Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эстондар Салауатты яҡшы белә
Эстонияның Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаевтың һәйкәле яңыртылды. Билдәле скульптор Тамара Нечаева эшләгән бюст урынына авторҙыҡын ҡабатлаған суйын һын урынлаштырылды һәм мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Тарихи сара Башҡорт мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ойошторолдо. Һәйкәлде Башҡортостан Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин етәксе­легендәге рәсми делегация алып килде (бюстың ауырлығы – 214 килограмм, бейеклеге – бер метр).
Мемориаль таҡтаташ (эстон, урыҫ һәм инглиз телдәрендәге яҙма менән) Палдиски ҡалаһы мэрияһы бинаһында – Салауат Юлаев ғүмеренең һуңғы йылдарын үткәргән Эстляндия губерна­һының Рогервик ҡәлғәһендә ҡуйылды.
Палдиски ҡалаһы етәкселеге һәм Тал­линндағы “Ағиҙел” баш­ҡорт милли-мәҙәни йәмғиәте халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы Салауат Юлаевты һәм улы менән бергә мәңгелек һөргөнгә оҙа­тылған Юлай Аҙналинды онотмай. Башҡортостандан даи­ми килеп тороуҙары, Эстониялағы баш­ҡорт диаспораһының әүҙем эшмәкәр­леге арҡаһында урын­дағы халыҡ Салауат Юлаевты яҡшы белә, хөрмәтләп телгә ала.
Тантананы ҡала мэры Тийт Пеэду, вице-мэр Елена Вилльманн һәм Башҡорт­остан Милли музейы директоры Ғәли Вәлиул­лин асты. Байрамда шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Эсто­ниялағы илсеһе Александр Петров, Төркиәнән дини эшмәкәр Әбделҡадир мулла һәм Тал­линндағы «Ағиҙел» башҡорт милли-мәҙәни йәмғиәте әүҙемселәре ҡатнашты.
Алыҫ эстон ҡалаһында, баш­ҡорт еренән йыраҡта Ҡөрьән сүрәләре уҡылды, ҡурай моңо яңғыраны. Салауат батыр 25 йыл дауамында илен һағынып зар-интизар булған төбәктә милләт­тәштәр башҡортса йырлап-бейеште, халҡыбыҙ рухын дөр­ләтте.
Башҡорт мәҙәниәте көндәре һәр бере­беҙ өсөн тулҡын­ландырғыс, хәтерҙә ҡалырлыҡ сара булды.
Эстонияла Салауатты үҙ батыры кеүек күрәләр. Данлыҡлы шәхестең 260 йыллығына “Ағи­ҙел” йәмғиәте рәйесе башлан­ғы­сы менән рус һәм эстон телдә­рендә “Эстония помнит. Салават Юлаев” тигән китап сығарылды. Йыл һайын Палдиски ҡалаһы көнөндә башҡорт йәмғиәте Салауат исемендәге паркта һабан­туй үткәрә. Башҡорт халҡының яратҡан байрамы бөтә халыҡты берләштерер урынға әүерелде.
Әлеге сара ла һабантуй менән тамамланды. Палдиски халҡынан тыш, сарала Таллинндан, Латвия­ның Рига ҡалаһынан да ҡунаҡтар ҡатнашты.
Флүзә ХӘЙРУЛЛИНА,
Таллинндағы “Ағиҙел” башҡорт милли-мәҙәни йәмғиәте рәйесе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 266

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 250

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 458

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 1616

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 1362

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 341

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 841

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 988