Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхетен сит ерҙә тапҡан
Бәхетен сит ерҙә тапҡан Руфина Бадеа юғары уҡыу йортонда белем алып йөрөгәндә, немец телен яҡшыраҡ өйрәнеү маҡсатында, сит илгә юллана. Һөҙөмтәлә уның яҙмышы ҡырҡа үҙгәрә.

“Һәр кемде ризыҡ йөрөтә” тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар. Татыр ризығың, эсәр һыуың булһа, әллә ҡайҙарға алып китә яҙмыш тигәнең. Алты балалы ғаиләлә тыуып үҫкән, араларында иң бәләкәстәре булған Руфина ла үҙенең яҙмышын Мюнхенда осратырмын тип уйламағандыр ҙа.
Ҡыҙ IX класҡа тиклем Этҡол ауылы мәктәбендә белем ала, шул осорҙа немец телен өйрәнә. X класҡа башҡорт гимназия-интернатына килгәс, инглиз телен уҡырға тура килә. Немец теленә ҡыҙыҡһыныу уны артабан Баш­ҡорт дәүләт университе­тының Сибай филиалына немец-башҡорт бүлегенә алып килә. Германияға юлланыуы ла телдең бөтә нескәлектәренә төшөнөү маҡсатында була. IV курстан һуң “Au pair” программаһы буйынса алыҫ сәфәргә сығырға ҡарар итә ул.
Ул ваҡытта немецса яҡшы аралашһа ла, Германияға килеп төшкәс, Руфинаға ҡапыл ғына яңы шарттарға күнеп китеүе еңелдән булмай. Мюльдорф ҡалаһында күп балалы ғаиләгә урынлашып, немецтарҙың телен генә түгел, мәҙәниәтен, тормош-көнкүрешен дә өйрәнә. Ғәҙәти булмаған күренештәргә лә тап була.
– Унда беҙҙәге кеүек мул итеп ризыҡ бешереү юҡ. Шунда уҡ уларҙың аҙлап ҡына ашауына иғтибар иттем, – тип һөйләй Руфина. Әлбиттә, сит тарафтарҙа үҙебеҙҙең милли аш-һыуҙы һағына ҡыҙ. Йыш ҡына немец ғаиләһен башҡорт ризыҡтары менән дә һыйлай.
Магазиндарҙа һатыусыларҙың шул тиклем итәғәтле, ихлас булыу­ҙары ла хайран итә уны. “Тупаҫ һүҙ, теләр-теләмәҫ һөйләшеүҙе унда бөтөнләй ишетмәҫһең”, – ти ул.
Бала тәрбиәләгәндә лә айырмалыҡтар бар икән. “Немецтар баланы бәләкәйҙән үҙаллы­лыҡҡа өйрәтә. Мәҫәлән, бәләкәй саҡта кейендергәндә саҡ ҡына ярҙам итеп ебәрәләр, артабан бала үҙе көс һалырға тейеш. 18 йәше тулған егет һәм ҡыҙҙар тормоштарын үҙаллы хәстәрләргә тырыша. Уҡыған осраҡта ла атай-әсәйҙәре уларға бер аҙ ғына ярҙам итә. Беҙҙәге һымаҡ үҫкән балаларын үҙ елкәләрендә йәшәтмәйҙәр”, – ти Руфина.
Байрамдарҙы биҙәр өсөн ғаиләлә балалар менән бергәләп ҡулдан әйберҙәр эшләргә яраталар. Был да – берҙәмлек, татыулыҡ тәрбиәләү ысулы. Ғәҙәти булмаған бүләк тапшырыу күренешенә лә иғтибар итә ҡыҙ. Мәҫәлән, беҙҙә тыуған көн, юбилейҙарға, ғәҙәттә, рауза сәскәләре бирһәләр, унда бер байрамда көнбағыш сәскәһен бүләк итеүҙәренә тап була. “Ә беҙ нисектер көнбағышты сәскәгә лә һанамаған кеүекбеҙ”, – ти ул.
Сит илгә килгәс, тағы ла бер яңы тәртипкә өйрәнеп китергә тура килә уға. Беҙҙә, ғәҙәттә, сүп, аҙыҡ ҡалдыҡтарын бер урынға һалһалар, Германияла улар төрлө урынға туплана. Пластик һауыттар айырым йыйыла, аҙаҡ махсус урындарға алып барып тапшырыла. Биосүптәрҙе, йәғни әфлисун, башҡа емеш-еләк ҡалдыҡтарын – бер, бешерелгән, ҡыҙҙырылған ризыҡ ҡалдыҡта­рын – икенсе , ҡағыҙҙы өсөнсө урынға йыйып, төрлө контей­нерҙарға һалалар.
Немец телен өйрәнәм, Германияла йәшәгән халыҡтың йәшәү рәүешен күрәм, тип барған ҡыҙ унда үҙенең яҙмышын тап итермен тип башына ла килтермәй. Ә яҙмыш уға көтөлмәгән осрашыу әҙерләй.
– Бер мәл “Au pair” програм­маһы буйынса төрлө илдәрҙән килеүселәр өсөн Фрайзинг ҡалаһында танышыу байрамы ойошторолдо. Шунан ҡайтып килгән саҡта, Мюльдорфҡа поезд киткәнсе ваҡыт бар әле тип, Мюнхенды ҡарап килергә булдым. Вокзал тирәһендә фотоға төшөп йөрөгәндә, бер егет (Руфинаның буласаҡ ире. – Авт.) дуҫы менән үҙҙәрен фотоға төшөрөүемде үтенде. Был егеттең исеме Лауренцию-Йонуц булып сыҡты. Румын егете, үҙе Мюнхенда йәшәй. “Һин Ҡытайҙанмы?”– тип һораны ул минән. “Юҡ, Рәсәйҙән”, – тигәс, аптырап ҡалды, сөнки улар беҙҙең ил кешеләрен аҡһыл йөҙлө, һары сәсле итеп күҙ алдына килтерә. Ә Рәсәйҙә баш­ҡорттар йәшәүе тураһында Лауренцию-Йонуцтың бөтөнләй ишеткәне булмаған. Шулай итеп, телефондарҙы алмашып аралаша башланыҡ, – тине Руфина, ире менән танышҡан көндө хәтерләп.
Лауренцию-Йонуцтың баш­ҡорт­­тарға оҡшап тороуы, ябай булыуы ҡыҙҙы йәлеп итә. Ә егет Руфинала үҙенең әсәһенең күркәм сифаттарын күрә. Йәштәрҙең шулай бер-береһенә күңеле тартыла. Бер нисә ай дуҫлашып йөрөгәндән һуң егет, Руфинаға румындарҙың йолаларын күрһәтәм тип, класташ ҡыҙының туйына барырға тәҡдим яһай. Руфина ризалаша, һәм улар Румынияға юллана. Ләкин егеттең тағы ла бер маҡсаты була – Руфинаны үҙенең ата-әсәһе менән таныштырыу. Ҡыҙға буласаҡ ҡәйнә-ҡайныһы менән аралашыу ҡатмарлыраҡҡа тура килә. Улар немецса ла, русса ла белмәй, бары тик румынса һөйләшә. Руфина иһә румынса белмәй. Лауренцию-Йонуц улар араһында тәржемәсе ролен үтәй. Этҡол ҡыҙы аҙаҡҡа табан румынса ла бер аҙ аңлай төшә. “Хәҙер үҙемә румын телен ныҡлап өйрәнергә тура килер инде”, – ти Руфина.
Йәштәр тиҙҙән бергә булырға, ғаилә ҡорорға ҡарар итә. Руфинаның Этҡолдағы яҡындары өсөн был көтөлмәгән яңылыҡ булһа ла, улар ҡаршы килмәй. Руфина менән Лауренцию-Йонуц тәүҙә рәсми никахлаша. Һуңынан балалары тыуғас, туғандарын йыйып, туй сараһын үткәрәләр. Йәш ғаиләнең Юлиә исемле ҡыҙҙары үҫеп килә. Өләсәһе хөрмәтенә бәләкәскә Елена тигән икенсе исем дә ҡушҡандар.
– Германияға китеп, тормошҡа сығырмын тип уйламағайным да. Ирем дә башҡа милләттән кәләш алырын күҙ алдына килтермәгән, – ти Руфина, үткәндәргә байҡау яһап.
Туй румын халҡы йолалары буйынса уҙғарыла. Улар беҙҙеке­нә оҡшаш булыуын да һөйләне Этҡол ҡыҙы. Мәҫәлән, һыу юлы күрһәтеү. Йәштәр, шишмәгә барып, биҙрә менән өйгә һыу алып ҡайта. Башҡа ҡыҙыҡлы йола­ларға ла тап була Руфина. Ғаилә ҡорасаҡ йәштәргә алдан икенсе әсәй, атай һайлайҙар. Улар менән йылы бәйләнеш аҙаҡ та юғалмай. Ололар ҡунаҡҡа саҡырып тора, йәштәр ҡайтҡанда күстәнәстәр менән уларҙың хәлен белешергә инә. Туй ваҡытында, ир ҡорона инеүен аңлатып, икенсе атаһы егеттең битендә һаҡал-мыйығын ҡыра, ҡыҙға фата, таж кейҙе­рәләр, гөлләмә бүләк итәләр.
Руфина – башҡорт, Лауренцию-Йонуц румын булһа ла, ғаиләлә аралашыу немец телен­дә. Ә кескәй Юлиәгә бер нисә телде белеп үҫергә кәрәк буласаҡ. Сабыйҙың теле немецса асылып килә, шул уҡ ваҡытта балаға русса ла, румынса ла өйрәтәләр.
Әлеге көндә йәштәр Кемтен ҡалаһында йәшәй. Ул Швейца­рия­ға яҡын урынлашҡан. Тәбиғә­тенең дә Башҡортостандыҡына оҡшаш булыуын билдәләне Руфина. Өйҙә төрлө милләт аштары әҙерләнә. Оҡшаш булған ри­зыҡ­тар ҙа бар. Мәҫәлән, ­ру­мын­дар­ҙың кәбеҫтәгә тәмләт­кестәр менән төрөлгән ит ризығы голубцыға тартым. Руфина беҙ яратып ашаған ризыҡ­тарҙан билмәнде, ит бәлешен, бөйөрөк­тәрҙе лә йыш бешерә. Улар иренә лә бик оҡшай.
Практикаға немец телен өйрәнергә тип киткән Руфина, дүрт йыл үткәс, былтыр көҙ тыуған яҡтарын күрергә ҡыҙы Юлиә менән ҡайта. Тыуған ауыл, әсәй, туғандар, яҡындар менән осрашыу мәлендәге хис-тойғоно күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Ни тиһәң дә, ғәзиз төйәк, әсәй һәр кемдең күңел түрендә йәшәй.
Ҡайтҡанда күберәк немецса һөйләгән кескәй Юлиә лә хәҙер башҡорт һүҙҙәрен байтаҡ белә.
– Тәүҙә бесәйҙе күрһә, немецса “катце” ти ине, хәҙер “бесәй”гә әйләнде, – ти Руфина.
Лауренцию-Йонуц тынғыһыҙ эше арҡаһында Башҡортостанға килә алмаған. Шулай ҙа киләсәктә уға ла Ишембайҙа, ғөмүмән, беҙҙең төбәктә йәшәгән халыҡ менән танышырға насип булыр әле.
– Ситтә йәшәүе ҡыйын түгел­ме, һағындырамы? – тигән һо­рауҙы Руфинаға бирмәй булдыра алманым.
– Әлбиттә. Туғандарҙы, тыуған яҡты күрге килә. Әсәй менән бергәләшеп сәй эскән мәлдәр, Яңы йыл байрамдары иҫкә төшә. Ләкин яйлап сит мөхиткә өй­рәнәһең, – ти ул.
Әле Руфина ҡыҙын тәрбиәләп өйҙә ултырһа, киләсәктә өҫтәмә һөнәр алып, эшкә сығыу дәрте менән йәшәй. Шулай уҡ уның Сибайҙағы юғары уҡыу йортон тамамлап ҡуйыу маҡсаты ла бар.
Бына шулай яҙмыш тигәнең…Кемдер үҙ яртыһын күрше генә йортта таба. Ә кемдер бәхете артынан ете диңгеҙ аръяғына юллана.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519