Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорттар хаҡында бер яҙма
1912 йылда Силәбелә сыҡҡан “Голос Приуралья” гәзитендә баҫылған авторы билдәһеҙ бер мәҡәлә “Артыҡ ер” тип атала. XIX быуаттың икенсе яртыһы – XX быуат башында башҡорттарҙың иҡтисади хәле насарая, халыҡтың күп өлөшө бөлгөнлөккә төшә. Быға тышҡы сәбәптәр – урмандарҙы, ерҙәрҙе ҡаҙналаштырыу, алдау юлдары менән тартып алыу ғына түгел, эске сәбәптәр ҙә – башҡорттарҙың үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен түбән хаҡҡа һата башлауҙары булышлыҡ итә. “Артыҡ ер” мәҡәләһе – ошо хаҡта. Башҡорттар – данлы тарихлы милләт, әммә был мәҡәләләге фәһем, ғибрәт алырлыҡ мәғлүмәттәрҙе лә беҙ белергә тейешбеҙҙер. Бөгөнгө көндә алдыбыҙға ер менән бәйле ҡайһы бер сетерекле мәсьәләләр йәнә килеп баҫҡанда, был мәҡәләне уҡып сығыу фәһемле булыр, моғайын.


“Башҡорттар үҙ тәбиғәт байлыҡтары­ның мәнфәғәтен ҡуллана белмәй. Быға инаныу өсөн, уларҙың үткәнен һәм бөгөнгөһөн белгән ололарҙы тыңлау ҙа етә. Башҡорттар әлеге ваҡытта йәшәгән бөтөн ерҙәрҙә лә (Силәбе районы территорияһы хаҡында һүҙ бара) элек үтеп булмаҫлыҡ ҡуйы урмандар булған. Ниндәйҙер йөҙ йыл эсендә был урмандар, ер йотҡан кеүек, ҡапыл юҡҡа сыға. Ул урмандар бары өлкәндәрҙең хәтерендә генә ҡалған. Хәйер, улар хаҡында риүәйәттәрҙә лә һөйләнелә.
Шуларҙың береһендә Ағаскүл тура­һын­да бәйән ителә. Күл урынында ҡасан­дыр ҡуйы урман булған. Әммә бер ваҡыт урман ҡурҡыныс тауыштар сығарып, ергә ҡолай башлай, ә уның урынында һыу барлыҡҡа килә. Урман ауғанда, ер аҫтынан ҡот осҡос шау ҙа ишетелә. Ошо мәлдә төнгө ялға туҡтаған кешеләр көскә ҡасып ҡотола. Шунан алып урман урынына киң күл йәйелә.
Әйткәндәй, башҡорттар бөгөн дә күл тө­бөнән йыуан ағастар сығарып, уларҙан ныҡлы йорттар төҙөй... Ошоноң кеүек риүә­йәттәр башҡа күлдәр, мәҫәлән, Ҡа­ра­ғайкүл хаҡында ла бар. Бындай күл­дәрҙе күп ауылдар янында осратырға була.
Күлдәрҙең күп булыуы арҡаһында бындағы һауа торошо, күрше башҡорт улыстарына ҡарағанда, йомшағыраҡ һәм дымлыраҡ. Әммә тәбиғәт бер төрлө, ул урыны-урыны менән бәләкәй генә үҫен­теләр үҫкән ҡоро тигеҙлекте тәшкил итә.
Ҙур урмандар булған, әммә уларҙы башҡорттар яғыулыҡ итеп тотоноп бөткән. Башҡорттар урман хужалығын дөрөҫ итеп алып бара белмәй, ахыры, шул арҡала бер нисә тиҫтә йыл эсендә киң тигеҙлек барлыҡҡа килгән. Йәйен ҡыр ҡоштары менән тулған күлдәр геүләп тора, тәбиғәт йәнләнә. Ҡышын был ерҙәрҙә тәрән тынлыҡ урынлаша, тереклек билдәләре бөтөнләй күренмәй. Әйткәндәй, тәбиғәттәге ошо бер төрлөлөк башҡорт тормошона ла күсә.
Башҡорттар ҡасандыр муллыҡта һәм хөрлөктә йәшәгән, әммә хәҙер уларҙың хәле бик аяныс. Йәшәйешен яҡшыртыу йәһәтенән улар алға атламаған, киреһенсә, артҡа аҙым яһағандар кеүек. Һис юғында, тәүге тәьҫорат шулай: мәҙәни һәм иҡтисади мөнәсәбәттәрҙә башҡорттар фәҡир рус крәҫтиәндәренән дә аҫтараҡ тора. 1911 йылдағы йотлоҡ уларҙы тағы ла бер баҫҡысҡа түбән төшөрҙө. Тәү сиратта, башҡорттарҙың иҡтисади хәле ҡаҡшаясаҡ. Быға аслыҡ ҡына түгел, уларҙың күпләп ер һатыу юлына баҫыуҙары ла булышлыҡ итәсәк (Столыпин реформалары).
Башҡорттарҙы уларҙың ата-бабалары ла тотоп ҡарамаған күләмдәге ҙур аҡса менән алдаштырҙылар. Эскерһеҙ баш­ҡорт­тар үҙҙәренең иң яҡшы ерҙәрен, һатыуҙан килгән аҡсаға матди хәлемде яҡшыртырмын, тигән хәйләһеҙ уй менән һата. Был фекергә уларҙы башҡорт ер­ҙәре ярҙамында үҙҙәренең биләмәләрен киңәйткән “изге” күңеллеләр генә түгел, шулай уҡ башҡорт ихтыяждарына тура ҡыҫылышы булған кешеләр ҙә этәрә. Бер һүҙ менән әйткәндә, был “ҡара йыл” башҡорттар өсөн тура мәғәнәһендә ҡара булырға вәғәҙә итә.
Ер һатыусы башҡорттар ҡулдарына йөҙ-ике йөҙ һум аҡса алырға тейеш. Беҙҙең заманда был аҡса ҙур түгел, әлбиттә, әммә ошо сумма башҡорттарҙы ҡыҙыҡтырыу өсөн етә. Улар өсөн йөҙ һум башты әйләндерә алырҙай ҙур аҡса һәм ошо йөҙ һумға уларҙың ерҙәренең яртыһын һатып алырға ғына түгел, үҙҙәрен мәңгелек бойондороҡта йәшәтергә мөмкин.
Дөрөҫөндә, ас ҡыштан һуң ярлы башҡортто аяҡҡа баҫтырыу өсөн биш тапҡырға артыҡ йөҙ һум кәрәк... Башҡорттарҙың иҫәпләүҙәре буйынса, йөҙ һум аҙыҡ-түлек һатыусы сауҙагәр менән иҫәпләшеү һәм малға аҙыҡ һатып алыуҙан тыш, бөтөн башҡорттарға “халыҡ” байрамы ойоштороу өсөн дә етергә тейеш. Йорт ҡапҡаларында хужаның киң күңеллелеге һәм ҡунаҡсыллығы билдәһе булып һарыҡ тиреһе эленеп торһон һәм йәштәр бер нисә көн рәттән хужа иҫәбенә күңел асһын әйҙә!
Ә үҙенә һәм мохтажлыҡта интеккән ғаиләһенә йөҙ һумдан бер тин дә ҡалмаясағы хаҡында башҡорт уйланмай. Яҡын киләсәге хаҡында уйланмағанға күрә, ул “артыҡ” ерҙәрен осһоҙға һатыуының эҙемтәләрен күрергә лә һәләтле түгел. Ә ошо ваҡытта шул “артыҡ” ерҙәр тирәләй ялҡынлы бәхәстәр ҡыҙа, төрлө элементтар йәлеп ителгән асыҡ һәм аҫтыртын көрәш бара...”


Автор: С.Нәзиров.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 261

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 480

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 133

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118