Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милли байрамды үтә замансалаштырҙыҡ түгелме?
Милли байрамды үтә замансалаштырҙыҡ түгелме? Һабантуйҙар гөрләй. Йыл да “байрам матур үтте, күңелле үтте” тип гәзиттәрҙә, радио-телевидениела маҡтайҙар. Әммә миҙал ике яҡлы, минеңсә.

Беренсенән, майҙанға килгән халыҡ һаны йылдан-йыл арта бара. Мәҫәлән, беҙҙең район һабантуйында машиналарҙы ҡуйыу – үҙе оло мәшәҡәт, сөнки инеү-сығыу юлы берәү, шунлыҡтан тығын барлыҡҡа килә. Икенсе юл бар-барлыҡҡа, тик унан йөрөү өсөн каскадер булыу кәрәк.
Һабантуй майҙанын түңәрәкләп, эске ярты өлөшөндә аш-һыу, кейем-һалым һәм башҡа төрлө ялтыр-йолтор әйбер һатыусылар урын ала. Улар өс-дүрт рәткә урынлаша, килгән халыҡ ашап-эскәс, концерт сәхнәһе янына ағыла. Түңәрәктең ҡалған яртыһына ҡаланан килгән “күҙ бәйләүселәр” халыҡ аҡсаһын талай торған уйындар ойоштора. Йәнәһе, бер минут турникта эленеп тора алһаң, мең һум отош көтә, анауы арҡанлы баҫҡыстан күтәрелһәң дә, башына етә алһаң – мең һум… Ябай әҙәм балаһы эшләй алмай торған башҡа төрлө трюктар ҙа уйланылған. Аҡсаңды сығарып һал да, әйҙә, ҡылан. Шар тулы бассейнда резина костюмдар кейеп, ҡатын-ҡыҙ төртөшә башлай, хатта фотоға төшәләр. Башҡорт камзулын, ҡашмауын тағып төшһәләр ине лә бит... Парашютсыларҙы яллау ҙа йолаға әүерелде. Улар әллә бушҡа һикерә тиһегеҙме?
Эремсек һарҡытыу, май бешеү, айран яһау, ҡурмас ҡыҙҙырыу, талҡан эшләү кеүек милли шөғөлдәребеҙҙе күрһәтһәләр ине. Һабантуйҙа шул ризыҡтар булһа, һәр кем һатып алыр ине, минеңсә. Йолалар, үкенескә ҡаршы, комиссия алдында ғына башҡарыла. Балаҫ һуғыусы бер апайға, оҫталығыңды ошондай байрамдарҙа күрһәтһәң, яҡшы булыр ине, тигәйнем, майҙанға сығып ултырыуҙың түләүһеҙ түгеллеген әйтеп аптыратты.
Төрлө алдатҡыс уйын ойоштороу­сылар теҙелгән рәттән үтерлек тә түгел, ә башҡорттоң мәҙәниәтен, көнкүрешен сағылдырған тирмәләр әллә ҡайҙа, ситтә урынлашҡан.
Ҡыҫҡаһы, милли байрамыбыҙҙың “һабантуй” тигән исеме генә ҡалды шикелле. “Быйыл уға тағы ниндәй замана яңылығы өҫтәрҙәр?” – тип уйланып йөрөйөм.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 062

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 426

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 957

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 609

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 216

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 440

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504