Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күркәмлек билдәһе – күлдәк
Күркәмлек билдәһе – күлдәкБер йыл элек гардеробымдағы салбарҙарҙың һуңғыһын ситкә алып ҡуйҙым. Кеймәйем, теләмәйем, кәрәкмәй... Матур, нәзәкәтле күлдәктәрҙән дә күркәмерәк кейем бармы ҡатын-ҡыҙ өсөн?! Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк тигән әйтеме лә бар халыҡтың. Ысынлап та, матур кейем, күлдәк-итәктәр йөҙҙө генә түгел, күңелде, уйҙарҙы ла күркәмләндерә. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ үҙем өсөн яһаған һығымталарым, бәлки, һеҙгә лә уйланырға урын ҡалдырыр.
Итәкле кейемдәргә мин ике йыл элек, йәғни өсөнсө сабыйыма уҙғас, күстем. Йәйге селләлә салбар кейеп йөрөрлөк түгел, буйҙы ҡаплап торған туникалар, еңел күлдәктәр шул саҡта бигерәк уңайлы һәм матур тойолдо. Балабыҙ тыуғас, яратып кейгән элекке джинсы салбар­ҙарым­дың береһе лә ярамай. Ҡайғырырғамы? Һис кенә лә... Шулай ҙа бер аҙ ауырлыҡты ташлау артыҡ булмаҫ. Хәйер, һүҙ ул хаҡта түгел, ә кейем хаҡында. Ошо тормошомдо үҙгәртер ваҡиғаларҙан һуң яйлап ҡына салбар кейеү ғәҙәтем юғалды, сөнки матур күлдәктәрҙең ҡатын-ҡыҙ өсөн, ысынлап та, матурлыҡ һәм һөйкөмлөлөк биргән көс икәнен аңланым.
Әлбиттә, ҡабаланған саҡта джинсы менән свитер, аяҡҡа ботинка эләктереп урамға сығып йүгереү анһат, нимә кейәйем тип артыҡ уйланаһы ла, матурланаһы ла түгел. Беҙ бит, ҡатын-ҡыҙ, шулай күнеккәнбеҙ, тегенеһенә, быныһына өлгөрөргә, балаларҙы ҡарарға, ашатырға, магазинға барырға кәрәк, ә ауыл ерендә инде күршеләргә ингәнсе кем күрһен, һауын ваҡытында һыйыр-быҙауҙар өсөн һинең матур кейемдә булыуың мотлаҡ түгел, шулай бит?! Ҡалала йәшәһәм дә, бала сағым өләсәйем янында ауылда үтте. Иртән яулыҡ бәйләп кискә хәтлем баш күтәрмәй эшләгән апайҙар әле лә күҙ алдымда. Күп осраҡта беҙ, ҡатын-ҡыҙ, ҡалала йәки ауылда йәшәүебеҙгә лә ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙең йөҙ-ҡиәфәт матурлығына иғтибар бүлеп өлгөрмәйбеҙ, бәлки, тырышмайбыҙ һәм теләмәйбеҙҙер ҙә. Ниңә? Сәбәптәре бихисап, ошо хаҡта үҙегеҙ ҙә уйлап ҡарағыҙ әле...
Килешәм, әсәй булыу матурлығы йәки тәбиғи матурлыҡ – ул бер, әммә иң матур сәскәләргә лә иғтибар талап ителгән кеүек, кешенең тәне-йәне лә, йөҙө лә иғтибарға, тәрбиәгә мохтаж. Беҙ – был донъяны йәмләү өсөн яратылған ҡатын-ҡыҙ, донъя­ны матурлау иң беренсе үҙебеҙҙән, күңелебеҙҙән һәм йөҙ-ҡиәфәтебеҙҙән башланырға тейеш тигән фекерҙәмен.
Тап ике йыл элек минең яңы үлсәмдәремә ярашлы яңы салбар йәки күңелем яратып үҙ итеп өлгөргән матур күлдәк һатып алыу мөмкинлеге сыҡты. Һуңғыһында туҡталдым. Ниңә мин – өс баланың бәхетле әсәһе, яратҡан иремдең һөйөклө ҡатыны – үҙемә саҡ ҡына булһа ла иғтибар бүлмәҫкә, матур, нәзәкәтле кейемдәр һайламаҫҡа тейешмен? Йәшермәйем, күлдәк-итәктә ғәҙәттәгесә артыҡ йүгереп йөрөп булмай, үҙеңә күберәк иғтибарҙы, бер аҙ ваҡытты ала. Икенсе төрлө әйткәндә, матурлыҡ күркәмлекте талап итә. Ә мин гүзәл була алмайыммы ни? Мода өсөн түгел, ә тәү сиратта үҙем, яҡындарым һәм яратҡандарым өсөн. Шулай бер аҙ ваҡыттан һуң хәләл ефетемдән килешле генә тағы бер күлдәк алдырҙым... Беләһегеҙме, күлдәктә үҙемде ысын мәғәнәһендә бәхетле итеп тоям. Ошо урында ғаиләмде, балаларымды ла бәхетле иткән ябай ғына шатлыҡ серҙәрем менән уртаҡлашмаҡсымын.
Беренсенән, күлдәк кейгән килеш ауыр йәки ир-ат эшен башҡарып булмай. Мәҫәлән, ҙур пакеттар менән урам буйлап магазиндан аҙыҡ-түлек һөйрәп ҡайтыу ҡупшы күлдәк кейгән ҡатын-ҡыҙ өсөн бер ҙә килешмәй. Өҫтәүенә оҙон итәктә былай йөрөү мөмкин дә түгел һәм йәмһеҙ ҙә күренәсәк. Бәлки, ошо саҡта һеҙгә туғанығыҙ йәки тормош иптәшегеҙ ярҙамға килергә риза булыр?! Уңайлылыҡ өсөн салбар эләктерерҙән алда, яҡындарығыҙҙан матур итеп ярҙам һорарға ла мөмкин бит.
Икенсенән, итәк һәм үксәле аяҡ кейеме кейгәндә буй-һынымдың турайыуын һәм атлап йөрөштөң үҙгәреүен һиҙәм, ә үҙ-үҙемде тотошом һәм эске тойғо бөтөнләй башҡаса. Уйлап ҡараһаң, һын-ҡиәфәттәге бер бәләкәй генә деталь дә эстән күпме ыңғай үҙгәрешкә алып килергә мөмкин.
Өсөнсөнән, күлдәк кейгәндән һуң ниңәлер сәсемде лә ипкә килтергем, күҙҙәремә һөрмә тартҡым килә. Әлбиттә, бының өсөн бер аҙ ваҡыт талап ителә, әммә үҙеңде матур һәм шат тойоу өсөн бер нисә минут ваҡыт табырға булалыр бит? Ирем яғынан да нығыраҡ иғтибар барлығын тоям. Элек яратҡан салбар-свитер өсөн аҡсабыҙҙы теләр-теләмәҫ кенә бүлһәк, бөгөн ул үҙе үк матур күлдәк, биҙәүестәр алырға тәҡдим итә.
Әлбиттә, ғаиләлә һауыт-һаба шалтырамай ҙа тормай. Әммә һуңғы ике йылда бындай хәлдәр һирәгерәк. Ризаһыҙ­лығымды элекке кеүек тауыш күтәреп түгел, ә ипле һүҙҙәр менән көйләйем. Был осраҡта аралашыу-аңлашыу ҙа тиҙерәк һәм еңелерәк бирелә. Ғөмүмән, асыу-борсолоуым, һәр нәмә өсөн көйәләнеүем, иремә мыжыуым һирәгәйҙе, хәҙер бының өсөн бөгөн артыҡ сәбәп тә юҡ һымаҡ. Бер йыл эсендә ирем үҙе теләгән яңы эштәренә тотондо, үҙ һөнәренән ҡәнәғәт, уның шөғөлөн мин дә хуплайым.
Унан ҡала, миңә кемдәндер нимәлер һорау күпкә еңелерәк. Ярҙам, бүләк, аҡса һорау ҙа, иғтибарҙы ла... Ябай ғына итеп, ҡатын-ҡыҙҙарса, һөйкөмлөлөк, йылмайыу һәм иркәләү менән...
Күлдәктәр менән бергә биҙәүестәрем дә барлыҡҡа килде. Элек уларға иғтибар ҙа итмәй торғайным. Нәзәкәтле кейемде тап биҙәүестәр тулыландыра. Алҡалар, матур ғына муйынсалар, шарф йәки яулыҡтар ярҙамында үҙенсәлекле, күңелеңә ятҡан матур образдар тыуҙырырға мөмкин. Ә күркәм ҡиәфәт, һөйкөмлөлөккә һәр кемдең ниндәйҙер яҡшылыҡ менән яуап биргеһе килә. Йәмәғәт транспортында йөрөргә тура килгән осраҡта күптәр ултырырға тәҡдим итә. Тирә-яғымдағы кешеләрҙең һоҡланыу тулы ихлас ҡараштарын, йылмайған йөҙҙәрен күреү, ысынлап та, ҡыуаныс. Элек ҡышын салбар менән ҡыҫҡа куртка кейеп йөрөй торғайным. Һығып торған салбарҙа өшөп йәки ҡат-ҡат кейенеп йөрөгәнсе, күлдәк-итәктә һәм оҙон өҫкө кейемдә йөрөү күпкә йылыраҡ һәм матурыраҡ.
Ҡул эштәре менән дә ныҡлап шөғөл­ләнә башланым. Ә мин бит үҙемде элек бары ауыр ир-егет эштәренә әүәҫ кеше тип уйлай торғайным. Тырышһаң, килеп сыға икән ул. Бәйләргә өйрәндем, энә менән бәләкәй картиналар сигә башланым, балаларға йомшаҡ уйынсыҡтар ҙа тегәм. Күңел һалып башҡарған эштәрем үҙем, балалар, туғандар өсөн дә ҡыуаныс. Өй эштәрен иһә ипле генә итеп, яратып башҡарыу күңелгә йыуаныс бирә.
Үҙемдә ҡатын-ҡыҙға хас матур сифат­тарҙы астым. Салбар кейгәс, беҙ ир-егеттәр кеүек йөрөргә лә, улар кеүек етди һөйләшергә лә күнегеп китәбеҙ. Килешә­һегеҙме? Ә яратҡан сарафан йә күлдәк кейгәндә мин һәр саҡ һөйкөмлөрәк, наҙлыраҡмын, тауышым да яғымлыраҡ яңғырай, һәр хәлдә, шулай булырға тырышам.
Хәҙер үҙ өҫтөмә артыҡ яуаплылыҡ ала алмайым, сөнки мин – ҡатын-ҡыҙ. Элек булһа, өй эштәренән тыш, йәмәғәтем өйҙә булмағанда уның бурыстарын да теүәлләп ҡуйырға әүәҫ инем. Уйлап ҡараһаң, бының бер ауырлығы ла юҡ бит. Әммә, беҙ – донъяны йәмләгән матур һәм көсһөҙ зат, онотмаһаҡ ине ошо хаҡта. Ғаиләбеҙҙә бергәлек бар, балаларҙы ла йомош-фәләнгә ҡушабыҙ, иптәшемә лә ярҙам итергә әҙермен, әммә хужалыҡ буйынса бер ҡасан да бер үҙем ир-егет эшенә тотонмайым.
Шулай уҡ йәшәү көсөнөң артыуын, үҙемдәге матурлыҡты тоям. Ағымға ҡаршы түгел, ә ыңғайына барыу тормоштоң яҡтылығын күрергә мөмкинлек бирә. Йәшәйешкә ҡарашым яйлап үҙгәрә, яҡындарымды ғына түгел, тотош донъяны яратам. Тереклекте бар ҡылған, беҙҙе ҡатын-ҡыҙ итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәлә­нең ҡөҙрәтенә һәм ярҙамына ысын күңел­дән ышанам. Ниндәй генә динде алып ҡарама, матур күлдәк, оҙон итәк кейеп йөрөү ҡатын-ҡыҙ өсөн яратылған һәм был буштан ғына түгелдер тип уйлайым.
Ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтенең матур ыңғай яҡтарын тойоу шундай рәхәтлек килтерә. Уйлап ҡараһаң, беҙ гүзәл зат булыуыбыҙ менән шул тиклем отабыҙ. Ошо кинәнесте тойоу, ҡатын-ҡыҙға хас серле тәбиғәте­беҙҙе аңлап ҡабул итеү, ысынлап та, бәхетле итә мине.
Ябайлыҡ, матурлыҡ, яғымлылыҡ күңел донъябыҙҙы ла, йөҙөбөҙҙө лә, тирә-яғыбыҙҙы ла яҡтыраҡ, йәмлерәк, мөхәббәтле итә. Әйҙә, ҡатын-ҡыҙҙарға тәғәйен әйберҙәр – беҙҙең өсөн, ир-егеттәребеҙгә тәғәйене улар өсөн булһын. Тәм һәм сама белеп, нәзәкәтле күлдәктәр, итәктәр кейергә, матур биҙәүестәр тағып йөрөргә өйрәнәйек. Йөҙөгөҙҙән бер мәлгә лә ихлас йылмайыу сатҡыһы юғалмаһын. Бәхетле булайыҡ, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар!
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 261

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 480

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 133

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118