Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милләт ҡотон һаҡлаусы сер
Милләт ҡотон һаҡлаусы сер Яҙҙың беренсе көнөндә Яңауыл ҡалаһында “Урал батыр” байрамы үтте. Кисәне район хакимиәте, ошо төбәк башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторҙо. Сараға уҡыусылар, башҡорт теле уҡытыусылары, китапханасылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Яңауылдың рухлы ул һәм ҡыҙҙары йыйылды.

Байрам башланыр алдынан ҡунаҡтар Йәштәр йорто фойе­һындағы күргәҙмә менән танышты. Бында йәш техниктар стан­ция­­һында, Пионерҙар һәм уҡыу­сылар йортонда шөғөл­ләнгән балалар­ҙың үҙ ҡулы менән эшләгән картиналарын, композицияларын, аш-һыу өлгөләрен, шулай уҡ район ки­тапханаһы хеҙмәткәрҙәре әҙер­ләгән “Урал батыр” – халыҡтыңӊ бай тарихи ҡомартҡыһы” тигән экспозицияны ҡарарға мөмкин ине.
Кисәне Йәмил мәсетенеңӊ имам-хатибы Әхәтйән Үмәров Ҡөрьән сүрәһен уҡып асып ебәрҙе. Артабан һүҙҙе Яңауыл районы хакимиә­те башлығы Илшат Вәзи­ғәтов алды.
– Халыҡҡа файҙалы кеше булып, эпоста әйтелгәнсә, мәшһүр зат булып йәшәр өсөн, Урал батыр васыятын үтәйек, яҡшылыҡҡа ын­тылайыҡ, – тине ул сығы­шында.
Милләт ҡотон һаҡлаусы серБөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғоловтыңӊ сы­ғы­шы ла бик көслө булды. Уныңӊ телмәрендәге дәрт, илһам һәр кешегә күптән көткән рухи күстәнәс кеүек тәьҫир итте, уҡыусыларҙың, залда ултыр­ғандарҙың күңеленә барып етте.
– “Урал батыр” эпосында ҡан­бабабыҙ Уралдыңӊ төп маҡса­ты – кешене яуызлыҡтан ҡотҡа­рыу. Яҡшылыҡ илгә ҡот килтерә. Тарихтан күреүебеҙсә, баш­ҡорттар элек-электән шәжәрә төҙөп, ун­дағы затлы нәҫелдәрен айырып атап, балаларға өлгө итеп ҡуйған. Һәр кеше үҙенеңӊ эшен дауам итерлек вариҫ ҡалдырыу хәстәре күрергә бурыслы. Үҙ-үҙеңде аңлап, саф күңел менән йәшәүҙән дә оло бәхет юҡ. Яҡшылыҡ ҡылыу – һәр быуындың мөҡәддәс бурысы. Шул саҡта ғына кеше ерен, илен йәм­ләп, ҡәрҙәштәрен, үҙен бәхетле итеп йәшәй ала. Кеше тыуған ерендә, ҡәрҙәштәре араһында, йорт-ил эсендә генә кешегә әйлә­нә, ҡәҙер күреп көн итә, – тине Әмир Миңләхмәт улы.
Ул бер төркөм яңауылдарҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡо­рол­тайы ҡарарҙарын тормошҡа ашы­рыуҙа, йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатнашҡандары, халҡы­быҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, телен өйрәнеү­гә һәм артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Маҡтау гра­мотаһы менән бүләкләне. Улар араһында Уран ырыуы башлығы Ф. Минәжев, Киҫәкҡайын ауылы биләмәһенән Р. Зарипов, 1-се мәк­тәптеңӊ башҡорт теле уҡытыусыһы А. Фаршатова, Яңауыл үҙәк китап­ханаһыныңӊ төп белгесе Д. Хәйҙәр­шина ла бар ине.
“Урал батыр” – башҡорт хал­ҡыныңӊ иң мөһабәт әҙәби ҡомарт­ҡыла­рыныңӊ береһе. Мәктәптәрҙә йыл һайын эпосты яттан һөй­ләү­селәр бәйгеһе үтә. Был сара­ларҙа уҡыусылар әүҙем ҡатнаша. Улар әҫәрҙеңӊ йөкмәткеһе менән генә танышып ҡалмай, халыҡ ижадына ҡарата һөйөү ҙә тәрбиәләй. Байрамда йәш сәсәндәрҙең һәр береһе утыҙ юлдан торған эпостан өҙөк һөйләне. Һәр һүҙен еренә еткереп уҡыны улар.
“Урал батыр” – тере тарихы­быҙ. Унда донъяның, йәшә­йештеңӊ күп серҙәре хаҡында бәйән ителә. Шуныңӊ өсөн әҫәрҙе уҡыусыларға әкиәт итеп түгел, ә башҡорт тари­хыныңӊ бер бите итеп аңлатҡан башҡорт теле уҡытыусыларына рәхмәттән башҡа ни әйтәһең.
– “Урал батыр” әкиәт түгел, – тип башланы үҙенеңӊ сығышын Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтыныңӊ төп ғилми хеҙ­мәткәре, филология фәндәре докторы, ”Башҡорт ҡа­тын-ҡыҙҙары” йәмғиәте ойошмаһы рәйесе, танылған сәсәниә, фольклорсы Розалия Солтангәрәева. – Баш­ҡорт халҡының меңәр йыл буйына туҡылған аҡылы, йөрәк тибеше һәм ҡан тылсымы бит ул эпос. Был әҫәр – милләт ҡотон һаҡлаусы сер. Уны аңлап бөтөү мөмкин түгел, уныңӊ ҡанундары буйынса йәшәргә генә кәрәк. Сөнки Урал – тере Еребеҙҙеңӊ тәне. Бөйөк эпосты халыҡ тыуҙырған, беҙ уны тыңлай-тыңлай яңырабыҙ, көс-ҡот ҡайтарабыҙ. Балаларға ла ошо изге хәҡиҡәтте аңлатырға кәрәк!
Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы, “Ағинәйҙәр ҡоро” йолаһын күрһә­теп, Яңауылдыңӊ өс ҡатын-ҡыҙын ошо ҡорға ҡабул итте. Сәсәниәнең башҡорт халыҡ йырҙарын, ҡоба­йырҙарҙы яратыуын, уларҙы оҫта итеп башҡарыуын билдәләмәй булмай. Уның халҡыбыҙ хаҡына башҡарған эштәре ижадҡа рухландыра. Янында рухи яҡтан таҙараһың. Йәмғиәтебеҙҙе һауыҡ­тырыу, илһөйәрлекте үҫтереү, үҙ ерең, халҡың өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү – Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы тарафынан атҡарылған эштең төп маҡсаты.
Сәсәниә “Башҡорт ҡатын-ҡыҙ­ҙары” йәмғиәте эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡаны, хеҙмәте һәм йәшәү рәүеше менән башҡорт ҡатын-ҡыҙы дәрәжәһен юғары күтәргәне өсөн Яңауыл башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлнара Вәлиеваны Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне.
Йыр-моңӊ менән үрелеп барған байрам тантанаһы һәр кемдең күңелендә йылы хис-тойғо ҡалдырҙы. Тамашасылар байрамдан бик ҡәнәғәт таралышты.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 260

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 099

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 479

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 552

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 389

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 418

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 132

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 118