Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ватанымдың бер тамсыһы мин”
“Ватанымдың бер тамсыһы мин” Милләттәшебеҙ Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы Миләүшә ГОДБОДЬ (ҠОЛМӨХӘМӘТОВА) Чехияла йәшәй һәм ижад итә. Уның менән Интернет аша аралашып, үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап биреүен үтендек.

– Миләүшә Мөтиғулла ҡы­ҙы, һеҙҙең сит илдә йәшә­үегеҙгә күпме булып китте?
– Быйыл майҙа биш йыл тула. Даими йәшәүгә рөхсәт алғанмын, ләкин Рәсәй гражданымын. Шөкөр, әлегәсә берәүҙең дә миңә ҡырын ҡарағаны юҡ. Сит ерҙә көн итһәм дә, үҙемде Ватаным­дың бер бәләкәй тамсыһы кеүек хис итәм.
– Сит илдә туған тел оното­ла­мы, өйҙә ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ?
– Әсә һөтө менән ингән тел бер ҡасан да онотолмай! Өйҙә чехса аралашабыҙ, әгәр берәй һүҙҙе анлатырға кәрәк булһа, башҡортса ла, русса ла мәғәнә­һен эҙлә­йем. Мөмкинлектәремде белер өсөн чех телен үҙаллы өйрәндем, ләкин был про­цесс бер ваҡытта ла өҙөлмәй, даими да­уам итә. Мәҫәлән, радио тың­ла­йым, телевизор ҡарайым, гәзит-журнал уҡыйым.
Чех теле флектив телдәр төр­көмөнә инә. Наҙлы, ләкин үҙен­сәлекле ул. Уны өйрәнһәң, поляк, словак, украин һәм башҡа славян телдәрен аңларға мөмкин.
– Ә ни өсөн тел курсына йөрөмәҫкә булдығыҙ?
– Өфөлә йәшәгәндә эшкә барып-ҡайт­ҡан арала һәр ваҡыт йә немец, йә чех телен уҡып бара торғайным. Өс йыл дауамында Черниковкалағы 86-сы гимназияла урынлашҡан немец йәкшәмбе мәктәбенә йөрөнөм һәм был файҙаға булды. Чехтар әйтмеш­ләй: “Күпме тел белә­һең, шунса тапҡыр һин кеше”.
– Чех журналистары нисә телдә һөйләшә? Уларға күп тел белеү мот­лаҡмы? Ниндәй гәзит-журналдар нәшер ителә?
– Чехия Словакия, Польша, Австрия, Германия кеүек дәүләт­тәр менән сиктәш булғанға, кеше­ләре быуаттар буйы шул халыҡ­тар менән алыш-биреш итеп, ара­ла­шып йәшәгән. Әле лә Ев­ро­па ғына тү­гел, бөтә донъя хәлдәрен көн һайын радионан тыңлап, телевизорҙан ҡарап то­рабыҙ. Тимәк, үҙҙәрендәге хәл­дәрҙе башҡаларға еткереү өсөн чех журналис­тарына ла күп тел белеү мотлаҡ. Һәр журналист инглиз, немец телдәрендә иркен аралаша.
Чехияла “История 21-го века”, “Ин­тервью”, “Викенд”, “Родина” (“Ғаилә”), “Днес”, “Право”, “Мой дом”, “Альберт” (аш-һыу ҡулла­ныу баҫмаһы), “Здрави плюс” (һаулыҡ һаҡлау), “ЧД про вас”, “Она днес”, “Свет жен” (ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһы), “Тиден”, “Сло­во”, “Магазин”, “Блеск”, “Ли­вингстоне” (сәйәхәтселәр өсөн), “Панорама 21-го века”, “Люди и земли” һәм башҡа баҫмалар нәшер ителә. Мин үҙем “Право”, “Днес”, “История” баҫмаларын яратып уҡы­йым. Европала пен­сио­нерҙар ҙа буш­лай компьютер курсына йөрөй – бының өсөн махсус “Компьютер” тигән баҫма нәшерләнә.
– Чехтарҙа ваҡытлы мат­буғат баҫ­маларына яҙылыу, таратыу мәсьәләһе нисек ҡуйылған?
– Кем теләй, шул почта аша яҙыла, ләкин күбеһе баҫмаларҙы магазиндарҙа, киосктарҙа, аэро­порт, тимер юл, автобус вокзал­дарында, дауаханаларҙа, театр-филармонияларҙа, кемптарҙа һатып ала – һәр көн яңы гәзит-журнал сығарыла. Һатыуҙан ҡалғандары редакцияларға кире ҡайтарыла. Барлыҡ баҫмалар ҙа тиерлек шәхси ҡулда, һәм улар дәүләттән ярҙам алмай.
– Европа һәм Рәсәй журналистары араһында ниндәй айырмалар бар?
– Журналист һәр ҡайҙа ла буш һүҙ һөй­ләмәҫкә, аҡыл өйрәтмәҫкә, башҡалар­ҙы ҡабатламаҫҡа, хәлдән сығыу юлдарын күрһә­тер­гә ынтылырға һәм дөрөҫлөктө яҙырға тейеш. Һәр һүҙе алтын булһын, сөнки ул кеше аңына мөрәжәғәт итә. Гәзит-журналды уҡыған миллиондар уның һүҙенә ышана һәм ташҡа баҫылғанды дөрөҫ тип ҡабул итә. Беҙ иһә күберәген үҙ ҡаҙаны­быҙ­ҙа ҡай­най­быҙ, сит телдәрҙе лә бел­мәйбеҙ...
Чехтарҙың теүәллеген, праг­матик булғанын да билдәләп үтергә кәрәк. Был уларҙың теленә лә йоғонто яһаған: чех телендә немец һүҙҙәре шул тиклем күп, шуға улар бер-береһен яҡшы аңлай һәм аралаша. Чех телендә инглиз, итальян, француз һүҙҙәре лә ифрат күп: был – улар­ҙың ғүмер баҡый күршеләре менән аралашып, алыш-биреш итеп йәшәү һөҙөмтәһе.
Әлбиттә, бында сит кешеләр, ят ғәҙәт­тәр, йолалар, икенсе пси­хология, ләкин улар журналисҡа осрашыуға һуңлап ки­лер­гә хоҡуҡ бирмәй. Чехтар үҙҙәре лә те­үәл һәм башҡаларҙың да һуңлауын яратмай. Әгәр берәй сәбәп менән һуңлап, хәбәр ҙә итмәһәң, баш­ҡаса ышанмайҙар һәм ундайҙар менән аралашмаҫҡа тыры­шалар. Интервью бирмәүҙәре лә ихти­мал.
Мәҫәлән, 2011 йылда мәшһүр чех йыр­сыһы Карел Готтан интервью алырға телә­гәс, уға Өфөнән бер ай алдан хат менән мөрәжәғәт иттем. Апрелдә иһә миңә Чехияға сығып китергә насип булды. Йыр­сының Слова­кияла Быстрицка ҡалаһында сығыш яһауын ишетеп, шунда йүнәлдек.
Бер сәғәт алдан барып, тәғә­йен ваҡытҡа Карел Готты көтә башланыҡ. Үҙем менән йырсы­ның студент саҡта һатып алған плас­тинкаһын алып барғайным, уға ав­тограф яҙҙырып алдым, “Башҡортостан панорамаһы” редакцияһында эшләгән йылдар­ҙа нәшер ителгән “Башҡортостан” китап-альбомын, билдәле рәссам Юлай Әминевтең “Башҡорт ҡыҙы” исемле картинаһын бүләк иттем.
Йырсы бер минутҡа ла һуң­ламаны һәм вәғәҙә иткән егерме минутты миңә бүләк итте. Аль­бом, картина өсөн бик шатланды, башҡорт халҡына сәләмен күн­дерҙе. Был бүләктәрҙең үҙенең музейында һаҡлана­сағын бел­дерҙе, килеп күреүебеҙҙе үтенде – тик әлегәсә Прагалағы Карел Готт му­зейына бара алғаныбыҙ юҡ әле. Мин уға Башҡортостан, башҡорттар тураһында һөйлә­нем. Быға тиклем уның халҡыбыҙ тураһында ишеткәне булмаған. Әйткәндәй, үткән йылда йырсы 40-сы тапҡыр “Алтын һандуғас” титулына лайыҡ булды.
Был интервьюны мин рус телендә әҙерләп, “Истоки” гәзи­тендә баҫтырҙым. Башҡорт телен­дәгеһе бер ерҙә лә донъя күрмәне. Бер журналға тәҡдим иткәйнем, “беҙ сит ил йырсыһын баҫмайбыҙ” тип кире ҡайтар­ҙылар. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: бөгөн ниндәй генә ғаиләлә сит ил йыр­сыһын тыңламайҙар икән?! Үҙем дә, балаларым да сабый саҡтан башҡорт һәм рус көйҙәрен генә түгел, ә донъя кимәлендә билдәле таланттар Ми­рей Матье, Дин Рид, Бисер Киров, Марыла Родович, Че­лентано, Тото Кутуньо, Джо Дас­сен кеүек таланттарҙы тыңлап үҫтек. Иманым камил, был баш­ҡортлоҡто оноттормай, кире­һенсә, рухи яҡтан байыта ғына! Мин әле лә баш­ҡорт йырҙарын, ҡурай моңон рәхәтләнеп тыңла­йым, чехтарға ла ишеттерәм. Улар иһә: “Беҙҙең бындай сафлыҡты ишеткә­небеҙ юҡ, ҡайҙа һаҡланған был моң? Ниндәй халыҡтыҡы? Ҡайҙа тыуа шундай таланттар?” – тип таң ҡала. Быйыл Яңы йылда хатта баш­ҡортса йырлап, ҡумыҙҙа уйнап күрһәттем – ғәжәп иттеләр!
Ирем Владимир ҙа башҡорт сәнғәтенә, йыр-моңона ҙур ихти­рам менән ҡарай, ул: “Башҡорт халыҡ йырҙарын эш аралаш түгел, уны иркенләп, иғтибар менән тың­ларға кәрәк”, – ти. Ысынлап та, беҙҙәге кеүек үҙен­сәлекле йыр-моң байлығы башҡа халыҡтарҙа һирәк осрай – быны төрлө илдәрҙә сәйәхәт иткәндә айырыуса ныҡ тоям.
– Журналист өсөн ижади мөхит кәрәк: был йәһәттән хәлегеҙ нисек?
– Зарланмайым. Былтыр Че­хия Рес­пуб­ликаһының рус телле журналистар һәм яҙыусылар берләшмәһенә ағза булып индем. Етәксеһе – Мәскәү яҙыусыһы, техник фәндәр кандидаты Сергей Вла­димирович Левицкий. Пра­гала ун биш йыл­ға яҡын йәшәй, тиҫтәләгән сатирик хи­кәйәләр йыйынтығы авторы. Уларҙың күбеһе чех, немец, инглиз тел­дәренә тәржемә ителгән.
Бөгөн Чехияла 35 меңгә яҡын ватан­дашым йәшәй, араларында яҙыусылар, журналистар ҙа бар. Улар ай һайын Сергей Влади­мирович ойошторған “Парнас” яҙыу­сылар һәм журналистар бер­ләшмәһенә йыйылып, аралашып тора. Мин дә айына бер тапҡыр Прагала булып, аралашып кү­ңелде күтәреп ҡайтам.
Бына, мәҫәлән, ғинуарҙа Ма­рина Цве­таева эҙҙәре буйлап сәйәхәт иттек, ул йөрөгән һуҡ­маҡтарҙан үттек. Рәсәй илсе­легендә бик бай китапхана бар, унда шағирәнең шиғырҙарын уҡыныҡ, ижады тураһында һөйләнек.
– Рус телле журналистар һәм яҙыу­сыларҙың баҫмаһы бармы? Унда Баш­ҡортостан вәкилдәренең ижады ба­ҫыламы?
– Әлбиттә! Баҫма “Парнас” тип атала һәм ике айға бер нәшер ителә. Журналда Чехияла һәм донъяның башҡа илдәрендә йәшәгән һәм ижад иткән Рәсәй журналис­тары һәм яҙыусылары теләп баҫыла – мәҫәлән, иң әүҙем авторҙарҙан Александр Беклемешев (Франция), Владислав Кураш (Украина), Нина Гейде (Дания), Татьяна Костан-оғло (Үз­бәкстан), Людмила Коль (Финляндия), Елена Черткованы (Америка) билдәләр инем. Барыһы ла ирекле фекер йөрөткән талантлы ижадсылар. “Парнас”та айына бер тапҡыр ҡәләмдәштәр менән аралашыр өсөн хатта кемеһе самолетта, ҡайһыһы тиҙ йөрөшлө поезда килеп етә һәм бының өсөн ваҡыт йәллә­мәйҙәр. Ғинуарҙа, мәҫәлән, Че­хия-Германия сиген­дәге боронғо Литомержице ҡалаһынан шағирә Ольга Белова, Молдованан Лео­нид Полторак, Владивостоктан Оксана Матве­ева килде, Урал­дан, Волгоградтан да яҡташ­тарым булды, йәштәрҙең күп булыуы шатландыра.
“Парнас”тың үҙ мөйөшө бул­мау сәбәп­ле, Рәсәйҙән килгән журналистар һәм яҙыусылар Рәсәй илселегендә осраша. Бында улар өсөн бөтә уңай­лыҡтар бул­дырылған: бушлай юридик консультация, бай ки­тапхана, ашхана, рус телендә сыҡ­ҡан гәзит-журналдар, Рәсәй телевиде­ниеһы тәҡдим ителә. Ҡайһы бер баҫмалар чехтарҙа Ватаныбыҙға дөрөҫ ҡараш са­ғылһын өсөн русса-чехса нәшер ителә.
– Даян Мурзин тураһында китап яҙырға ниәтегеҙ бармы?
– Брнола Көньяҡ Моравияның ифрат бай китапханаһы урын­лашҡан, унда яҡта­шыбыҙ тура­һында ла бихисап материал тупланған. Даян Баян улы менән һуғышҡан иҫән партизандар ҙа бар әле – шуларҙы тыңла ла яҙ ғына! Чехтар Мурзин тура­һында хатта диссертациялар туплап бөт­кән, беҙ генә белмәйбеҙ икән. Әлеге мәғ­лү­мәттәрҙе словак, немец, француз, ин­глиз, поляк, украин телдәрендә табып була. Мин иһә чех телендәгеләрен генә уҡыйым.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы хөрмәтенә “Ватандаш”, “Баш­ҡорт­остан” баҫмаларына әҙерләгән яҙмаларым ана шул китап­ханала ултырыу һөҙөмтәһендә тыуҙы ла инде. Әле лә байтаҡ китап уҡый­һым, Словакияға барып, Даян Баян улының “Фронт в тылу вра­га” китабында тасуир­ланған Княгиня тауындағы партизандар бункерын күрәһем, фотоға төшө­рәһем, кешеләр менән һөй­ләшәһем бар – ә бының өсөн, үҙегеҙ аңлайһығыҙ, ваҡыт кәрәк. Әле мин Д. Мурзин шәхесенең бәләкәй генә бер тормош битенә күҙ һалғанмын, һаулыҡ булһа, барыһы ла киләсәктә эшләнер, тип уйлайым.
Ғинуарҙа йәмәғәтем Владимир менән Прагала Рәсәй Фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә булдыҡ. Унда Рәсәй рәссамдарының күр­гәҙ­мәләре, яҙыусылар, сәйәсмәндәр, ар­тистар менән осрашыуҙар ойошторола: был юлы унда Чехияла йәшәп ижад иткән Рәсәй рәссамдар берләшмәһе ағзаһы Вероника Соколинскаяның күр­гәҙмәһен ҡараныҡ. Ошо үҙәктә 30 мең дананан ашыу китабы булған бай китапхана эшләй – унда Д. Мурзиндың китабын бүләк итеп киттем – бик ҡыуанып ҡалдылар.
– Киләсәктә чех телендә яҙышырға, баҫылырға, Баш­ҡортостанды танытыр­ға телә­гегеҙ бармы?
– Ул хаҡта күптән уйланып йөрөйөм, һәм тәүге аҙымдар яһала башланы. Мәҫә­лән, “Днес” гәзитенә “Европаға килгән бө­тә ҡасаҡтар ҙа террорсы түгел!” тигән мә­ҡәлә яҙҙым, тик уны “халыҡтың кәйефенә тап килмәй” тип кире ҡайтар­ҙылар, сөнки Европала мосолмандарға ҡарата кире ҡараш тәрбиәләнә: халыҡ демонстрация­ларға сыға, ҡул­тамғалар йыя. Чех телен яҡшы кимәлдә үҙләштергәс тә, Баш­ҡортос­тан, уның тарихы, мәҙә­ниәте тураһында яҙырмын, милләтебеҙҙе танытырмын тип хыялланам. Европала төрлө телдәргә тәр­жемә ителеп тара­тылған байтаҡ тарихи журнал бар, халҡыбыҙҙың тарихы ха­ҡында ла яҙырға теләк ҙур. Күптән түгел “Һжебе­нач” исемле журналға интервью бирҙем.
– Хәҙер сит илгә барып белем алырға теләүселәр күбәйә. Был мәсьәләгә нисек ҡарайһығыҙ?
– Бик тә ыңғай ҡараштамын. Әгәр мил­ләт­тәштәребеҙ ҡайҙа­лыр ситтә уҡый, телдәр өйрәнә, белем ала икән, уларҙы Тыуған илен һатҡан кешеләр тип иҫәп­ләргә ярамай, киреһенсә, шат­ланырға кәрәк! Йәштәребеҙ шул рәүешле Башҡортос­танды ла нығыраҡ танытасаҡ – быға има­ным камил! Ана, рустар таныта бит. Ҡасандыр Петр Беренсе, Михаил Ломоносов кеүек мәшһүр шә­хестәр сит илдә уҡып ҡайтып, халҡына хеҙмәт иткән. Әгәр үҙе­беҙҙең Зәки Вәлиди ҙә, мәҫәлән, сит илгә китмәһә, Ибн-Фаҙландың тарихи яҙмаларына юлыҡмаҫ ине. Мин үҙем дә ошонда кил­мәһәм, Д. Мурзин хаҡында яҙа алмаҫ инем. Сит телдәрҙе өйрә­неү офоҡтарҙы киңәйтә, үҫтерә, үҙ ҡаҙаныңда ҡайнауҙан ҡотҡара, яны бейеклектәргә әйҙәй!
Бөгөн йөҙгә яҡын илдә 25 мил­лион Рәсәй гражданы йәшәй, һәм улар өсөн илселектәр ойошто­ролған. Сит илдәге ватандаш­тарыбыҙҙың барыһы ла тыры­шып эшләп, йәштәр иһә уҡып йөрөй, үҙ фирмаларын асып, та­рихи Тыуған иле менән иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнеш булдыра. Күптәр Рәсәй гражданлығын һаҡ­лай, һайлауҙарҙа ҡатнаша, шәхсән үҙем дә Рәсәй илселегенә барып, ил Президентын һайлауҙа ҡатнаштым.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ һәм мәғ­лүмәт­тәрегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Ижади уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ!

Әңгәмәне Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА ойошторҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518