Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балҡып ятҡан бәхет бар
Балҡып ятҡан бәхет барКөтөүсе Мөхәммәтшәриф Ҡыуатов төшкө ашҡа ҡайтып атынан төшөүе булды, шуны ғына көтөп йөрөгән кинйә ҡыҙы Әлмира, ғәҙәттәгесә, еңел генә һикереп эйәргә ултырҙы ла сабып сығып та китте. Ҡото осҡан атаһы: “Өйрәтелмәгән тай бит ул. Туҡта!” – тип ҡысҡырғанда ат тиҙлеген шәбәйткәйне инде. Быуыны ла нығынып өлгөрмәгән Әлмира, малҡайҙы туҡтатырға теләп, ҡысҡырып, йүгәнде бар көсөнә тартып ҡарай, ә ул, киреһенсә, ярһыулана ғына. Ҡыҙыҡай шығырлатып ялға йәбешә лә күҙҙәрен сытырлатып йома. Ҡолаҡтарында елдең геүелдәүе көсәйгәндән-көсәйә, бер-бер артлы алҡалары, сәсендәге таҫмалары осоп төшөп ҡала. Баш бирергә теләмәгән тай менән ныҡышмал ҡыҙ бала шулай ялан-ҡырҙар аша елә торғас, малҡай хәлдән тая һәм туҡтай.
...Ейәнсура районының Юлдаш ауылында үҫкән ҡыйыу ҡыҙҙың ҡулына яҙмыш тағы бик күп “өйрәтелмәгән тайҙарҙың”, йәғни республикабыҙ мәҙәниәтендәге мөһим башланғыстарҙың, йүгәнен тоттора. Егерме йылдан ашыу эшләп килгән “Сулпан” Сибай театры менән Сибай филармонияһы (хәҙер улар “Сибай концерт-театр берләшмәһе” тип йөрөтөлә), “Ирәндек моңдары” төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы, “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы – барыһы ла уның ярһыу аттай тынғы белмәҫ күңеле, ҡыйыулығы һәм фиҙакәрлеге нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Сәнғәт тигән ҡатмарлы ла, сағыу ҙа ялан буйлап елә-елә, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, актриса һәм режиссёр Әлмира ҠЫУАТОВА 60 йәшлек үргә лә менеп етте. Уның ошо бейеклегенән ниҙәр күренә икән?

– Әлмира Мөхәммәтшәриф ҡыҙы, Һеҙ Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас та Салауат театрына эшкә барған­һығыҙ. Ул йылдарҙа, бе­ле­­үе­­беҙ­сә, театр бер мага­зиндың ярты­һын­да, тар ғына бүлмәлә урынлашҡан була. Ижад юлын ауыр шарттарҙа башларға ҡыйынһынмауығыҙ үҙе үк сәнғәтте ни ҡәҙәр ныҡ яратыуығыҙ тураһында һөйләй түгелме?
– Был һөйөүҙе билдәле педагог, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Фәрдүнә Ҡасимова тәрбиәләне. Ул үҙенең класына туғыҙ кешене һайлап алды. Конкурс ҙур булды – бер урынға егерме ике абитуриент дәғүә иткәйне. Тәүге дәресе хәтеремдә. Ап-аҡ костюм кейгән иҫ киткес матур ҡатын-ҡыҙ килеп инде. Беҙ остазыбыҙҙан серле театр донъяһы, мауыҡтырғыс артист тормошо тураһында йылы һүҙҙәр көтөп ултырабыҙ. Шул саҡ ул бөтөнләй киреһен һөйләй башланы. “Һуң булмаҫ элек бынан китергә тырышығыҙ. Артист тормошоноң ауырлығын күҙ алдына килтермәйһегеҙ әле. Ғаиләгеҙ ҙә, бәхетегеҙ ҙә булмаҫ”, — тине. Шулай тип өс йыл ҡабатланы. Шуныһы ҡыҙыҡ: профессор сәнғәттән китергә өгөтләгән һайын беҙ сәмләндек, билдәле артист булыу теләге көсәйҙе. Тәжрибәле уҡытыу­сымдың  төплө уйланылған психологик алымына әле лә һоҡ­ланам. Сығарылыш ваҡытында: “Алҡыштарҙың тәмен белгәс, һеҙ хәҙер сәхнәнән китә алмая­саҡһығыҙ. Уға тоғро хеҙмәт итегеҙ. Китһәгеҙ, бәхетегеҙ тулы булмаясаҡ”, — тип оҙатып ҡалды. Туғыҙ студенттың барыһы ла сәнғәттә үҙ урынын тапты.
Фәрдүнә Ҡасимова иртәнән кискә тиклем беҙҙең менән шөғөлләнде. Актёр белеме биреүҙән тыш, остазыбыҙ декорация яһау, кейем тегеү, хатта былау бешереү, дөрөҫ итеп галстук бәйләү, ирҙәр күлдәгенең яғаһын йыуыу, йыуылған керҙе дөрөҫ элеү, әңгәмәсеңдең күңелен күреү кеүек күп һөнәргә лә өйрәтте. “Ҡунаҡханаға бер көнгә генә туҡтаһағыҙ ҙа, бүлмәгеҙҙе йәмләргә тырышығыҙ – түшәктәрҙе ҡағығыҙ, саңды һөртөгөҙ, тамашасылар бүләк иткән сәскәләрегеҙ менән биҙәгеҙ. Бер көнлөк урын да тормо­шоғоҙҙоң өлөшө, шуға ул да матур булырға тейеш”, — тип төшөндөрҙө.
Салауат театрында эшләгән осорҙа оҙайлы гастролдәрҙән, бер үк ролдәрҙе ҡабат-ҡабат уйнауҙан ныҡ ялҡтым. Өйҙә һирәк булыуым эҙһеҙ үтмәне — улым­дың атаһы менән айырылыштыҡ. Бер осрашыуыбыҙҙа Фәрдүнә Ҡасимовнаға зарланып алдым. Шундағы кәңәше ғүмерлеккә иҫемдә ҡалды. “Спектаклдәрҙә уйнауҙан арыһаң, бөгөн һуңғы тапҡыр сәхнәгә сығам икән тип хис ит”, — тине.
– Уҡытыусығыҙ Фәрдүнә Ҡасимова бер яҙмаһында һеҙ­ҙең хаҡта шулай ти: “Ниндәй һоҡланғыс, онотолмаҫ ине уның ролдәре! Мостай Кәрим­дең “Йәйәүле Мәхмүт”  спек­таклендәге Зәм­зәгөл образы тамашасыны ғына түгел, Мос­тафа Сафа улын да әсир итте. Ул Әлмира Ҡыуатованы “ми­нең Зәмзәгөлөм” тип йө­рөттө”. Яуланған уңыштарға ҡарамаҫтан, барыбер сәхнә­нән киткәнһегеҙ. Режиссёр һөнәре ҡайһы яғы менән күңелегеҙгә ятты?
– Бар теләгем, йәшәү мәғәнәһе актриса булыу, сәхнәләрҙә ҡолас йәйеп ижад итеү ине. Режиссёр булырмын тип уйламаным да. Әллә осраҡлыҡ, әллә яҙмыш... Был һөнәр мине, бәлки, бала саҡта уҡ үҙенә йәлеп иткәндер. 1-се мәктәп-интернатта уҡығанда класташым Сәрүәр Сурина (Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле журналист. – Авт.) “Ғәрәп” тигән матур пьеса яҙҙы, һәм беҙ уны сәхнәгә сығарҙыҡ. Артистарҙы ойоштороу, образдар әүәләү һымаҡ тәүге тәжрибәне шунда алғанмындыр.
Режиссёрҙы төҙөүсе менән сағыштырыр инем. Тамаша өҫтөндә эшләгәндә режиссёр иң тәүҙә уның ниндәй булырын күҙаллай һәм ижади төркөмдө үҙе артынан эйәртә, “тоҡандыра”. Ул “нигеҙҙе” генә түгел, тотош “йортто” төҙөй. Ул “йорт” баш­ҡаларҙан айырылып торорға, иғти­барҙы йәлеп итергә тейеш. Кешеләр унан аҙаҡ ял итеп йә уйланып ҡайтһа, тимәк, режиссёрҙың тырышлығы бушҡа китмәгән тигән һүҙ.
– Коллегаларығыҙ һеҙҙе ҡыйыу режиссёр тип атай. Күптәр Сибай филар­мония­һының барлыҡҡа килеүенә шик­­ләнеп ҡарағанда, унда көслө коллектив туплай алдығыҙ. “Салауат йыйыны” иһә халҡыбыҙҙың рух байра­мына әүерелде. Холҡоғоҙҙағы тәүәккәллек, саялыҡ ҡайҙан килә?
– Бер мәл Өфөләге йәһүд мәктәбе уҡытыусыһы менән аралашыу форсаты сыҡҡас, уларҙың тәрбиә алымдары менән ҡы­ҙыҡһындым. Ишетеп белеүе­беҙсә, был милләт вәкилдәре донъя иҡтисады менән идара итә. Тағы ла уларҙың берҙәмлеге, телдәренә тоғролоғо күптәрҙе көнләштерә. Уҡытыусы ҡатын: “Беҙ баланы бәләкәйҙән “Һин – йәһүд!” тип үҫтерәбеҙ”, — тине.
Шул саҡ иҫемә төштө: мин дә бит өлкәндәрҙең “Беҙ – дворяндар!” тип ғорурланыуын күреп үҫтем. Атайым һәм уның туған­дары йыйылған саҡта ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы, уҡы­мышлылығы тураһында һөй­ләйҙәр ине. Мәҫәлән, Ҡаһарман кантон XVIII быуат аҙағы – XIX быуат башында йәшәгән. Ул Рәсәйҙең төрлө ҡалаһына 200 башҡорт балаһын уҡырға ебә­реүҙе ойошторған. Уның бер туған ҡустыһы Мөхәммәттең улы Әлмөхәмәт Ҡыуатов тигән олатайым донъяуи белем биреүсе милли мәктәптәр асыуға булыш­лыҡ иткән.
Ошондай тарихтарҙы тыңлау үҙ-үҙемә ышанысты арттырған, арҡа һөйәгемде нығытҡан, күрәһең. “Үҫкәс, кем булаһың?” – тип һораһалар, алдынғы һауынсы, алдынғы уҡытыусы тигәнерәк яуап ҡайтарғанмын, йәғни һәр эштә беренсе булырға теләгәнмен.
– Танылған йырсылар Азамат Тимеров, Сәғиҙулла Байегетов, Илшат Яхин, Лилиә Ишем­йәрова, Нәсимә Тимерова, Гөлсөм Бикбулатова, Гөлдәр Ишҡыуатова, бейеү­селәр Гөлназ Аҡ­на­зарова,  Сулпан Асҡарова, Айтуған Дәүләткирәев кеүек сәхнә оҫталары­нан тыш бөгөнгө Башҡортостан мәҙә­ниәтен күҙ алдына килтереп булмай. Си­бай филармонияһын ойош­торған саҡта һеҙ, художество етәксеһе була­раҡ, уларҙы уҡы­ған ерҙәренән, хатта өйҙә­ренән барып алып, бөртөкләп йый­ғанһығыҙ, тиҙәр. Сәнғә­тебеҙ күген­дә бер юлы шул хәтлем “йондоҙҙоң” балҡыуы заманында күптәрҙе хайран иткәйне. Был күренеште нисек аңла­тырһығыҙ? Хәҙерге талантлы йәш артистарыбыҙға тулы залдар йыйыр өсөн нимә етмәй тип уйлайһығыҙ?
– “Бынамын тигән филармония ойоштороласаҡ. Һәр берегеҙҙең данлыҡлы исеме, яңы машинаһы, фатиры булыр, иң мөһиме – йыл һайын үҙегеҙҙең программағыҙ ҡуйыласаҡ!” – тип әүрәтеп саҡыр­ҙым йырсы һәм бейеүселәрҙе. 1994 – 2001 йылдарҙа эшләү дәүерендә артистарыма утыҙға яҡын программа ижад иттем. Беҙ был көслө коллектив менән Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнаштыҡ. Санкт-Петербург, Екатеринбург, Пермь, Ҡазан, Ҡурған, Белгород ҡалаларында, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Франция, Греция илдәрендә сығыш яһап, башҡорт сәнғәтен таныттыҡ. Сибай ҡалаһы хакимиәтенең ул саҡтағы башлығы Зиннур Йәрмөхәмәтов артистарыбыҙҙы ярҙамдан айырманы – лайыҡлы эш хаҡы, торлаҡ менән тәьмин итте.
Бөгөнгө йәш артистарыбыҙ нисек көн күрә? Ипотека түләр өсөн улар туйҙар алып барырға, өҫтәмә эшкә урынлашырға мәжбүр. Элегерәк йырсылар Башҡорт­остан дәүләт телерадиокомпанияһында бушлай клиптар төшөрә ала ине, хәҙер ул мөмкинлек тә ҡалманы.
Тамашасы башҡорт йырсыларына татарса, русса йырлау иркен бирмәй, Интернет селтәре аша ундайҙарҙы тәнҡитләп сыға. Икенсе халыҡтың телендә йырлауҙың бер насарлығы ла юҡ. Хәйҙәр Бигичев, Алһыу Сафина кеүек танылған йырсылар башҡортса йырлағандан уҡалары ҡойолмай бит. Ике һыйырҙы имгән быҙауҙың көсө лә күберәк була.
Йәштәребеҙ тағы бер ҡар­шылыҡҡа тарыны – баҙарҙы бүлеү эше яйға һалын­маған­лыҡтан, республикабыҙ тамаша­сыһын ситтән килгән артистар менән уртаҡлашырға мәжбүр. Беҙҙекеләр мәҙәниәт усағына афиша элһә, уның эргәһендә Татарстандың биш-алты йырсы­һының иғланы тора. Ғөмүмән, артистарыбыҙҙы яҡ­ларҙай закондар, уларҙы үҫтерерҙәй хөкүмәт ярҙамы етмәй.
– Мәсьәләне төптән беле­үегеҙгә ҡарағанда, йәштәр менән тығыҙ аралашып йәшәйһегеҙ шикелле?
– Улар миңә төрлө кәңәш йә ойоштороу эштәрендә ярҙам һорап йыш шылтырата. Журналистар менән аралашам. Тағы ла Башҡортостан Респуб­ликаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы тәҡдиме буйынса йәш артистарға сәхнә оҫталығы буйынса дәрестәр үткәрәм.
– Әлмира Мөхәммәт­шә­риф ҡыҙы, 50 йәшлек юбиле­йығыҙҙы билдәләгән сарала һеҙ “ҡыҙыл балаҫ” буйлап үткән Голливуд актрисаларын хәтерләткәйнегеҙ: ҡыйыу күлдәк, тел тейҙергеһеҙ прическа... Бөгөн иһә беҙ тирә-яҡҡа илаһи нур һирпеп торған мөслимәне күрәбеҙ. Һеҙҙәге бындай үҙгәреште ирегеҙ Байрас Нәдим улы нисек ҡабул итте?
– Тәүҙә: “Ниңә улайтып кейенеп йөрөйһөң?” – тип өйрәнә алманы. Һуңынан Ҡаҙағстандағы командировкаһынан матур-матур яулыҡтар алып ҡайтты. Әһә, мин әйтәм, тимәк, ябынып йөрөүемде хуп­лай.
Бәләкәйҙән Ғәзизә өләсәйем­дең доғаларын, ифтарға йыйыл­ған ҡатын-ҡыҙға дини китаптар уҡыуын тыңлап үҫкәнгә күрә, күңелем дингә тартылды. Изге доғалар миңә шатлыҡты ла, ҡайғыны ла күтәрергә ярҙам итә. Былтыр бер туған ике ағайым мәрхүм булды, апайым ҡаты ауырып китте. Әгәр намаҙ уҡымаһам, нисек барыһын кисерер инем дә ҡайҙан сабырлыҡ алыр инем, белмәйем...
Әлхәмдүллиләһ, иманлы йәштәре­беҙҙең һаны арта. Роберт Юлдашев, Сәғиҙулла Байегет, Ринат Рамазанов кеүек танылған артистарҙы алып ҡарайыҡ. Намаҙҙа булыу уларға әүҙем эшмә­кәрлектәрендә ҡамасауламай, киреһенсә, уңыш яуларға көс бирә. Ни өсөн башҡорттар, күп иҙелеүҙәргә ҡарамаҫтан, революцияға тиклем көслө, уҡымышлы, күп һанлы халыҡ булған? Беҙ артабан да бары тик иман ярҙамында милләт булараҡ һаҡланып ҡала алабыҙ.
– Тормош тигән атығыҙ әле лә сән­ғәт яланынан ситкә тайпылмай елә. Ул яланда һеҙ йән өргән бай­рам­дарҙың дәрт­ле тауыштары, тама­ша­сы­лары­ғыҙ­ҙың ялҡынлы алҡыш­тары яңғы­рай. Үҙегеҙ берсә яратҡан ши­­ғыр­­ҙа­рығыҙ­ҙы илһамланып һөй­ләй-һөйләй, берсә ихлас көлә-көлә дил­бегәне һәлмәк кенә һелкетеп бара­һығыҙ. Янығыҙға – иман нурына ҡор­шалған арбағыҙға кемдәрҙе ул­тырт­­ҡанһығыҙ, нимәләр һалып алғанһығыҙ?
– Унда рәхмәттәр тулып ята. Мул тормошом өсөн Хоҙайға рәхмәт. Апайым менән еҙнәмә рәхмәтлемен, улар балаларҙы үҫтереште, әле лә беҙҙе ит менән тәьмин итәләр. Тәүге ирем Салауат Ғайсаровҡа, уның атаһы менән әсәһенә улымды ҡарашҡандары өсөн рәхмәт уҡыйым. Сибай филармонияһына эшкә килгән йәштәргә рәхмәт шулай уҡ. Уларҙың ата-әсәһенә иманлы, тәүфиҡлы балалар үҫтергән өсөн рәхмәтем ҙур.
Янымда мине ярты һүҙҙән аңлаған ирем бар. Ул – Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфө “Нур” татар дәүләт театрының баш режиссёры Байрас Ибраһимов.
Иң мөһиме — балаларым өсөн күңелем тыныс. Айтуған улым менән Юлиә киленем, ҡалала ҡалыр өсөн шарттар булһа ла, Ейәнсура районында йәшәргә ҡарар итте. Улым умартасылыҡ менән шөғөл­ләнә. Иркен йорт һалып сыҡтылар, Наилә һәм Батырхан исемле балалары үҫеп килә.
Алтынай ҡыҙым менән Рушан кейәүем Сочиҙа тора. Ҡыҙым мин тормошҡа ашыра алмаған хыялды ысынбарлыҡ итеп ҡыуандырҙы – өс балаға ғүмер бирҙе. Тамерлан, Ғәйшә һәм Кәримдең бала саҡтарының тәмен, ҡәҙерен белеп йәшәй.
Был арбала үкенес тә ята – эш артынан ҡыуып, ғәзиз балаларым алдында әсәйлек бурысын үтәп еткерә алманым тигән ғәйеп тойғоһо.
Балҡып ятҡан барлыҡ бәхет­тәрем араһында иң татлыһы ла бар. Ул – өләсәй булыу бәхете.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 261

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 480

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 133

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118