Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Арғужа” һәм “Әминәкәй” төйәгендә
“Арғужа” һәм “Әминәкәй” төйәгендә Ҡасандыр Арғаяш кантонының үҙәге булған Ҡолой ауылы бөгөн дә башҡорт милли һәм мәҙәни усағы булыуынан туҡтамаған.
Ошо көндәрҙә 11 ауылдан һәм Силәбе ҡалаһынан моң һөйөүселәр урындағы китапханаға йыр байрамына йыйылды.

Ысынлап та, милли кейемдәге дәртле, рухлы милләттәштәребеҙ үҙҙәре үк байрам мөхитен тыуҙыра. Ҡатнашыусылар ғына түгел, тамашасылар ҙа сараға бик ентекле әҙерләнгән. Ҡолой кантон, Таймас Шәйемов, Көсөков вариҫтары был байрамды уҙғарыуға бик яуаплы ҡараған. Йыр-моң аша күңел асыу, тыуған яҡ тарихын барлау, мәшһүр шәхестәрҙе иҫкә алыу – ауылдаштарҙың борондан килгән матур йолаһы.
Моң бәйгеһендә көс һынашырға теләгәндәрҙең төрлө жанрға өҫтөнлөк биргәндәрен иҫәпкә алып, сарала мөнәжәт тә, оҙон көй ҙә, бәйет тә яңғыраны. Шиғыр һөйөүселәрҙе Арғаяш районының “Таң нурҙары” әҙәби берекмәһе ағзалары ижад емештәре менән һөйөндөрҙө.
Күркәм сараны башҡорт халыҡ йыры менән Ҡолой ауылынан Кәримә Хәкимова асып ебәрҙе. Йырҙың тарихын белеү зарур икәнлеген дәлилләп, Марсель Хәйбуллин яҡташы Яхъя Хәмзин тураһындағы яҡты хәтирәләре менән бүлеште. Шулай уҡ аҡһаҡал ҡатыны Хәтимәне йылға аша кәмәгә ултыртып оҙатҡанда, Ҡолой кантондың уға арнап йырлағаны хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә еткерҙе.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре арҙаҡлы йырсы яҡташтары Яхъя Хәмзин, Маһинур Шәйемова, Мостафа Солтанов, Жәүәт Вәлиев һәм башҡаларға арнап махсус фотокүргәҙмә әҙерләгән. Уларҙың тырышлығы арҡаһында тик Арғаяш башҡорттары ғына йырлаған “Мейәс көйө”, “Әминәкәй”, “Арғужа”ны хәҙер башҡа төбәктәр ҙә белә. “Был йырҙар шулай уҡ республиканың йырҙар энциклопедияһына ла ингән”, – ти китапхана рәйесе Флүрә Истамғолова.
Яхъя Хәмзиндың ҡыҙы Флүрә Хәмзина мөнәжәт әйтте. 82 йәшендә булыуына ҡарамаҫтан, күңеле тулы моң булған ағинәй – ауылда һәм район­да уҙғарылған сараларҙың көтөп алған ҡунағы.
Ошондай мәртәбәле йәштә сәхнә йәме булып йөрөгән ил инәләренең тағы берәүһе – Зәйтүнә Хәйруллина. Уның етәкселегендәге “Ҡолой моңдары” фольклор төркөмө боронғо йола сеңләүҙе (кейәүгә бирелгән ҡыҙҙың тыуған йортонан китер алдынан ата-әсәһе һәм туғандары менән хушлашыуын) сәхнәләштерҙе.
Арғаяш һандуғасы, төбәк-ара конкурстар лауреаты Венера Шәймөхә­мәтова был юлы бәйет башҡарҙы. Унда әсәнең вафат булған улына һағышы сағыла.
Силәбе ҡалаһының Харис Йосопов исемендәге мәсет шәкерттәре Али Нурмагамедов һәм Маруф Мамадалиев ғәрәп телендә сығыш яһаны.
Жюри ағзаһы, ветеран-педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы Нәғимә Усманова телде, мәҙәниәтте онотмауға өндәгән ялҡынлы телмәр менән сығыш яһаны.
Ҡәҙриә Зиннурова, Гөлфиҙә Йома­ғужиналар ҡатнашыусыларҙың һәр сығышына ентекле күҙәтеү яһаны.
Жюри ағзалары бигерәк тә Бикҡол ауылынан Әнисә Ғарипованың, дуэт менән мөнәжәт башҡарған Ҡорман ауылынан Фәрнизә Ғиниәтуллина һәм Роза Хабилова, Ҡолойҙан Сания Байназарова һәм Фәрхинур Исмәғилева, Рәзинә Ғиззәтуллина, Ҡуйһары ауылынан Бәғнәни Яҡупова, Ялтыр ауылынан Фәнил Йыһаншиндың сығышын юғары баһаланы. Конкурсанттарға иҫтәлекле бүләктәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 260

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 479

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 132

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118