Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорттоң кино оҫтаһы
Башҡорттоң кино оҫтаһы Көҙән ауылында 1994 йылдың 4 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Милли музейының филиалы – Әхмәтзәки Вәлиди музейы асылды. Музей экспозицияһында башҡорт халҡының данлыҡлы улы, философия фәндәре докторының профессор мантияһы, яҙыу кәрәк- ярағы, документтары, фотографиялары һәм башҡа бик күп әйберҙәр тупланған.

Музей хеҙмәткәрҙәре Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы тураһында яңынан-яңы материал туплап экспозицияларҙы байытыу­ҙан тыш, республиканың, райондың, ауылдың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Былтыр, Әҙәбиәт йылында, ауылдашыбыҙ, яҙыусы, әҙәбиәт ғилеме белгесе, ғалим, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп томлыҡ “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығын төҙөгән, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нур Зарипов (Нурмөхәмәт Талип улы Зарипов) тураһында күп мәғлүмәт тупланыҡ. Үҙен әҙәбиәтебеҙгә хеҙмәт итеүгә арнаған оло шәхес тураһында стенд эшләнек, китаптарынан күргәҙмә ойошторҙок.
Май айында йыл һайын үткәрелә торған “Музейҙар төнө”ндә яҡташыбыҙҙың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнап мәктәп уҡыусылары менән кисә үткәрҙек.
Рәсәй киноһы йылы ла беҙҙең өсөн фәнни-эҙләнеү, яңы күргәҙмәләр ойоштороу эшенә этәргес булды. Совет кино сәнғәтенә ҙур өлөш индергән Әсҡәт Тажетдин улы Әшрәпов тураһында архив документтарын өйрәнеп, күп мәғлүмәт белдек. Беҙҙең архивта фотолар, яҡташыбыҙҙың үҙ ҡулы менән яҙған хаты, гәзит материалдары, туғандарының хәтирәләре бар.
Әсҡәт Тажетдин улы Әшрәпов 1931 йылда элекке Маҡар районының Ҡыҙыл Октябрь ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Бәләкәй саҡтан эшкә егелергә тура килә уға. Атаһы умартасы була. Ауыр һуғыш йылдарында Көҙән ете йыллыҡ мәктәбендә уҡып, уны “бишле” билдәләренә генә тамамлай.
“Барлыҡ ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, яҡшы уҡырға тырыштыҡ. Төрлө (Көҙән, Октябрь, Ғүмәр) ауылдарҙа торһаҡ та, имтиханға бергә йыйылып әҙерләнә торғайныҡ. Һәр беребеҙ бер теманы иптәштәргә һөйләй инек. Һөйләгән уҡыусы-“уҡытыусы” тыңлаусыларҙың нисек төшөнгәндәрен белеү өсөн һорауҙар бирә торғайны. Былай әҙерләнеү, уҡыу материалын яҡшы белеү менән бергә, уны имтиханда матур итеп һөйләп бирергә өйрәтә ине. Шулай әҙерләнеүҙе иптәштәр шаярып “Әсҡәт системаһы” тип атаны.
Ул ваҡытта мәктәп уҡыусылары ойошторған комсомол комитетында беренсе секретарь булдым. Комсомолдар, яҡшы уҡыу менән бергә, колхозға ла ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итте” — был Әсҡәт Тажетдин улының йәш ауылдаштарына 1972 йылдың 15 мартында яҙған хатынан өҙөк.
1947 йылда Көҙән мәктәбендә VII класты тамамлағас, ул Өфө ҡалаһында уҡыуын дауам итә (хәҙер – Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты). Бында ла юғалып ҡалмай егет, иң әүҙем уҡыусылар иҫәбендә була: күп походтарҙа, Башҡорт кавалерия дивизияһы юлынан ойош­то­ролған экспедицияла, кино-фото түңәрәктәрендә ҡатнаша, китаптар уҡыу, ВГИК студенттары менән хат алыша... Ошо урында бер ҡыҙыҡлы фактты иҫкә төшөрөү урынлы булыр. 1939 йылда Степан Злобиндың “Салауат Юлаев” романы менән танышҡас, режиссер Яков Протазанов батыр тураһында кино төшөрөргә хәл итә. Эш “Союздетфильм” киностудия­һында башлана. Ә йәй көнө Көҙән ауылында халыҡты йыйып, сход үткәрәләр һәм беҙҙең яҡта кино төшөрәсәктәрен хәбәр итәләр. Аты булған ир-егеттәрҙе күмәк сәхнәләрҙә ҡатнашырға саҡыралар. Улар араһында Әсҡәттең атаһы Тажетдин Заһретдин улы ла була.
1950 йылда Әсҡәт СССР-ҙа берҙән-бер булған Мәскәүҙәге Кинематография институтына уҡырға инә. Әлбиттә, тау-урман араһында урынлашҡан бәләкәй генә ауылда үҫкән егеткә ВГИК-ка кереү, уҡыу бик ауырға тура килә, конкурс та ҙур була ул саҡта.
1955 йылда диплом эшен “бишле”гә яҡлай Әсҡәт. Ул “Окала” (“На Оке”) тигән киноочерк була. Уҡытыусыһы ВГИК профессоры Гальперин класында үҙе бер сенсация була был ғилми эш.
Әлбиттә, уҡыу йылдарында ҡатмарлы киноаппаратураны, композицияны дөрөҫ төҙөй белергә өйрәнергә була, ә бына донъяны, уның ҡабатланмаҫ төҫтәрен күрә белеү – ул талант. Әсҡәт Тажетдин улы диплом эшен иҫенә төшөргәндә, һәр саҡ беренсе уҡытыусыһы, мәктәп йылдарында таныш­ҡан кинооператор Ғилуан Әмировты иҫкә ала торған була.
ВГИК-тың беренсе курсын тамамлап тыуған яғына ҡайтҡанда ла тик ятмай Әсҡәт. Әҙәбиәт институты студенты Рәми Ғарипов менән Фәндәр академияһы ҡушыуы буйынса Башҡортос­танда фольклор һәм этнография буйынса материал йыйыуҙа ҡатнаша. Буласаҡ кинооператор тәбиғәттең, унда йәшәгән кешеләрҙең матурлығын күрә белергә өйрәнә.
Кинематография институтын тамамла­ғас, Алма-Атала үҙаллы тормош башлана. 50-се йылдарҙа “Ҡаҙаҡфильм” кино­студияһы йылына бер-ике фильм сығара. Әсҡәт Әшрәпов икенсе кинооператор булып эшләй һәм күберәк документаль фильмдар төшөрә. Дүрт йыл эшләп, үҙен күрһәткәс, режиссер Солтан Ходжиков уны тулы метражлы нәфис фильм төшөрөргә саҡыра. “Әгәр ҙә һәр беребеҙ” (“Если бы каждый из нас”) тип атала ул.
Был талантлы шәхес менән эшләү бик ҡыҙыҡ була. Атаҡлы режиссер Довженко уҡыусыһы Солтан Ходжиков үҙенең әйтергә теләгән фекерҙәрен тамашасы­ларға материалдарҙы юғары романтик рухта еткерергә тырыша. Ә оператор Әшрәпов уны ярты һүҙҙән аңлап тора.
Был популяр фильмдан һуң “Әсә тураһында хикәйәт” (“Сказ о матери”) фильмын да төшөрә Әсҡәт Тажетдин улы һәм 1968 йылда Ҡазаҡ ССР-ының дәүләт премияһына лайыҡ була. Фильм һуғышта яҡындарын юғалтҡан әсә тураһында. Әсҡәттең хәтерендә бала саҡтың ауыр йылдары була: улдарын, ирен, туғандарын юғалтҡан ҡатындарҙың илауҙары, аслыҡтан үлмәҫ өсөн туң ерҙән картуф ҡаҙған бәләкәс ҡыҙҙың ҡулдары... Инде ир ҡорона кергән Әсҡәт бәләкәс Сулпандың үлем ҡағыҙын туғандарына алып барырға теләмәүен заманында үҙ башынан кисергән бит. Фильмдың төп геройы Әминә лә уға үҙ әсәһен хәтерләтә. Көҙән ауылынан һуғышҡа китеп һәләк булыусылар араһында Әхмәтзәки Тажетдин улы Әшрәпов та бар бит.
Кинооператор Әшрәповтың камераһы, бер ҡараһаң, бик моңһоу: бына ҡояш нурына ҡойонған әсә тыныс ҡына тәҙрәнән ҡарап тора, йә булмаһа йыйырсыҡлы ҡулдар кипкән үләнгә йәбешкән һәм операторҙың камераһы ла әсә менән бергә ғазаплана, ыңғыраша. “Кеше үҙен тулҡынландырмаған эшкә тотонорға тейеш түгел” – был Әсҡәт Тажетдин улының ижади кредоһы.
Ошо фильмдан һуң төшөрөлгән “Эҙҙәр офоҡ артына китә” (“Следы уходят за горизонт”) эше өсөн Ә. Әшрәпов Урта Азия һәм Ҡаҙаҡстан республикалары кинофес­тивалендә дипломға лайыҡ була. Сюжеты бик ябай – чабандар тормошо – икһеҙ-сикһеҙ киң дала, һарыҡ көтөүе һәм кеше. Ә фильмды бер ҡараһаң, һис онотолмай. Был тағы ла бер тапҡыр режиссер менән оператор оҫталығын раҫлай.
Солтан Ходжиков менән тағы ла күп фильмдар төшөрөлә: “Артта – Мәскәү” (“За нами Москва”), “Атамандың һәләкәте” (“Конец атамана”), “Ҡыҙ-Ебәк” (“Кыз-Жибек”), һәм башҡалар. Был фильмдар өсөн Әсҡәт Әшрәпов Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Тормош дауам итә. Оҙон юлдар үтелә, тәжрибә туплана, оҫталыҡ ҡамиллаша, ә ижад кешеһе яңы үрҙәргә ынтыла. Әсҡәт Тажетдин улы ҡатнашлығында 17 тулы метражлы нәфис фильм, 15 документаль фильм сыға. Әшрәповтың эштәре Бөтә Союз һәм халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә күрһәтелә. “Әсә хаҡында хикәйәт” фильмы Карловы Вары һәм Джакарта фестивалендә приз яулай (1967 йыл), “Дошман, туғыҙынсы улдан ҡурҡ” (“Бойся, враг, девятого сына”) фильмы 1990 йылда Сан-Себастьян кинофестивале лауреаты була. Яҡташыбыҙ 1990 йылда Башҡортостан киностудияһын төҙөүгә лә үҙ өлөшөн индерә.
Тормош иптәше Лола Абдукәримова – киноактриса. Күп кенә киноларҙа төшә: “Беҙ бында йәшәйбеҙ”, “Беҙҙең ҡәҙерле доктор” һәм башҡалар. Балалары ла – ижад кешеләре. Улы Тимур – танылған клипмейкер.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Әсҡәт ағай Ҡырымда йәшәй. 2008 йылда вафат була. Хәҙерге көндә туғандарының барыһы ла мәңгелеккә ҡүскән, балалары үҙ-ара аралашып, матур итеп донъя көтә. Бер туған апаһы Хөббөниса апайҙың улдары Әсләм менән Әҙһәм Көҙән һәм Ҡыҙыл Октябрь ауылдарында йәшәй. Әшрәповтарҙың йәш быуыны атай нигеҙен онотмай.
Беҙ, музей хеҙмәткәрҙәре, Әсҡәт Тажетдин улының бер туған ағаһының ҡыҙы, Ишембайҙа йәшәгән уҡытыусы, Башҡор­тостандың мәғариф алдынғыһы Мөнирә Мөхәммәт ҡыҙына ғаилә архивындағы мәғлүмәттәре менән уртаҡлашҡаны өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

Сәүиә ВӘЛИЕВА,
Әхмәтзәки Вәлиди музейының ғилми хеҙмәткәре.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 487

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498