Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәйнәләрҙең аҫабалығын раҫлау
Тикшеренеүселәрҙең күпселеге башҡорт ерҙәренең Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттарын өйрәнгәндә тәү сиратта шәжәрәгә яһалған анализға иғтибар итә, сөнки хоҡуҡ грамоталарының төп нөсхәләре беҙҙең көндәргәсә һаҡланып ҡалмаған.
Ғалим Р.Ғ. Кузеев, Шәрҡиәт институтының Ленинград бүлексәһендә табылған Уҫы даруғаһындағы Уран һәм Ғәйнә ырыуҙары шәжәрәһенә таянып, 1554 – 1555 йылдарҙа Айсыуаҡ етәкселегендәге Уран илселәре – Ҡазанға, ә ғәйнәләр иһә Чердынгә килгән, тигән һығымта яһай. Артабан автор, Айсыуаҡ Ҡазандан урандар тарафынан подданныйлыҡ алыу тураһында туҙға яҙылған хоҡуҡ грамотаһы алып ҡайтҡан, тип билдәләй. Шәжәрәлә Ураҡ бейҙең Чердынгә барып, ғәйнәләрҙең борон-борондан йәшәгән ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлап ҡалыу шарты менән Мәскәү дәүләтенә ҡушылыуы хаҡында документҡа эйә булыуы билдәләнә. Б.Ә. Аҙнабаевтың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле ғәйнә башҡорттарына тапшырылған 1557 йылғы хоҡуҡ грамотаһынан бер генә күсермә бар. Уныһы ла грамотаны раҫлау өсөн батша Федор Иоаннович тарафынан яһалған. Шул уҡ ваҡытта Н.М. Ҡолбахтин Булат Әхмәр улы әйткән хоҡуҡ грамотаһының “Генераль межалауҙың бәхәсле эштәре”ндә (“Спорные дела генерального межевания”) табылмауына ишаралай.
Үҙенең сираттағы монографияһында Булат Аҙнабаев 1733 йылда Ғәйнә улысы башҡорттарының Өфө власынан “1589 йылда атай-олатайҙарына Өфө өйәҙендәге Уҫы даруғаһы буйынса ергә бирелгән хоҡуҡ грамотаһы”н талап итеүе хаҡында әйтә. Улар, грамота күсермәһе Өфө провинцияһы канцелярияһында мотлаҡ һаҡланып ҡалырға тейеш, тип ышана. Һөҙөмтәлә учреждение архивында 1589 йылғы документ ысынлап табыла. Ул ғәйнәләрҙең ергә аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлай. Ләкин, Булат Аҙнабаевтың фекеренсә, “был документ хоҡуҡ грамотаһы түгел, ә Федор Аристов тарафынан төҙөлгән Уҫы эргәһе биләмәләренең иҫәп-хисап китабынан бер өҙөк кенә булып сыға”.
1766 йылда Ырымбур губернаторы А.А. Путятин башҡорттарҙа Иван IV хөкүмәтенән алынған хоҡуҡ грамоталарының һаҡланып ҡалмау сәбәптәрен былай тип аңлата: “...башҡорттарҙың хоҡуҡ грамоталарын юғалтыу сәбәптәре төрлө, ә Өфө провинцияһы канцелярияһындағы уларҙың күсермәләре иһә 1759 йылғы янғында юҡ булған”.
Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров рус телендә нәшер ителгән “Пермь һәм Свердловск өлкәләрендәге башҡорт ауылдары тарихы” тигән монографияһында “ғәйнәләрҙән башҡа бер генә башҡорт ҡәбиләһендә лә ергә хоҡуҡты билдәләгән 1557, 1632, 1672 һәм 1701 йылдарҙа алынған батша грамоталары шулай күп түгелдер” тигән һығымтаға килгән. Ер мәсьәләһе айырыуса киҫкенләшкән мәлдәрҙә башҡорттар, аҫаба биләмәләрен һаҡлап ҡалыу грамотаһын һорап, Мәскәү батшаларына мөрәжәғәт иткән. Батшалар иһә уларҙың һәр үтенесен ҡәнәғәтләндерер булған.
Н.М. Ҡолбахтин билдәләүенсә, рус батшаларының грамоталарында ғәйнә башҡорт­тарының ер межалары ентекле һүрәтләнгән. Уларҙың биләмәләренә Тулва – Сылва – Кама йылғалары араһындағы һәм Каманың уң яҡ ярындағы ерҙәр ингән.
Тимәк, башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы традицион институт булған. Ә уға хоҡуҡ грамоталары ул осорҙа Рус дәүләтендә ошо төшөнсәне юридик йәһәттән ҡанунлаш­тырыуҙың берҙән-бер сараһын тәшкил иткән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 260

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 479

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 132

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118