Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милли кейемдәрҙә – милли асыл
Милли кейемдәрҙә – милли асыл Рәсәйҙә Беренсе этнография күргәҙмәһен үткәреүгә быйыл 150 йыл тулды. Уны ойоштороу тураһында ҡарар 1864 йылда ҡабул ителә, әҙерләнеүгә генә ике йылдан ашыу ваҡыт китә. Ул осорҙа күргәҙмәгә экспонаттар йыйыу өсөн тотош ил буйынса урында комитеттар төҙөлә.Өфө комитеты башҡорттарҙың йәйге күсмә тормошонан экспонаттар йыйырға ҡарар итә. 1865 йылдың ноябренән 1866 йылдың июненә тиклем комиссия рәйесе К.А. Бух менән мөфтөй хажи Сәлимгәрәй Тевкелев коллекциялар һәм башҡорттарҙың типтары һүрәтләнгән фотолар әҙерләү менән шөғөлләнә. Төркөмдәр (бабай менән әбей һәм ике бала; уларға ҡунаҡҡа килгән ир, ҡатын һәм еткән ҡыҙ) өсөн йәмғеһе 35 атаманан торған ете кейем комплекты йыйыла, башҡорт тирмәһе ҡорола. Бынан тыш, коллекцияны 46 уникаль һүрәт тулыландыра. Уларҙа тирмәнең эске йыһазланышы һәм 16 башҡорттоң антропологик тибы, Башҡортостандың үҙәгендә урынлашҡан Өфө һәм Бәләбәй өйәҙҙәренә хас ир менән малайҙың һындары сағыла. Тап ошо һындарҙың манекен-фигуралар яһау өсөн материал рәүешендә файҙаланылыуы ихтимал. Персонаждарҙы тейешенсә урынлаштырып, башҡорттарҙа ҡунаҡ ҡаршылау йолаһы башҡарылған: “Тирмәнең ишеге янында турһыҡтағы ҡымыҙҙы болғатып хужабикә-ҡарсыҡ ултыра, уның эргәһендә кескәй ҡыҙ баҫып тора. Арыраҡ ирәүәнләп ятҡан малай килгән ҡунаҡтарға битараф ҡараш ташлаған. Тирмәнең алдында хужа кеше йәш ҡунаҡ менән ихласлап күрешә. Бер аҙ арттараҡ ҡунаҡтың ҡатыны менән һеңлеһе күренә. Улар хужа менән күрешергә сират көтә. Тирмә эсендә төрлө йыһаз күренә...”
Әлеге башҡорт коллекцияһы 1866 йылдың 15 июлендә ағалы-ҡустылы Сафроновтарҙың пароходында Өфөнән Түбәнге Новгородҡа ебәрелә һәм 10 августан да һуңға ҡалмайынса Мәскәүгә килеп етә. Тирмәне биҙәү һәм коллекциялағы манекендарҙы кейендереү өсөн Мөхәмәтхәбиб Йәшекәев исемле башҡорт килә. Ул ҡурайҙа ла оҫта уйнай, өҫтәүенә рәссам өсөн натурщик ролен дә үтәй. Коллекцияны һатып алыуға, уны күргәҙмәгә килтереүгә сығымды Ырымбур генерал-губернаторы Н.А. Крыжановский үҙ иңенә ала.
1867 йылдың 23 апрелендә Мәскәү Манежында Беренсе этнография күргәҙмәһе асыла. Экспозицияның төп өлөшө йыһазландырылған сәхнәне хәтерләтә: традицион кейемдәге манекендар, милли көнкүреш әйберҙәре. “Башҡорттар тирмәләре янында” ком­позицияһы ете һын-манекендан тора. Уларҙы рәссам Я.М. Яковлев яһай. Тирмәнең эске биҙәлеше, йыһаздары бөтә нескәлегендә уйланылған: өҫтөнә балаҫ ябылған ике карауат, улар араһына һандыҡ ҡуйылған. Уртала – тағанға аҫылған ҡаҙан, ҡымыҙ өсөн һаба һәм күн һауыттар.
Иртәгәһенә күргәҙмәгә Александр II килә. Ул экспозицияларҙы ентекләп ҡарап сыға. Иң һуңынан императорға башҡорттарҙы күрһәтәләр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың боронғо тәңкәләр менән биҙәлгән баш кейеме, түшелдеректәре уның иғтибарын йәлеп итә.
Күргәҙмә тамамланғас, башҡорт коллекцияһы буйынса экспонаттар, шул иҫәптән ике ир-егет һәм ике ҡатын-ҡыҙ кейеме Дашков этнография музейына тапшырыла. Совет осоронда башҡорт кейемдәре СССР халыҡтары музейына ҡуйыла, ә 1948 йылдан экспонаттар Санкт-Петербургтағы Рәсәй этнография музейында һаҡлана.
Коллекциялағы ир-егет манекендары айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. 58-се манекен – аҡ туҡыманан тегелгән күлдәк, буйлы күк салбар, буҫтау сәкмән, башына түбәтәй һәм аҡ кейеҙ тәлпәк кейгән, һоро төҫтәге киндер ҡушаҡ таҡҡан башҡорт ҡарты, 59-сыһы – байрамса кейенгән йәш ир. Ул өҫтөнә ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге митҡал күлдәк, плис салбар, көмөш уҡалы ҡыҙыл буҫтау сәкмән кейгән, билендә – сағыу ал төҫтәге ҡушаҡ, аяғында – итек, башында – ҡара төҫтәге бейек плис тәлпәк, уның ҡыҙыл буҫтауҙан тегелгән ҡайтармалы ситтәре көмөш уҡа менән сигелгән.
60-сы манекен иһә – башҡорт ҡатын-ҡыҙы. Ул байрамса кейенгән: ҡыҙыл ҡомас күлдәк, сыбар ситса ыштан. Түшендә – боронғо көмөш тәңкә, ситтәре рәт-рәт мәрйен һәм аҡыҡ менән биҙәлгән һаҡал. Күлдәгенең тышынан – көмөш уҡа менән сигелгән ҡыҙыл буҫтау елән, башына – мәрйен ҡашмау, уның өҫтөнән ваҡ тәңкә һәм мәрйен менән, ҡыҙыл буҫтау арҡалығы тәңкәләр менән биҙәлгән түбә (кәләбаш) кейгән.
61-се манекен – йәшел ебәк күлдәк, ситса ыштан, түше һәм еңдәре алтын уҡа менән семәрләнгән, ҡуйы ал төҫтәге ебәк елән кейгән, ваҡ тәңкә, айыл, мәрйен һәм аҡыҡ менән семәрләнгән һаҡал таҡҡан башҡорт ҡыҙы. Уның аяғында – ҡунысы үтә оҙон булмаған семәрле сафьян ситек, калуш, башында иһә – мәрйен ептәр менән сигелгән башлыҡ, уға тәңкә, айыл, мәрйен һәм аҡыҡ менән биҙәлгән арҡалыҡ беркетелгән.
1877 йылда Н.Г. Керцелли музейы каталогында был һындар 58 – 61 һандары менән билдәләнә, ә 1887 йылда В.Ф. Миллерҙың “Системалаштырылған тасуирла­маһы”нда иһә кейем-һалым һәм биҙәүестәр тәүге тапҡыр Ырымбур губернаһының Силәбе өйәҙенә индерелгән. Өфө коллекцияһын йыйыуҙы һәм финанслауҙы Ырымбур генерал-губернаторы Н.А. Крыжановский ойошторғанға күрә, ошондай хаталы мәғлүмәт бирелгәндер, күрәһең.
Күргәҙмәлә шулай уҡ Ырымбур губернаһы буйынса Ырымбур ҡырғыҙҙары (ҡаҙаҡтары) һәм Урал казактары сағылдырыла. Коллекцияны йыйыу, кейем-һалымды, Бәләбәй һәм Өфө өйәҙе башҡорттарының фотолары тупланған альбомдарҙы әҙерләү менән Өфө статкомитеты шөғөлләнгән. Уның экспонаттарының Силәбе өйәҙе, йәғни Урал аръяғы исемлегенә индерелеүе – ҙур яңылышлыҡ. Һуңыраҡ Рәсәй этнография музейы фондындағы башҡорттарҙың кейеменә ентекле анализ яһаған С.Н. Шитова ла ошо ҡапма-ҡаршылыҡҡа иғтибар иткән. Авторҙың фекеренсә, “музейҙағы кейемдәр Миллер каталогы буйынса 32, 35-се һанлы ике ир-егет һәм 33, 34-се һанлы ике ҡатын-ҡыҙ кейемен үҙ эсенә алған дүрт тупланма менән теркәлгән. Улар Ырымбур губернаһының Силәбе өйәҙендә барлыҡҡа килгән, тип билдәләнә. Әммә ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейеме формаһына һәм биҙәүестәргә ҡарағанда, кейемдең барыһы ла Көньяҡ Урал башҡорттарынан алынмаған, ҡайһы бер әйберҙәр Дим буйы башҡорттарының кейем-һалымы үҙенсә­лектәрен ҡабатлай”, тигән фекер тыуа.
Ҡатын-ҡыҙ баш кейеменең тәүге ғилми һүрәтләмәһе (фотолары менән бергә) С.И. Руденконың 1925 йылда донъя күргән “Башҡорттар” тигән монографияһында бирелә. Унда ғалим экспонаттар йыйылған биләмә йәһәтенән генә (В.Ф. Миллер буйынса – Силәбе өйәҙе) түгел, күргәҙмәне үткәреү ваҡытында ла хаталана. Ул 1867 йылда ойошторолған Этнография күргәҙмәһен 1879 йылда уҙғарылған Антропология күргәҙмәһе тип күрһәтә. Ғалим “баш кейеме” һәм “таҡыя” тигән яңы терминдарҙы фәнни әйләнешкә индерә.
Әйтергә кәрәк, 1866 йылдың июлендә Өфө статкомитеты Этнография күргәҙмәһенә ебәргән әйберҙәр исемлегендә тәүге баш кейеме “түбә” (ул ҡашмау өҫтөнән кейелә һәм торҡаны хәтерләтә), икенсеһе иһә “ҡашмау” тип атала. 1910 йылдарҙағы экспедицияларҙа Башҡортостандың үҙәгендә йәшәгән башҡорттар (табындар) С.И. Руденконың монографияһындағы фотоһүрәттә 60-сы манекендың баш кейемен “кәләбаш”, ә кәпәсен “түбә” тип атай, ә төньяҡ-көнсығышта йәшәгәндәр уны “баш кейеме”, кәпәсте иһә “ҡартма” ти.
Был баш кейеменең ентекле тасуирламаһы Дашков музейының инвентарь кенәгәһендә лә бирелгән: “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейеме “ҡашмау” ике өлөштән тора: 1) Ҡыҙыл ҡомас башлыҡ. Түбәһе асыҡ ҡалдырылған, уның тирәләй өс рәт мәрйен тегелгән, алғы яҡтан ике рәт эре көмөш тәңкәләр, аҡыҡ һәм сулпылар менән биҙәгәндәр. Арттан туғыҙ рәт ваҡ көмөш тәңкә тағылған. Уларҙың аҫтынан төшөп торған мәрйенле суҡтарҙың остары көмөш сылбыр һәм бер рәт ваҡ тәңкә менән нығытылған; ике яҡ ситтән мәрйен менән биҙәлгән, киңлеге берәр ҡарыш булған ике таҫмаға ҡаптырмалар тегелгән. Арттан иһә ҡыҙыл ҡомас арҡалыҡ тегелгән. Ул бер нисә рәт ҡабырсыҡтар һәм төрлө төҫтәге сәйлән менән биҙәлгән. 2) Торҡа рәүешендәге ҡыҙыл ҡомас түбәгә лә оҙон арҡалыҡ беркетелгән. Түбәнең өҫкө өлөшөнә өс рәт мәрйен, артабан балыҡ тәңкәһендәй итеп ваҡ тинлектәр тағылған, уларҙы аҡыҡ һыҙаттары һәм металл сулпылар айырып тора. Арҡалыҡтағы тәңкәләр ҙә аҡыҡлы һәм фирүзәле көмөш айыл менән аралаштырылған, осо иһә мәрйен, эрерәк сәйлән һәм тәңкә менән сигелгән. Түбәнең алғы яғынан мәрйенле сәсәктәр төшкән, арҡалыҡтың ике яҡ сите өс рәт мәрйен, бер рәт муйынсаҡ, аҡыҡ һәм көмөш суҡтар менән семәрләнгән”. Ҡашмауҙың эсендә биш эләктергес булған, өҫтә – өсәү, аҫтараҡ – икәү. Улар түбәләге ҡаптырмаларҙы беркетеү өсөн кәрәк булған. Был баш кейеме эйәк аҫтында ҡашмау менән түбәләге ике эләктергес менән нығытылған. Комплектты ситса таҫтар (өрпәк) тулыландыра. Түбә-кәләбаш перпендикуляр түгел, ә елкәгә ҡарай ауышыраҡ итеп кейелә. Күп кенә деталдәр, түбәләге суҡлы металл тубырсыҡ, арҡалыҡтағы айыл һәм тәңкәләр ваҡыт үтеү менән юғалтылған. Буҫтауына көйә төшкән, ҡабырсаҡтар һәм сәйлән, мәрйенле ептәр өҙөлөп төшкән урындары ла бар.
61-се манекендың икенсе баш кейемен тикше­ренеүселәр ике өлөшкә – таҡыяға (С.И. Руденко буйынса) һәм 60-сы манекендың түбә-кәләбашына оҡшаш арҡалыҡҡа бүлеп ҡараған. Дашков музейындағы инвентарь кенәгәһендәге һүрәтләмәнән: “Түбәһенә тубырсыҡ менән сулпы эленгән бейек булмаған ҡалпаҡ рәүешендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейеме; ҡыҙыл ҡомас ҡалпаҡҡа тотошлай көмөш тәңкәләр тегелгән. Уларҙы буйҙан-буйға аҡыҡ һәм көмөш сулпылар айырып тора. Ҡалпаҡтағы кескәй тәңкәләр тирәләй ҙурыраҡтары беркетелгән. Ҡалпаҡты уратып мәрйенле сәсәктәр тегелгән. Уның аҫҡы яғы көмөш сылбыр һәм ваҡ тәңкәләр менән нығытыла. Арттан түбәгә аҫтары буҫтауҙан булған ҡомас арҡалыҡ беркетелгән; уның өҫкө өлөшө ҡалпаҡтыҡы кеүек үк тәңкәләр менән биҙәлгән, уртаһына иһә бер рәт эрерәк тәңкә, аҡыҡлы һәм фирүзәле биҙәүестәр тегелгән. Арҡалыҡтың осо мәрйенле сәсәк менән тамамланған”.
Г.Р. Ҡотошованың хеҙмәттәрендә таҡыяның тулы һүрәтләмәһе бирелә. Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында йәшәгән кеше бала сағында бер ҡатында ошондай баш кейемен күреүе хаҡында һөйләгән. Уның әйтеүенсә: “Таҡыя – тотошлайы менән тәңкәләрҙән торған затлы баш кейеме. Түбәһе бейек итеп тегелгән таҡыяның артына арҡалыҡ (сәсҡап) тегелгән. Уны түшелдерек – һаҡал менән бергә кейәләр”. Тикшеренеүсе Т.Д. Бураҡаева билдәләүенсә, Рәсәй этнография музейындағы кәләбаш менән таҡыяның күргәҙмә өсөн махсус рәүештә оҫтабикәләрҙең береһе тарафынан тегелеүе лә ихтимал. Уларҙың оҡшашлығын да бер үк ҡулдан эшләнеүе, биҙәгәндә оҡшаш материалдар һайланыуы менән аңлатырға булалыр.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшелдереге – һаҡал да биҙәлеше менән дә, ҡулланылған материалдар буйынса ла кәләбаштың арҡалығына оҡшаш. 60-сы манекендың атамаһынан: “күкрәкте тулыһынса ябып торған, аҫҡы яғы түңәрәкләп тегелгән ҡыҙыл ҡомас түшелдерек көмөш тәңкәләрҙән тора. Ситтәре биш рәт мәрйен һәм бер рәт аҡыҡ муйынсаҡ менән биҙәлгән. Улар араһында – аҡ төҫтәге ике быяла муйынсаҡ һәм оҙонса ике шөңгөр. Артҡы яғында иһә ҡалын буҫтауҙан аҫтар тегелгән. Түшелдеректе ҡара төҫтәге ике таҫма ярҙамында бәйләп ҡуялар”.
61-се манекендың атамаһынан: “Аҫтары буҫтауҙан булған, аҫҡы яғы түңәрәкләп тегелгән ҡыҙыл ҡомас түшелдерек тотош ваҡ тәңкәләрҙән тора. Уртала уларҙы эре тәңкәләр һәм фирүзәле айыл рәүешендәге көмөш биҙәүестәр алмаштыра. Ситтәре иһә биш рәт мәрйен, аҡыҡлы муйынсаҡтар менән биҙәлгән. Уларҙы бер нисә урында оҙон көмөш шөңгөр һәм өс аҡыҡ айырып тора. Түшелдеректең өҫкө яғына ҡара буҫтау аҫтарлы, мәрйендәр һәм тәңкәләр менән биҙәлгән яға, ә уға баҡыр ҡаптырма тегелгән”. Түшелдеректәр әле Рәсәй этнография музейындағы “Махсус келәттә” һаҡлана. 2014 йылда улар “Тәңкәләр сыңы” күргәҙмәһенә ҡуйылған.
Экспонаттарҙың барыһы ла – түшелдерек тә, ҡашмау ҙа (таҡыя – С.И. Руденко), түбә лә (баш кейеме – С.И. Руденко) биҙәлеше буйынса Урал аръяғы түгел, ә көньяҡ-көнбайыш, атап әйткәндә, Дим буйы башҡорт­тарына тура килә.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ошо баш кейемдәре – ХIХ быуат уртаһынан һаҡланып ҡалған, бик һирәк осрай торған, хатта берҙән-бер раритет ул.

Альберт МӘХМҮТОВ.
Пермь крайы,
Барҙа музейы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 487

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498