Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөрйән ҡарағасы ауҙы көтмәгәндә...
Бөрйән ҡарағасы ауҙы көтмәгәндә... Милләтебеҙ өсөн шул тиклем дә ауыр хәсрәт... Бөрйән ҡарағасы ауҙы һис уйламағанда... Халыҡта шундай киң билдәле әйтем бар: алыштырып булмаған кешеләр юҡ, имеш... Улай түгел шул. Милләтебеҙҙең алтын бағаналары гөрһөлдәп йығылғанда, улар урынын кем алыштырыр, кем улар кеүек бөтә йөрәге, асылы, һәр минуты менән халҡына фиҙакәр хеҙмәт итер һуң, тигән һорау әленән-әле килә күңелгә. Ошо һуңғы йылдарҙағы юғалтыуҙар, Күк кәнсәләренең башҡорт рухиәтенә йыш мөрәжәғәт итеүе ирекһеҙҙән шағир Ғилман Ишкининдың “Бик йомартһың икән, башҡорт ере, Бүләк өләшәһең күктәргә лә” тигән юлдарын иҫкә төшөрҙө. Бер кем менән дә, бер нимә менән алыштырып булмаған милләтебеҙ таяныстарын һуңғы юлға оҙатабыҙ.
Бөрйән ҡарағастары кеүек төҙ, халҡыбыҙ күңеле кеүек ап-аҡ сәсле Әхмәт ағай Сөләймәнов бар асылы менән халҡыбыҙ рухына тоғро ҡалып, һәр минутын милләтебеҙ рухиәтенә хеҙмәт итте. Ҡайҙа ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, уны халҡыбыҙға хас мәртәбә, тәрән фекер, тамырҙарҙан килгән зыялылыҡ ташламаны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ул етәкләгән йылдарын хәтерләгеҙ әле! Әйтерһең, ил ағалары Урал төйәгендәге йәншишмә тамсыларын заман­даштарыбыҙ рухына бөркөнө. Бер һүҙ әйтеү менән йыйылырға, бер ым-ишаранан бер-береһен аңларға, иң ҡуйырға торған ил ағалары тап Әхмәт Мөхәмәтвәли улы эргәһендә үҙҙәрен ышаныслы, милләтенең ысын хеҙмәтсеһе икәнен тәрән аңлап үҙ фиҙакәрлеген күрһәтте.
Ғилем менән бергә йәмәғәтселек эшен дә әүҙем алып барған шәхестең замандаштары ижадына мөрәжәғәт итеүе лә ана шул иҫән саҡта бер-береңдең ҡәҙерен белеү тигән изге төшөнсә хаҡында һөйләне. Кемдәр тураһында ғына ижад итмәне Әхмәт ағай ижади портреттарҙы. Иң ҡыҙығы шунда: уның һәр яҙғаны үҙе бер кандидатлыҡ диссертацияһына торошло ине. Уның күләмле, тотош заманды, шул рәүешле ватандашының образын асҡан мәҡәләләрен ҡайһы ерҙән тотоп ҡыҫҡартырға ла белеп булмай ине. Сөнки һәр һүҙе, һәр һөйләме үлсәнгән, матур итеп ҡоролған зиннәтле һарай төҫлө. Уның ана шул зирәклегенә һәр саҡ таң ҡалырлыҡ ине: йә кемебеҙ замандаштары хаҡында береһенән-береһе аҫыл әҫәрҙәр ижад итеүе менән маҡтана ала?! Ә Әхмәт ағай быны үҙенең шәхси бурысы итеп күрҙе, тиҫтерҙәрен мәңгеләштереү менән генә сикләнмәй, йәшерәк быуын хаҡында ла һүҙен әйтә килде. Ғүмер буйы халыҡ ижады менән йәшәгән, уның тоғро хеҙмәтсеһе булған ғалим­дың, фольклорсының яҙмалары башҡаларҙыҡы кеүек түгел ине шул. Улар хатта нимәһе менәндер риүә­йәттәргә, бәйәндәргә тартым халыҡ әҫәре төҫлө булды.
Күренекле ғалим Ғиниәтулла Ҡу­нафин хаҡындағы яҙма ла аҡһаҡал­дың – үҙе иҫән саҡта үҙ ҡулы менән алып килгән мәҡәлә. Халҡыбыҙҙың аҫыл улы, сал сәсле аҡһаҡал, милләт намыҫына торошло тәрән фекерен әйткән ғали­мыбыҙҙың был яҙмаһында замандашы ғына түгел, үҙенең ғорур һыны, мәғрур Урал ҡаяларылай ныҡлы асылы сағылғандай...
***
Республика йәмәғәт­се­леге ауыр юғалтыу ки­сер­ҙе. 2016 йылдың 21 нояб­рендә 78-се йәшендә күренекле ғалим-фольклорсы, Баш­ҡорт­остан Рес­публикаһы Фән­дәр ака­демияһының почетлы академигы, филология фән­дәре докторы, профессор, Рәсәй һәм Башҡорт­остан Яҙыусылар союзы ағзаһы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов вафат булды.
Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов 1939 йылдың 15 мартында Бөрйән райо­нының Нәби ауылында тыуған. 1967 йылда Баш­ҡорт дәүләт универси­тетының филология факультетын тамамлай. 1967 йылдан 1972 йылға тиклем Нәби һигеҙ йыллыҡ мәктә­бендә уҡытыусы булып эшләй, 1972 йылдан Баш­ҡорт дәүләт университетында уҡыта. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында докторлыҡ дис­серта­цияһын яҡлағандан һуң, 1991 – 2002 йылдарҙа Рә­сәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында фольклор һәм сәнғәт бүлеген етәкләй. 2002 – 2006 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитетына етәкселек итә. 2006 йылдан – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры.
Ә.М. Сөләймәнов – күп томлы “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығын төҙөү­селәрҙең береһе, Баш­ҡортостан мәктәптәре һәм юғары уҡыу йорттары өсөн 40-тан ашыу уҡыу һәм уҡытыу-методика ҡул­лан­маһы авторы. Уның тик­шеренеүҙәре Ш. Бабич, Һ. Дәүләтшина, М. Кәрим, Ж. Кейекбаев, И. Кинйә­булатов, Р. Мифтахов, К. Мәргән һәм башҡаларҙың ижадына арнала. Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Баш­ҡортостан, Ҡурған, Ырымбур, Пермь, Силәбе өлкә­ләре буйынса фольклор-этнография экспедицияларын әүҙем ойош­тороу­сыларҙың береһе булды.
Уның киң мәғлүмәт са­раларындағы башҡорт халҡының рухи мираҫын һаҡлап ҡалыу мәсьәлә­ләренә, ватан мәҙәниәтен үҫтереү проблемаларына арналған мәҡәләләре юғары баһа алды.
Әхмәт Сөләймәнов – “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни клубына нигеҙ һалыусы­лар­ҙың береһе, респуб­ли­ка­ның Дәүләт премиялары буйынса комиссиялар, бик күп журналдарҙың мөхәр­ририәте составына инде. Бер нисә йыл “Ирәндек моңдары”, “Моңло гармун” конкурсының баһалама комиссияларын етәкләне, “Оҙон көй” йыр бәйгеһенең, ҡурайсылар конкурсының, “Салауат йыйыны” байра­мының һәм башҡа сара­ларҙың жюри ағзаһы булды.
Намыҫлы хеҙмәте һәм Башҡортостан фәнен, мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Әхмәт Мөхәмәтвәли улына “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре”, “Башҡортостан Рес­пуб­ликаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре”, “Баш­ҡортостан Рес­публикаһының атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Ул шулай уҡ Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде, Салауат Юлаев исе­мендәге дәүләт премия­һына, Жәлил Кейекбаев һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияларға лайыҡ булды.
Һоҡланғыс шәхес, талантлы ғалим, яҙыусы һәм күренекле йәмәғәт эшмә­кәре Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йө­рәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
***




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 058

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 605

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504