Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаҡмар башы улының шәжәрәһе
Һаҡмар башы улының шәжәрәһе Революцияға тиклем башҡорттар зат-ырыуын барлап, йәғни шәжәрәһен кемдер туҙға төшөрөп, ҡайһылары беше туҡымаға сигеп һандыҡтары төбөндә һаҡлаған, килер быуындарға мираҫ итеп ҡалдырған.
Һәр мосолманға нәҫел ептәрен белеү мотлаҡ һаналған. Совет осоронда генеалогик яҙма онотолоп, уның ата-бабаһының шәжәрәһе бар, имеш, тигән хәбәр ишетелеп ҡалһа ла, “шәжәрә төҙөү – боронғолоҡ ҡалдығы” тигән ҡараш йәшәне.

Яҡын-тирәләге ауылдарҙа ошоғаса булмаған өс, хатта ике туғандарҙың да никахҡа инеүе ҡарт-ҡороно һағайтты, туған-тыумасаға иғтибарҙы көсәйтеү зарурлығы тыуҙы. Мәҫәлән, беҙҙең ауылдағы Разия исемле һылыу ун километр алыҫлыҡтағы ауылдан егет (олатайҙары бер туған) менән донъя ҡорҙо. Осрашып йөрөгәндәрен белһәләр ҙә, ата-әсәһе өндәшмәне. Өс балаға ғүмер бирҙеләр. Ҡырҙан ҡарағанда, ал да гөл, шулай булырға тейеш һымаҡ. Әммә уртансы бала буйға үтә лә оҙон ине һәм уҡый алманы. Медицина тикшереүе үтте. Быны үҙем, мәҫәлән, генетик күҙлектән, туғанлашҡан организмдар нәҫеленең көсһөҙләнеүенән күрәм. Ике төрлө милләт ҡауышһа (халыҡ телендә – метис), ғалимдар әйтеүенсә, тәүге ике быуыны ғына көслө була, артабан көсһөҙләнә. Шуның өсөндөр ата-бабаларыбыҙ нәҫелдән килгән ауырыуҙарҙан затын аралаған.
Һаҡмар башы улының шәжәрәһеХәҙер ауылдарҙа ғына түгел, республика кимәлендә Шәжәрә байрамдары үткәрелә. Бығаса иғтибарҙан ситтә ҡалған, йәғни һәр мосолманға тейеш булып та онотолған ғәмәл яңынан ҡалҡып сыҡты. Башҡорт, ниһайәт, асылына ҡайтты тиһәң дә була. Килер быуынын хәстәрләп, үҙ нәҫелен өйрәнеп, һәр фактты тарихи һәм сәйәси архивҡа, музейҙарға, военкоматтарға, ЗАГС бюроларына мөрәжәғәт итеп, аныҡ документтар менән дәлилләп, тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтағы ғәрәпсә яҙыуҙарҙы урыҫ теленә тәржемә яһап, һарғайып бөткән фотоһүрәттәрҙе, документтарҙы тәртипкә килтереп, атай-олатайҙарының шәжәрәһен төҙөүселәр бар. Мәҫәлән, Әбйәлил районыныңҠырҙас ауыл Советының Әхмәт ауылында донъяға килгән Түңгәүер ырыуы биксәнтәйҙәр араһы Шәйхетдин Абдулла улы Йәһүҙиндең Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында йәшәгән улы Илгиз Йәһүҙин ете быуын атай-олатайҙарының туғандарын ҡыуандырып, урыҫ телендә ҡалын тышлы “Шәжәрә” китабын баҫтырып, уларға бүләк итте. Бына, исмаһам, мосолман башҡорт! 185 битлек китапта атаһы Шәйхетдин Абдулла улы Йәһүҙиндең ил тарихына ҡушылған яҙмышы яҙылған.
Миәкә районы журналисы Айрат Абдуллинға Илгиз Йәһүҙин менән уйламағанда осрашып, әңгәмәләшергә насип итә. Ул: “Атай-әсәйегеҙ тураһында күп ишеттем. Әйҙәгеҙ, генеалогияғыҙҙы өйрәнеп, Шәжәрә китабы сығарайыҡ”, – тигән тәҡдим яһай. Илгиз: “Студент йылдарымда уҡ генеалогик ағас төҙөргә уҡталғайным, әммә туғандарҙың һөйләгән иҫтәлектәренән башҡа мәғлүмәт булманы. Һәр мосолман ете быуынын белергә тейеш. Бәлки, минең тамырымда ҡытай, япон, йәһүд ҡаны ағалыр? Төйәгенән айырылып икенсе районда йәшәгән атайым һәр саҡ тамырҙарын иҫләр, һағынып һөйләр булды. Биш йәшемдә, 1961 йылда, Миәкә районынан Әбйәлил районының Әхмәт ауылына, Уст-Ҡатай – Белорет поезында ла, йәйәүләп тә биш йөҙ километрҙан ашыу юлды үтеп, барып еттек. Атайым Һаҡмар йылғаһы башына алып барҙы һәм ошонда тыуғанын һөйләне. Ошо сәйәхәт бала саҡ илемә бәйле онотолмаҫлыҡ хәтирә булып һаҡлана. Атайым йыл да тигәндәй туғандарына барып урамай ҡалманы. Туғанлашып йәшәгәнгә етмәй. Алыҫ һәм яҡын туғандарым ошо китапты уҡыр, мине аңлар тигән өмөттәмен”, – тип атаһы һәм әсәһе яғынан да туғанлыҡ ептәрен яҡшылап өйрәнергә ризалығын бирҙе.
1917 йылдағы Бөтә Союз ауыл хужа­лығы иҫәбен алғанда, Башҡорт­остандың Верхнеурал өйәҙенә ҡараған Әхмәт ауылы тураһында Үҙәк дәүләт тарих архивында бөтөнләй материал булмай. ЗАГС архивында 2023-сө документта Йәһүҙин Шәйхетдин Абдулла улының 1906 йылдың 25 апрелендә тыуғанлығы, атаһы һәм әсәһе, олатаһы тураһында мәғлүмәт табыла. Шунда уҡ атаһының ырыуының исемен йөрөткән атаһының ҡарт олатаһы 1824 йылғы Йәһүҙә Абуталип улы Биксәнтәй тураһында белә. Ул “зауряд-хорунжий” чинында 5-се кантондың 3-сө участкаһында кантон ярҙамсыһы була. Шулай уҡ Ҡырҙас мәсетендәге 1880 – 1916 йылдар тураһында яҙылған метрика­ларҙа 57 яҙыу һәм ырыу тамғаһын табып, фотоға төшөрәләр.
Илгиз Шәйхетдин улы атаһын “легендар кеше” тип атап, уның тураһында китаптың тәүге өлөшөндә яҙа. Архивтарҙа 1937 йылда теркәлгән автобиографик документ­тарға юлығалар. Атаһының бер туғандары Динислам, Зәйнетдин, Миңһылыуҙың яҙмыштары тураһында уҡыйбыҙ. Ысынлап та Шәйхетдин Абдулла улы Йәһүҙин легендар кеше булғанмы? Һорауға яуапты шәжәрәнән эҙләйек.
Ул Белорет ҡалаһында 1925 йылға тиклем кулакка батрак булып яллана. 1926 йылда Белорет металлургия заводы янындағы ФЗО-ла уҡый һәм дүрт йылда мартен мейестәрендә 6-сы разрядлы ҡорос ҡойоусы һөнәрен үҙләштерә. Яҡшы уҡый, ҡиммәтле сәйәси китаптар менән бүләкләнә. 1929 йылда Өфө рабфагына уҡырға инә, һәм ВКП(б) сафына алына. Унда башҡорт шағиры һәм публицисы Ғәлимов Сәләм менән бер бүлмәлә йәшәйҙәр. Ярты төн уртаһында уятып, яңы ғына ижад иткән әҫәрҙәрен уҡып, туйғансы йоҡлатмай ине яҙыусы, тип иҫенә төшөрөп һөйләй ул.
Коммунистар партияһы Шәйхетдинде 1931 йылда Мәскәүгә Сталин исемендәге институтҡа уҡырға ебәрә. Диплом алғас, ул Әбйәлил, Архангел, Бәләбәй райондарына эшкә бара. Сталиндың тоталитар режимы арҡаһында, 1937 йылда Бәләбәй районы суды, РСФСР Енәйәт кодексының 19-136-сы статьяларына ярашлы, Йәһүҙинде биш йылға иркенән мәхрүм итә. Коми Республикаһы Эске эштәр министрлығы белешмәһенә ярашлы, ул 1943 йылдың 11 июлендә төрмәнән сығарыла. Тарих фәндәре кандидаты Ғ.Д. Ирғәлиндең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, “халыҡ дошманы”, кулактар, реабилитацияланған хәрби әсирҙәрҙән тыш, Башҡортостанда ғына илле меңдән ашыу кеше хөкөмгә тарттырыла. Китапта ул осорҙағы ваҡиғаларға ентекле анализ бирелә.
Илгиздең атаһы төрмәнән сығып, туғыҙ көн үткәс тә, йәғни 1942 йылдың 20 июлендә, Коми АССР-ының Калининская ҡасабаһында хисапсы итеп эшкә алына. 1944 йылдың 19 февралендә Кожва районының Коммуналь бүлегенә етәксе итеп беркетәләр һәм (1944 йылғы документ буйынса) уға Райкомхоздың кредиттарын, матди байлыҡтарын ышанып тапшыралар. Биш йылға иркенән мәхрүм ителгән кешегә нисек ышанырға мөмкин?! Тимәк, ул ысын коммунист, партия эшенә тоғро илһөйәр булған.
1944 йылдың 24 авгусында Коми АССР-ы Хәрби комиссариаты Шәйхетдин Абдул­ла улын фронтҡа ебәрә. Ул 293-сө Уҡсылар дивизияһының 34-се полкында һуғышҡа инә, Ватанын һаҡлай.
“Батальонда сәйәси статья буйынса хөкөмгә тарттырылғандар күп ине. Штраф батальонындағы яугирҙәр күпләп ҡы­рылды... Артиллерия һуғышына өйрәтел­мәгәндәр һөжүмгә күтәрелде”, – тип хәтерләр булған яугир. 1944 йылдың авгусынан 1945 йылдың февраленәсә штрафбатта барған аяуһыҙ алыштарҙың береһендә ҡулы яралана һәм госпиталдә 1945 йылдың аҙағына тиклем дауалана. Ҡыйыу яугирҙе артиллерия полкына күсерәләр. Ул танкка ҡаршы тоҫҡаусы була. Одер йылғаһын кисә, уның көнбайыш ярындағы оборонаны йырып сығыуҙа, Штеттин портын, Гартц, Пенкун, Назеков, Шведт ҡалаларын алыуҙағы операция­ларҙа ҡатнаша.
Ул һуғышҡан 2-се Белорус фронты шулай уҡ Померания ҡалаһын, Штевень, Швенненц, Глазов, Багемюль, Фридевальд, Грюнц, Вартин, Блумберг, Штендель, Фирраден ҡасабаларын яулап ала.
Одер йылғаһын кискәндә Г.К. Жуков беренсе тапҡыр прожектор ҡуллана. Йылға аръяғында фашистарҙың һигеҙ нығытмаһы була. Немец һәм беҙҙең нығытмалар араһында власовсылар бутала. Таңғы сәғәт 4-тә дүрт йөҙ прожектор менән немецтарҙы яҡтыртырға ҡушыла. Авиация һәм артиллерия ярҙамында борамдарҙа, кәмәләрҙә беҙҙекеләр Одер йылғаһының икенсе ярына сыға. Саперҙар тиҙ арала һаҙлыҡта аҫылмалы баҫма әҙерләй. Совет һалдаттары фашистарҙы тар-мар итә. Дошман самолеттары һауанан йылғаға йөҙгөс миналар ырғыта. Беҙҙекеләр миналарҙы атып юҡҡа сығара. Өҫтәмә көс менән немецтар яңынан-яңы алышҡа күтәрелә. Әммә совет ғәскәрҙәре Померания, Штеттин ҡалаларын ала. Штеттин Германияның сәнәғәт үҙәге була. Унда металлургия һәм машина эшләү заводтары бар.
Данциг ҡалаһын алғанда Шәйхетдин өсөн һуғыш бөтә. 1945 йылдың 22 ноябрендә СССР-ҙың Юғары Советы ҡарарына ярашлы, күкрәген миҙал-ордендар менән биҙәгән Йәһүҙин демобилизациялана.
Һуғыштан һуңғы ҡыйралған илдә хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыу һәм үҫтереү бурысы ҡуйыла. Шәйхетдин Йәһүҙин БАССР Ауыл хужалығы министрлығының Яғыулыҡ инспекцияһында инспектор итеп тәғәйенләнә. Экстерн рәүешендә Өфө финанс техникумын тамамлай. БАССР Финанс министрлығында МТС буйынса ревизор булып, республиканы арҡырыға-буйға гиҙеп сыға.
Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында буласаҡ тормош юлдашы Разифа Миңлегәрәеваны осрата, һәм йәштәр ғаилә ҡора. Уларҙың һөйөү емеше – биш бала.
Атҡаҙанған уҡытыусы, ветеран Роза Киләева: “Мин уны яҡшы беләм. Аралашҡанда ябай булды, эшен яҡшы башҡарҙы. Ундайҙар тураһында үҙ эшенең фанаты тиҙәр. Легендар кеше тиһәң дә була”, – тип үҙ фекерен әйтте.
Бала сағынан Шәйхетдин Абдулла улын яҡшы белгән Миңлегәрәй Шәңгәрәй улы Садиҡов былай тип телгә алды: “Миңә дүрт йәш. Ҡышын бөхтә кейенгән ике кеше атайыма эйәреп килде. Береһе ревизор Абдулла Шәйхетдинов ине. Алты бала. Өй бәләкәй. Атайым менән икәүләп уға карауат әҙерләнеләр. Таҙалыҡты ярата, урынын туҙҙырмаҫҡа ҡуша. Үтек һатып алды. Кейемдәрен үҙе үтекләй. Кейем-һалымын да үҙе йыуа. Кәмселекте күҙеңә ҡарап әйтә. Беҙҙең менән бер нисә йыл бергә йәшәне. Беҙҙе яратты. Миңзиә һәм Зөмәрәт апайымдарҙың тыуған көнөнә Өфөнән сатин тауар һатып алып килеп бүләк итте. Йәйҙәрен бергәләп миндек әҙерләнек. Мунса яратты. Бер ваҡытта ла эскәнен күрмәнек, кистәрен шахмат уйнаныҡ, кәрт һуғыуҙы ҡомарлы уйын тип уйнаманы. Һәр саҡ “Правда” гәзитен яҙҙыртты. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, әсәйем сөсө икмәк бешереп ашатты. Уның холоҡ-фиғеле, эштәре, кәңәштәре минең өсөн – маяҡ, тормошта һәр яҡлап уға оҡшарға тырыштым. Ҡайһы бер түрәләр кеүек әҙер өйҙә йәшәмәне. Үҙенең ҡулдары менән йорт һалып инде. Хаҡлы ялға сыҡҡансы “Госстрах”та инспектор, райондың коммуналь хужалығында хисапсы булып эшләне. Пенсияға сыҡҡас, ревизия тикшереүҙәренә саҡырҙылар. Ат һәм мылтыҡ һатып алды, йәйәү йөрөнө. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем коляскалы “Иж” мотоциклында ул ваҡыттағы Стәрлетамаҡ – Әүжән юлынан тыуған яҡтарына барып әйләнмәй ҡалманы. 1977 йылда яҡты донъя менән хушлашты. Бер йыл алдан йәнтөйәгенә барып, туғанының буш өйөндә йәшәне, әммә тормош иптәше ҡайтарып алды. Мәрхүмде наградалары менән бергә ерләнеләр”.
“Ниндәй ауырлыҡтарға тарыһаң да, Кеше булып ҡал” тигән атайымдың девизы миңә тормошомда йәшәү ҡануны”, – ти берҙән-бер улы Илгиз Шәйхетдин улы.
Ни сәсһәң, шуны урырһың тигәндәй, ысынлап та, улы Илгиз лайыҡлы тормош юлы үтә. Мәктәпте “бишле”гә генә тамамлаған егет хәрби авиация летчигы булырға хыяллана. Ата-әсәһе риза булмаһа ла, дүрт медицина комиссияһын үтеп, Ырымбурҙағы Чкалов исемендәге хәрби осоусылар училищеһына юллана. Әммә училище алыҫ араға осоусылар әҙерләгән була. Ата-әсәһен тыңлап, Өфөләге авиация институтына уҡырға инә. Уҡып бөткәс, Үзбәкстандың Бохара өлкәһендә биш йыл инженер, цех начальнигы булып эшләй. Өйләнгәс, Төмәндә цех начальнигы булып тир түгә. Заманалар үҙгәргәс, эшҡыуарлыҡҡа тотона.
Илгиз Шәйхетдин улының туғыҙ балаһы бар. Балалары һәм ейәндәре менән бәхетле атай-олатай. Ҡыҙҙары һәм улдары юғары уҡыу йорттарын тамамлап, ғаилә ҡороп, атайҙарын ҡыуандыра. Хаҡлы ялға сыҡҡас та Миәкә районында археологик ҡаҙыныуҙарҙа ҡатнаша. Унда 45 ҡурған барлығы билдәле. Таш, бронза, тимер быуаттарға ҡараған бер нисәүһе генә өйрәнелгән. Шатмантамаҡ ауылы янында 2000 – 3000 йылдар элек сармат мәҙәниәтенә ҡараған ҡурғандар табылған.
Шәйхетдин Абдулла улы Йәһүҙин, ысынлап та, легендар кеше булған. Уның архивында һаҡланған документ­тарға ҡарап, ошолай тип әйтергә хаҡыбыҙ бар.
Әлбиттә, һәр ырыуҙың ғорурла­нырлыҡ туғандары була. Түңгәүер Шәйхетдин Йәһүҙиндең нәҫел ағасында улар етерлек. Бына улар – Салауат Юлаев ордены, Рәсәйҙең хәрби министры С. Шойгу ҡулынан “Ҡырымды ҡайтарған” миҙалы, Рәсәй Президенты В. Путиндан Рәхмәт хаты, Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһынан Маҡтау грамотаһы һәм Рәхмәт хаты, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау ҡағыҙын алған, “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Хәйҙәр Арыҫлан улы Вәлиев, халыҡ-ара туризм менеджеры, сит илдәрҙә экскурсовод булып эшләгән Юлиә Абдуллина, Санкт-Петербург техник университетын тамамлап, шунда юрист булып эшләгән Денис Абдуллин, Санкт-Петербургта ювелир магазиндары директоры Надежда Абдуллина, Мәскәү ҡалаһында, милиция органдарында эшләп, хаҡлы ялға киткән Ишбулат Йәғәфәров, Рәсәйҙең Почетлы мәғариф хеҙмәткәре, уҡытыусы Мәрфүға Ғәлина, Башҡортостандың мәғариф өлкәһендәге грантын алған уҡытыусы Мәүлиҙә Ғәлина, Әбйәлил районы энциклопедияһында урын алған комбайнсы Урал Ғәлин һәм башҡалар.
Шәжәрә – быуындар бәйләнеше лә, ил тарихы ла. Йәһүҙиндәр ырыуы, ғаилә йолаларына тоғро ҡалып, артабан да китап биттәрен тулылан­дырыуҙы дауам итер тигән өмөттәбеҙ.
Рәхмәт һеҙгә, Илгиз Шәйхетдин улы! Һеҙҙең кеүек һәр башҡорт нәҫелен барлап, килер быуындарға ҡалдырһа, нәҫел ағасы бер ваҡытта ла ҡоромаҫ, мәңге йәшәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рифгат
    Рифгат от 13.03.2017, 21:58
    Прочитал, как стакан воды в знойный день выпил. Дядю Шаиха, как будто живого увидел. Горжусь своим братом Ильгизом.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 059

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504