Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Батыр рухы берләштерә
Батыр рухы берләштерә Көҙөн данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа тыуған төйәгендә – Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында — һәйкәл асыу республика тормошонда ҙур ваҡиғаға әйләнде. Башҡортостан халҡы ҡаһарман улына таш һын ҡуйылыуҙы күптән көткәйне. Әммә Ватаныбыҙ азатлығы хаҡына тиңһеҙ батырлыҡ күрһәткән генерал Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителеп, халыҡ тарафынан быны хуплап ярты миллиондан ашыу ҡултамға йыйылыуға ҡарамаҫтан, һаман да тарихи дөрөҫлөктөң тормошҡа ашмауы ғына үкенес.


Батыр рухы берләштерә9 декабрҙә, илебеҙ халҡы Ватан Геройҙары көнөн билдәләгәндә, бер төркөм салауаттар — Салауат башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, дин әһелдәре, ҡаланың «Аллағыуат» йәмәғәт ойошмаһы, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре — Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылына юл тотто. Сәфәрҙең маҡсаты, беренсенән, халыҡ батыры һәйкәленә сәскәләр һалып, уның рухы алдында баш эйеү, музейы менән танышыу булһа, икенсенән, данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен юллауҙы башлау.
— Бындай акция үткәреү мәсьәләһе бөгөн бик әһәмиәтле. Яңыраҡ IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ла резолюцияға ошо хаҡта бүлек индерелде. Быға тиклем яҡташыбыҙға Советтар Союзы Геройы исемен биреү өсөн ҡултамғалар йыйылды, яңы ынтылыш иһә Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен бирҙереү маҡсатын күҙ уңында тота. Сара район, ҡала, республика ғына түгел, ил кимәленә сығыр һәм халыҡ изге ниәтте дәррәү күтәреп алыр, тип уйлайым. Уның һөҙөм­тә­һендә тарихи ғәҙеллектең тергеҙе­леренә ышанабыҙ, — тине акцияның башында торған Салауат башҡорт­тары ҡоролтайы рәйесе Сибәғәт Рахманғолов.
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ильмира Ғәлиәхмәтова ла халыҡтың башланғысты хупларына шикләнмәй. Сөнки быға тиклем «Комдив Шайморатов. Геройҙың ҡайтыуы» акцияһы барышында 400 меңдән ашыу ҡултамға йыйылған. Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу идеяһын тормошҡа ашырыуҙа ла йәмәғәтселек ярҙам ҡулы һуҙған.
Әйткәндәй, Салауат ҡалаһы, был сара ваҡытында ҙур әүҙемлек күрһәтеп, республикала иң күп ҡултамға йыйыусылар иҫәбендә булды.
Башҡортостандың төрлө төбәгенән үҙ теләге менән яуға китеүселәрҙән кавалерия дивизияһы төҙөгән, һуңынан Дондан Эльбаға тиклем 4 мең саҡрым данлы юл үткән Миңлеғәле Шайморатовтың Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булыуы республика халҡының һәм унан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең береһендә лә шик уятмай. Тап ул етәкләгән дивизия Тыуған илгә Дан орденының биш тулы кавалерын һәм 78 Советтар Союзы Геройын биргән. Был ул дәүерҙәге башҡа бер генә хәрби берләшмәнең дә тарихында юҡ.
Милли геройыбыҙ Салауат Юлаев исемен йөрөткән ҡала йәмәғәтселеге эште Шайморатовтың тыуған ауылына килеп, уның һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланы. Дин әһелдәре доға ҡылды, Герой исемен юллау буйынса изге ниәтте тормошҡа ашыра башлауға фатиха ла бирҙе. Салауаттар батырҙың тыуған ауылындағы ҡыҙыҡлы экспонаттарҙан торған бай музей менән танышып, 3D форматында фильм ҡарағандан һуң Шайморатовтың ҡаһарманлығы тураһындағы иҫтәлектең ҡәҙерләп һаҡланыуына инанды. Ошонда уҡ Салауат вәкилдәре һәм Ҡырмыҫҡалы йәмәғәтселеге ил Президенты Владимир Путинға Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреүҙе һорап мөрәжәғәт ҡабул итте.
Халҡыбыҙҙың бөйөк улы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Тыуған илебеҙҙе дошмандарҙан азат итеү, тыныслыҡ хаҡына йәнен аямай, батырҙарса көрәшкән. Башҡорт халҡы өсөн ул һәр ваҡыт герой булды һәм шулай буласаҡ. Шуға күрә Шайморатовтың ҡаһарманлығы дәүләт кимәлендә баһаланып, тарихи ғәҙеллек тантана итеренә өмөт ҙур.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 059

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504