Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостан мөхтәриәтен иғлан итеү
Башҡортостан мөхтәриәтен иғлан итеүБольшевиктар Петроградта хакимлыҡ итә башлау менән, Рәсәй ҡул аҫтындағы милләттәрҙең үҙаллылығын таныуҙары хаҡында 2 ноябрҙә тарихи декларация ҡабул итте. Башҡорт Мәркәз шураһы, был хаҡта кәңәшләшеп, иғлан ителгән декларациянан файҙаланып маташмаҫҡа һәм халыҡты бындай пропаганданан алданыуҙан ҡурсалап, 11 ноябрҙә тарихҡа ингән “Беренсе һанлы фарман”ды (Приказ № 1) нәшер иттек.


Күтәренкелек рухы

Һуңынан совет матбуғатында беҙгә ҡаршы бик оҙаҡ ҡулланылған һәм автономиялы Украинаға вәкил ебәреүебеҙҙе белдергән был фарманда шундай һүҙҙәр ҙә яҙылғайны: “25 октябрҙә Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәте төшөрөлгәндән һуң Рәсәйҙә ватандаштар араһында һуғыш дәүере башланды. Беҙ Советтарҙы ҡабул итмәйбеҙ, сөнки үҙ хоҡуҡтарыбыҙға үҙебеҙ ҡаҙанырға теләйбеҙ. Автономияны Советтар ҡулынан алмаясаҡбыҙ, сөнки беҙ үҙ өлкәбеҙҙә инсандың хоҡуҡ һәм ихтыярын үҙ ҡулыбыҙ менән сикләргә риза булмаясаҡбыҙ”.
Һуңыраҡ, Советтар менән солох төҙөгәндән һуң, Ленин үҙе минән был фарман хаҡында һораны. Мин уға: “Эйе, фарманды мин яҙҙым, ул халҡыбыҙҙың шул замандағы милли хакимиәтен аңлатыу ине. Бында иң мөһиме – Рәсәйҙә анархизм хөкөм һөрөү сәбәпле, Башҡортостандың мөхтәриәтен иғлан итеү кәрәк булды, сөнки мосолмандарҙан башҡа бер өлкә лә бығаса өлкә мөхтәриәтен иғлан итмәгәйне әле”, – тинем. Ысынлап та, эш тап шулай ине. Был фарманды иғлан иткәндән һуң, дүрт көн үткәс, 16 ноябрҙә (Европа хисабы менән 29 ноябрь) Башҡортостандың мөхтәриәтен рәсми рәүештә иғлан итеп, милли хөкүмәт төҙөнөк. Кантондарҙа милли ғәскәр ойоштора башланыҡ. Халҡыбыҙ араһынан үҫеп сыҡҡан Юныс Бикбовты хөкүмәт рәйесе итеп һайланыҡ. Миңә хәрби һәм эске эштәр тапшырылды. Был мөнәсәбәт менән халыҡҡа мөрәжәғәт итеп баҫтырған декларациябыҙҙа Украина менән аңлашыуыбыҙ һәм унда вәкилдәр ебәреүебеҙ хаҡында иғлан иттек.
Украинаға һәм Дон казактарына яҙған мөрәжәғәтебеҙҙә 210 йыл элек украиндарҙың Мазепа етәкселегендә, Дон казактарының Булавин етәкселегендә, башҡорттарҙың Морат Солтан һәм һуңыраҡ Ибраһим Солтан етәкселегендә Бөйөк Петрға ҡаршы күтәрелештәр ваҡытында союз урынлаштырыуын хәтерләттек. Был мөрәжәғәттәрҙең бик яҡшы тәьҫир ҡалдырыуын һуңынан белдем.
Башҡортостандан һуң Ҡырым, унан (иҫкесә – 11, яңыса 24 декабрҙә) Төркөстан һәм бер аҙҙан Азербайжан һәм Ҡаҙағстан йөмһүриәттәре иғлан ителде. Ноябрь айы башында ҡаҙаҡ менәүәрҙәре менән юғарыла иҫкә алынған кәңәшмәләребеҙ барған осорҙа (Башҡортостан мөхтәриәте иғланынан алда) өс карта эшләнем. Уларҙың береһен – Ҙур Башҡортостан, икенсеһен – Бәләкәй Башҡортостан, өсөнсөһөн “Шәрҡи Рәсәйҙең Азат мосолман өлкәләре берлеге” исеме менән мөхтәриәт иғланы нигеҙендә нәшер иттек. Бенигсен әфәнде 1964 йылда Парижда нәшер иткән “Рәсәй мосолмандары матбуғаты һәм милли хәрәкәте” исемле әҫәрендә ошо һуңғы картаның фотоһүрәтен баҫып сығарҙы.
1918 йылда, Һамарҙа, Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан хөкүмәттәре вәкилдәре йыйылышынан һуң, уны яңынан нәшер иттек. Минең өсөн бик мөһим иҫтәлек булған был карталарҙы Төркиә генералы Нури Жонгур паша Рәсәйҙә булған саҡта ҡулына төшөргән икән. Һуңынан Анкарала миңә һәҙиә итте. Мин дә уларҙың һуңғыһының, йәғни Һамарҙа һәм 1921 йылда Бохарала баҫып сығарылғанының, фотоһүрәтен “Төркөстан тарихы” китабыма (371-се бит) индереп, нәшер иттем. Беҙ мөхтәриәт иғлан иткәндә бөтә Башҡортостанды түгел, ә уның мосолмандар 70 проценттан кәм булмаған өлөшөн күҙ уңында тоттоҡ, ул “Бәләкәй Башҡортостан” исеме менән билдәле.
Мосолмандар аҙсылыҡ тәшкил иткән ерҙәрҙәге башҡорт һәм татарҙарҙы был өлкәгә һәм Төркөстанға күсереп алырға уйлай инек. Бәләкәй Башҡортостан 79560 км2 ер биләп, унда 1917 йылда 1259 059 кеше йәшәй ине. Шуларҙың 72 проценты – мосолман. Планыбыҙ буйынса Башҡортостан менән Көнбайыш Ҡаҙағстан һәм Ырымбур казактарының үҙәге Ырымбурҙа булырға тейеш, һуңыраҡ Башҡортостан менән Ҡаҙағстан рәсми рәүештә бер өлкәгә берләшһә, рус казактары ла уға ҡушылыр ине.
Казактар араһында шул фекерҙе икеләнеүһеҙ ҡабул иткән дуҫтарыбыҙ булды. Мин дә яртылаш төрөк булған был казактарҙың беҙҙең менән һыйышып йәшәренә ышана инем. Ҙур күтәренкелек рухы тыуҙырған мөхтәриәт идеяһы милли шағирҙарыбыҙ Сәйетгәрәй Мағазов, Шәйехзада Бабичтың күп шиғырҙарында тасуирланды. Башҡорттар, Уралдың көнсығышындағы мишәрҙәр үткән быуаттың һуңғы сирегенә тиклем кантонлыҡ формаһындағы милли хәрби идараға буйһоноп йәшәгәнлектән, сик һағы ғәскәре булараҡ, улар милли мөхтәриәт фекерен бик тиҙ аңланы.

Өсөнсө башҡорт ҡоролтайы

Ноябрь башында ҡаҙаҡ менәүәрҙәре менән берлектә ҡабул ителгән ҡарар буйынса Башҡортостандың III Ҡоролтайын 1917 йылдың 20 декабренән 1918 йылдың 4 ғинуарына тиклем үткәрергә булдыҡ. Был ҡоролтай өлкәбеҙҙең иң ҙур мәжлесе буласаҡ ине. Хөкүмәтебеҙ ағзаларының күбеһе шул арала Петроградта асыласаҡ Рәсәй Ҡороусылар мәжлесе ағзалары булып һайланған. Әммә большевиктарҙың был мәжлескә юл бирмәйәсәген, шуға күрә мәмләкәтебеҙҙә эшмәкәрлегебеҙ файҙалыраҡ буласағын аңлап, унда китмәнек. Киреһенсә, үҙ ҡоролтайыбыҙҙы Ҡороусылар мәжлесе асыла торған көндәрҙә йыйҙыҡ.
Ҡоролтайҙың тыныс һәм ашыҡмай эшләүен тәьмин итеү маҡсатында йыйылыусыларға үҙ аты, аҙығы менән килеү тәҡдим ителде. Шулай уҡ ун көнгә егерме дүрт кешелек һаҡсы ғәскәр килеүен дә кәрәкле таптыҡ. Был сарабыҙ, ҡалалағы татар комитетының һәм Ырымбур вәлийе Архангельскийҙың беҙгә ҡаршы хас дошманса мөғәмәлә итеүҙәре шартында бик урынлы ине.
Ҡаҙаҡтарҙың ҡоролтайы беҙҙән бер аҙ әүәл башланһа ла, ағзаларының күбеһе әле таралышмағайны. Ҡоролтайыбыҙҙа ҡаҙаҡтарҙан Сәйет Ғәзим Ҡыдырбаев менән Мостафа Чокаев күҙәтеүсе булараҡ ҡатнашты. Чокаев ун көндән һуң Ҡуҡанда ойошторолған үҙаллы Төркөстан хөкүмәтенең сит ил эштәре министры булды. Мин дә бер-ике тапҡыр ҡаҙаҡтар ҡоролтайында күҙәтеүсе сифатында ҡатнаштым, һәр ике ҡоролтай бер-береһен тәбрикләне.
Был ҡоролтайҙа Арғаяш кантонлығы башҡорттарынан Ғәбделхай Ҡорбанғәлиев менән Минһаж исемле арҡаҙашы, монархист рустар менән берләшеп, оппозиция тәшкил итергә маташты. Үҙен социалист итеп күрһәтергә тырышҡан Шәриф Манатов шул уҡ ваҡытта улар даирәһенә инә ине. Ҡорбанғәлиев Манатовты Башҡортостан хөкүмәте рәйесе итергә тырышты, беҙ иһә адвокат Юныс Бикбовты һайларға уйлай инек. Ҡорбанғәлиев, халыҡҡа күрһәтеп, Манатовҡа биҙәкле тун һәҙиә итте. Шул уҡ ваҡытта миңә Туҡсоран кантонлығы башҡорттары ҡоролтай исеменән боронғо эйәр менән бәйге аты һәҙиә итте. Өҫтәүенә алтын-көмөш менән биҙәлгән, ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған көмөш сәй таҡымы, алтын ялатып яҙылған ҡул янсығы бүләк ителде. Батмусының төбөнә гүзәл шиғырҙар яҙылған был бүләктәрҙең миңә белгертмәй, алдан әҙерләнгәнлеге аңлашылды. Улар минең ғүмерем эсендә милләтем исеменән бирелгән иң самими бүләктәр булды. Эйәрҙең һәр яғына аҡыҡ тағылған, өҙәңгеләре – алтын ялатылған көмөш. Янсыҡты оҙаҡ ваҡыт ҡулымда йөрөттөм. Ниһайәт, адъютант Муһлияның ғәскәрҙәре Иранға сыҡҡас, һатырға мәжбүр булдым.
Минең өсөн башҡорт хәрәкәтенә етәкселек көтөлмәгән бер эш булды, йәғни мин был хәрәкәттең юлбашсыһы булырымды алдан белмәнем. Ташкент Советтар ҡулына күсмәгән булһа, мин Ырымбур менән Ташкент араһында йөрөп эшмәкәрлек итер инем. Ҡыҫҡаһы, был ҡоролтай Башҡортостан мөхтәриәтен ҡанунлаштырҙы. Рәсми хөкүмәт ҡоролдо. Юныс Бикбов – рәйес, мин элеккесә эске һәм хәрби эштәр мөдире, офицерҙарҙан Әмир Ҡарамыш миңә ғәскәри эштәр буйынса ярҙамсы булды. Илдархан Мутин – финанс, татарҙарҙан Ғабдулла Әҙһәмов – мәғариф, Айытбаев ауыл хужалығы мөдирҙәре ине.
Хәрби өлкәлә боронғоса “Башҡорт ғәскәри идараһы” (Башкирское войсковое управление) ойошторолдо. Ҡоролтай башҡорт милли ғәскәре төҙөргә ҡарар ҡабул итте. 1918 йылдың 5 ғинуарында офицерҙарыбыҙҙан Мөхтәр Ҡарамыш, Ғабдулла Мираҫ, Ғабдулла Иҙелбай, Ғимран Мағазов, поляк офицеры Бритц һәм уның ике арҡаҙашы, Ырымбур казак хөкүмәтенән бер аҙ ҡорал алып, Баймаҡ яғына беренсе башҡорт полкын төҙөү өсөн ебәрелде. Йыһаз булдырыу, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы биреү һәм полкты аҫрарлыҡ аҡса булмау сәбәпле, һалым һалып, аҡса тупланыҡ. Үҫәргән кантонында, батша тарафынан дөйөм мобилизация мөнәсәбәте менән араҡы һатыу тыйылғанлыҡтан, Самакиндың араҡы фабрикаһында бик күп араҡы йыйылғайны. Уны конфискациялап, рустарға һатырға ҡарар иттек. Был яҡтағы бөтә рус ауылдарынан, хатта Ырымбур казак ауылдарынан рустар сәйнүк, шешә, биҙрә, ҙур шешә, мискә менән килде. Осһоҙ хаҡҡа һатылды. Ярты миллион һум тирәһе рус аҡсаһы йыйылды. Уны хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләргә кантондарға ебәрҙек.
Ҡыҙыҡ ваҡиғалар ҙа булғыланы. Рустарҙың күбеһе шунда уҡ эсеп, фабрика янында аунап ятты. Стакан менән эсеп туя алмай, ҡайһылары мискә кранына ауыҙын ҡуйып эсә башланы. Береһе бер нисә метр бейеклектәге мискәнең өҫтөнә менгән, иҫерек булғанлыҡтан мискә эсенә ҡолап, тонсоғоп үлгән. Башҡорт һалдаттары, рустар белеп ҡалһа, был мискәләге араҡыны алмаҫ, тип үлгән русты йәшерен рәүештә сығарып күмгән һәм бер кемгә лә һөйләмәгән.
Башҡорттар араҡы эсмәй ине. Һалдаттарҙың һис береһе араҡыға телен дә тейҙермәне. Иҫерек рустарҙың бәғзеләре аттарына ла араҡы эсергән, һуңынан улар, Вәлидов кеүек беҙҙең милләтебеҙҙе ҡунаҡ иткән һис кем булманы, тип һөйләп йөрөгән. Ул арала кантондарҙан аҡса йыйылды, араҡы фабрикаһы аҡсаһына мохтажлыҡ ҡалманы. Ғәскәр өсөн халыҡ һәр төрлө фиҙакәрлеккә әҙер ине. Бөрйән кантонында тупланған аҡса ғына ла бер полкты байтаҡ ваҡыт йәшәтерлек аҙыҡ алырға мөмкинлек бирҙе. Әммә большевиктарҙың эштәре ыңғайға китте.
Шул арала Шәриф Манатов мәсьәләһе килеп сыҡты. Ҡоролтай тарафынан комитетта яуаплы вазифаға һайланмағанлыҡтан, ул ныҡ ҡайғырҙы. Реакционерҙар тарафынан тун бүләк ителеүе хаҡында ла арҡаҙаштарыбыҙ йөҙөнә бәреп әйтә ине. Ул тамам ситләтелгән хәлдә ҡалды. Ҡороусылар мәжлесе ағзаһымын, шунда китәм тигәс, Хөрмәтулла уға: “Һин Ҡороусылар мәжлесенә түгел, мәжлесте һәм, ғөмүмән, демократияны емереү эшендә Ленин иптәшеңә ярҙам итергә китәһең. Бында беҙҙең арабыҙҙа ла, монархистарҙы яҡлап, беҙҙең эште емерергә тырышыуың менән улар ҡәнәғәт булыр”, – тине. Мәркәз комитеты һәм хөкүмәт уны үҙ яйына ҡуйҙы. Башҡортостан эштәре буйынса уға бер ниндәй ҙә бурыс йөкмәтелмәне, һәм Манатов беҙгә ҡаршылыҡ күрһәткән коммунист Мулланур Вахитов комитетына инде.

“Хәтирәләр” китабынан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511