Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
138-се әсирИбраһим ауылы уҙаманы Латип Абдуллин һуғышҡа 1942 йылдың 15 ғинуарында алына. “Тиҙҙән ҡайтырмын, өмөтө­гөҙҙө өҙмәгеҙ”, – ти ул ғаилә­һенә. Китә лә, һыуға төшкән­дәй, эҙһеҙ юғала. Оҙон-оҙаҡ 75 йыл буйы уның хаҡында бер хәбәр-хәтер ҙә булмай. Ҡатыны Хәмиҙә лә, улдары – ул киткәндә ун йәшлек булып ҡалған Марат менән дүрт йәшлек Тәлғәт тә ғүмерҙә­ре­нең һуңғы көнөнәсә яҡын ке­шеһен көтә. Ҡыҙғаныс, әммә уларҙың береһе лә ҡәҙерле­лә­ренең һуңғы яҙмышы хаҡын­да бер ни ҙә белмәй баҡый­лыҡҡа юллана. Хәйер, иренең һәм атайҙарының ниндәй ғазаптар аша үтеүен белмәй китеүҙәре, бәлки, хәйерле­рәктер ҙә...1941 йылдың июненән 1945 йылдың февраленә тиклем 5,7 миллион совет кешеһе әсир­леккә эләгә, шуларҙың 3,3 миллионы һәләк була. Ябай ғына һандар, әммә улар артында ҡот осҡос рәнйетеү­ҙәргә, яза­лауҙарға дусар булған күпме әсир яҙмышы! Ә һуғыштан һуң уларҙың үҙебеҙҙекеләр тарафынан ситләтелгән яҡында­рының күргән-кисергәндәрен иҫәпкә алһаҡ, сәстәр үрә торорлоҡ!
...Фашистарға әсирлеккә эләккәндәр­ҙең йөҙ меңгә яҡыны Норвегияға оҙатыла. Шуларҙың ун өс меңгә яҡыны шул ерҙәрҙә мәңгелеккә ятып ҡала. Үкенескә ҡаршы, Латип Борхан улы ла тап шул ҡорбандар араһында була.
Быйыл Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына республика Хәрби Дан музейынан “Норвегиялағы концлагерь тотҡоно Абдуллин Латип Борхан улының туғандарын эҙләйбеҙ” тигән хәбәр килгәс, музей директоры Ғәфүрә Әбдел­мәнова яугирҙең туған­дарын эҙләп таба.
Олатайҙарының яҙмышын белеүҙән инде өмөттәрен өҙгән Фәниә Марат ҡыҙы Сафина менән Рузалия Тәлғәт ҡыҙы Ҡотлогилдина Өфөгә Норвегия вәкилдәре менән осрашыуға саҡырыу алғас, бер генә минут та икеләнмәйенсә, оло тулҡынланыу менән юлға сыға.
– Был осрашыуҙан алған тәьҫорат­тарыбыҙҙы һүҙҙәр менән генә еткереү мөмкин түгел. Музейҙа бик йылы ҡар­шы алдылар. Совет Армия­һының Төньяҡ Норвегияны фашистарҙан азат итеүенә 70 йыл тулыу айҡанлы ойош­торолған күргәҙмәне асыу тантанаһында (“1941—1945 йыл­дарҙа Норвегиялағы хәрби әсир­ҙәр” тип аталған был күр­гәҙмә тәүҙә Осло ҡалаһында ойошторола, унан һуң Мәс­кәүҙә күрһәтелә – авт.), Норвегия короллегенең Рәсәйҙәге вәкиле Улава-Нильс Туэ, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев һәм башҡалар ҡатнашты. Туэ әфәндегә район хакимиәте ебәргән “Күгәрсен районы” китабын бүләк иттек.
Атайым бала саҡта “әсир, һатлыҡйән балаһы” тип күп ҡы­йырһытыуҙар күргән булһа ла, атаһының ғәйепһеҙ икән­легенә бер ҡасан да шиклән­мәне, үҙен рәнйет­кәндәргә ҡа­ра­та күңелендә асыу йөрөт­мәне. Ҡәрсәйем дә ахырғаса ирен ҡайтыр тип көттө, уға һу­ғыштан һуң хатта эшләгән көндәре өсөн “трудодень” яҙ­май этләт­кәндәр. Уҡымышлы ине, кендек инәһе булып хөрмәт ҡаҙанды.
Олатайыбыҙ ҙа, өләсәйебеҙ ҙә дини кешеләр булған, атайым менән Тәлғәт ағайым да иман юлынан тайпылманы, һуңғы һулыштарынаса атайҙа­рын көтөп, көн һайын уның рухына доғалар бағышланы.
Олатайыбыҙҙың яҙмышы бигерәк тә аяныслы булған икән шул... Үҙенән яҡты иҫтә­лек булып ҡалған Ҡөрьән бит­тәре араһынан фотоһүрәт­тәренең килеп сығыуы бер мөғжизә булһа, яҙмышының нәҡ Ураҙа айында асыҡла­ныуы икенсе мөғжизә булды. Был ҡәҙерле ҡомартҡы­ларҙы осрашыуға алып барҙыҡ, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡаранылар.
Һәләк булған яугирҙәрҙең яҙмыштарын асыҡлау менән шөғөлләнгән “Обелиск” эҙәр­мән­дәр отряды командиры Елена Вязовцева ҡулынан олатайыбыҙҙың яҙмышын асыҡлаған документтарҙы алғанда тулҡынланыуыбыҙҙы күрһәгеҙ!
Яҡыныбыҙҙың концлагерҙа ғазап сигеп вафат булыу хәбә­ре беҙҙе ныҡ тетрәндерҙе. Күр­гәҙмәгә ҡуйылған материал­дарҙы күреп илаштыҡ, фашис­тарҙың вәхшилегенә хайран ҡалдыҡ, – ти Фәниә Марат ҡыҙы.
Ысынлап та, Латип ола­тай­ҙың, башҡа әсирҙәрҙең дә күргән-кисергәндәрен хатта дошманыңа ла теләмәҫһең. Документ­тарҙан күренеүенсә, Норвегияға әсир­ҙәрҙе йөк караптарында ташыйҙар. Ауыр шарттарҙы күтәрә алмайынса юлда уҡ һәләк булғандарҙы, ҡаты яралыларҙы кешелек йөҙөн юғалтҡан фашистар, сүп шайы ла күрмәйенсә, диңгеҙгә ырғыта. Иҫән ҡалғандарҙы шталагтарға – әсирҙәрҙе бергә туплаған лагерға алып киләләр, бында инде уларҙы башҡа концлагерҙарға оҙата­лар. Хәҙерге киноларҙа әсир­ҙәр барактарҙа йәшәгән тип күрһәтелә. Әммә тәүге йылдарҙа бисараларға хатта барактар ҙа булмаған, улар үҙҙәре ҡаҙыған ҙур соҡорҙарҙа йәшәгән. Өҫтән яуып торған ҡар-ямғырҙа күшеккән, һы­уыҡ­тан ҡатҡан, аслыҡтан өҙлөккән, ауыр эштән миктәгән совет кешеләренең күргән ғазаптары йөрәк­тәрҙе тетрәтә...
Төрлө ауыр эштәрҙә йөрө­гән әсирҙәрҙе йүнләп ашат­һа­лар бер хәл: икмәктәре бысҡы вағынан бешерелгән булһа, баланда тигәндәре – ҡоро һыу. Саҡ ҡына яңылышлыҡ өсөн ҡамсы менән туҡмау, ҡасырға маташыу өсөн атып үлтереү ғәҙәти хәл булған. Әсирҙәр аслыҡ-яланғаслыҡтан тыш, дифтерия, туберкулез, үпкә ше­ше кеүек ауырыуҙарҙан күпләп ҡырылған. Уларҙың күргән-кисергәндәрен ҡоллоҡҡа тиңләп була...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп әсирҙәрҙең ҡайҙа ерләнгәнен белеү мөмкин түгел, сөнки 1951 йылда илдә “Асфальт операцияһы” үткәрелә һәм уның барышында әсирҙәрҙең һөлдәләре Тьетта тигән ергә күсерелә. Нисәмә тиҫтә йыл үткәс, ҡайһы берҙәренең яҙмы­шы асыҡланһа ла, яҡындары, шул иҫәптән Латип олатайҙың ейән-ейәнсәрҙәре, уларҙың ҡәберенә баш эйеү мөмкин­легенән мәхрүм...
Һәләк булғанда яҡташы­быҙға ни бары 38 генә йәш булған. Үҙе иҫән ҡайтҡан булһа, Латип олатайҙың тағы ла ул-ҡыҙҙары донъяға килер, шәжәрәһе йәнә әллә күпме исем менән тулыланып, бөгөн күп тармаҡлы имәнде хәтерләтер ине лә бит...
Уның ниндәйерәк булған­лығын күҙ алдына килтереү өсөн шәхси карточкаһын йәнә бер күҙҙән үткәрәбеҙ. Конц­ла­герҙа тултырылған был ҡағыҙ киҫәгенә уның хаҡындағы бар мәғлүмәт һыйған: милләте, йә­ше, исем-фамилияһы, ата­һы­ның һәм ҡатынының исеме, тыу­ған ере, дине, сәсенең төҫө, буйы һәм хатта бармаҡ эҙе.
Ейән-ейәнсәрҙәре уның тыу­ған йылын белһә лә, нин­дәй айҙа, көндә донъяға кил­гә­нен белмәгән, был ҡағыҙҙа иһә асыҡ яҙылған – Латип Борхан улы 1904 йыл­дың 15 сен­тябрендә донъя­ға тәүге ауазын һалған, һуңғы һулышын 1942 йылдың 8 авгусында алған. Әсирлеккә иһә шул йылдың 25 майында Харьков янында эләккән, 4 июндә Норвегияға килтерелеп, шталагта уға 138-се һан тағылған.
Фашистар ҡулында үткәргән 75 көн яҡташыбыҙ өсөн тамуҡ ғазаптарына тиң булғанын фараз итергә лә кәрәкмәй. Уның яҙмышына дусар булған мил­ләт­тәштәребеҙҙең, исмаһам, берәйһен тап итә алғанмы, ара­лашҡанмы – билдәһеҙ, исемлектә иһә (билдәле бул­ған­дары) иллегә яҡын исем-фамилия – Хисам Хөб­бөт­динов, Тимерйән Ғәлиуллин, Абдулла Рәхмәтуллин, Ҡән­зәфәр Вәлиев, Муллайән Ғәб­диев, Шәйҙулла Ғайсин, Нәби Ғәниев, Ҡәйүм Ишмөхәмәтов, Аҙнағол Муллагилдин, Имам Нафиҡов һ.б. бар. Кем белә, был исемдәр ҙә, бәлки, бил­дәһеҙ булыр ине, Фәниә апай һөйләүенсә, концла­герҙағы әсирҙәр араһында табип бул­ған, ул мәғлүмәттәр яҙылған ҡағыҙҙарҙы быяла дарыу шешәһенә һалып, күмгән ваҡытта мәйеттәрҙең уң яҡ ҡултыҡ аҫтына тыҡҡан.
Ваҡытһыҙ өҙөлгән ғүмерҙәр, тыумай ҡалған сабыйҙар, үкенес, әрнеү, һағыш, ҡайғы – һуғыш килтергән афәттәрҙе донъялағы бер генә бизмәнгә лә һалып үлсәрлек түгел. Быны беҙ Латип Борхан улының аяныслы яҙмышы миҫалында асыҡ күрәбеҙ. Шул ғына күңелде йыуата: яҡта­шыбыҙҙың исеме тарих туҙа­нында күмелеп ҡалмаған, тамыры ҡоромаған – уның нәҫел ебен ике ейәнсәре, ике ейәне, хәҙер инде бүлә-бүләсәрҙәре дауам итә, бер бүләһе — Фәниә ейәнсәренең улы Надир олатаһының нигеҙен яңыртһа, Фәнүз ейәненең улы Латип исемен йөрөтә...

Күгәрсен районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507