Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡатын-ҡыҙҙа – донъя йәме
Ҡатын-ҡыҙҙа – донъя йәмеТөрлө йәмәғәт сараларында, байрамдарҙа матур һәм нәзәкәтле итеп кейенгән ағинәйгә иғтибар итмәйенсә мөмкин түгел. Еңел баҫып, килешле итеп бейеүе лә ихлас йылмайып ипле генә һүҙ ҡушыуы ла, өҫтөндәге боронғо һаҡал менән ҡашмауы ла берҙәй күркәмләндерә уның йөҙөн. Ҡыҙ бала – илгә биҙәк, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, моғайын. Милли күркәмлек өлгөһө Альбина апай Исхаҡова менән Башҡорт халыҡ ижады үҙәгендәге “Селтәр” студияһында таныштыҡ. Һигеҙенсе тиҫтәһе менән барыуына ҡарамаҫтан, үҙ йәшен биреп булмай уға. Кеселекле, дәртле булыуы, ҡул эштәренә маһирлығы менән һоҡландыра ул күптәрҙе, уй-фекерҙәрен уртаҡлашып, аҡыллы кәңәштәрен бирергә лә әҙер.– Альбина апай, бөгөнгө заманда гүзәл заттың роле һәм, ғөмүмән, айырым алғанда, башҡорт ҡатын-ҡыҙы хаҡында ни әйтер инегеҙ?
– Ҡатын-ҡыҙ – ул ғаилә тотҡаһы, тибеҙ. Тормошта уның оло тәғәйенләнеше бар, ул – кеселекле апай, хәстәрлекле әсәй һәм аҡыл-фатихалы өләсәй ҙә. Милләтенә ҡарамаҫтан, гүзәл заттың изге бер бурысы – балалар үҫтереү һәм ғаилә ҡотон һаҡлау. Халҡыбыҙҙың боронғоһона күҙ һалһаҡ, ирҙәр һунарҙа йә яуҙа йөрөһә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күберәген бала тәрбиәләү менән мәшғүл булған, усаҡ һаҡлаған. Ваҡыт үтеп, көнкүреш шарттары үҙгәреү менән бергә эш-ҡылыҡтарыбыҙ ҙа үҙгәрә төшкән, әлбиттә. Әммә һәр заманда ла изге тәғәйенләнеш үҙ көсөндә ҡала. Һәр халыҡтың йола, ғөрөф-ғәҙәттәре менән быуындан тапшырыла килгән ҡиммәттәр үҙгәрмәй ул, шуға ла гүзәл заттың асылы ла – ҡатын-ҡыҙ булыуҙа.
Заман күҙлегенән ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙ рухландырыусы, алға әйҙәүсе, тип әйтергә була. Беҙ бит йәмғиәтте алға әйҙәү өсөн төрлө сараларға йөрөйбөҙ, кешеләр менән аралашабыҙ, үҙ өлгөбөҙҙә милләттәш­тәребеҙҙе, балаларҙы матур итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Ошо урында заман башҡорт ҡатын-ҡыҙының йөҙөн асыҡ төҫмөрләргә булалыр, ул – балаға туған тел биргән әсә ролендә. Нисек кенә булмаһын, башҡа халыҡтарҙан айырмалы рәүештә, был яуаплылыҡ беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарында көслөрәк булырға тейеш.
– Тимәк, бөгөн башҡорт ҡатын-ҡыҙы балаға тел ҡотон бирергә тейеш...
– Әлбиттә. Күкрәк һөтө менән бирелгән әсә теле тибеҙ, сөнки тап әсә тәү сиратта баланың ниндәй милләт балаһы булып үҫеүенә булышлыҡ итә, әсә телен бирә. Борон тел тәрбиәһе буйынса ниндәйҙер хәл иткеһеҙ мәсьәләләр булманы, сөнки беҙ үҙебеҙҙең мөхиттә йәшәнек, аралаштыҡ. Һуңғы ваҡытта алға китәбеҙ тип саманан тыш русса һөйләшә башланыҡ, сит телдәрҙе үҙләштерәбеҙ. Был, әлбиттә, яҡшы күренеш. Әммә белемле булабыҙ тип туған телде оноторға ярамай, сөнки унда – асылыбыҙ, рухыбыҙ... Ошоларға беҙ, әсәйҙәр, өләсәйҙәр, атайҙар, олатайҙар, ваҡытында иғтибар итһәк ине. Автобус-троллейбуста йөрөгәндә шуға иғтибар итәм: күп кенә әсәй-өләсәйҙәр башҡорт балаларына русса һүҙ ҡуша, ул башҡортса аңламай, тиҙәр. Әгәр ҙә, мин бит аңламайым, башҡортса әйт әле, ҡыҙым йә улым, тип һәр ваҡыт иҫкәртеп торһа, бала туған теленә нығыраҡ ылығыр ине. Балаға әсә теле биреү – ҡатын-ҡыҙҙың яуаплылығында, сабыйын баҡҡан әсәнең туған телгә һөйөү уятыуы уның рухи камиллығын да билдәләй. Шуға ла милләт балаһын тәрбиәләгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары булараҡ, балаларыбыҙға башҡортса һүҙ ҡушайыҡ.
– Ҡатын-ҡыҙҙа – донъя йәме, тибеҙ...
– Ысынлап та, гүзәл зат тип әйтеү ҙә буштан ғына түгел бит инде, тимәк, ул – үҙ матурлығы менән матурлыҡ тыуҙырыусы, күңел яҡтылығы менән тирә-яҡты йәмләүсе, нурландырыусы зат. Шуға ла ҡатын-ҡыҙ уйҙарының да, йөҙ-ҡиәфәтенең дә күркәмлегенә иғтибар бирергә, һәр ваҡыт матур булырға тейеш. Бала тәрбиәләү менән бергә үҙҙәрен дә ҡараһындар, яратһындар, сөнки үҙ-үҙен яратҡан ҡатын-ҡыҙ мөләйем, һөйкөмлө була һәм яҡындарын да бәхетле итә ала. Хоҙай Тәғәлә биргән күркәмлеген һаҡларға, физик күнегеүҙәр эшләргә, туҡланыуын тәртиптә тоторға тейеш. Әлбиттә, иң тәүҙә эске күркәмлек булһын: матур булайым тип бер кило грим һалып йөрөүҙең кәрәге юҡ. Сама булырға тейеш бөтә нәмәлә. Үҙен тәрбиәләгән, үҙен ихтирам иткән ҡатын-ҡыҙ тормошҡа ла яҡтыраҡ ҡарашта була, йәшәйеште лә яратып ҡабул итәсәк һәм йәмләйәсәк. Бына ошо бар матурлығы уның шөғөлдәрендә лә, эштәрендә лә, кешеләргә булған мөнәсәбәтендә лә сағылһын.
– Шөғөл тигәндән, һеҙҙең дә үҙ иткән күркәм шөғөлөгөҙ барлығын беләбеҙ, Альбина апай. Ҡул эштәре күргәҙмәһен нисек ойоштороп ебәрҙегеҙ?
– Селтәр, түшелдеректәр эшләйем, ҡайһыһына бүләк итәм, ҡайһыһы өйҙәге йыйылмамда. Бер ваҡыт “Урал” галере­яһында Кәримә Кайдалова менән һөйләшеп ултырҙыҡ та, минең дә ошонда халҡыбыҙ­ҙың милли кейем өлгөләре менән күргәҙмә ойошторорға ниәтем барлығын әйттем. Ул мине хупланы. Башта бер аҙ ҡурҡтым да, яратҡан ҡул эштәремде барлап ҡараһам, байтаҡ икән. Башҡорт халыҡ ижады үҙәгендәге “Селтәр” студияһына ла йөрөп, үҙебеҙ кеүек миллилеккә, башҡорт мәҙәниәтенә битараф булмаған, ҡул эштәрен яратҡан ҡыҙҙар менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашып ошондай түшелдерек, селтәрҙәр эшләйбеҙ, бер-беребеҙҙе ҡеүәтләйбеҙ. Ошо халыҡтың рухи ҡотон һаҡлаған әйберҙәрҙе халыҡ күрһен, үрнәк алһын тигән фекерҙәмен, эшләнгән әйберҙәр өйҙә ятыуҙан ни файҙа? Быйыл май айында “Мин яратам...” тип аталған күргәҙмә ойоштороп ебәрҙек, Аллаға шөкөр. Халыҡ ҡабул итте, оҡшатты, ошо күркәмлекте үҙҙәре лә булдырырға, өлгөләрҙе тағып йөрөргә тип дәртләнеп ҡайттылар.
– Ысынлап та, бөгөн яйлап ҡына милли ҡот ҡайта. Бөгөнгө заманда, ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ өсөн милли кейем­дең әһәмиәте бармы икән?
– Миллилеккә иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк тип уйлайым, сөнки ул беҙҙең һәр беребеҙҙең йөрәгендә. Ауылда йәшәгән иң өлкән Хәфисә апайым ғүмер баҡый милли кейемдә йөрөнө, әсәйемдең дә йәш сағында кәзәкей кейеп, яулыҡ ябыныуы иҫемдә. Нисектер йәш ваҡытта милли кейемдәрҙе мин үҙем дә ҡабул итмәнем, сөнки беҙҙең мөхит шундай ине. Бер үҙем милли кейемдә кеше алдына сығырға баҙнат итмәнем. Әммә олоғая килә күңелдәге рухи тойғолар уяна. Милли кейем менән нығыраҡ дуҫлашаһың, үҙ халҡыбыҙҙың матур кейемдәрен кейге, кешеләрҙе лә шулай матур күрге килә. Мин дә, Хәфисә апайыма эйәреп, милли кейем кейә башланым. Ул беҙгә милли кейемдә килә, урам буйлап матур итеп йөрөйбөҙ. Төрлө сараларға барабыҙ, халыҡ ҡыуанып ҡаршы ала. Шуныһы иҫтә ҡалған: апайым Бөтә донъя башҡорттарының беренсе ҡоролтайы ваҡытында Президент менән ихлас күрешеп, милли кейемдә башҡортса бейеп йөрөгәйне. Был уның кешеләр менән аралаша белеүе, милли рухын юғалтмауы тураһында һөйләй. Шул саҡта беҙҙең етәкселәр ҙә ошо рухты ҡабул итеп, уны ҡеүәтләп, сәпәкәйләп ҡарап торҙо.
Бына ошолай өлгө күрһәтеп, халҡыбыҙҙы ла миллилеккә өндәйек. Хәҙер мин милли өлгөләрҙе кейергә ашҡынып торам, сөнки мине күреп ҡыуаналар, һоҡланалар. Дөрөҫ эшләйһегеҙ, әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ ҙә шулай кейенеп йөрөйөк, үҙебеҙгә түшелдеректәр, селтәрҙәр эшләп алайыҡ, тиҙәр. Һәр кешенең күңелендә рух тигән хазина ята. Ул һинең күркәм ҡиәфәтеңде күргәс тә уяна, өҫкә сыға.
Шулай үҙеңдең ҡиәфәтең менән һин милли рух уятып, кешеләрҙе асылыбыҙға ҡайтырға әйҙәп йөрөйһөң. Яңыраҡ ниндәй матур милли кейемдәр парады үтте. Бар халыҡ ҡыуанды!
Ә ҡатын-ҡыҙ өсөн уның әһәмиәте, ысынлап та, ҙур. Бер яҡтан, ул – милли матурлыҡ сағылышы. Икенсе яҡтан, милли кейем элементтары, селтәр-ҡашмау, көмөш һырға-сулпылар, мәрйен-ҡортбаштар күҙ зәхмәтенән, насар энергетиканан һаҡлай. Бына сәс-маңлайҙы, күкрәкте ҡаплап торған яулыҡ, түшелдерек булғанда нисектер үҙеңде яҡлаулы тояһың. Был – матурлыҡ та, тыйнаҡлыҡ та, һаҡлыҡ көсөнөң билдәһе лә. Халҡыбыҙ ошоларға борондан инанған. Ә милли ҡотто сағылдырған әйберҙәрҙең береһен булһа ла таҡҡан, милли кейем кейгән кеше үҙен матур, күрмәлекле, рухлы әҙәм тип хис итә. Бәләкәй генә селтәрҙәрҙе лә ниндәй кейем менән кейһәң дә килешә. Өҫ кейеменә бит әллә ниндәй ҙур талап ҡуймаҫҡа була, шул уҡ ваҡытта нәзәкәтле, тыйнаҡ итеп кейенергә мөмкин. Үҙем ошо милли әйберҙәрҙе эшләй башлағас, төрлө сараларға барғанда селтәрҙәремде сумкаға һалып алып барам. Береһенә кейҙерәм, икенсеһенә... Их, миңә ҡалманы бит, апай, тағы бармы, тип һорайҙар. Әгәр алдан шылтыратҡан булһаң, алып килер инем, тим. Шулай ҡыҙҙарҙы ла ҡыҙыҡһындырырға тырышам.
– Ә йәш быуынды – үҫмерҙәрҙе, һеңлеләребеҙҙе нисек ошондай тыйнаҡ­лыҡҡа һәм нәзәкәтлеккә өйрәтергә?
– Бындай сифаттарҙы тәрбиәләү ғаиләнән, өлгө булыр өләсәй, әсәй-апайҙарҙан килә инде ул. Әгәр ҙә бала өлкәндәрҙән үрнәк алып үҫһә, ә өлкәндәр әҙәплелеккә, тыйнаҡлыҡҡа өндәп торһа, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа матур, һөйкөмлө була. Бында әсәй-өләсәйҙәрҙең роле бик ҙур. Шулай ҙа балаларҙы баҫалҡы итеп үҫтереү хәҙер ҡыйыныраҡ, сөнки беҙ бер төрлө әйтәбеҙ, ә телевизорҙа фекеребеҙ ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙыра. Комплекстар булмаҫҡа тейеш, тиҙәр. Бына ошонда бик һаҡ ҡына дөрөҫ йүнәлеш бирергә тейешбеҙ, сөнки беҙ борон балаларҙы артыҡ тыйнаҡ итеп тәрбиәләнек. Ул бер аҙ зыян да килтерҙе, бөгөнгө ҡараш буйынса улар үҙҙәрен иркен тоторға тейеш. Әлбиттә, балаға бөгөн иркенлек кәрәк, әммә самалы ирек, ул үҙ фекерен әйтергә оялып тормаҫҡа тейеш. Ә кейем йәһәтенән, ысынлап та, балалар, ҡыҙҙарыбыҙ матур йөҙлө, матур ҡылыҡлы әсәй, өләсәй, апайҙарынан өлгө алып, нәзәкәтле булып үҫә.
– Һуңғы арала дини инаныуыбыҙ менән бергә ғәрәп кейемдәренә күсеү күҙәтелә. Быға һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?
– Инаныу күңелдән икән, бер ҙә ҡаршы түгелмен. Ҡатын-ҡыҙ нисек кейенергә теләй, шулай кейенһен. Ҡапланып йөрөргә теләге бар икән, шулай йөрөһөндәр. Үҙебеҙҙең халыҡтың да кейеме ябыҡ булған бит. Шуға ла, нисек кенә булмаһын, иң мөһиме – Аллаһ Тәғәләгә инаныу, рух, халҡыңа ҡарата мөхәббәт күңелеңдә булһын. Һин ябыҡ кейемдә булам тип, тулыһынса бөркәнмәһәң дә, сама белеп ҡапланып йөрөһәң яҡшыраҡ та булыр. Бөтә нәмәлә лә сама кәрәк тип уйлайым. Мин мосолман тип кенә бөркәнеп йөрөүҙең кәрәге бармы икән? Тыйнаҡ һәм бөхтә үҙебеҙҙең кейемде һайларға була. Тормошҡа ҡарашыбыҙ яҡты булған кеүек, кейем-ҡиәфәтебеҙ ҙә күңелде шатландырып, матурлыҡҡа өндәп торһон.
– Рәхмәт, Альбина апай. Матурлы­ғығыҙ, күркәмлегегеҙ менән кешеләргә һәр саҡ өлгө булып, аҡыллы кәңәш­тәрегеҙ менән ҡыуандырып йәшәгеҙ!

Розалия ЗАРИПОВА
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509