Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тынмаһын ҡурай моңо
Тынмаһын ҡурай моңо 1773 йыл Пермь ҡалаһы һәм Егошиха баҡыр иретеү заводтарына нигеҙ һалыу йылдары булараҡ билдәле. Егошиха һәм Пермгә яҡын урынлашҡан Юго-Камский, Юг баҡыр иретеү заводтарын ошо ерҙең аҫаба хужалары – Ҡуян һәм Башҡолтай ауылы башҡорттары руда менән тәьмин иткән. Санкт-Петербургта асылған Рәсәйҙең беренсе Тау институтының исеме лә Пермь башҡорто – Ҡуян ауылынан сыҡҡан мәғдәнсе Исмәғил Тасимов менән бәйле. Урал мәғдәнселәренең беренсе баш ҡалаһы – Пермдә Ҡурай байрамы һәм “Башҡорт халҡының рухи мираҫы” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.
Пермь крайы башҡорттары ҡорол­тайы рәсми рәүештә Чернушка ҡалаһында теркәлгән­лектән, быға тиклемге барлыҡ саралар ҙа шунда йә Барҙала уҙғарыла ине. Был юлы баш­ҡорттар Пермдә, төбәктең төп мәҙәниәт усаҡтарының береһе – Максим Горький исемендәге өлкә дәүләт китапхана­һында йыйылды. “Тү­ңәрәк өҫтәл”дә край губернаторы хаки­миәтенең Эске эштәр сәйәсәте департаменты милли мөнәсә­бәттәр бүлеге начальнигы Анастасия Субботина ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Баш­ҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов үҙ сығышында бынан нәҡ бер йыл элек – 2015 йылдың ноябрендә һайланған яңы идараның эшмәкәрлеге, ойош­маның киләсәккә эш йүнәлештәре тураһында һөйләне. “Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бик күп эш башҡарылды. Бөтә донъя башҡорт йәштәре ойошмаһы раҫланды, конгресс алты төбәккә бүленде. Шуларҙың барыһында ла киңәйтелгән ултырыштар, төрлө тарихи даталарға арналған байрам саралары, йәштәр форумдары уҙғарылды. Иң мөһиме – Башҡарма комитет Башҡорт автономияһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы республика Хөкүмәтенә үҙ талаптарын еткерҙе. Уларҙың ҡайһы берҙәре төбәк Башлығы тарафынан хуп­ланды ла. Хәҙерге глобалләшеү шарттарында милләтте иҡтисади, мәҙәни яҡтан һаҡлау – беҙҙең бурыс. Халҡыбыҙ мәнфәғәттәрен юғары һәм эшлекле даирәләрҙә яҡлау юлдарын эҙләргә тейеш­беҙ”, – тип белдерҙе башҡорт лидеры Әмир Ишемғолов.
“Түңәрәк өҫтәл”дә башҡорттар күпләп йәшәгән барлыҡ райондарҙан да, шулай уҡ Добрянка, Уса, Чернушка, Пермь ҡалаларынан урындағы ҡоролтай вәкилдәре ҡатнашты, Башҡорт­остан һәм край ғалимдары йөкмәткеле докладтар менән сығыш яһаны. Тарихтан билдәле булыуынса, хәҙерге Пермь крайы биләмәләренең күп өлөшө – ғәйнә, уран, танып, ҡайпан, ыуаныш башҡорттарының аҫаба ерҙәре. Тарих фәндәре докторы Алексей Черных, был төбәктә ҡатай ҡәбиләһе башҡорттары ла йәшәгән, уларҙың ерҙәре Сылва йылғаһы үҙәненә тиклем булған, тип билдәләне. Икенсе ғалим, күп томлы “Башҡорт ҡәбиләләре тарихы” баҫмаһының мөхәрри­риәт ағзаһы, ДНК-генеалог, сығышы менән Ҡариҙел райо­нының Йәнсәйет ауылы уҙаманы Альберт Кәримов мәғлүмәттәренә ҡарағанда, башҡорттарҙың биләмәләре Көнгөр ҡалаһына тиклем булған. Ошо яҡ риүә­йәттәрендә әйтелгәнсә, ҡыпсаҡ башҡорттары Көнгөр ҡәлғәһен бер нисә тапҡыр ҡамауҙа тотоп яндырған. Кама буйында биш тиҫтә башҡорт ауылы иҫәпләнгән. Ваҡыт үтеү менән батша зама­нындағы халыҡ иҫәбен алыу документтарында уларҙы “яһаҡлы татарҙар” тип теркәгәндәр. Хәҙер уларҙың күбеһе үҙҙәренең этник сығышын онотҡан.
Альберт Кәримов 32 йыл Добрянка ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Ғалим булараҡ, уға күп милләтле Рәсәйҙә халыҡ-ара мөнәсәбәттәр яҡшы таныш. “Кешеләрҙең үҙ сығышын белмәүе, йә белергә лә теләмәүе, йә бөтөнләй танымауы башҡа милләт вәкилдәренә лә хас. Добрянка халҡының 70 процентын коми-пермяктар тәшкил итә. Әммә улар ҙа үҙ милләтен танымай”, – тип ысынбарлыҡты асып һалды ул. Был күренеш үҙе үк этник сығышты таныу, йә танымау һорауҙары тик башҡорттарҙы ғына борсомауы, ә Рәсәйҙең башҡа милләт вәкилдәре өсөн дә хас икәне тураһында һөйләй. Һәр милләттең ҡабатланмаҫ үҙ йөҙөн, һәр халыҡтың этник сығышын һаҡлауҙа, әлбиттә, тарихты, шәжәрәләрҙе өйрәнеү ярҙам итә. Башҡортостан ғалимдары күп томлы “Башҡорт ҡәбиләләре тарихы” серияһында Пермь башҡорттарының үткәненә бәйле “Ғәйнә”, “Ирәкте”, “Танып” китаптарын баҫтырҙы. Барҙала, Чернушкала, Удикта ул баҫмалар­ҙың исем туйҙары, күп ауылдарҙа Шәжәрә байрамдары уҙғарылды. Бынан бер нисә йыл элек крайҙа “Тамырҙарыңды һәм ырыу там­ғаңды беләһеңме?” тип аталған конкурс иғлан ителгәйне. Күптәр конкурс аша үҙ сығышына иғтибар иткән. Ырыуҙар, ауылдар тарихы, нәҫел-нәсәп, ғаилә шәжәрәләре өйрәнелә һәм төҙөлә. Край ҡорол­тайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов таныптарҙың 11 быуын шәжәрә­һен тергеҙгән.
Былтыр Удик ауылында ғәйнә­ләрҙең тарихына арналған ғилми-ғәмәли конференция уҙғарылды, ике йыл рәттән Удик йыйыны ойошторолдо. Башҡорт иленең бер кантоны үҙәге – Удик ауылы – ғәйнә башҡорттарының үҙәге тип иғлан ителде. Беренсе кантон начальнигы, ғәйнә башҡорто Адутовтың вариҫтары бөгөн Удикта, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәй. Көслө нәҫел. Яр Саллы ҡалаһынан Рафаэль Адутов тырышлығында уларҙың 25 быуындан торған шәжәрәһе тергеҙелгән. Ошо факттар хәҙерге Пермь крайында йәшәгән башҡорттарҙың үҙаңы уяныуы, халыҡтың рухи күтәрелеше тураһында һөйләй.
“Түңәрәк өҫтәл” дә быны раҫ­ланы. Ысынлап та, Пермь крайы башҡорттары бындай күтәренке кәйеф, дәрт менән уҙған сараны күптән күргәне юҡ ине. Киләһе яҡын араға эш пландары, йүнә­лештәр тураһында һөйләшелде унда. Пермь йәштәренең дә Бөтә донъя башҡорт йәштәре ойош­маһы эшенә дәррәү ҡушылырына ышаныс белдерелде.
Был сара сиктәрендә Барҙа, Чернушка райондарында бала­ларҙы ҡурай уйнау серҙәренә төшөндөргән оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылғайны. Башҡортос­тандың баш ҡалаһы Өфөнән иң йыраҡ йәшәгән, әммә яҡын ҡәрҙәштә­ребеҙгә “Башҡортостан” киносту­дияһы төшөргән фильмдар тәҡ­дим ителде. Кисен өлкә дәүләт филармонияһында Башҡортостан сәнғәт әһелдәре тарафынан ҙур байрам концерты күрһәтелде. Тамашаның төп репертуары, әлбиттә, ҡурай моңдарынан тор­ҙо. Ул моңдар ғәйнәләр һыулаған Тол, Толбаш йылғаһы үҙәндә­рендә үҫкән ҡыу ҡурай моңдары менән ауаздаш.
Тамашасы күңеленә ятты был байрам. Ғәйнә ауылдарында әле лә урманға ингән һәр кем, бигерәк тә оло быуын вәкилдәре, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡурай ҡырҡып алып, шунда уҡ уйнап ебәрә. Был һүҙҙәр – ошо байрамда ҡатнашҡан ханым, Уй районының Толбаш ауылынан Сәриә Ураҙбаеваныҡы.
“Йәшәһен ҡурай! Йәшәһен милләте­беҙ!” тигән алҡыштар менән тамамланды Пермгә сәфәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518