Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мин ғүмер буйы үҙем эҙләгәнде бында таптым…”
“Мин ғүмер буйы үҙем эҙләгәнде бында таптым…” Хәйбулла районында “За возрождение Урала” хәрәкәте тәҡдиме менән I “Чекмарев яҙы” әҙәби осрашыуҙары үтте. Сергей Чекмаревтың тәүге китабы үҙе үлгәндән һуң 23 йыл үткәс баҫыла. Ә бит шағир үҙе лә 23 йәшендә генә вафат була. Яҡты донъяла үҙе йәшәгән тиклем ваҡыттан һуң Сергей Чекмаревтың рухи тормошо башлана, ошо рух инде нисәмә быуынды уйланырға, хисләнергә мәжбүр итә...
“Башта мин йәшәйәсәкмен, яратасаҡ­мын, шунан ғына тормош һәм һөйөү тураһында яҙасаҡмын. Ғүмеремдең тәүге яртыһында үҙем өсөн генә яҙасаҡмын, икенсе яртыһында — бөтәһе өсөн дә”, – тип теркәп ҡуйған була йәш егет. Үҙе өсөн яҙылғандар халыҡтыҡына әйләнде. Икенсе ғүмере уның ижады булып балҡыны. Идеология үҙгәрә, ҡиммәттәр алмашына тигәндә лә, Чекмаревтың шиғырҙары, хаттары, көндәлектәре менән ҡыҙыҡһыныу һүрелгәне юҡ. Улар Мәскәүҙә, Өфөлә, Силәбелә, Свердловскиҙа бер нисә тапҡыр нәшер ителде. Һәр быуын әҙип ижадында ниндәйҙер яңы фекер аса, улар буйынса яңы һүҙ әйтә.
Ғөмүмән алғанда, Сергей Чекмаревты кем менәндер сағыштырып ҡарау бигүк дөрөҫ булмаҫ ине. Мәскәүҙә тыуып үҫкән егеттең Уралға килеп төшөүе, тормоштоң ауырлығына бер зарланмай дәртләнеп эшләп китеүе һәм бында ерегеүе күптәрҙә ғәжәпләнеү уята. Был, ысынлап та, элек тә, хәҙер ҙә һирәк була торған күренеш.
Тик “бишле” билдәләренә өлгәшкән Сергей туғыҙынсы класты тамамлағас, өс тапҡыр юғары уҡыу йортона инергә тырыша. Инженер итеп тә, математик итеп тә уҡырға алмайҙар. Яҡшы уҡыуына иғтибар итмәйҙәр, сөнки уның сығышы бөтәһен дә хәл итә. Синфи бүленештең көслө сағында, 1926 йылдарҙа, “пролетар булмаған сығышы”, салғы бесәнде сабып йыҡҡандай, киләсәккә пландарын киҫеп ырғытып ҡына тора.
Әммә “пролетар булмаған сығыш” Ватанды һөймәүҙе аңлатмай. “Бөйөк тарихи ваҡиғалар”ҙың эсендә ҡайнап йәшәргә ынтылған Чекмарев иленә файҙалы булғыһы килә, бөтөн аҡылын уға бирмәксе лә... 1929 йылда Мәскәү вузына инде өсөнсө тапҡыр алмағас, Воронеж ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Коллективлаштырыу дәүере, идеологияны алға һөргән йәштәр кәрәк. Ә ул – ойоштороусы, үҙенең мөмкинлеген, көсөн самалай. Воронежда ла еңел булмай Мәскәү егетенә. Стипендия ла, ятаҡ та юҡ. Ләкин ул бәхетле, ниһайәт, ул студент! Етмәһә, шефҡа алынған ауылда наҙанлыҡты бөтөрөүҙә ҡатнаша, крәҫтиәндәрҙе колхозға инергә өгөтләй. Ул — заман сәйәсәтен аңлаған һәм ышандыра белгән агитатор.
1930 йылда был уҡыу йорто ябыла һәм егетте Мәскәү ит-һөт институтына күсерәләр. Бында сыҡҡан гәзитте үҙ итеп, өгөт шиғырҙарын шунда баҫтыра башлай.
Уралда практика үтеүе, ысынлап та, үҙаллылыҡҡа юл аса. Үҙәктән килгән егеттең аң-белем кимәле күпкә юғары, ул баҫыусылар курсын да, комсомол политтүңәрәктәрен етәкләй, стена гәзиттәре сығара. Шулай итеп, Силәбе өлкәһендәге эшмәкәрлеге үҙенә булған ышанысын нығыта ғына.
Институт тамамлағандан һуң, Башҡортостанға эшкә ебәрелә. “Таналыҡ” совхозының өлкән зоотехнигы итеп тәғәйенләнә. Дөрөҫ, уны Өфөлә ҡалырға өгөтләйҙәр, тик Чекмарев баш тарта. “Өфө тураһында нимә яҙырға һиңә? Насар ҡала түгел былай, ләкин төпкөлдә. Трамвай юҡ. Автобус йөрөй, ләкин бик һирәк. Автобустар, күпселектә, эскәмйәләр ҡуйылған йөк машиналары. Урамдарҙа извозчиктар Мәскәүгә ҡарағанда күберәк. Әлегә бер генә автомобиль күрҙем – ЦИК һәм СНК бинаһы алдында...” – тип яҙа ул хатында. Шулай булғас, ул барасаҡ яңы ойошторолған совхоздың ниндәйерәк хәлдә икәнен күҙ алдына килтереүе ауыр түгелдер...
Ни генә тиһәк тә, бөйөк башланғыстарға нигеҙ һалынған осор. Юғары идеялар хаҡына үҙҙәрен ҡорбан иткәндәр аҙ булдымы ни? Юҡ, Сергей Чекмаревты ҡорбан тип тә әйтеп булмай. Сөнки тормошто гөрләтер, алып барылған сәйәсәтте үткәрер, партия ҡуйған талаптарҙы, принциптарҙы тормошҡа ашырыр өсөн үҙ өлөшөн индереү менән ихлас яна. Хеҙмәте менән бәхетле. Ул ғашиҡ был яҡҡа. Ер, тәбиғәт, бындағы кешеләр, хатта мал-тыуар – барыһы ла илһам сығанағы. Үҙе өсөн яңы донъя асҡан Сергей Чекмаревтың шиғырҙарында яһалмалыҡ юҡ, кисерештәре аңлашыла, алсаҡлыҡ, эскерһеҙлек менән үҙенә йәлеп итә. Тормош, тәбиғәт менән диалог ҡора белгән илһамлы шиғырҙарын яратып ҡабул итәбеҙ.
Институт тамамлаған йәп-йәш егеттең алыҫ юлға сығыуын туғандары нисек ҡабул иткәндер, әйтеүе ҡыйын, ай-һай, ҡыуаныс кисермәгәндәрҙер… Алға ҡуйылған ҙур маҡсат уны Уралға әйҙәй, билдәһеҙлек, уңайһыҙ-яйһыҙ тормош та ҡурҡытмай. Киреһенсә, быларҙы комсомол егет үҙенә бирелгән һынау тип ҡабул итә. Әгәр ҙә идеологик дошманға ҡаршы тора алырлыҡ белем бар икән, төпкөлдәге йәшертен дошманға ҡаршы нисек тора алмаһын ти инде? Шулай ҙа, бөгөнгө көн күҙлегенән ҡарағанда, ҡеүәтләнә барған Советтар Союзының баш ҡалаһы Мәскәүҙән, цивилизация үҙәгенән, йәғни, булған уңайлыҡтарҙан баш тартып, төпкөлгә юл алыуын аңлауы ла ҡыйын һымаҡ. Ҡайһы берәүҙәр партия ҡушҡан, саҡырған ергә барып, кире килмәҫтәй булып, дүнеп ҡайтып китәләр. Ә ул Башҡортостанды үҙ итә һәм иҫкермәй торған ихлас шиғырҙарын бында яҙа. Әлбиттә, һәр кеше һымаҡ ҡартайғансы йәшәренә ышана. Егерме өс йәштә үлем бик алыҫта кеүек. Ләкин һәр кемдең мөҙҙәте билдәләп ҡуйылған…
“Мин ғүмеремдең тәүге яртыһында үҙем өсөн яҙасаҡмын…” Бөтөн яҙғандары китап уҡыусы өсөн булып сыҡты.
Тормош төрлөсә булалыр, ә кешелеклелек – һәр заманды биҙәгән сифат. Бында ул ошондай кешеләрҙе тап итә. Үҙе кеүек хеҙмәткә, яҡты тормошҡа инанған ихлас кешеләрҙе. Тәбиғәт уны тарта. Ләкин шунда көн иткән әҙәмдәрҙән тыш, ул тик тәбиғәт өсөн генә ҡала алмаҫ ине. Күңел ауаздашлығы кәрәк һәр ерҙә.
Мәскәүҙән, уңайлыҡтан баш тартып, утын ярып, шәм яғып йәшәү, тырантасҡа ултырыу – быларҙы күҙ алдына килтерһәң, ысынлап та, хыялый образы күҙ алдына баҫа. Ә Чекмаревты ойоштороусы, идеолог тип беләбеҙ. Ул үҙ эргәһенә, һис шик­һеҙ, алдынғы ҡарашлы кешеләрҙе туплай алған. Ул был тирәлә көн иткәндәрҙе яҡты киләсәккә рухландырған. Үҙе лә шуға ышанған. Шулай булғас, нисек, ни рәүешле ташлап китә алһын инде йөрәк йылыһын биргән был төбәкте? Ул үҙ заманының намыҫын, выжданын һәм аҡылын кәүҙәләндерә. Тимәк, Башҡортостан ерендә совет идеологияһын алға илтеүе, саф күңелдән урғылып сыҡҡан хистәрен шиғри юлдар аша еткерә әйтеүе – уның тәҡдире. Шиғриәтенең хәтер булып йәшәүе шуны раҫлай.
Талантлы шағир Сергей Чекмаревты хәйбуллалар йыл һайын иҫкә ала. Әле яңы ғына районда уҙған “Чекмарев яҙы” тип аталған әҙәби осрашыуҙар күптән килгән йолаға яңы биҙәктәр өҫтәне. Быйылғы сарала Силәбе өлкәһенән вәкилдәр ҡатнашты. Рәсәй Яҙыусылар союзының Силәбе өлкәһе яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Олег Павлов, өлкәнең “Литера-Артель” әҙәби берләшмәһе ассоциацияһы комитеты ағзаһы, “Возвращение поэта” программаһы етәксеһе Виктор Бабкин, “За возрождение Урала” ижтимағи хәрәкәтенең матбуғат секретары, “Литера-Артель” әҙәби берләшмәһе ассоциацияһы комитеты рәйесе, журналист Павел Большаков С. Чекмарев эшләгән Хәйбулла еренә тәү тапҡыр аяҡ баҫты. Был күркәм һәм йөкмәткеле сараларҙа Башҡортостандан халыҡ шағиры, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаевтың сығышы бик иҫтәлекле булды. Сибай гимназияһындағы С. Чекмарев музейы мөдире Зөлфиә Мирхәйҙәрова ла булды бында. Сергей Чекмарев исемендәге премия лауреаты, тарихсы Рәшит Насировтың шағир тормошона арналған сығышы ҡайһы бер билдәһеҙ биттәрҙе асырға ярҙам иткәндер.
Подольск ауылында шағирға ҡуйылған һәйкәл янындағы митингтан һуң, мәктәптә уҡыусылар менән осрашыу үтте. Балалар­ҙың шиғри һүҙҙе аңлап, тулҡынландырғыс сығыш яһауы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Артабан хәтер кисәһе Маҡан ауылына күсте. Унда ла йәш тауыштарҙы ишетеп, Чекмарев рухының юғалмауына инанды ҡәләм оҫталары. Район үҙәге Аҡъярҙа “Берҙәм илдең ике мәҙәниәте” тип аталған ҙур кисә быйылғы Чекмарев яҙына йомғаҡлау булды.
Виктор Бабкин шағир Чекмарев рухында, башҡортсалап:
– Ҙур рәхмәт! – тип белдерҙе. – Һеҙ — иҫ киткес яҡшы кешеләр. Бына йәш быуын һәм тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған сал сәсле өлкәндәр бергә ултыра. Ошо йәштәр өсөн оҙон юл үттек. Чекмарев эҙҙәре буйлап Етҡолда ла, Ейәнсурала ла булдыҡ. Беҙ ҙә йәштәргә тере өлгө булырға тырышабыҙ, улар беҙгә ҡарап өйрәнергә, тормошҡа яҡтылыҡ илтергә тейештәр. Киләсәк ниндәй булырға тейешлеген күрергә тейештәр. Чекмарев шундай булған. Беҙ был яҡтарға атлығып торабыҙ. Чекмарев — ике мәҙәниәтте тоташтырыусы ла. Ул башҡорт телендә һөйләшергә өйрәнә, үҙе лә урыҫ телен уларға еткерә. Уралда өс яҙын үткәрә. Ошо яҙҙар беҙҙе берләштерә. Йәштәр тарихты белергә тырыша, был саралар улар өсөн үткәрелә.
Виктор Бабкин “Я разгляжу свои пути” тигән китабын район китапханаһына бүләк итте, Чекмаревтың шиғырында данланған күксин сәскәһе орлоҡтарын алып килгәйне. Был сәскәләр йәй мәктәп баҡсаларын биҙәр.
Павел Большаков шулай тине: “Мин башҡорт ерендә беренсе тапҡыр түгелмен. 20 йыл элек, Петр Сумин губернатор булған йылдарҙа, матбуғат секретары сифатында килгәйнем, шул саҡта уҡ башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығына иҫем киткәйне, Уралдың башҡорт өсөн ни тиклем ҡиммәт икәнен нығыраҡ аңлағайным. Шундай талантлы халыҡ икәндәренә йәнә бер тапҡыр инандым”.
Силәбенән килгән һәр ҡунаҡҡа шағир эҙҙәре ҡалған ерҙәр тураһында бай мәғлү­мәт биргән Хәйбулла энциклопедияһы бүләк итеп бирелде. “Онотма мине, ҡояш!” тип аталған күргәҙмә, ысын әҙәбиәттең оҙон ғүмерле булыуын раҫлап, тарихты һәм бөгөнгөнө бергә кәүҙәләндерҙе.
Башҡорт ере, Урал тураһында урыҫ һәм башҡа халыҡтарға һөйләгән Сергей Чекмаревтың шиғриәте бөгөн дә хеҙмәт итә.
Чекмарев булған ерҙә бушлыҡҡа урын ҡалмай. Үҙе йәшәгән ерҙе ул һуңынан “Был ил” тип атай. Ошо илде асырға өйрәнергә, ижадында ҡалдырырға тейеш шағир. Һеңлеһенә Ибрай ауылы тураһында шулай тип яҙа: “Һаумы, Лида! Был илдәге кешенең иң яҡын дуҫы һарыҡ, ә иң яуыз дошманы буран булған тормошом тураһында һиңә нимә һөйләргә? Әле күптән түгел Баймаҡ эргәһендәге ҡот осҡос буранда байтаҡ кеше туңды. Ә бында буран ҡурҡыныс түгел, беҙ – мүкле тауҙар тунында һәм йылы урман фуфайкаһында. Дөрөҫ, бында ҡаты һыуыҡтар урыҫ “әсеһе” градусына тиңләшә”.
Ыжғыр буранға ла, ҡаты һыуыҡҡа ла бирешмәгән егетте май айындағы ташҡын йылға үҙ ҡосағына ала. Һуңғы һулышына Һүрәм йылғаһы шаһит...
Уның шиғырҙарында тормош үҙе — еле лә, дауылы ла, ҡояшы ла тәбиғи, аңлайышлы, яҡын: тормош менән шиғриәт бер бөтөн булып күҙаллана.
Ялҡынлы комсомолға, быуын нығытып, ныҡлап ир ҡорона баҫып өлгөрмәгән егеткә, ләкин киләсәк өсөн күп эшләргә өлгөргән шағирға, бер нисә һәйкәл ҡуйылған.
1956 йылда ҡустыһы Анатолий Чекмарев “Новый мир” журналы редакция­һына ағаһының ҡулъяҙмаларын килтерә, шунан шиғри тупланмаһы донъя күрә. 1957 йылда тәүге китабы нәшерләнә, 1964 йылда “Балалар нәшриәте” икенсе китабын сығара. Комсомолдың 60 йыллығына “Была весна” тигән йәнә бер йыйынтыҡ баҫыла. 1976 йылда Сергей Чекмаревҡа үҙе үлгәндән һуң ҡырҡ өс йыл үткәс, “Йәш быуында гражданлыҡ һәм Ватанға һөйөү тәрбиә­ләгән әҫәрҙәре өсөн” Ленин комсомолы премияһы бирелә.
Мне борьба поможет быть поэтом,
Мне стихи помогут быть борцом.
1983 йылда “Таналыҡ” совхозы оло ҡарар ҡабул итә: йәш таланттарҙы дәртләндереү маҡсатында, Сергей Чекмарев исемендәге әҙәби премия булдыра.
Күк йөҙөндә – бихисап йондоҙ, беҙ ҡайһы берәүҙәренән ҡарашыбыҙҙы айыра алмайбыҙ. Улар нимәһе менәндер арбай. Ошо күк йөҙө шикелле, һәр дәүерҙең үҙ сағыу йондоҙҙары була. Сергей Чекмарев – коллективлаштырыу осоронда балҡыған шәхестәрҙең береһе. Замандар үҙгәрҙе, ул ҡыҙырған гигант хужалыҡ тарҡала, бүлгесләнә бара, хәҙер “Таналыҡ” тарих булып ҡына ҡалды. Ә шағир шиғриәте, бәрәкәтле шәп тупраҡҡа төшкән орлоҡ шикелле, үткән быуаттың саф һулышы, һулымаҫ йәшеллеге булып күҙаллана. Һүҙ сәнғәтенең ошо үҙенсәлекле үрнәктәрен табып, кәрәкле кешеләргә еткергәндәргә рәхмәт.
Ижади мираҫын һаҡлау буйынса алып барылған эштәрҙең һөҙөмтәһе бар. Хәҙер силәбеләр үҙҙәрендә С. Чекмарев исемен­дәге әҙәби премия булдырыу тураһында һүҙ ҡуҙғата. Етҡол һәм Хәйбулла мәктәптәре араһындағы бәйләнештәрҙе үҫтереү зарурлығы тураһында ла һүҙ булды. Константин Федин атағанса, “беҙҙең замандың иң сағыу улдарының береһе” бына шулай алға пландар ҡороп йәшәргә саҡыра.
Мәскәү шағирҙары араһында башҡорт донъяһына уның шикелле диҡҡәт бүлгән, башҡорт һүҙҙәрен үҙ ижадында ҡулланып, шиғри нескәлектә бирә алған тағы берәйһе бармы икән? Булырмы?
Уның йөрәге өсөн Мәскәү бәләкәй ине. Башҡортостан булды биләмәһе. Динебеҙ буйынса, “кеше яралған саҡта ҡайһы ерҙән тупраҡ алына, үлгәс, ул шунда ерләнә”. Сергей Чекмаревтың ҡәбере билдәһеҙ, ләкин башҡорт ере уны үҙ ҡуйынына һыйындырҙы. Ошо тупраҡ тартып килтер­ҙеме? Ошо тупраҡ башҡорт далаһына, урманына һөйөү уты ҡабыҙҙымы?
Бәлки, яуап эҙләргә кәрәкмәйҙер? Шағир үҙ ҡулдары менән яҙған юлдар яуап булып тора: “Мин ғүмер буйы үҙем эҙләгәнде бында таптым...”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506