Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кем сифатлы ҡурай яһар?..
Кем сифатлы ҡурай яһар?.. Өфөләге 77-се урта мәктәптең һыҙма һәм рәсем дәрестәре уҡытыусыһы 1981 йылда йышылған шпондан ҡурай яһауға тотонған. Артабан ул, үҙенең был эшенә патент алғандан һуң ҡурайҙы күпләп яһап, һатыуға сығара башлаған. Ә инде 1985 йылда оҫта эшләгән думбыра өлгөләре (сопрано, альт, бас) киң производствоға индерелә, 1995 йылда иһә ул үҙе реконструкциялап ҡыл-ҡумыҙ яһай. Күп яҡлы был шәхесте, әлбиттә, ҡурайсылар һәм думбырасылар ғына түгел, тотош республикабыҙҙа Вәкил Шөғәйепов булараҡ беләләр.
Миңә лә был олуғ оҫта менән Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияның 8-се класында уҡыған сағымда танышырға насип булды. Ҡурайҙан уҡытыусым Нурғәле Байрамғолов алып барғайны. Беҙ оҫтаханаһын күрҙек, ҡурайҙарҙы шунда уҡ эшләп һата ине. Белеүебеҙсә, был оҫтахананы Вәкил Шәкир улына Мәҙәниәт министрлығы биргәйне. Гимназиянан һуң Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ингәс тә, ай һайын оҫтаға килеп ҡурай һатып алып йөрөнөм. Сифатлы эшләнгән ҡурайҙы тотош республиканан алырға киләләр ине. Ҡурайҙан тыш думбыра, ҡыл-ҡумыҙ һата торғайны. Ә иң ҡыҙығы, оҫта үҙе ҡурайҙа уйнай белмәһә лә, музыка ҡоралын сифатлы итеп эшләй ине. Үҙе рәссам-оформителгә уҡыған, шулай эшләп йөрөгәнендә шпонды яңылыш ҡына эҫе һыуға төшөрөп ебәрә һәм, уның эҫегә төрөлгәнен күргәс, бынан ҡурай яһап булмаҫмы икән тигән уй башына килә. Һәм эшләй ҙә!
Ата-бабаларыбыҙ уйнаған үлән ҡурай, еҙ һәм көмөш ҡурайҙарҙан һуң XX быуат аҙағында тап ошо Вәкил Шөғәйепов уйлап тапҡан ағас ҡурайҙар киң танылыу ала. Ул йылдарҙа ошо ҡурайҙы таратҡан оҫтаның инде ер йөҙөнән китеүенә бер нисә ай үтте. Хәйер, үҙе иҫән саҡта уҡ әле шпондан ҡурай эшләүсе оҫталар барлыҡҡа килә башлағайны. Шуға ла, Вәкил Шөғәйепов мәктәбен дауам итеүселәрҙең барлығы ҡыуандырһа, уларҙың сифаты түбәнерәк булыуы көйөндөрә. Ә бына минең кеүек бала саҡтан уҡ тик Шөғәйеповтың ҡурайына тоғро ҡалғандарға һәм бик күп өлкән ҡурайсыларға артабан сифатлы ҡурайҙы кем яһап бирер?..

Айҙар БАЙТИМЕРОВ,
З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының IV курс студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509