Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Баренц диңгеҙе буйында башҡорт рухы өләшәм”, —
“Баренц диңгеҙе буйында башҡорт рухы өләшәм”, —ти Баймаҡ ҡыҙы Люциә Швецова. Тыуған яҡтарына ялға ҡайтҡанда уның менән осрашырға насип итте.
Күмертау педагогия колледжын тамамлаған ҡыҙ йүнәлтмә буйынса Мурманск өлкәһенә эшкә ебәрелә. Сит ерҙә йәшәүе еңелдән булмай, әммә милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халыҡ ижадын бала саҡтан күңеленә һеңдергән Люциә Әфтәр ҡыҙы, эшенән тыш, үҙе кеүек ситтә йәшәгән милләттәштәрен бергә туплап, “Умырзая” исемле төркөм ойоштора. Башта тыуған яҡ һағышын баҫыр, яҡташтары менән осрашыр өсөн бергә йыйылһалар, аҡрынлап төрлө йырҙар өйрәнеп, сәхнәлә сығыш яһарға йөрьәт итәләр. Заозерск ҡалаһында 16 йылдан ашыу ғүмер иткән ханым — бөгөн Мурманскиҙа башҡорт һәм татар ассоциацияһы етәксеһе лә.

— Ойошмаға барлығы 50-гә яҡын яҡташыбыҙ йөрөй, — тип һүҙ башланы Люциә ханым. – Үҙебеҙҙең бейеү һәм вокаль ансамблдәребеҙ бар, милли музыка ҡоралдарында уйнайбыҙ, төрлө конкурстарҙа, этник фестивалдәрҙә даими ҡатна­шабыҙ. “Өләсәйем һабаҡтары” исемле түңәрәк ойошторҙом, унда әлегә һигеҙ бала йөрөй. Уларға туған тел нескәлектәрен, милли йолаларҙы, йыр-бейеүҙәребеҙҙе өйрәтәбеҙ, башҡорт халҡына хас әйберҙәр менән таныштырабыҙ. Йыл һайын һабантуй үткәрәбеҙ.
Оҙаҡ йылдар балалар баҡса­һында логопед-психолог булып эшләгән ханымдың яҡташтары менән әүҙем эш алып барыуын, дәртле, рухлы, талантлы булыуын күргән етәкселәр “Халыҡтар дуҫлығы йорто”на саҡыра. Эшен ни тиклем күңел биреп башҡарһа ла, кескәйҙәр менән эшләү оҡшаһа ла, Люциә Швецова өлкәлә йәшәгән башҡорт һәм татар диаспо­раһының киләсәген уйлап, ойошманың эшен тағы ла юғары күтәреү маҡсатында риза була.
— Иң мөһиме — тамыр­ҙары­быҙҙы тыуған яҡ менән өҙмәй, балаларыбыҙға рух һеңдереп, уларҙың күңеленә аҙ ғына булһа ла осҡон һала алһаҡ, маҡса­тыбыҙға өлгәштек, тип әйтер инек. Шуға күрә йәйгеһен Баш­ҡортос­таныбыҙға ҡайтырға тырышабыҙ, балалар өләсәй-олатай тәрбиә­һен күреп, милли ризыҡтарыбыҙ менән туҡланып, шифалы ҡымыҙ эсеп, яңы уҡыу йылына көс-дәрт туплап килә. Иң мөһиме — башҡорт телендә аралашалар, — тине ул.
Люциә Әфтәр ҡыҙы әйтеүенсә, сит өлкәлә башҡорт булыу, үҙеңде танытыу еңел түгел, шуға күрә баланы башҡорт итеп тәрбиәләүҙе һәр кемгә үҙ ғаиләһенән башларға кәрәк.
— Тәү ҡарашҡа ябай күренгән исем ҡушыуҙы ғына алайыҡ. Тыуған яҡҡа ҡайтһаҡ, ата-әсәләр үҙ сабыйҙарына ниндәйен генә ҡушмай, ә беҙҙекеләр башҡорт, татар исемдәрен һайлай, — тип йылмая ханым.
Әйткәндәй, улының исеме — Арыҫлан. Мурманск морягы Максим ҡатынының башҡорт исемен һайлауына ҡаршы килмәй.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Люциә Швецова, милли биҙә­үестәр, селтәр, ҡашмау эшләү серҙәренә төшөнөп, яҡташтарына ла өйрәтә. “Кис ултырып милли биҙәүестәр эшләйбеҙ, башҡа милләт халҡы беҙҙең әйберҙәрҙе күреп хайран ҡала, — ти. — Балаларға Барби кеүек ҡурсаҡтар ҡыҙыҡ түгел хәҙер, шуға күрә үҙем башҡорт ҡурсаҡтары эшләү менән шөғөлләнәм, бына был Шәүрә исемле милли кейемле ҡурса­ғымды “Башҡортостан ҡы­ҙы” журналы ойошторған кон­курсҡа тип тәғәйенләп килтер­ҙем”, — ти ул.
Ситтә йәшәһәләр ҙә, тыуған ерен, туған телен онотмай, киреһенсә, халҡым, милләтем тип янып йөрөгән яҡташыбыҙға артабан да уңыштар юлдаш булһын, аралар йыраҡ тип тормай, йыл һайын Башҡортостанға ҡайтырға насип итһен.

Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506