Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Илһөйәрлек йәйеБыйыл Белорет районында һис ҡасан күрелмәгәнсә бәрәкәтле йыл булды. Бәрәкәт тигәнем һис тә тәбиғәт шарттарына бәйле түгел, ә яҡташтарым күңелендә илһөйәрлек тойғоһо күтәрелеүендә.
Республикабыҙҙың һуңғы 250 йыллыҡ тарихына ғына күҙ һалғанда ла, Көньяҡ Уралдың башҡорттар йәшәгән тау-урманлы төбәгенең ярайһы ҙур өлөшөн хәҙерге Белорет районы (Тамъян-Ҡатай кантоны) биләгән. Бында тиҫтәләгән тау-металлургия үҙәктәре урынлаша. Уларҙы сеймал менән тәьмин итеү өсөн заводтар тирәләй йөҙәрләгән ауыл барлыҡҡа килә. Тиҫтәләгән мең кеше заводтарҙы сифатлы руда менән тәьмин итеү кәсебендә үҙ урынын таба, күптәр урман ҡырҡып, күмер үртәүгә йәлеп ителә.

Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, иҡтисадта барлыҡҡа килгән яңы технологиялар йәшәйешкә үҙ өлөшөн индерә. Кисә бик тә кәрәк булған шөғөлгә иртәгәһенә бер талап та ҡалмаған осраҡтар йышая. Шул сәбәпле, 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 62 йортта көн күргән Айыста бөгөн унлаған ғына өй ҡалған. Магазин, мәктәп күптән инде онотолған – улар юҡ. Нисектер электр уты, машина йөрөрлөк ҡырсын юл һаҡланған.
Йәйен-ҡышын да юл булғас, Айыс халҡы ҡыш өҫтөнән үк “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәрергә килешкәйне. Ошонда тыуып, хәҙер Белоретта, Магнитогорск, Межгорье ҡала­ларында һәм Инйәрҙә йәшәгәндәр ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән ауыл зыяратын кәртәләүҙән башланы был изге эште. Эшҡыуарҙар һәм һәр кем хәленән килгәнсә аҡсалата йә техника менән ярҙам итә. Ҡул көсө менән ярҙам иткәндәр ҙә бихисап. Инйәр ауыл хакимиәте лә бюджеттан 40 мең һум күсереп, техника биреп, юлды төҙөкләндерә. Бик мәслихәт, башҡа эштәрҙән дә баш тартмай биләмә етәкселәре.
Әлбиттә, башта уҡ барлыҡ был эштең төп мәғәнәһе ауылдаштар осрашыуы уҙғарып ҡына, ҡунаҡ булып, йырлап-бейеп таралышыуҙа түгел ине. Улар Бөйөк Ватан һуғышына киткән ҡырҡлаған ауылда­шының (шуларҙың яртыһы әйләнеп ҡайта алмаған) исемен мәрмәр ташҡа уйып яҙып, стела ҡуйыу өсөн йыйылды. Был изге эштә ҡатнашҡан һәр кемгә айырым туҡталып тормай, Мөнирә Сәлим­йәнова менән Азамат Мосабировтарҙың зыярат кәртәләүҙә күрһәткән башланғысын дауам итеп күтәреп алған Хисаметдин Мырҙа­ғәлингә, Кәрим Солтановҡа, Инйәр­ҙән йөрөп таш сығарған Нур Зариповҡа, ваҡыттарын йәлләмәй Белореттан йөрөп ҡул көсө менән тос ярҙам күрһәткән Шәрәфетдин Әғзәмовҡа һәм уның хәләл ефете Лидияға, Вәрис Әғзәмовҡа, Рафаил Сәлимгәрәевкә, Татлынан килеп ҡорбан аштары менән һыйлаған Риф Дәүләтов менән Рауза Дәүләтова-Сәлимгәрәеваға сикһеҙ рәхмәт белдерә ауылдаштары. Бындай ҙа ҙур, иҫтәлекле сараға ҡәнәғәтлек йөҙөнән Инйәр ауыл хакимиәте ҡуйған ҙур тирмәлә 50 литрлыҡ 1856 йылғы еҙ самауыр ҙа боҫон борлатып, байрам тамамланғансы “йырлап” ултырҙы.
Айыстар һәр ваҡыт эшһөйәр булды, шуның өсөн ваҡытында уларҙың байтағы, Инйәр урмансылығында фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп, дәүләт наградаларына, орден һәм миҙалдарға лайыҡ булды. Уҡып белем алыуҙа ла һәр саҡ маһир улар. Араларынан Хәбибрахман Зарипов – журналист, оҙаҡ йылдар “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләне. Хәбир Мөхәмәтшин – граждандар авиацияһы ветераны, Нуретдин Сафиуллин полковник дәрәжәһенә тиклем үҫте. Уларҙың өсөһө лә хәҙер мәрхүм инде.
Айыс ауылы халҡының тормош көтөүгә айырыуса ныҡышмал, ынтылышлы булыуын билдәләп, шуны ла әйтмәй үтә алмайым. 1950–1960 йылдарҙа бында биш-алты баланан да аҙ һанлы ғаилә булманы. Фронтовик ҡатыны Зөһрә Әғзәмова, 17 балаға ғүмер биреп, бер үҙе хәҙерге биш кешелек “демографик план”ды арттырып үтәне. Күршеһе, шулай уҡ фронтовик ҡатыны Шәрифә апай ҙа унан күпкә ҡалышманы – 14 бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Уларҙың өй алдарында эләгеп йығылырлыҡ булып, аяҡ аҫты туп-тулы балалар уйнап йөрөгәне әле лә хәтерҙә. Барыһы ла хеҙмәт һөйөп үҫте, юғары һәм махсус урта белем алып, дипломлы белгес булып китте.
Күп тә үтмәй икенсе шундай уҡ сара Хоҙайбирҙе ауылында ла үтте. Ҡарурмандан Елмерҙәк итәге буйлап барһаң, Айыстан бик алыҫ та түгел (30 саҡрымлап ҡына) ул бөткән ауыл урыны. Борон ҡыҙ бирешеп, килен алышып йәшәгән туғандаш ауылдар. Тик әүәл һыбай юлдарҙы күптән ағас баҫҡан. Хәҙер Туҡан, Егәҙе аша йөҙ саҡрымдан ашыу юл ғына тоташтыра. Ҡырҡ йыл элек картанан төшөп ҡалған был ауылға барып етеү үҙе ҙур батырлыҡҡа тиң! Заманында Белорет урман хужалығының Егәҙе урмансылыҡ пункты айыу ултырып иларлыҡ итеп емергән, һигеҙ-туғыҙ саҡрымлыҡ Егәҙе–Өскәзә–Хоҙайбирҙе маршрутын ҡеүәтле ике “Урал” машинаһына тейәлешкән энтузиастар, машина бортына сат йәбешеп өс сәғәткә яҡын барырға мәжбүр булдыҡ. Береһенән-береһе тәрән соҡорҙарҙа ырғып, ана ағасҡа бәреләм, бына ботаҡ килтереп һуға тигәндә лә машина арбаларында күмәк йыр тынманы. Кемдәрҙер йәш сағындағы ике сәғәттә үтә торған таныш һуҡмаҡтарын иҫенә төшөрөп, кемдәрҙер, бәлки, тәүге мөхәббәттәрен һағынып һелкенә торғас, тәғәйен урынға барып та етелде.
Ауыр юлды йырҙар еңеләйтә,
Ҡыҫҡа итә оҙон юлдарҙы, –
тип кемдәр генә йырлап үтмәгән икән ул тирәнән. Хоҙайбирҙеләрҙең яратҡан иҫтәлекле Маяҡ тауында ҡунаҡтарҙы ҡаршылау өсөн бар нәмә лә әҙер ине. Өҫтәлдәр, сәхнә эшләнгән. Хатта ямғырҙан һаҡланыу өсөн брезент сатырҙар ҙа ҡоролғайны. Халыҡ өсөн изге булған Маяҡ тауының ауыл яҡлап урманлы булғанын бер кем дә хәтерләмәйҙер. Мал тапап торҙомо, әллә көньяҡтан иҫкән йәйге ҡыуан елдәр ағастарға үҫергә бирмәнеме – билдәле түгел. Әммә тап ана шул көньяғынан ауылдың йәме булып, йөҙйәшәр йыуан ҡарағай ултырҙы. Ҡышҡы һыуыҡтарға ла, ел-дауылдарға ла бирешмәне, ләкин ағастарҙың да яҙмышы кешенеке кеүек. Ауылда бер кеше лә ҡалмағас, 90-сы йылдар башында йәшен ата уны. Был турала ишетеп, ярты Хоҙайбирҙенең тип әйтерлек күҙ йәше түккәнен ишетә беләм. Уның һерәйеп ҡалған ҡара торомбаш олоно эргәһенә йәш үҫенте ултырттылар. Был изге эште Хоҙай ҡабул итеп, йәш ҡарағай тауҙы йәмһеҙләп ултырған торомбашты кеше күҙенән йәшереп, хәҙер үҙе лә тарбайып, егерме метрҙан артыҡ күккә тартылған. Был ауылдың терелеп китеренә ишара түгелме? Элекке ауыл тирәһендәге яландарҙы ағас баҫмаған, урманы ла етерлек. Ике саҡрымда ғына – Еҙем йылғаһы. Әлегә юл һәм электр мәсьәләһе генә асыҡ ҡала. Ҡортсолоҡҡа ла, малсылыҡҡа ла, сама менән эшләһәң, урмансылыҡҡа ла урын бар әле бында.
Төп мәсьәләнән ситкә китеп барам булһа кәрәк. Ҡунаҡтарҙың барыһы ла сәхнә тирәһенә йыйылғас, Гөлсөм Мостафина бөтәһенә лә атаһы – йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, уҡытыусы, рәссам Нурислам Шәйхуловтың хәтерҙән яҙылған “Маяҡ” тигән картинаһын күрһәтеп сыҡты. Нурислам Шәйхуловтың ул ҡарағайҙың һәр йәйегенә тиклем иҫләп, теүәл итеп картинаға төшөрөүенә ғәжәп ҡылырлыҡ.
Әсәһе ошо ауылда тыуып үҫкән, бала сағында ваҡытын бында әҙ үткәрмәгән инженер, һәүәҫкәр композитор Мөхәрәм Сәлимов та ауыл тарихы, еҙнәһе тураһында күп йылы һүҙҙәр әйтте. Нурислам Шәйхуловты яҡшы белгән кеше булараҡ, уның ҡайһы китабы ҡасан, ниндәй шарттарҙа ижад ителеүе тураһында миңә лә бер нисә һүҙ менән сығыш яһарға насип итте. Ошо урында хәҙерге көндә Учалы ҡалаһында йәшәгән ветеран, яҙыусы Исмәғил Ғимрановты телгә алмаһам, ҙур хилафлыҡ ҡылған булыр инем. Ул да ошо ауылда тыуып үҫкән. Унға яҡын китап авторы. Туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуһа ла, һаман да ижад эшен туҡтатмай.
Ә барлыҡ был эште сығышы менән ошо ауылдыҡы, Туҡанда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Фәнил Айытбай улы Абдуллин ярҙамында башлап ебәреүселәр – мәрхүм яҙыусы Нурислам Шәйхуловтың ҡыҙҙары Зифа Мөхәмәтйәрова, Гөлсөм Мостафина, Ләлә Һиҙиәтова, Зилә Рәхимова, мәғариф ветераны Рәшит Нәғим улы Ғүмәровтың Ишембай районынан килгән ҡыҙы Рима Әминева менән Екатеринбург өлкәһенән ҡайтҡан ҡыҙы Наилә Ишмырҙина булды. Улар үҙ иҫәптәренә “Был урында Хоҙайбирҙе ауылы булды” тигән мәрмәр стела ҡуйып, төбөнә (тағы ла илле йылдан һуң асыу шарты менән) 1950 йылдарҙан бирле Хоҙайбирҙелә йәшәгән кешеләрҙең исемлеге яҙылған капсуланы һалды.
Әйтергә кәрәк, был ауылдан башҡа данлы кешеләр ҙә байтаҡ сыҡҡан. Шуларҙың береһе – Нюренберг процесында ҡатнашҡан фронтовик, офицер, һуңынан күп кенә етәксе урындарҙа, “Урал” район гәзитендә эшләгән, “Совет Башҡортостаны” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе булған, Магнитогорск тау-металлургия институтының Белорет филиалында тарих, философия фәндәренән уҡытыусы булып эшләгән Нәсибулла Ғүмәров.
Өсөнсө яҙмам Хәйбулла ауылы тураһында. Халыҡ араһында Һаралы исеме менән йөрөй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, данлы Баҡыйҙан ары уҙырға яҙманы миңә бер ваҡытта ла. Байрамдың үҙендә лә ҡатнашмағас, тулыраҡ мәғлүмәт бирә алмайым. Белоретта йәшәгән милиция ветераны, әүҙем йәмәғәтсе Наил Вәлиев күрһәткән фотолағы стелаларҙан күҙаллап, ҙур ғына ауыл булғандыр тигән фекергә килдем, сөнки һуғышҡа киткәндәр генә лә йөҙҙән ашыу. Һаралылар ҙа тантанаға “Урал”дар менән саҡ барып ҡайтҡан икән.
Тыуған ерҙең ниндәй тартыу көсө булырға тейештер? Үҙен хәтерләгән ул һәм ҡыҙҙарына бер нисә ҡыйшайған һарай, емерек өйҙәре менән ҡыйыш ҡапҡа бағаналарын ғына күрһәтеп ебәреү өсөн килтерергә! Ә бит, ысынлап та, шулай. Сығып киткәндә йүгереп китәбеҙ, ҡайтыр саҡта юлдар өҙөлә лә ҡуя. Ҡайтып етһәң, ултырып ял итерлек нигеҙ ҙә булмай сыға. Рәзилә Вәлиева менән Зилә Миңгәрәева бик матур алып барғандыр байрамды, тип ышанам. Учалыла төпләнгән Миңзифа Вәлиеваның да моңло тауышы ҡолағымда сыңлай. Фельдшер Әнүәр Баҡыевты ла онотмағанмын. Өсөбөҙ ҙә йәшлегебеҙҙә Сермәндә уҡыныҡ.
Былары – сағыштырмаса бик күптән булмаған ваҡиғалар. Һаралы мин тыуып үҫкән ерҙәрҙән сит яҡтараҡ булһа ла, Зәки Вәлидиҙең һеңлеһе Сара Әхмәтша ҡыҙы тәүҙә Вәлиевтәр араһына килен булып төшкән. Аҙаҡ репрессиянан ҡасып тигәндәй, байтаҡ ваҡыт ошонда йәшәп киткәнен уҡып та, ишетеп тә беләм.
Баҡыйҙар кеүек һаралыларға ла һоҡ­ланып ҡала торғайныҡ Ғафури районына ҡараған Толпарҙа уҡығанда. Һыу ярҙан ярға ятҡан саҡта ҡурҡыу белмәй һалға төшәләр ине Еҙемгә. Йосоп Баҡыев уҙамандың бронь менән һуғышҡа алынмай ҡалып, шул саҡта Юғары советҡа депутат итеп һайланыуы үҙе үк ҙур батырлыҡҡа тиң түгелме ни?
Шул тиклем һоҡланғыс та тарих, шул тиклем фажиғә лә кисергән ҙур булмаған ауыл... Алтмышлаған ғына йорттан йөҙләгән ир-ат фронтҡа китеп яртыһы әйләнеп ҡайтмаған. Шул уҡ ваҡытта байтағы бронь менән ҡалдырылған. Урман эшенә борондан ҡатҡыл шул кирәй-ҡыпсаҡтар.
Унлаған кеше 37-ләге сәйәси золомға эләккән. Нисек уларҙы ғәҙел итеп стелаға яҙыу өсөн айырып алыу мөмкиндер, баш етмәй! Бронь менән ҡалып, тылда үлгәндәр ҙә – һуғыш ҡорбандары. ”Беломорканал“­ды төҙөүселәр ҙә, минеңсә, енәйәтсе түгел. Аҡланғандарҙыр тип уйлайым.
Бик фәһемле сара үткәргәндәр Һара­лыла. Тарихының шатлығынан фажиғәһе күберәк булһа ла, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгәндәр. Афарин, ойоштороусы азаматтар Наил, Рауил Вәлиевтәр!
Ҡайҙа ғына йәшәһәң дә,
Иҫкәйеңдә тот әле:
Тамырыбыҙ бик тәрәндән –
Беҙ Һаралы бит әле!
Үҙеңдән һуң көл ҡалдырма,
Гөл үҫтереп кит әле.
Нәфислек сәс, гүзәллек үр –
Беҙ Һаралы бит әле!
Ситтә лә килмешәк булма,
Башың ғорур тот әле.
Исемеңә тап төшөрмә –
Беҙ Һаралы бит әле! –
тип яҙа Нәзилә Шәрипова. Йырға һалырлыҡ шиғыр!
Хәҙер тау-таш араһындағы атаҡлы Баҡый ауылына ла һәйкәл ҡормаҡсы үрҙә телгә алынған илһөйәр йәштәр. Рәхмәт, күҙ теймәһен үҙҙәренә!
Ҡаһарманда, Мулдаҡайҙа ла уҙҙы “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы. Ә Мәхмүттә Ҡатай йәштәренең форумы күңел елкендергес булды.
Ана шулай илһөйәрлек бәрәкәте күрһәтте быйыл яҡташтарым.

Мансур ҺИҘИӘТОВ,
Белорет район-ҡала “Иҙел башы” әҙәби ойошмаһы етәксеһе,
Башҡортостан Яҙыусылар
союзы ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 261

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 480

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 133

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118