Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт Википедияһы һеҙҙе көтә
Ер шарындағы виртуаль энциклопедияларҙың тәүгеләренең береһе булған Википедия хаҡында ишетмәгән һәм белмәгән кеше юҡтыр. Был күп телле универсаль энциклопедия YouTube һәм Facebook менән бер рәттән иң ҙур интернет-ресурс тип иҫәпләнә. Күптәр кәрәкле мәғлүмәт алыу өсөн уға мөрәжәғәт итә һәм теләһә ҡайһы тема буйынса белешмә таба. Был – кешелек туплаған белемдең шаҡтай өлөшөнөң Википедияла йыйылыуы һөҙөмтәһе.

Ирекле интернет-энциклопедия­ның тарихы 2001 йылдың 15 ғин­уарынан башлана: нәҡ шул көндә инглиз телендә Википедия ойошторола. Артабан ул башҡа телдәргә лә тарала. Шулай ҙа виртуаль белешмә сыға­нағының бар донъяны солғап алыуы хаҡында һөйләргә иртәрәк әле. Ерҙәге халыҡ алты меңдән ашыу телдә аралашҡан ваҡытта, ни бары 288 тел вәкилдәре генә Википедияла үҙ бүлеген бул­дырған. Шулар араһында башҡорт телендәгеһе лә бар.
Башҡорт Википедияһы быйыл үҙе­нең 11 йыллығын билдәләне. Ирекле энциклопедияла туған теле­беҙҙә тәүге мәҡәлә 2005 йылдың 16 апре­лендә яҙылған булһа, нәҡ ошо көндәрҙә улар­ҙың һаны 36 меңгә етте. Был күрһәткес буйынса беҙ бар бүлектәр араһында 89-сы урында торабыҙ. Рәсәй халыҡ­тары телдә­рендәге интернет-энциклопедиялар менән са­ғыштырғанда, Википедия­ның башҡорт бүлеге иң шәп үҫеүсе проекттарҙан һанала. Тағы ла бер күрһәткес: тәүлек дауамында баш­ҡорт телендәге мәҡә­ләләрҙе донъя­ның төрлө мөйөштә­рендә йәшәгән меңдән артыҡ кеше инеп ҡарай.
Әйтелгәндәрҙең барыһы ла – ирекмәндәрҙең көндәлек эшмәкәр­леге һөҙөмтәһе. Улар туған теле­беҙҙең ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү һәм уны халыҡ-ара кимәлдә танытыу буйынса маҡтаулы эш башҡара тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Википедияға мәҡәлә яҙыусылар – төрлө һөнәр вәкилдәре. Был эш менән улар буш ваҡыттарында, күңел ҡушыуы буйынса һәм бер ниндәй хаҡ алмайынса шөғөлләнә. Ул ғына түгел: мөхәррирҙәр йыш ҡына яңы мәҡәләләр яҙыу һәм булғандарын тулыландырыу буйынса үҙенсәлекле бәйгеләр ҙә ойоштора. Мәҫәлән, Башҡорт Википедияһының 10 йыллы­ғына арналғаны 2014 йылдың нояб­ренән быйылғы апрелгәсә үтте. Унда ике тиҫтәнән ашыу ирекмән әүҙем ҡатнашты һәм башҡортса 764 яңы мәҡәлә яҙҙы. Артабан социаль эшҡы­уарлыҡ һәм Азия темаһына ар­налған мәҡәләләр яҙыу ярышы, “БашВикимарафон-2015-2016” конкурсы үткәрелде. “Вики-яҙ-2016” бәйгеһе тамамланды.
Форсаттан файҙаланып, гәзит уҡыу­сыларҙы ла ошо мауыҡтырғыс эшкә һәм ярышҡа ҡушылырға саҡы­рам. Википедияға мәҡәлә яҙыуҙың әллә ни ҙур ҡыйынлығы юҡ, тип әйтер инем. Был шөғөлдө ундағы мәғлү­мәттәр менән танышыуҙан, тыуған районың, ауылың хаҡында нимә яҙылғанын асыҡлауҙан башларға була. Әгәр ҙә мәҡәләләрҙә һин белгән хәбәр юҡ икән, ҡыйыулыҡ алып, уларҙы өҫтәргә кәрәк. Бының нисек эшләргә кәрәклеге унда күрһәтелгән.
“Яңылыш эшләрмен” тип борсо­лор­ға сәбәп юҡ – тәжрибәле мөхәррирҙәр һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
Ҡыҫҡаһы, Башҡорт Википедияһы үҙенең яңы дуҫтарын көтә. Рәхим итегеҙ!
Айсар ҮҘӘНБАЕВ,
Башҡорт Википедияһы ирекмәне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 261

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 100

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 480

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 133

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118