Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Верман баҡсаһындағы һабантуй
Верман баҡсаһындағы һабантуй Башҡорттар Латвияның баш ҡалаһы Ригала уҙғарылған һабантуйҙа ҡатнашты. Күркәм сара ҡаланың үҙәк паркында — “Верман баҡсаһы”нда үтте. Был турала башҡорт диаспораһы етәксеһе Ринә Хәмитова хәбәр итте.
Һабантуйға төрлө милләт вәкилдәре, дипломаттар, эшҡыуарҙар, журналистар, фотографтар, студенттар, күрше илдәрҙән ҡунаҡтар, сит ил туристары килгәйне.
Верман баҡсаһындағы һабантуй— Сарала ҡатнашыусылар башҡорт, татарҙарҙың мәҙәниәте, йолалары менән танышты, уйындарҙа, бәйгеләрҙә көс һынашты, йырланы, бейене, милли аш-һыуҙан ауыҙ итте. Байрамға балаларҙың һәм йәштәрҙең күпләп килеүе айырыуса ҡыуандырҙы, — тине Ринә Хәмитова.
Парктағы төп сәхнәлә ҙур концерт булды. Унда Татарстандан, Латвия, Литва, Эстонияның милли-мәҙәни йәмғиәттәрен­дәге үҙешмәкәр артистар ҡатнашты. Спорт майҙансыҡтарында ярыштар һәм халыҡ уйындары биш сәғәт буйы дауам итте.
Байрамға йыйылыусыларҙы Латвия­лағы һәм Эстониялағы башҡорт диаспо­раһы етәкселәре сәләмләне. Ринә Хәми­това Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Артур Шәйнуровтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе.
Верман баҡсаһындағы һабантуй— Һабантуй ысын халыҡтар дуҫлығы, изгелек, татыулыҡ, берҙәмлек байрамына әүерелде. Ул күп быуатлыҡ тормошобоҙҙо, башҡорттарҙың үҙенсәлекле милли йолаларының байлығын, гуманизм, тыныслыҡ һәм татыулыҡ идеалдарын сағылдыра, — тиелә ҡотлауҙа.
Таллинндағы “Ағиҙел” башҡорт йәм­ғиәте етәксеһе Флүзә Хәйруллина, ба­рыһын да байрам менән ҡотлап, һабан­туйҙы ойоштороусыларға Салауат Юлаев тураһындағы китап бүләк итте. Илнур Хәйруллин уйнаған ҡурай моңона Ринә Хәмитова “Гөлнәзирә” бейеүен башҡарҙы.
Латвияла һабантуй 30 йылдан ашыу үткәрелә. Быйыл уны “Шишмә” татар-башҡорт мәҙәни йәмғиәте, Европалағы татар йәштәре берекмәһе ойошторҙо. “Салауат Юлаев” Балтик халыҡ-ара үҙәге, “Аҡбуҙат” башҡорт йәмғиәте уларға ҙур ярҙам күрһәтте.


Автор: Л. ҠӘҘИМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 261

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 480

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 133

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118