Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бурыслымын туған халҡыма
Бул һин тик халҡыңа тоғро,
Ит хеҙмәт арыу белмәй.
Маҡтау, хурлау ғүмерһеҙ ул,
Тик хеҙмәт йәшәй, үлмәй.

3. Биишева.

Эйе, мин бар булмышым менән үҙемдең халҡыма, тыуған илемә бурыслымын. Йәшерәк саҡта, бындай юғары әхлаҡи фекер һалынған һүҙҙәрҙе ҙур, мәртәбәле йыйындарҙа ғына һөйләйҙәрҙер, тип уйлай инем. Йылдар үтеү менән, әлеге түләнеп бөтмәй торған бурыстың һәр кемдең аңында булырға тейештер, тигән фекергә килдем.

Атайым һәр ваҡыт: “Ниндәй генә эш башҡарһаң да, уға кешеләр һоҡланырлыҡ булһын. Шундай уй менән эшләһәң, шөғөлөңдө лә ныҡ яратырһың. Ана шул саҡ эшең аша халыҡ үҙеңде күрер. Минең дә, әсәйеңдең дә таныш-белешебеҙ алдында йөҙөбөҙ яҡты булыр!” – тип әйтте.
Эйе, атайымдың һүҙҙәре менән мин дә килешәм: эшебеҙҙең һөҙөм­тәһе кеше һоҡланырлыҡ булмаһа, хәҙерге заман етеш донъя кимәленә килә алыр инекме?
Кеше маймылдан барлыҡҡа килгәнме, әллә балсыҡтан әүәләп эш­лән­гәнме, уны тикшергән ғалим­дар донъя тулы, ләкин иманым камил: тәбиғәт балаһының бер төрө булараҡ, кеше үҙ юлы менән үҫеш алған. Бирелгән аң-һәләтен үҫтерә барып, үткәнен, киләсәген күҙаллап эш башҡарған. Әле лә, эшһеҙ тора башлаһа, ғүмерем заяға үтә тип, кеше нисек кенә зарланмай. Бар булған эште еңеләйтеү юлын эҙләй: уҡыу, уҡытыу, уйлап табыу, сәнәғәт кеүек төшөнсәләрҙе ысынбарлыҡҡа әйләндерә...
Мәсетле районының Дыуан-Мә­сетле ауылында ғаиләлә икенсе бала булып тыуғанмын. 9-сы класты “бишле” билдәләренә генә тамамлағас, атай-әсәйемдең теләге буйынса Өфө ҡалаһының медицина училищеһына документтарымды тапшырҙым. Әммә уҡытыусы һөнәре күңелемә яҡы­ныраҡ ине. Тәүҙә үҙемдең көсөмдө Мәсәғүт педагогия училищеһында һынап ҡарарға булдым. Имтихан­дарҙы яҡшы билдәләргә тапшырып, уҡырға инеп ҡайтҡас, Өфөгә барып та торманым. Атай-әсәйем дә телә­гемде кире ҡаҡманы.
Бәләкәй саҡтан дуҫым Әлиә менән уҡытыусы, уҡыусы ролендә уйнай торғайныҡ. Бер-беребеҙҙең дәфтә­рен тикшереп, мейескә аҡбур менән яҙып, китаптарҙы улай-былай әйлән­дереп уҡыу беҙҙең өсөн иң ҡыҙыҡ, иң яҡшы уйындарҙың береһе ине. Башланғыс класс уҡытыусыһы Факиһа апайҙың яғымлы тауышы, беҙҙең кеүек тиктормаҫтарға ла ҡаты бәрелмәүе, дәрестәрҙе шул тиклем ихлас аңлатыуы бала йөрәгендә уҡытыусы һөнәренә һөйөү тәрбиәләгән инде.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ ҡулыма диплом алғас, 1996 йылда Башҡорт дәүләт универси­тетының башҡорт теле һәм журналистика факультетына уҡырға индем. Шундай ҙур бейеклекте нығынып та өлгөрмәгән булмышым менән үҙаллы яулай алыуыма атай-әсәйемдең ҡыуанысы сикһеҙ ине: уларҙың ҡыҙы юғары уҡыу йорто студенты бит!
Студент йылдары... Универ­ситет­тың барлыҡ йәмәғәтселек эшендә ҡайнап йәшәнем. Афарим Аҡсурин етәкселегендәге фольклор түңәрәге менән университетта ғына түгел, Өфө ҡалаһының бик күп мәҙәниәт һарайҙарында концерттарҙа сығыш яһай инек.
Белорет егете Салауат менән ғаи­лә ҡороп, 4-се курста Байрас исем­ле улым донъяға килһә лә, уҡы­уым­ды дауам иттем. Көндөҙгө бүлектә уҡыған өсөндөр инде, үҙемдең маҡ­сатыма өлгәшеүгә бар көсөмдө һалырға тырыштым. Ниһа­йәт, ҡу­лы­ма дипломды бар ғаилә менән алырға барҙыҡ. Бигерәк тә ике йәшлек улым ҡыуанған төҫлө тойолдо. Шулай итеп, һиҙелмәйенсә биш йыл ваҡыт үтеп тә китте. Һөнәрем буйынса булмаһа ла, Дыуан райо­нының Республика лицей-интернатында тәрбиәсе булып урынлаштым. Эшемде яратып башҡарҙым. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаштым. Грамоталар, аҡсалата бүләкләүҙәр – быны дәлилләгән күрһәткестәрҙең береһе, тип уйлайым. Тәрбиәлә­неүселәрем менән дә тиҙ уртаҡ тел таптым, ял көндәрендә өйгә килеп, үҙҙәренең уңыштары менән уртаҡлаша торғайнылар. Әлеге ваҡытта күбеһе менән аралашып, осрашып торабыҙ.
Шулай яҡшы ғына эшләп йөрө­гәндә, Мәсәғүт гимназияһында баш­ҡорт телен уҡытырға тәҡдим иттеләр. Үҙ һөнәрем буйынса эшемде дауам итеүемә бер яҡтан ҡыуандым, икенсе яҡтан, лицей-интернат уҡыусылары менән башлаған эшемде еренә еткермәүем күңелемде ҡырҙы.
Бала саҡтағы хыялым тормошҡа ашты. Мин – уҡытыусы! Бар көсөмдө һалып, эшләй башланым. Уҡытыусы һөнәренең бар нескәлектәрен, яуаплылығын аңлап, үҙ һөнәремдең дөрөҫ һайланыуына көндән-көн инана барҙым. Бына 13 йыл мин Мәсәғүт гимназияһында башҡорт теленән уҡытам. Уҡыусыларымдың тормошҡа ҡарашын, уй-фекерләүҙәрен үҫтереп, дөрөҫ йүнәлеш биреп, Тыуған илеңде, телеңде ҡәҙерләргә, һаҡларға кәрәклеген аңлатып, оло шәхес тәрбиәләүгә бар көсөмдө һалам.
Йәмғиәттә халыҡтың әхлаҡи йөҙө юғала барғанда, беҙ – тел уҡытыусы­ла­ры – һаҡта уяу торорға, һәр мөмкин­лекте ҡулдан ысҡын­дырмаҫ­ҡа тырышабыҙ. Район һәм республика күләмендә ойошторолған сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулауым эшемдең һөҙөмтәһеҙ түгеллеген тағы бер иҫбатлай. Уҡытыусының үҙ һөнәре буйынса өҙлөкһөҙ эшләүе, конкурстарҙа ҡатнашыуы уның заман менән бергә атлауын һөйләй. Мин дә яратҡан эшемдән дәрт һәм илһам алып йәшәйем.
Бына тағы ла ғаиләм менән йыйылып кәңәшләшәбеҙ. Шәжәрә байрамында ҡатнашам тип дәртләнеп йөрөгән Гүзәл ҡыҙым да нимәлер тәҡдим итә. Улдарыбыҙ Байрас һәм Булат ҡурай тарта, тормош иптәшем Салауат баянда уйнай. Беҙҙе алда тағы ла ҙур эштәр, ижади үҫештәр, уңыштар көтә!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509