Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етмеш батыр тарихы
Етмеш батыр тарихы Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге менән берлектә “Уралым” өлкә башҡорттары гәзите Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлап китап сығарҙы. “Көньяҡ Урал башҡорттарының Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы хәтирәләре” тип аталған йыйынтыҡта етмеш яугирҙең һәм тыл хеҙмәткәренең ғүмер юлы бәйән ителә.

Баҫманы әҙерләүселәр тәү сиратта Уралдағы аҫаба халыҡ – башҡорттарҙың батырлығын яҡтыртыуҙы маҡсат итеп ала. Китапҡа ингән барлыҡ яугирҙәр — Силәбе өлкәһенән.
Ысынлап та, төбәк тарихында башҡорт ир-егеттәренең ҡаһар­манлығы аҙ яҡтыртылған. Әммә халыҡ хәтерендә уларҙың даны әле лә йәшәй. Мәҫәлән, ҡаланың үҙәк урамдарының береһе 1812 йылғы һуғышҡа китеүселәрҙең тупланыу урыны булған. Баш­ҡортостан Республикаһы­ның Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге, Бөтә донъя баш­ҡорт­тары ҡоролтайы, Көньяҡ Урал яугирҙәренә арнап, һәйкәл асыуҙы ла планлаштырған. Әлегә өлкә һәм ҡала властары тарафынан ер бүленгән, кәрәкле документтар әҙерләнә.
Китапҡа ингән ветерандар­ҙың хәтирәләре башлыса милли юҫыҡта яҡтыртыла. Милләттәш­тәребеҙҙең күбеһе, башҡорттар һәр ваҡыт татыу, бер-береһенә ярҙам итәләр ине, бындай мөнә­сәбәт беҙгә дәһшәтле йылдар­ҙың ауырлығын еңергә ярҙам итте, тип халҡыбыҙҙың матур сифаттарын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Тыл хеҙмәтсәндәрен фронтта ҡатнашыусылар менән бер рәткә ҡуйыу осраҡлы түгел. Улар утлы өйөрмә эсендә йөрөмәһә лә, йылғанан тотҡан балығына тиклем яуға оҙатып торған. Эштән ҡайтҡас та, төн йоҡола­рын йоҡламай, һалдат­тарға ойоҡ-бейәләй бәйләгәндәр.
Башҡорт йәмәғәт ойош­ма­ларының ветерандарҙың ҡаһар­манлығын яҡтыртыуға арналған проекттарының һуңғыһы түгел был. Аяҙ күгебеҙ өсөн йәнен аямаған батырҙарыбыҙҙың исемдәрен данлау киләсәктә лә дауам итәсәк.

Нурия ИҠСАНОВА,
“Уралым” гәзитенең
баш мөхәррире.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 052

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 416

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 948

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 854

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 596

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 207

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 431

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 311

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498