Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Өфөгә тағы бер киләм әле...”
“Өфөгә тағы бер киләм әле...” Матур сәйәхәт һәр кемдең күңелендә яҡшы тәьҫораттар ҡалдыра торғандыр, моғайын. Бәғзе берәү йән һәм күңеленә ял эҙләп тәбиғәт ҡосағына ынтылһа, кемдер төрлө илдәр, ҡалалар буйлап сәйәхәт итергә ярата. Һоҡланғыс матур ерҙәрҙе күреп ҡыуана, яңылыҡ эҙләй, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте менән таныша, яңы телдәрҙе өйрәнә, үҙенә дуҫтар, таныштар таба. Башҡортостанға Кишинев ҡалаһынан килгән молдаван егете Денис Донич – ошондай сәйәхәтселәрҙең береһе.
– Мине яҡын танышым Ләйсән ҡунаҡҡа саҡырҙы, – тип башланы һүҙен Ләйсән менән Америка Ҡушма Штаттарында төрлө илдәрҙең юғары уҡыу йорттарынан килгән студенттар булараҡ танышҡан егет. – Һәр кем үҙ иле, халҡының мәҙәниәте тураһында һөйләне. Ләйсәндең һөйләгәндәренән рухланып һәм социаль селтәрҙә тыуған ерегеҙҙең тәбиғәтен сағылдырған фотоларҙы күргәс, сәфәргә сығырға ниәт иттем.
Денисҡа үҙемде ҡыҙыҡһындырған бер нисә һорауымды бирмәйенсә булдыра алманым.

– Һин Башҡортостанда беренсе тапҡыр. Килгәс тә иң беренсе нимәгә иғтибар иттең?
– Башҡортостанға ғына түгел, Рәсәйгә лә әле тәүгә килеүем. Мине иң ғәжәпләндергәне ул ҡарҙың күплеге булғандыр, моғайын. Молдавияла ҡыш була, әммә был хәтлем ҡарҙы мин беренсе тапҡыр күрәм.
– Баш ҡалабыҙҙың ниндәй иҫтәлекле урындарында булдығыҙ? Ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
– Өфө – бик матур ҡала. Төрлө иҫтәлекле урындарҙа, сараларҙа булып өлгөрҙөк. Миңә бигерәк тә Башҡортостандың Милли музейы оҡшаны. Һоҡланырлыҡ! Мин үҙем төрлө халыҡтарҙың тарихы менән ҡыҙыҡһынам, күп яҡлы үҫеште хуп күрәм. Милли музейҙа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдым үҙемә. Буран булыуға ҡарамаҫтан, Салауат Юлаевтың һәйкәлен дә барып күрҙек, уның шундай ҙур, мөһабәт булыуы хайран ҡалдырҙы. Шулай уҡ Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына барып “Датская история” спектаклен ҡараныҡ. Бик йөкмәткеле, тәрән мәғәнәле тамаша. Бәлки, кемдер ошо тарих, ваҡиғалар аша үҙ тормошон анализлай алыр.
– Халыҡтарыбыҙ араһында оҡшашлыҡ бармы?
– Килгән көндә мин “Өфө уттары”нда башҡорт кисәһендә булдым. Башҡорт эстрадаһы, айырыуса ҡурайсыларҙың сығышы миңә бик оҡшаны. Беҙҙең молдаван халҡының да ҡурайға оҡшаған үҙенсәлекле милли музыка ҡоралы бар. Флуер тип атала ул. Һәм, әлбиттә, молдавандар ҙа башҡорт халҡы кеүек үк бейергә ярата. Шуға ла сығышыбыҙ менән төрлө булһаҡ та, халыҡтар араһында дөйөм оҡшаш яҡтар бар, тип әйтер инем.
– Икенсе илдән килгән кеше булараҡ, ниндәй айырмалыҡтарға иғтибар иттең? Мәҫәлән, йәшәү рәүешендә, йә булмаһа кешеләрҙең холоҡ-фиғелендә...
– Бәлки, мин хаталанамдыр, әммә һеҙҙең баш ҡалала халыҡ нисектер хис-тойғоға бирелеп бармаған, уйҙарын асыҡтан-асыҡ белдермәгән кеүек. Икенсе яҡтан тотанаҡлылар, бер-береһенә ихтирам менән ҡарайҙар. Тәүҙә, әлбиттә, кешеләр бер-береһенә ҡарата һалҡын мөнәсәбәттә, битараф тип уйлап ҡуяһың. Әммә улай түгел икән. Мәҫәлән, мин танышҡан бөтәһе лә бик ихлас һәм шул хәтлем ҡунаҡсыл. Үҙ кешеләреләй ҡабул иттеләр, шуныһы ҡыуандыра. Ә Молдавияла халыҡ барыбер хис-тойғоға тиҙ бирелеүсән, тиҙ үк асыҡтан-асыҡ теләгәнен әйтә. Был, моғайын, беҙҙең итальяндарға яҡынлығыбыҙҙан киләлер.
– Һәр илдең һәм халыҡтың матурлығы, көсө нимәлә тип уйлайһың?
– Ҡыҙыҡ һорау. Беләһегеҙме, әгәр ҙә, мәҫәлән, кешеләрҙе йәки халыҡтарҙы океан өҫтөндәге тулҡындар тип күҙ алдына килтерһәң, улар төрлөсә булыр ине. Бер-береһенә тәьҫир итеүҙәренә, бәйләнештә булыуҙарына ла иғтибар итергә мөмкин. Уйлап ҡараһаң, ошо бөтә тулҡындар тотош бер океанды тәшкил итә, улар барыһы ла һыуҙан тора. Әммә һәр халыҡтың асылы океан һыуы кеүек бер – кешелеклелектер, моғайын. Милләттәрҙең көсө һәм матурлығы – уларҙың төрлөлөгөндәлер. Төрлөсә итеп яратылғас, бер-беребеҙҙең рухи матурлығын – илен, тарихын, мәҙәниәтен, телен өйрәнеү мөмкинлеге бар. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине.
– Һеҙҙең халыҡтың йолалары, милли аш-һыуы ла ҡыҙыҡһындыра беҙҙе...
– Милли аҙыҡтарыбыҙҙың береһе – мамалыга. Ул – икмәк менән кукуруз ононан бешерелгән бутҡа. Уға ҡыҙҙырылған балыҡ, ҡаймаҡ, эремсек һалып ашарға мөмкин. Шулай уҡ татлы тәмлекәстәр ҙә әҙерләргә яратабыҙ. Ә яҙҙы ҡаршылағанда Мэрцишор тигән байрамыбыҙҙы үткәрәбеҙ. Мерцишор ­– ул яҙ илсеһе, халҡыбыҙҙың аҡ һәм ҡыҙыл сәскәнән торған милли биҙәге рәүешендә. Ҡыҙыл төҫө ҡанды – ғүмерҙе, мөхәббәтте, йылылыҡты һәм ҡорбан килтереүҙе һынландыра, ә аҡ төҫ – таҙалыҡ, сафлыҡ билдәһе. Яҙ еткәс, март айында ошо сәскәләрҙе кешеләр күкрәк тәңгәленә кейемдәренә тағып йөрөй.
– Ә дуҫтарыңа, туғандарыңа Башҡортостандан бүләк итеп нимә алып ҡайтырға уйлайһың?
– Әлбиттә, башҡорт балын! Бер нисә бәләкәй батман алып та ҡуйҙым инде, бүләк тә иттеләр. Тик бына ҡымыҙ ғына булманы. Йәйгеһен бер килгәнемдә алып ҡайтырмын әле.
– Яңы таныштарыңа, дуҫтарыңа, Башҡортостан халҡына әйтер һүҙҙәрең, теләктәрең бармы?
– Ҙур рәхмәт бөтәгеҙгә лә ихтирам күрһәтеүегеҙ, алсаҡлығығыҙ өсөн! Кишинев менән сағыштырғанда, Өфө – шундай яҡты, ҡунаҡсыл ҡала. Ихлас күңелдән әйтәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ, үҙ илегеҙҙе яратығыҙ! Эске донъя, тойғолар, күңел торошо һәм матурлығы тышҡы күренештәрҙән мөһимерәк булырға тейештер, минеңсә.
– Сәйәхәттән ҡәнәғәтһеңме? Тағы ла ҡунаҡҡа килеү теләге бармы?
– Әлбиттә, ҡәнәғәтмен, рәхмәт. Өфө аэропортына аяҡ баҫҡас та үҙемде күңелемә яҡын ергә килеп төшкәндәй хис иттем. Шуға ла, һис шикһеҙ, йәнә килергә теләгем бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 261

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 480

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 133

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118