Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙең Сәләх – иң шәбе!
Беҙҙең Сәләх – иң шәбе!Барса тереклек йәйге илаһилыҡҡа һөйөнөп, туғай-болондарҙа аҫалы балаҫтарға төшөрөлгән сағыу биҙәк ише күҙ яуын алып емелдәшкән сәскә-гөлдәргә һоҡланған, урман эстәрендә ҡыҙара башлаған турғай еләктәренең тәменә кинәнгән бер мәлдә Йылайыр районының Сәләх ауылында шаулап-гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Бер көнлөк кенә оло байрамдан ғүмер буйына етерлек күңел байлығы, йылы тәьҫораттар менән таралышты ауылдаштар.

...Бынан 90 йыл элек тәүге нигеҙ ташы һалына Сәләхкә. Ҡаялары өҫкә ауып торған йәмле Һаҡмар буйында урын­лашҡан Ҡайраҡлы, йәғни Түбәнге Ғәле ауылынан аҫаба ерҙәрен сит-яттарҙан һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында күсенәләр ауыл йәштәре. Ғәлимйән, Әҙеһәм, Шөғә­йеп, Абдулла, Нотфулла, Исмәғил, Әхмәт­шакир, Ғилман, Шаһығәле Рәмовтар, Сә­миғулла, Әхмәҙей, Ғәйнулла, Нотфулла, Салауат, Рәхимйән, Әхмәтсафа, Мөхә­мәҙей, Янбулат, Яҡуп Солтановтар, Сәғит Салауатов, Ғәлләметдин Байбулатов, Ғүмәр, Сәйфулла, Билал, Муса Байсурин­дар, Ниғәмәт, Сәғит, Фәйзулла һәм Фәт­хулла Дәүләтҡоловтар – ауылға башлап нигеҙ һалыусылар. Ә ауылға исем биргән Сәләх олатай үҙенең ғаиләһе менән 1927 йылда тәү башлап күсеп сыға һәм бер ҡыш үҙҙәре генә ҡышлай. Ауылдың Сәләх Мортаев йәшәгән тәүге бәләкәй генә йорто Ҡараһаҙ йылғаһы буйындараҡ урынлаша, ауылдың үҙен дә тәүҙә Ҡараһаҙ тип атай­ҙар. Борон, илебеҙҙә наҙанлыҡ хөкөм һөр­гән һәм уға ҡаршы көрәш яңы йәйелеп торған мәлдә, бар халыҡ аң-белемгә, яҡ­тыға ынтылған, шул сәбәпле әле ауыл бар­лыҡҡа килмәҫ элек үк яңы ергә күсеп сығыусылар, балаларының киләсәген уйлап, башта күмәк көс менән мәктәп өсөн йорт ҡалҡыта. Әммә башлап күсеп сығыу­сыға хөрмәт йөҙөнән, күмәк­ләшеп кәңәш­ләшеп, эшләнеп бөткән мәктәп йортон Сә­ләх олатайға бүләк итәләр. Ул йорт әле лә ултыра – Мортаевтарҙың өс-дүрт быуынын йылытып, үҙ ҡуйынында үҫтер­гән, ҡасандыр балҡып ултырған күркәм өй әле килеп ташландыҡ, ҡасандыр тормош гөрләгән ихата, кәртә-ҡура етемһерәп ҡалды. Беҙҙең Сәләх – иң шәбе!
Аҡ һаҡаллы, сал сәсле Сәләх олатай йөҙ йәшкә яҡынлап, мин бала саҡта, уҙған быуаттың 60-сы йылдары аҙағында, улы Әбүбәкер олатайҙың ҡулында вафат булды. Уны тотош ауыл менән ҡәҙер-хөрмәттә һуңғы юлға оҙатыуҙары әле булһа күҙ алдымда тора... Ауылға нигеҙ һалыусы­ларҙан Абдулла, Нотфулла, Әхмәтсафа, Янбулат, Хәмит, Сәғит һ.б. олатайҙар ҙа, оҙайлы ғүмер юлы үтеп, намыҫлы хеҙ­мәттәре менән ихтирам ҡаҙанып, баҡый­лыҡҡа күсте. Улар барыһы ла яу юлдарын үткән, һуғыш ғәрәсәттәрен үҙ күҙҙәре менән күргән, беҙҙең тыныс тормош хаҡына ғәзиз ҡандарын түккән, бихисап ыҙа-михнәт күргән абруйлы олатайҙар ине – йәндәре йәннәттә булһын!
Аллаға шөкөр, ауыл йылъяҙмаһында яҡты эҙ ҡалдырған олатайҙарҙың ғүмерен уларҙан ҡалған балалары матур дауам итә. Шуларҙан Айрат, Рәшит, Фәрит, Фазылйән, Нурулла, Вәкил, Исламғол, Баймырҙа, Шәһит, Шамил, Сәйет, Шәфҡәт ағайҙарҙы, Тутыя, Зәкиә, Рәшиҙә, Ғилмиә, Фәүзиә, Рәйлә, Зөлфиә, Рәйсә, Рәмилә, Рәмзилә, Зәйфә һ.б. апайҙарҙы маҡтап телгә алырға мөмкин. Улар барыһы ла тормошта үҙ урындарын табып, ата-әсә­ләренең йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәй эшләп, хаҡлы ялға сыҡты йәки әле лә эшләүҙәрен дауам итә, күптәре атай нигеҙен һыуытмай, тыуған ауыл ҡотон һаҡлап, Сәләхтә төпләнде.
Яңы ауыл барлыҡҡа килеп, бер мөсәл йыл үтеүгә, ил өҫтөнә һуғыш һөрөмө тарала, һәм яңы урында дәртләнеп донъя көтә башлаған ауылым уҙамандары ла ҡулдарына ҡорал ала. Инәйҙәр типһә тимер өҙөрҙәй ирҙәрен, бала-саға ғәзиз атайҙарын, әсәләр ҡәҙерләп үҫтергән һөлөктәй улдарын күҙ йәштәре менән яу юлына оҙата. Бәләкәй генә ауылдан ҡырҡлап ир-егет Ватан һағына баҫа, шуларҙың утыҙға яҡыны мәңгелеккә сит-ят ерҙәрҙә ятып ҡала. Йәшләй генә тол ҡалып, итәк тулы балаларын яңғыҙ үҫтергән инәйҙәремдең үҙ-ара илаша-илаша һөйләшеүҙәрен оноторлоҡмо ни?!
Сафыя, Нәбирә, Разия, Бәҙеғолъямал, Сибәрбикә, Бибиямал, Өммөгөлсөм, Хәмиҙә, Заһира, Фәтхиә, Нәғимә инәйҙәр һәм башҡалар тылда ысын мәғәнәһендә батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Күп кенә йәп-йәш ҡатын-ҡыҙҙар трактор штурвалына ултырып ер һөрә, ат-үгеҙҙәр менән лобогрейка әйләндерә, иген-бесән ташый. Ҡыҫҡаһы, хеҙмәт фронтының ысын ҡаһармандары була улар! Яу ҡырында мәңгелеккә ятып ҡалған сәләхтәр араһында әле 20 йәше лә тулмаған егеттәр ҙә бар. Шуларҙың береһе Йомабай Рәмов япон самурайҙарына ҡаршы алышта батырҙарса һәләк була һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалына тәҡдим ителә. Был хәбәр Бөйөк Еңеүҙән һуң 71 йыл үткәс кенә туғандарына килеп етте. Беҙгә хәбәрҙе еткергән билдәле тарихсы Фуат Мырҙағәле улы Сөләймәновҡа рәхмәтлебеҙ...
Һуғыштан яраланып ҡайтып, артабан тыныс тормошта илде, ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыуға ең һыҙғанып тотонған ветерандар Абдулла, Әбделмән, Нотфулла, Йомағужа Рәмовтар, Сәғит Салауатов, Кинйәғәле Аҡҡужин, Әхмәтсафа, Хәмит Солтановтар, Фәйзулла Байсурин һәм – тағы ла күптәрҙе ауылдаштары бөгөн дә ихтирам менән телгә ала.
Сәләх ауылы үҙенең арҙаҡлы ҡыҙ һәм улдары менән дә ғорурлана. Ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Әхмәҙей олатай Солтанов, мәҫәлән, район Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһына ҡәҙәр күтәрелеп, үҙен арҙаҡлы етәксе итеп таныта. Ә уның улы Сәғәҙей Сол­тановтың исеме киң билдәле. Ул – геология-минералогия фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР-ҙың почетлы нефтсеһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, И.М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлаған. Нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙе контролдә тотоу өсөн ядро геофизикаһы ысулдарын индереү эшен ойоштороусыларҙың береһе булған күренекле фән эшмәкәре 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм биш рационализатор­лыҡ эше авторы. Ул СССР-ҙың Дәүләт премияһы, И.М. Губкин исемендәге премия лауреаты, Октябрь Революцияһы, I дәрәжә Ватан һуғышы, “Почет Билдәһе” ордендары менән бүләкләнгән. Ә ниндәй ябай, итәғәтле кеше ине Сәғәҙей олатай! Ауылға ҡайтҡан саҡтарында өй һайын йөрөп, һәр кем менән ихлас күрешеп сығыр, хәл-әхүәл һорашыр, хатта бәләкәй балаларҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ ине. Рәшит ағай Рәмов Ырымбур өлкәһенең Тоцк хәрби ҡаласығында хәрби самолеттарҙы һынау ваҡытында һәләк була. Айрат ағай Рәмов, Фәйез ағай Фәйзуллин мәрхүмдәр ҙә бар ғүмерен хәрби авиаторҙар булараҡ үткәрҙе һәм ауылдаштары күңелендә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Һуңыраҡ уларҙың юлын Фәттәх Рәмов дауам итте. Беҙҙең Сәләх – иң шәбе!
Педагогия хеҙмәте ветерандары, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Рәйсә менән Фәрит Рәмовтар, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Мәхмүтйән Рәмов, орден кавалерҙары Хөснулхаҡ Рәмов, Әҡсән Солтанов, Хәйҙәр Сөләймәнов, Ғатаулла Дәүләтҡолов, халыҡ хужалығын күтәреү өсөн көстәрен йәлләмәй, әсе тир түккән Вәкил, Исламғол, Баймырҙа, Шамил, Ғәлиәхмәт, Вәлиәхмәт, Салауат, Сафуан, Әхтәм, Хәсән Солтановтар, Фазылйән, Батырйән, Йәүҙәт, Урал, Зөфәр, Зиннур, Хәбир, Әхәт, Нурислам, Рәйес, Кинйәбу­лат, Нурулла Рәмовтар, Яңыбай, Ишбулды, Булат Аҡҡужиндар, Ҡорманғәле, Тәлғәт, Рәмис Таһировтар, Ишкилде, Рәфҡәт, Шәрифйән Асайыновтар, Сәйет һәм Шәфҡәт Салауатовтар, Фазылйән Иҫәнбаев һәм тағы ла бик күптәр хаҡында йылы һүҙҙәр генә әйтергә мөмкин.
Ғәйепкә алмаһындар – Сәләх ауылында тыуып үҫеп, йәки шунда килен булып төшөп, фиҙакәр хеҙмәттәре менән абруй ҡаҙанған ҡыҙҙарыбыҙҙың кемеһендер үпкәләтмәү маҡсатында исемләп телгә алмайым. Һәр береһенең үҙ урынында намыҫлы эшләп, ауылдаштары йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәүҙәренә һөйөнәбеҙ.
Ә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы унда ҡатнашҡан һәр кемдең күңеленә хуш килде. Йылы осрашыуҙар, әллә нисә йылға бер күрешеп, ҡосаҡлашып-илашыуҙар, балалыҡ һәм йәшлек хәтирәләре... Бер көнлөк кенә булған оло байрамда күптәр, бик күптәр ғүмерҙәренә етмәле тәьҫорат­тар алып хушлашты. Сәләх ауылы иһә баш­тан-аяҡ үҙгәргән – һәр йорт, һәр ихата байрамса төҫ алған. Әйткәндәй, сәләхтәр байрам булмағанда ла ауылыбыҙҙы һәр көн таҙа тоторға тырыша: иртән иртүк малдарын көтөүгә ҡыуыу менән һәр йорттан йәше лә, ҡарты ла, ҡулдарына һеперт­ке алып, асфальт юлды һеперергә сыға...
Сәләхкә китеп барғаныбыҙҙа юлдағы машиналарҙың күплегенә иғтибар итмәү мөмкин түгел ине. “Бөгөн бөтә юлдар ҙа Сәләхкә илтә!” – минең шулай шаяртыуым ауылға ингәс ысын төҫ алды – ауыл урамы еңел машиналар, өйкөм-өйкөм булып йөрөгән ауылдаштар менән шығырым тулы булды. Кемдәр генә ҡайтмаған да кемдәр генә ҡунаҡ булып килмәгән! Һай афарин, ауылдаштарым! Емертеп эшләй ҙә, гөрләтеп йәшәй ҙә, туғандар менән күңелле ял да итә беләһегеҙ шул! Байрам көндө ауылда “Йәйғор” балалар майҙан­сығы асылды. Унда уйнап йөрөгән бала­ларҙың күплеге ауылымдың киләсәге өмөтлө, матур икәнлегенә ишара. Ауылда үҙ йорттарын тергеҙеп, ошонда төпләнгән йәш ғаиләләр ҙә байтаҡ ҡына. Йәл, беҙгә белем биргән мәктәбебеҙ ябылып, уның йорто етемһерәп ултыра (ваҡытлыса була күрһен инде!).
Байрамдың төп өлөшө көмөштәй саф, һалҡын һыулы Базыҡай шишмәһе буйын­дағы туғайҙа үтте. Саф һауалағы сәхнәлә Матрай һәм Йылайыр мәҙәниәт йортта­рының һәүәҫкәр артистары бай йөкмәткеле концерт менән сығыш яһаны. Ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа йырлап-бейеп үҙ һөнәр­ҙәрен күрһәтте. Ситтәрәк ҡолғаға үрләү, бәүелсәк буйлап йөрөү, тоҡ менән һуғы­шыу ише төрлө халыҡ уйындары барған урындарҙа ла халыҡ гөж килде.
Сәләхтәр тураһында һөйләгәндә Йылайыр урыҫтарының ҡыҙыҡлы ғына бер һүҙе иҫкә төшә: “Йылайырҙы Сәләхкә әйләндерҙеләр!” Эйе, бөгөн сәләхтәр Йы­ла­йырҙа ғына түгел, Аҡъярҙа ла, Баймаҡта ла, Күмертауҙа ла, Сибайҙа ла, Салауат, Стәрлетамаҡта ла, Өфөлә лә тулы. Ә Себер тарафтарында күпме ауылдашыбыҙ йәшәй! Тормошобоҙ ниндәй генә һынау­ҙарға дусар булһа ла, сәләхтәр элеккесә сәмсел һәм тернәксел булып ҡала. Быға ауылдың бөгөнгө йөҙө, кешеләрҙең етеш тормошо – асыҡ миҫал! Ауылыбыҙ – йәнтөйәгебеҙ йәшәй һәм йәшәр әле! Сәләхебеҙҙең ҡотон һаҡлап торған, уға йәм һәм йән биреп йәшәгән ауылдаш­тарыбыҙға бүтән төбәктәрҙә йәшәүселәр­ҙең барыһы исеменән оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Сәләх ауылының 2009 йылда республикала үткәрелгән “Иң төҙөк ауыл” бәйгеһендә икенсе урынға лайыҡ булыуы – ауылыбыҙға үҙе бер мәртәбә.
Сәләх, тиһәң, эх, тиерлек булһын,
Беҙҙең ауыл бит ул иң шәбе!
Ауылымда тормош гөрләп торһон,
Һис һүнмәһен уның ут-шәме!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516