Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Себенлеме, Суби-Меңме?
Себенлеме,     Суби-Меңме? Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда Себенле исемен йөрөткән ике ауыл бар: Әлшәй районында – Себенле (урыҫса Чебенли) һәм Ейәнсура районында – Яңы Себенле (Новые Чебеньки). Сәйер атама, шулай бит? Ысынлап та, себен “муха, мошкара” тигәндән алындымы икән? Улай тиһәң, себен-серәкәй Себенле ултырған ерҙә генә мыжғып тормағандыр ҙа инде.

Был һорау миңә тынғы бирмәй ине. Әммә уның серен нисек сисергә белмәй йөрөнөм. Ә бына яңыраҡ үҙемдең шәхси архивымды барлап ултырғанда ярты быуат элек – 1963 йылда – яҙып алынған мөһим бер мәғлүмәткә юлыҡтым. Шул йылдың йәй айҙарында тыуған яҡҡа ҡайтҡан ваҡытта район үҙәге Раевка ҡасабаһында абруйлы яҡташым, РСФСР-ҙың персональ пенсионеры Ғәлиәскәр ағай Туғанов менән осрашып, бер аҙ ғына әңгәмәләшеп ултырғайным.
Ғәлиәскәр ағай 1898 йылда Дим буйындағы нәҡ ана шул Себенле ауылында тыуған. Туғановтар унда күренекле зат иҫәпләнә. Ағай үҙе лә белемле, киң ҡарашлы кеше булып сыҡты. Мәҫәлән, уның меңлеләр тураһында һөйләгәндәрен ошо рәүешле яҙып ҡуйғанмын: “Мең ҡәбиләһе ун бер ырыуға бүленгән. 1671 йылда барғаннар алар батшаға. 171 шәшке тиреһе, 18 батман бал алып барғаннар”. Меңлеләрҙең ошо Әлшәй районындағы яйыҡ-ҫыбы ырыуы ауылдарын да һанап сыҡты. (Улар – элекке Әлшәй ауылы, Ҡармыш, Иҙрис, Сураҡай, Сурай, Ташлы, Аҡҡолай – барыһы өс ауыл: Иҫке, Яңы һәм Бәләкәй Аҡҡолай, Ҡайып – Иҫкеһе һәм Яңыһы ла бар, Туҡтар – Әбдрәшит). Сағыштырып ҡараһаң, беҙҙең тарихсы­лар­ҙың, этнографтарҙың яҙғандарына тура килеп тора. Ниһайәт, уның ауыҙынан үҙенең тыуған ауылы тураһында: “Себенле элек Суби булып йөрөнө. Ҫуңынан Себенне булып киткән. Аҫаба башҡорто” тигән һүҙҙәрҙе теркәгәнмен дә баһа! Тимәк, ауыл атамаһының мәғәнәһен бер ҙә “себен” һүҙенән эҙләргә кәрәк булмаған икән дә. Ләкин ул ваҡытта мин суби тигәндең нимә икәнен белмәй инем. Хәҙер бына уның эҙенә төштөм тип әйтә алам.
Ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә, суби – мең ҡәбиләһе составындағы төп ырыуҙарҙың береһе. Тик һөйләү телендә уның әй­телеше бер аҙ үҙгәреп, ҫыбы тип йөрөтөлә башлаған. Урыҫса иһә, с>ч күсеше буйынса, “чубимең”гә әйләнеп киткән. Шуның өсөн дә беҙ был ырыу тураһында бик аҙ беләбеҙ. Әммә белгәндәребеҙҙе бер епкә теҙеп өйрәнә башлаһаң, ғәйәт ҡыҙыҡлы тарих килеп сыға.
Һүҙҙе академик Р.Ғ. Кузеевтың “Происхождение башкирского народа” (М.: Наука, 1974) тигән атаҡлы хеҙмәтенән башлайыҡ. Был китапта мең ҡәбиләһенең нигеҙен тәшкил иткән ете ырыу ошо рәүешле билдәләнә: күп иле, ҡырҡ өйлө, суби, меркет, ҡобау, төп мең һәм һарылы ырыуҙары. (Ырыуҙар һаны тарихи үҫеш дәүерендә, әлбиттә, үҙгәреп торған, халыҡ һаны артып, йыш ҡына яңы ырыуҙар барлыҡҡа килгән. Алда әйтелгәнсә, 1671 йылда меңлеләр, ун бер ырыу булып, ерҙәрен үҙ-ара бүлешеп алғандар). Р.Ғ. Кузеев телгә алған “суби” этнонимы үҙенең килеп сығышы менән “түбә” мәғәнәһендәге “сүбә” һүҙенә барып тоташа булһа кәрәк. “Суби” этнонимы “суба”, “саба” форма­һын­да ҡаҙаҡтарҙың ҡыҙылҡорт ырыуы составында ла билдәле булған (шунда уҡ, 309-сы бит). Был иһә меңлеләрҙең тарихи яҡтан Урта Азия менән бәйле булыуынан килә. “Хәҙерге Башҡортостандың үҙәген­дә­ге бөтөн ерҙәр, шул иҫәптән Өфө ҡалаһы территорияһы һәм уның Ағиҙел буйындағы әйләнә-тирәһе, риүәйәттәр буйынса, меңлеләрҙең аҫаба биләмәһе булған”, – тип яҙа Р.Ғ. Кузеев (шунда уҡ, 302-се бит).
Батша властары ХVI быуаттың икенсе яртыһында ошо аҫаба халыҡ – меңлеләр менән килешеү нигеҙендә Өфө ҡәлғәһен һалғандар. Өфө ҡәлғәһе һалынған ер өсөн ҫыбы-мең башҡорттарына батша хөкүмәте оҙаҡ ваҡыт аренда хаҡын түләп торған, тип һөйләне миңә уҙған быуаттың 70-се йылдарында ошо төбәк ҡарттары.
Суби-мең (ҫыбы-мең) ырыуы башҡорт ауылдары ХIX быуатта Димдең түбәнге ағымында – Суби-мең (Ҫыбы-мең), Димдең урта ағымында – Яйыҡ-ҫыбы-мең олосо составында булғандар. Суби-мең ырыуы ауылдары: Шишмә районында – Күсем, Үрге, Урта, Түбәнге Хәжәт, Ҡара Яҡуп, Илкәш (Ҫарт-Хәсән), шулай уҡ Сайран (Мәрән); Благовар районында – Баштирмә, Иҫке Усман. Яйыҡ-ҫыбы-меңлеләр – Әлшәй районының алда һанап үтелгән туғыҙ башҡорт ауылының халҡы. Элегерәк, Ҡармыш ауылынан бүленеп сығып, шул уҡ исемдәге күл буйына барып ултырған Яйыҡ-Ҫыбы ауылы ла бар ине. Ул ауыл халҡы, уҙған быуаттың 60-сы йылдарында ҡабат Ҡармышҡа күсеп ҡайтып, шунда айырым бер урам булып йәшәп ята. Яйыҡ-ҫыбы ырыуы ҫыбы-меңлеләрҙең бер тармағы булырға тейеш.
Себенле ауылы яйыҡ-ҫыбы-меңлеләр менән күршеләге илекәй-мең ырыуы ерендә урынлашҡан. Тарихи документ­тарҙа беренсе мәртәбә 1791 йылда телгә алына (Әсфәндиәров Ә.З. История сел и деревень Башкортостана. Уфа: Китап, 2009, 426-сы бит). Этник составы шаҡтай ҡатмарлы: меңлеләр, бөрйәндәр, ҡып­саҡтар, ҡатайҙар. Илекәй-мең аҫабалары янына әтәмбәй башҡорттар килеп урынлашҡан. Ауыл халҡы Ырымбур яғынан, ундағы Себенле ауылынан күсеп килгән тигән риүәйәт йәшәй (Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге. Өфө, 2002). Был осраҡта һүҙ ана шул әтәмбәйҙәр тураһында бара, әлбиттә.
Ейәнсура районындағы Яңы Себенле (урыҫса – Новые Чебеньки) ауылының исеме ундағы Себенле (Чебенка) йылғаһының атамаһынан алынған тип фараз ителә (шул уҡ һүҙлек). Әйткәндәй, тарихи документтарҙа шул уҡ төбәктә йәнә Нижняя Чебенка, Средняя Чебенка тигән гидронимдар ҙа осрай (Материалы по истории Башкирской АССР, т. IV, ч. 1. М., 1950, 217-се бит). Түбәнге һәм Урта тигәндәре булғас, уның Үрге тигәне лә булғандыр, әлбиттә. Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: ул гидронимдар урыҫ телендә Чебенли түгел, ә Чебенка, ә ауыл исеме Чебеньки формаһында алынған. Был иһә Чебенка гидронимының килеп сығышын ошондай схема буйынса күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирә: Суби>Чу­би>Чуби+-н+-ка>Чебенка. Урыҫ телендәге Чебенканың башҡортса әйтелеше бара-тора Себенле тип йөрөтөлә башлаған булырға тейеш.
Урыҫса Чебенка тигән был гидронимдар үҙҙәренең барлыҡҡа килеүе менән, әлбиттә, “суби” этнонимына барып тоташа. Тимәк, суби ырыуы башҡорттарының бер өлөшө ҡасандыр әлеге Ырымбур яғында ла төйәкләнгән булған. Ундағы Суби>Субинка>Чубинка>Чебенка буйында ултырған ауыл да Чебеньки (Себенле) булып киткән. Шул яҡтан яйыҡ-ҫыбы һәм илекәй-мең ырыуҙары араһына күсенгән башҡорттар бындағы ауылға ла Себенле (Суби) исемен алып килгән. Суби-Мең атамаһы башҡортса – Себенле, урыҫса Чебенли булып нығынған.
Шулай итеп, Себенле ауылы атама­һының себен “муха, мошкара” төшөнсәһе менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Элекке Суби-мең/Ҫыбы-мең олосо кеүек үк, меңлеләрҙең төп ырыуҙарының береһе – суби/ҫыбы этнонимы менән бәйле тарихи хәтерҙе һаҡлай Себенле тигән был атамалар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 446

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 642

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514