Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ рухын күтәрер сара
Ҡайҙа ғына йәшәмәй милләттәштәребеҙ: Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстанда, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында, Беларусь, Тажик-стан, Төркмәнстан, Украина, Венгрия, Германия, Ҡытай, Төркиә, Япония кеүек сит илдәрҙә. Үҙ телдәрен, мәҙәниәтен онотмайынса тарихи тамырҙарын барлаған, тыуған ерҙәренән килгән ватандаштарыбыҙҙы туғанылай күреп хөрмәт күрһәткәндәр ҙә бихисап, һәм был ҡыуаныслы.


Күптән түгел Екатеринбургта Башҡорт­ос­тандың 100 йыллығына арналған “Баш­ҡорт йыры – Башкирская песня” исемле башҡорт мәҙәниәтенең XV төбәк юбилей фестивале үтте. Унда ватан­даштарыбыҙ ҙа барып, ҡәрҙәштәребеҙҙе күреп, уларҙы ҡыуандырып, үҙҙәре лә дәртләнеп-ҡанат­ланып ҡайтты. Мәртәбәле сарала Силәбе, Пермь, Ҡурған өлкәләренән, Златоуст, Яр Саллы, Мейәс, Первоуральск, Үрге Пышма, Березовский, Михайловск, Красноуфимск, Үрге Өпәйле ҡалаларынан милләттәш­тәребеҙ һәм ҡәрҙәштәребеҙ, Сибай дәүләт филармонияһынан “Тархан” фольклор-эстрада төркөмө, Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләп килгән “Селтәр” студия­һының әүҙем ағзалары, йыр-бейеү конкурс­тарында еңеүсе, фольклор байрамдарында әүҙем ҡатнашҡан, яҡты һүҙле ағинәй Альбина Исхаҡова, республика әҙәби һәм музыка конкурстары еңеүсеһе, һүҙ оҫтаһы, моңло күңелле Гөлгөнә апай Ырыҫҡолова ла сығыш яһаны. Улар оҙайлы сәфәрҙән һәм матур байрамда алған тәьҫораттары, мәҙәни мираҫҡа, милли ҡотобоҙға ихтирам хистәре, һөйөнөс-ҡыуаныстары менән уртаҡлашты, милләттәштәребеҙ йәшәгән Свердловск еренә һәм ҡунаҡ йөҙө күрһәткән барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Гөлгөнә ЫРЫҪҠОЛОВА:
– Шул хәтлем ҡыуанып-шатланып йөрөп ҡайттыҡ. Ҡунаҡтарҙы ихлас күңелдән Свердловск дәүләт өлкә халыҡ ижады һарайында ихтирам менән ҡабул иттеләр. Көндөң тәүге яртыһында “Башҡорт йәмәғәт ойошмаларының мәсьәләләре һәм перспективалары” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” үтте. Беҙ Альбина Хашим ҡыҙы менән, Башҡортос­тандың баш ҡалаһынан килгән вәкилдәр булараҡ, барыһына ла ҡайнар сәләм еткерҙек. Мин үҙ сиратымда “Башҡорт йәштәре араһында ғаилә ҡороу мәсьә­лә­һе” тигән темаға сығыш яһаным, ҡобайыр әйттем. Аҙаҡ та таҡмаҡ әйткәндә Альбина апайыбыҙ “Елкәйҙә”не бейене һәм “Селтәр” студияһы исеменән Свердловск өлкәһе башҡорт үҙәге етәксеһе Фәймә Йосоповаға ҡатын-ҡыҙҙың йөҙ матурлығы булыр милли кейем өлгөһө – түшелдерек бүләк итте.
Сара ваҡытында яҡташым – Бөрйән ҡыҙын – күреп танышыу ҙур шатлыҡ булды. Ул да: “Апай, һеҙҙе күргәс, тыуған еремде күргәндәй булдым”, – тип ҡыуанып килеп ҡосаҡлап, ихластан аралашты беҙ­ҙең менән. Тыуған ер һәм туған тел, үҙ кешеләрең тарталыр инде шулай сит ҡалала.
Фестивалдең икенсе өлөшөндә төрлө ерҙәрҙән килгән коллективтар, Сибай ҡалаһынан “Тархан төркөмө”, урындағы милли ансамблдәр, төбәктәрҙән вәкилдәр ҡатнашлығында ҙур концерт ойошторолдо. Ошо мәлдә залда ултырған һәр кем халыҡсан рух менән сорналғандыр, ҡурай моңонан, туған телдәге йырҙары­нан көс-ҡеүәт алғандыр, моғайын. Мин сәхнәлә халҡыбыҙҙың матур йырҙарынан “Элмәлек”те һәм “Аршын уҡа”ны йырлап ишеттерҙем.
Бынан тыш, милли күргәҙмәләр, тирмә­ләр теҙелеп киткән фойела матур, фәһемле сара уҙғарылды. Төрлө төбәк вәкилдәре, милләт­тәштәребеҙ халыҡ уйындарын ойош­торҙо. Ололар ҙа, кеселәр ҙә – тамашаға килгән барса халыҡ ҡыҙыҡһынып ҡушылды уйындарға. Мин иһә үҙебеҙҙең көньяҡ райондарҙа киң таралған “Үҙән буйы” парлы бейеүен ойошторҙом. Бергәләшеп башҡа уйындар­ҙы ла күрһәттек. Беҙҙең халыҡтың бына ошондай йәштәрҙе таныштырған йыр-моңло, таҡмаҡлы, дәртле уйындары бик күп булған. Байрамдарҙа уларҙы уйнап, халыҡсанлығыбыҙҙы тергеҙеп, таныштырып йөрөһәк, бигерәк тә яҡшы. Был йәһәттән ойошторолған фестиваль ватандаштарыбыҙ өсөн дә, Свердловск өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн дә бик мөһим роль уйнаны, тип шикләнмәйенсә әйтә алам.
Альбина ИСХАҠОВА:
– Сара ваҡытында халҡыбыҙҙың матди һәм рухи мәҙәниәтен сағылдырған биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләренән матур күргәҙмә лә ойошторолдо. Шуға ла беҙ ҡыҙым Гөлнара менән бергә “Мин яратам” исемле шәхси күргәҙмәмде лә алып бар­ҙыҡ. Был сараны ла бик оҡшатты халыҡ. Ҡыҙым әйтеүенсә, ололар ҙа, йәштәр ҙә килеп түшелдерек, милли кейем өлгөләре менән ҡыҙыҡһына, фотоға төшә, эшләү серҙәре тураһында һораша. Төрлө ерҙән килгәндәр күргәҙмәгә. “Селтәр” студия­һын­дағы өлгөләр нигеҙендә түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен күрһәттем. Милли орнаменттар менән биҙәлгән, эсенә милли ҡурсаҡтар урын­лаштырған башҡорт тирмәһе лә күркәм­лек өҫтәне байрамға. Был да – үҙенә күрә халыҡҡа рухи мираҫты күрһәтеү, еткереү сараларының береһе. Сараның әһәмиәте лә – рухты тергеҙеү, рухты күтәреү мөмкинлеге ул.
Байрамға кеше эркелеп килде, тамаша залы халыҡ менән шығырым тулды. Бөгөн Екатеринбургта йәшәгән һәм туған те­лебеҙҙә иркен һөйләшкән Башҡортос­тандың Архангел, Балаҡатай, Бөрйән, Әбйәлил, Учалы райондарынан сыҡҡан ватандаштарыбыҙҙы күреп ҡыуандыҡ. Тамашаға килгәндәр араһында күп кенә йәштәрҙең рухи өлгөләр менән ҡыҙыҡһы­ныуы, урта быуындың үҙ балалары, ололарҙың ейән-ейәнсәрҙәре менән килеүе шулай уҡ һөйөнөс.
Милләттәштәребеҙ өсөн ҡәҙерле булыр бүләк – республика гәзит-журналдарын да тараттыҡ. Эй, ҡыуандылар ошо матбуғат баҫмаларына. Беҙ яратып алдырған һәм үҙебеҙ уҡыған “Ватандаш”, “Тамаша”, “Ағиҙел” журналдарын, “Баш­ҡорт­остан”, “Йәшлек” гәзиттәренең төпләнмәләрен алып барып, милләт­тәштәребеҙгә бүләк итеп ҡыуандыра алыуыбыҙға үҙебеҙ ҙә шатландыҡ.
Рухты тергеҙер матур сара булды был. “Селтәр” студияһы исеменән беҙгә ошо сарала ҡатнашырға булышлыҡ иткән Халыҡ ижады йорто директоры Артур Әлибәковҡа, фольклор бүлегенең баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙинаға, беҙҙе саҡыр­ған һәм ҙур күләмле сараны ойоштороуға күп көс һалған Свердловск өлкәһенең башҡорт ҡоролтайы етәксеһе Фәймә Фәхретдиноваға оло рәхмәтебеҙҙе белде­рәбеҙ. Киләсәктә лә яңы дәрт һәм көс менән милли саралар үтер, Башҡортос­тан һәм сит өлкәләрҙәге халҡыбыҙ менән милләт-ара бәйләнештәр ныҡ булһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518