.
Китаптарҙа була, киноларҙа
Ысын һөйөү, әгәр булһа ла.

Нисек инде булмай янып һөйөү,
Мөхәббәтһеҙ нисек йәшнәргә?
Татлы хисһеҙ, тағы бер хыялһыҙ
Был донъяла нисек йәшәргә?

Ниндәй йәшлек, әгәр бер тапҡыр ҙа
Икәү йөрөп ялан гиҙмәгәс?
Ҡоштар тыңлап, кисен йондоҙ һанап,
Болондарҙа сәскә өҙмәгәс?

Ниндәй көслө, яҡты һөйөү хисе,
Йөрәк ялҡындары беҙҙәге.
Яңылышмайыҡ, дуҫтар, бар ул,
Һөйөү уты — тормош биҙәге.

Рим РӘХИМОВ.


Ғәзиз әсәйем

Әсәйем ете балаһын
Ете доғанан әйләп,
Йәйғорҙоң ете төҫөнә
Һәр беребеҙҙе биләп,
Йылы ҡосағында беҙҙе
Наҙлап ҡына үҫтергән,
Бәпләп кенә үҫтергән.
Был донъяла йәшәүҙең
Иң изге ҡанундарын,
Халҡыбыҙҙың иң яҡшы
Әхлаҡи сифаттарын,
Иң һәйбәт йолаларын
Күңелемә һеңдергән,
Сабый саҡтан күндергән.

Зимфера ШИРВАНОВА.

Йәшәү рәхәт

Яратыуым, саф булһа ла, —
Уйын ғына, уйын ғына;
Хыялдарым — ниәт түгел,
Уйым ғына, уйым ғына.
Көҙөн таңда ысыҡ балҡымай –
Ҡырау ғына, ҡырау ғына;
Сал башымда яуап тыумай, —
Һорау ғына, һорау ғына.
Яуаптарҙы эҙләйем күктә:
Йондоҙҙарҙа, тулған айҙа...
Барыһында — моңһоу бушлыҡ.
Тик шулай ҙа, тик шулай ҙа
Күҙең, йөҙөң, йырың — ләззәт
Диңгеҙендә бер сәйәхәт.
Шуға ла шул донъя матур,
Йәшәү рәхәт, йәшәү рәхәт.

Ирек САБИРОВ.

Аҡ төҫ

Тыуыу менән аҡҡа төргәнгәме,
Ап-аҡ төҫтө бигерәк яратам.
Аҡ төҫтәргә ҡарап пакланам да,
Аҡ төҫ күрһәм, ихлас шатланам.
Аҡлыҡ-сафлыҡ, тиеп, аҡты кейеп,
Йөрөгән беҙҙең әбей-бабайҙар.
Улар кеүек, аҡ күңелле булып,
Үсһен ине барлыҡ балалар...
Ваҡыт еткәс, ҡабат аҡҡа төрөнөп,
Мәңгелеккә китеп бараһы.
Тыуғас — аҡлыҡ, ғүмер бөткәс – аҡлыҡ,
Ап-аҡ булһын шулар араһы,
Ниндәй бәхет — изге эштән торһа,
Йәшәү менән үлем араһы.

Венера НУРЕТДИНОВА.


Ҡыштан һуң яҙҙар килә

Кис ҡабыҙған уттар һүнеп бара,
Елдәр иҫһә, тағы ҡабыныр.
Ҡырау төшкән иртән, һалҡын һауа,
Көҙҙөң сиге, ахыры, ошолор.

Шиңгән, һары үләндәрҙе йырып,
Болондарға сығам көн һайын.
Һуңғы алтын япраҡтарын ҡоя
Минең кеүек яңғыҙ бер ҡайын.

Йәйен сатырына һоҡландылар,
Күләгәлә күптәр наҙланды.
Ҡар-бурандар ҡоторор тирәһендә
Һалҡын ҡыш та яҡын, аҙ ҡалды.

Күңелһеҙлек көҙҙә, ҡышта түгел,
Борсоламын юҡҡа мин ниңә?
Ҡайын япраҡ ярыр, уттар һүнмәҫ,
Ҡыштан һуң бит тағы яҙ килә.

Ришат САДИҠОВ.

Мөхәббәт гөлөм

Мөхәббәт гөлө булып һин
Йөрәктә шытҡан инең,
Бик иркәләп тамырыңа
Мин һыуҙар һипкән инем.

Тик ҡороно бәхет гөлөм,
Күҙҙәр тейгәндер уныһы.
Хәҙер нисек түҙергә тим,
Беҙ айырылдыҡ, ахырыһы.

Һин бик шаян, әй һөйкөмлө,
Нимә әйтһәм, көләһең.
Мин һиңә рәхмәт әйткәнгә
Күҙ ҡыҫҡылап үртәйһең.
Шамил ӘХМӘТШИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506